Ата-әсәйҙәр һеҙҙең өсөн

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Хөрмәтле ата - әсәләр!

Ата-әсәләргә кәңәштәр.  Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанам. ...

 

https://t.me/+w7MbTwUIi6dlMTUy - был телеграмм каналда, һеҙ ата-әсәйҙәр, бик файҙалы һәм фәһемле мәғлүмәттәр табырһығыҙ тип ышанабыҙ. Беҙҙең менән ҡабатлап, башҡорт телендә шиғырҙар, әкиәттәр өйрәнә алаһығыҙ.

akbuzat-rb.ru - «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал.

 https://bash-mir.ru/nazlykay/- Наҙлыҡай,  журналыбыҙҙың һәр һанында һеҙҙе кескәйҙәргә тәрбиә һәм белем биреүҙә ҡулланырҙай мауыҡтырғыс уйындар, яңы асыштар, файҙалы мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре көтә.

https://detsad2128.edu-rb.ru/ - "Миләш" балалар баҡсаһының сайты.

https://vk.com/club207053335 - Ата -әсәйҙәр өсөн "Аҡ сәскә" төркөменең  сайты

Скачать:


Предварительный просмотр:

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек

Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Ғалим К.Д. Ушинский халыҡ педагогикаһын тәрбиә эшендә мөһим факторҙарҙың береһе, тип иҫәпләй. “Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә... Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда иң йәнле орган булып ҡала”, – тип яҙған Ушинский.

Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә. Улар яҡшылыҡты айыра белергә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек һүҙҙәрҙе төптән аңларға өйрәтә.
Афористик жанрҙар халыҡ ижадында иң боронғо һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙың береһе. Йомаҡ-мәҡәлдәрҙе икенсе төрлө “Боронғолар һүҙе” тип тә әйткәндәр. Мәҡәлдәрҙә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү ысулдары төп урында тора. Әйтем-мәҡәлдәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, ихтирам итергә өйрәтә. Эшкә, хеҙмәткә оло хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мәҡәлдәр күп. Тыуған илгә һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Мәҡәлдәрҙе тәрбиә эшендә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Йыр-бейеү, өзләү, төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышыу балаларға сәнғәт донъяһына юл асырға булышлыҡ итә. 
Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш.

Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш. Әлбиттә, тәрбиә эше тик тәрбиәселәрҙән генә тормай, ғаилә һәм йәмғиәттең йоғонтоһо ла ҙур. Кескәйҙәрҙә үҙе йәшәгән еренә һөйөү тәрбиәләгәндә халыҡ педагогикаһына таянмау мөмкин түгел. Сөнки фән дә уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән бит.



Предварительный просмотр:

Балаларҙың телмәр үҫеше.

     Балаларҙың телмәрен үҫтереү – уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә.

      Һуңғы ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм аң-белемгә өйрәтеү өлкәһендә күп кенә үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелде. Ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, балаларҙың телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн ғилми принциптар билдәләнде:

  • балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе үҫтереүсе мөхит булдырыу;
  • балаларҙың белем кимәлен тикшереү өсөн эш төрҙәрен булдырыу;
  • йәш үҙенсәлектәренә таянып, аралашыу мәҙәниәтен асыу.

    Телмәр үҫтереү шәхес тәрбиәләүҙә төп шарттарҙан һанала. Ул ете йәшкәсә тиҙ үҫешә һәм ошо осорҙа баланың психик һәм физик үҫешенә йоғонтоһо ҙур була. Баланың йәш үҙенсәлектәренән сығып тел өйрәнеүгә ыңғай ҡараш булдырыу, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә, тарихына, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телдә дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү, үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ менән таныштырыу өҫтөндә системалы эшләү – телмәр үҫтереүҙең төп бурыстары. Уны тормошҡа ашырыуҙа традицион ысулдар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыу отошло һәм һөҙөмтәле. Мәҫәлән мнемотехника (мнемоюл һәм мнемотаблицалар менән эшләү), коллаж ысулын һәм тактиль таҡталарҙы киң ҡулланыу кәрәк.

