Гафарова Залия Зайнулловна

Һәр бала – бөтмәҫ хазина.

Бала- минең йөрәгемдә, бала-минең эшемдә.

Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә. 

Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәрҙең теләге бер: балалар баҡсаһына дәүләт тарафынан нығыраҡ иғтибар, ярҙам күрһәтелһен ине, заманса йыһазландырылған баҡсаларҙа балаларҙы алдынғы технология саралары ҡулланып уҡытыу, тирә яҡты танып белеүгә өйрәтеү юғары һөҙөмтә бирәсәк. Хәйерле көн !

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашканға, дуҫтар

Күңелем минең шундай шатлана

Зәлиә Зәйнулла ҡыҙы

булам,Тәүәкән ауылынан.

Йыл тәрбиәсе бәйгеһенә «Бәпембә» балалар баҡсаһынан.

Ябай ғына бер кеше мин үҙем

Ябай түгел ләкин һөнәрем

«Тәрбиәсе» тигән исем йөрөтәм

Шул исемде аҡлау – теләгем.

Добавить запись

Защита от спам-роботов