Алибаева Амина Надировна

Алибаева Амина Надировна

Һүрәтләү сәнғәтенең балалар тормошондағы әһәмиәте

Иң беренсе нәүбәттә балаларҙы һүрәтләү эшмәкәрлектәрендә балаларҙа әхлаки – рухи сифаттар тәрбиәләнә: башланған эште аҙағына еткереп ҡуйыу, маҡсатҡа ярашлы һәм ныҡлы шөғөлләнеү, иптәшеңә ярҙам итеү, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу. Бергәләп эшләгәндә кәңәшләшеп эш итеү, ярҙам итеү кеүек сифаттар тәрбиәләнә. Шулай итеп, һүрәтләү эшмәкәрлеге балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙә ҙур урын биләй.

Бала шәхесен үҫтереүҙә балаларҙы төрлө тьәҫораттар менән байытыу, предметлы – үҫеш мөхите булдырыу балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра, күҙәтеүсәнлектәрен үҫтерә, предметтарҙыға һәм күренештәргә хас булған үҙенсәлектәр күрә белергә өйрәтә. Ә был инде төрлө художестволы образдар тыуҙырырға булышлыҡ итә. Һүрәтләү эшмәкәрлеген үҙ итеү балаларҙың аҡыл үҫешенә йоғонто яһай, телмәрен үҫтерә.

Боронғо эраларҙа ижад итеүҙең әһәмиәтен философтар күрһәтә белгәндәр. Улар – Аристотель, Сократ, Гераклит, Платон, Пифагор- иртә йәштән балаларҙы һүрәтләргә өйрәтеү кәрәклеген әйткәндәр. Боронғо Грецияның рәссамдары һүрәтләүҙең практик кәсеп – һөнәрҙәр үҙләштереүҙә кәрәклегенә иғтибар иткәндәр һәм баланың дөйөм үҫешенә лә йоғонто яһай тип белдергәндәр.

Художестволы ижад итеү һорауҙары менән төрлө педагогтар ҡыҙыҡһынғандар: Песталоцци, Фебель, Коменский баланың ҡәләм тота белеүе уның ҡулының яҙырға әҙерлелеген күрһәтеүенә баҫым яһағандар. Һүрәтләү - уратып алған донъя менән танышыу сараларының береһе. Донъяны эстетик ҡабул итеү сараһы.

Һүрәтләргә өйрәтеү ике бер – береһе менән бәйле маҡсатты үҙ алдына ҡуя:

- уратып алған донъяға, тәбиғәткә, мөхиткә, тормош ваҡиғаларына эмоциональ ҡараш булдырыу;

-һүрәтләү күнекмәләре формалаштырыу

Һүрәтләү барышында балала күҙәтеүсәнлек тойғоһо, эстетик ҡабул итеү, художестволы вкус, ижади һәләттәр үҫешә.

Һүрәтләү аша бала үҙенең мөмкинселектәрен аса: баһа бирә, арауыҡта ориентир таба, төҫ тойғолары барлыҡҡа килә. Махсус һәләттәр ҙә асыла: ҡул һәм күҙ координацияһы үҫешә, ҡул суҡтары менән идара итеү һәләте лә үҫешә. Бынан тыш, һүрәтләү эшмәкәрлеге балаларҙа шатлыҡ тойғолары килтерә, ыңғай эмоциональ кисерештәр булдыра. Шуға күрә лә эшмәкәрлеккә ентекле әҙерләнергә кәрәк.

Сухомлинский әйтеүенсә :

«… Ребенок по своей природе – пытливый исследователь мира. Так пусть же перед ним откроется чудесный мир в живых красках, ярких и трепетных

звуках, в сказке и в игре, в собственном творчестве, в красоте, воодушевляющей его сердце, в стремлении делать добро людям. Через сказку, фантазию, игру, через неповторимое детское творчество – верная дорога к сердцу ребенка».

Добавить запись

Защита от спам-роботов