    Мнемоюл (мненмотехника- хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү ҡағиҙәһе һәм юлдары) – информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү ул. Мнемоюл тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәйә төҙөгәндә бик ҡулайлы. Ул баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, тасуири һөйләү һәләтен үҫтерә.

    Кескәйҙәр төркөмө өсөн төҫлө мнемоюлдар ҡулланыу отошлораҡ, сөнки айырым образдар уларҙың хәтерендә нығыраҡ һаҡлана.

    Коллаж – ул төрлө һүрәттәр, хәрефтәр, геометрик фигуралар, һандар йәбештерелгән йәки төшөрөлгән ҡағыҙ бите (ҡаты картон йәки фланелеграф). Ҡағыҙ битендә тәртипһеҙ рәүештәге һалынған һүрәттәр коллаждың төп мәғәнәһен тәшкил итә. Коллаждың төп маҡсаты булып бөтөн һүрәттәрҙе, хәрефтәрҙе, һандарҙы, геометрик фигураларҙы бер-береһе менән үҙ-ара берләштереү тора. Шулай итеп бала сюжетты хәтерләй, һүҙлек запасы байый, телдән һөйләүе һәм бәйләнешле телмәре үҫешә.

   Коллаждың ике төрө бар: үҫтереүсе һәм өйрәтеүсе коллаж төрҙәре. Үҫтереүсе коллаж төрө – тәү ҡарамаҡҡа бер-береһе менән бәйле булмаған һүрәттәрҙе бер сюжетҡа йыя белеүен, баланың күҙаллауын үҫтереүгә булышлыҡ итһә, ә өйрәтеүсе коллаж грамотаға өйрәтеү, тәбиғәт, экология, геометрик фигуралар һ.б. тураһындағы белемдәрен киңәйтә.

   “Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең нигеҙе булып тактиль хәтерҙең үҫеше тора. Тактиль хәтер – ул төрлө предметтарға ҡул менән ҡағылғандан һуң барлыҡҡа килгән тойғоно хәтерҙә ҡалдырыу һәләте. “Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең маҡсаты булып тирә-йүнде ҡабул итеү, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереү, фантазияны байытыу, телмәр үҫтереү, предметтарға ҡағылғандан барлыҡҡа килгән тойғоно һүҙҙәр менән аңлатып биреү һәләтен үҫтереү тора.

Беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ баланың ата-әсәһенә 10 кәңәш:

1. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, мәктәпте һеҙ үҙегеҙ өсөн түгел, ә балағыҙ өсөн һайлайһығыҙ. Шуның өсөн уның уҡыуын ауырлаштырған бөтә осраҡтарҙы ла күҙ уңында тотоу мотлаҡ кәрәк.

2. Мәктәп менән, ундағы уҡыу шарттары һәм уҡытыусылар менән мотлаҡ рәүештә алдан таныштырығыҙ.

3. Балағыҙҙың ниндәй программа буйынса уҡыясағын, аҙнаһына нисә дәрес буласағын, өҫтәлмә дәрестәр буламы, юҡмы, белешегеҙ.

4. Дәрестәр ҡасан башланып, ҡасан бөтәсәген белешегеҙ. Балаға юлға күпме ваҡыт китәсәген һанап сығарығыҙ. Иртәнге әҙерлеккә һәм ашҡа киткән ваҡытты иҫәпкә алып, баланың иртәнге тороу ваҡытын билдәләгеҙ.

5. Балағыҙҙы уҡытасаҡ уҡытыусы менән осрашып һөйләшегеҙ. Ул һеҙҙең балағыҙҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырмы, юҡмы, уйлағыҙ.

6. Бала мәктәптән ҡасан ҡайтасаҡ. Был һеҙгә уның өҫтәлмә дәрестәргә йөрөтөү проблемаһын хәл итеүҙә кәрәк буласаҡ.

7. Өйҙә балаға уҡыу мөйөшө әҙерләгеҙ.

8. Баланы тик уңыштар менән генә ышандырмағыҙ, шулай уҡ уңышһыҙлыҡтар менән дә ҡурҡытмағыҙ.

