Фәтхетдинова Фәнилә Әсҡәт ҡыҙы

                                           

У - уҡыуға өндәүсе

Ҡ - ҡыуаныс килтереүсе

Ы - ынтылыш булдырыусы

Т - тормошто танырға өйрәтеүсе

Ы - ыңғай йүнәлеш биреүсе

У - уйларға өйрәтеүсе

С - сәмләндереүсе

Ы - ысын кеше тәрбиәләүсе

              Мин-  уҡытыусы! Ниндәй тәрән мәғәнә ята был һүҙҙә! Мин үҙемде илем, халҡым, телем яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплы итеп тоям. Аңлайым, һөнәрем еңел түгел. Әммә үҙ эшемде яратып башҡарам, һәм һәр иртәлә ашҡынып кадет корпусына юлланам.

              Мин уҡытыусы ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем ғүмер буйы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында математика фәненән уҡытты. Бәләкәйҙән үк күреп – үҫтем, был һөнәрҙең яуаплы булыуын. Уҡытыусы бер ваҡытта  ла эшенән айырылып тора алмай. Һәр ваҡыт үҙенең өҫтөндә эшләй, өйрәнә, эҙләнә. Шуға күрә ошо һөнәрҙе һайлағанмындыр, тип уйлайым.

2001 - се йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Өфө ҡалаһы «Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында» кадеттарға белем һәм тәрбиә бирәм. Кадет корпусы – ысын мәғәнәһендә Республиканың ғорурлығы, йөҙөк ҡашы. Бында тәрбиәләнгән егеттәр һөнәри белем алыу менән бер рәттән, Ватан һаҡсылары булып үҫә, үҙ аллы тормошҡа әҙерлекле, ныҡлы булып аяҡ баҫа. Минең мөһим бурыстарымдың береһе булып, уҡыусыларымдың һәләттәрен асыу тора. Кадетттарҙа илһөйәрлек, батырлыҡ тойғоһо уятырҙай шәхестәр аша тәрбиә биреү. Тел һәм әҙәбиәт аша уҡыусыларға тел ҡәҙерен, һүҙ бәҫен белергә өйрәтеү маҡсатым.

               Күренекле педагог А.С. Макаренко: «Айырым шәхес менән эшләү өсөн, уны өйрәнергә һәм коллективта үҫтерергә кәрәк. Әгәр минең күҙ алдымда айырым шәхестәр, бында-тегендә һибелеп, коллективтан тыш йәшәй  икән, әгәр мин уларға коллектив үлсәүенән башҡа ғына яҡын  киләм икән, мин бынан бер нимә лә сығара алмаясаҡмын»,- тигән. Ысынлап та, коллективта  ғына һәләтте  айырып  алырға, үҫтерергә мөмкин. Уҡыусыларҙың һәр береһе айырым шәхес. Уларҙың ынтылышын һәр уңышын күрә белеп, ваҡытында баһаһын биреп барыу мәһим. Был уҡыусыны ҡанатландыра, һәр эшкә ижади ҡараш уята.

Был эштәрҙе нисек ойошторорға икәнен ҙур тәжрибәләр аша, бер нисә йылдар дауамында барлыҡҡа килде. Был дәүер эҙләнеүҙәр, уйланыуҙар, асыштар йылдары булды. Уҡытыу предметын белергә тейеш, юғары мәҙәниәтле, уҡыусыларға кешелекле, ижади эшләүсе, тәрбиә ҡанундарын һәм үҫмерҙәр психологияһын яҡшы белгән, кәрәк саҡта иң беренсе ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Кеше булырға тейешмен.

Һөнәри маҡсатым - үҙемдең өҫтөмдә эшләп, артабан да кадеттарҙа дөрөҫ илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, уҙ теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

Добавить запись

Защита от спам-роботов