9. Мәктәп тормошона ҡулайлашыу, өйрәнеп китеү ябай процесс түгел һәм тиҙ генә үтеп китеп булмай. Беренсе айҙар - иң ауырҙарҙан һанала. Әгәр ошо ваҡытта бала янында ололарҙан кемдер берәү уның эргәһендә булһа, ул мәктәпкә тиҙерәк өйрәнер.

10. Баланың беренсе уңышһыҙлыҡтарынан  үҙегеҙҙең бөтә булған өмөттәрегеҙҙең емерелеүе итеп ҡарамағыҙ. Һәр саҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ : балаға һеҙҙән уға ҡарата булған ышаныс, кәрәкле аҡыллы ярҙам һәм ваҡытында ҡул һуҙыу кәрәк.

Нимәне эшләгеҙ!

- балағыҙ өсөн шатланығыҙ;

- тыныс, хәстәрлекле һәм уның яҡшы эштәрен хуплаған тауыш менән һөйләшегеҙ;

- һәр саҡ иғтибарлы тыңлағыҙ;

- балаға аныҡ, ҡаты һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҡуйығыҙ;

- бала менән һөйләшкәндә күберәк предметтарҙың исемен ҡулланып һөйләгеҙ;

- түҙемле булығыҙ;

- ашыҡмай һөйләгеҙ;

- бала уҡый, яҙа белмәгән ваҡытта күберәк китап уҡығыҙ;

- баланы маҡтарға һаранламағыҙ, үбеп алырға ла онотмағыҙ;

- икенсе балар менән уйнауына ыңғай ҡарашта булығыҙ;

- баланың һеҙҙең менән ашарға әҙерләшеүенә, һауыт-һаба йыуышыуына ирешегеҙ, уның менән күберәк тышта бергә йөрөгөҙ;

- балаға үҙенең исемен, фамилияһын, адресын, өй телефоны номерын, ата-әсәһе һәм яҡындары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ятлап алырға ярҙам итегеҙ;

- яратҡан шөғөлө менән булышыуға ыңғай ҡарашта булығыҙ;

- балалар менән аралашҡанда шаяртыу, юмор тойғоларын юғалтмағыҙ;

- бала менән төрлө уйындар уйнағыҙ;

- күп эштәрҙе уртаға һалып, ғаилә менән бергәләп башҡарған ерҙә, ата-әсәләр һәм балалар бер уй-фекер менән йәшәгәндә, улар араһында төрлө проблемалар тыуырға урын ҡалмай.

Эшләмәгеҙ!

- баланы тупаҫ рәүештә бүлмәгеҙ;

- артыҡ күп һорауҙар бирмәгеҙ;

- бала башҡарырға әҙер булмаған эште унан талап итмәгеҙ;        

- бала арыған, кәйефһеҙ саҡта, тынысһыҙ ваҡытында, унан көсләп берәр эш башҡарыуын талап итмәгеҙ;

- туҡтауһыҙ баланы “Улай түгел! Былай эшлә!” – тип төҙәтеп тормағыҙ;

- баланы башҡалар алдында тәнҡитләмәгеҙ, икәүҙән-икәү ҡалғанда ла балаға иҫкәртмәләрҙе сама менән биреү кәрәк;

- бала алдында артыҡ күп ҡағиҙәләр ҡуймағыҙ;

-баланың күңелен күрәм тип уны уйынсыҡтар һәм башҡа төр күңел асыу сараларына йөрөтөү менән артыҡ шаштырмағыҙ. Һәр нәмәнең самаһы бар. Бала быны белеп үҫергә тейеш;

- балаларҙың ҡайһы саҡта килеп сыҡҡан яҡшы йәки насар үҙгәрешкә артыҡ борсолмағыҙ; былар барыһы ла ваҡытлыса;

- башҡа бер бала менән сағыштырмағыҙ, хатта ҡустыһы, йә апайы менән, бигерәк тә күрше балалары, йә баҡсаға, йәки мәктәпкә бергә йөрөгән башҡа балалар менән. Ул – донъяла тик берәү.

Бала фекерләүен үҫтереү ысулдары.

   Бөтә психик процестар үҙ-ара ҡатмарлы бәйләнештә торалар. Шунлыҡтан баланың хәтерен, күҙаллауын, иғтибарын, уйлауын үҫтереүгә арналған күнекмәләр уның аҡыл-зиһен һәм танып-белеү һәләтлелеген дә үҫтерәләр һәм нығыталар.

   Бала менән шөғөлләнгәндә, һәр саҡ уның алдында уйлау, аңлау, төшөнөү өсөн кәрәкле көс түгеүҙе талап иткән бурыстар ҡуйыу кәрәк. Балаға үҙенең һүҙ байлығын, белгән эш тәжрибәһен һәм үҙләштергән күнекмәләрен әүҙем ҡуллана алырлыҡ шарттар тыуҙырыу кәрәк.

   Балаға шөғөл ваҡытында әҙер яуаптар бирмәгеҙ, бала алдында торған бурысты нисек башҡарырға, нисек үтәргә, ниндәй юл һәм ысулдар менән икәнлеген үҙе уйларға тырышһын, ә һеҙ – тик ярҙамсы, уның хәрәкәттәрен, эште башҡарыуҙың эҙмә-эҙлелеклеген күҙәтеүсе һәм төҙәтеүсе генә.

   Баланы үҙ эшен планлы рәүештә, тәүҙә нисек башҡарыу юлын уйлап, һөҙөмтәһен күҙ алдына килтереп тә эшләргә өйрәтеү кәрәк.

   Баланың эште башҡарыуға ижади ҡарашта булыуын хуплағыҙ. Был сифаттарҙы үҫтереүгә әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар, башватҡыстар, мауыҡтырғыс мәсьәләләр сисеү, лото, домино, мозаика уйындары ярҙам итә.

   Балаға күнекмәләрҙе башҡарыуҙа предметтар ҡулланыу мөмкинлеге булған осраҡта ғына ул төрлө эш төрҙәрен еңел атҡарып сыға. Бындай эштәр уның күргәҙмә-хәрәкәтле фекерләүен үҫтерә.

    Ләкин балаға предметтың үҙе менән генә түгел, ә уның һынын күҙ алдына килтереп, эш итеү ҙә файҙалы була. Был саҡта баланың күргәҙмә-образлы фекерләүе үҫешә.

    Баланың күргәҙмә-образлы фекерләүенең үҫешенә рәсем төшөрөү, әүәләү, ҡоралмалар төҙөү, сюжетлы-ролле уйындар уйнау, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү ҙур ярҙам итә.

    Баланың фекерләү ҡеүәтен уның ябай, күргәҙмә формаларынан башлап, юғары кимәле булған абстракт, логик-һүҙ ярҙамында фекерләүгә тиклем күтәреп үҫтерәләр.

   Өй шарттарында һеҙ балаға анализ, синтез, сағыштырыу, дөйөмләштереү кеүек алымдар аша уның уйлай, фекерләү тәрәнлеген үҫтерә алаһығыҙ.

   

 



Предварительный просмотр:

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

«Әкиәт» бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһы

Ата-әсәләр өсөн консультация

« Телмәр үҫтереүҙә

 бармаҡ уйындарының әһәмиәте»

Тәрбиәсе :

Рысбаева Ә.С.

Сибай - 2015

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан».Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарыннығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләүҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән беррәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йәҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙыбәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерәалмай. Уларға конструкторҙың деталдәренйыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаикаменән эшләүе лә ҡыйын. Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү,аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шулрәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡулмоторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауынала йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынғатура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙуриғтибар бүлеү кәрәк. Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләрэләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кешеһүрәтен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәйҙәрҙәнбашлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡтакүләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллышиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеүһәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙурҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындыңбыл төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай.Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкәтиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эшпроцесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлынкүрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡакитәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәрефэлементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәртөҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтанторған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһенеүҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү -уңыштың нигеҙе.