Мои видеозаписи

Башҡорт халыҡ музыка инструменты - ҡумыҙ

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн музыка дәресе.
Төп белем биреү өлкәһе – музыка
Белем биреү интеграциялары - коммуникация, нәфис әҙәбит, художествалы эстетик үҫеш.
Белем биреүсе маҡсат: - башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡумыҙ менән төптәнерәк танышыу.
- Йыр йырлағанда ҡабаланмай, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарыу;
- Бейеү хәрәкәттәрен үҙ-аллы башҡарыу;
- Башҡорт ҡумыҙсылары менән яҡындан таныштырыу.
Үҫтереүсе маҡсат- балаларҙың күҙаллауын үҫтереү.
Тәрбиәүи маҡсат – Тыуған илгә, башҡорт халыҡ көйҙәренә һөйөү тәрбиәләү, мәшһүр ҡумыҙсыларға ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Атрибуттар: ҡумыҙ көйҙәренә аудиояҙма, ҡумыҙ,интерактив таҡта.
Үткәреү алгоритмы:
Ҡурайҙа марш көйө яңғырай. Балалар бер-бер артлы теҙелешеп инәләрҙә,ярым түңәрәк яһап баҫып торалар.
Музыка етәксеһе: Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә балалар!
Асия: Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Изге көн теләп өндәшәм:
Балалар: Хәйерле иртә!!!
Музыка етәксеһе: Балалар,беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ ҡәҙимге түгел. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн башҡорт халҡының бер музыка ҡоралы менән танышасаҡбыҙ. Тик ул музыкаль һандыҡта ята(һандыҡты күрһәтә). Ул һандыҡ тик көй яратыусы балаларға ғына асыла. Беҙҙең көй яратҡанды күрһәтер өсөн, әйҙәгеҙ әле күңелле күнекмә яһап алайыҡ.
Көйөнә күнекмә
Ултырғысҡа ултыралар.
Музыка етәксеһе: һандыҡты асыр алдынан беҙҙе тағы бер һынау көтә, йомаҡ сисер кәрәк булыр.
Ирендәргә терәйһеңдә,
Сиртеп көйҙәр эҙләйһең.
Балалар :ҡумыҙ
Музыка етәксеһе:дөрөҫ, шулай итеп беҙ бөгөн ниндәй музыка ҡоралы тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Балалар :ҡумыҙ
Музыка етәксеһе: Әйе, балалар. Ҡумыҙ – бик боронғо һәм бөтә ер шарына таралған музыка ҡоралының береһе. Уны бөтәһе 97 милләттә осратырға мөмкин. Тик уны төрлө ерҙә төрлөсә атайҙар. Мәҫәлән, сыуаштар уны – ҡапас, үзбәктәр – чанг кобуз, украиндар- дрымба, япондар – мукури тип йөрөтә.
Башҡорт ҡумыҙының ике төрөн айырып йөрөтәләр: рамлы һәм дуға рәүешендәге. Башҡорттарҙа ике төрҙәре һаҡланып ҡалған: дуға рәүешендәге корпуслы тимер ҡумыҙ һәм рамлы, йәғни ағас ҡумыҙ.
Уйнағанда уны һул ҡул менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, ҡош тауыштарын ишеттереп була (м.етәксеһе уйнап ишеттерә).
Элек ҡумыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоралы тип иҫәпләнгән, ә хәҙер ҡумыҙҙа ир-егеттәрҙә уйнай.
Был слайдта Республикабыҙҙың иң оҫта ҡумыҙсыһы – Роберт ағай Заһретдинов.
Быныһы виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
- Ә быны танынығыҙмы? Йәш мультиинструминталист Зәйнетдин. Әйҙәгеҙ әле, ҡумыҙ моңон тыңлап алайыҡ (музыка тыңлау).
“Сухан батыр” көйөн тыңлау.
Музыка етәксеһе: Мин ниндәй музыка ҡоралында уйнаным?
Балалар:ҡумыҙ
Музыка етәксеһе: Афарин, Ильяс.
Ҡумыҙ уйнау тештәр өсөн яҡшы гимнастика, ул тештәрҙе нығыта, тын юлдарын киңәйтә. Физик һәм психологик торошҡа тәҫир итә: бармаҡтағы нервылар әүҙемлегенә һәм һаулыҡ өсөн файҙалы.
- Ултырып арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял минутына туҡтайыҡ.
Ял минуты бик кәрәк
Дәрестең уртаһында.
Төрлө хәрәкәттәр менән
Арыуҙы оноттора.
Ял минуты.
Бер, ике – беҙ баҫтыҡ,
Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ.
Аяҡтарҙы бер урында
Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ.
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Инде бер аҙ хәл алдыҡ,
Тыныс ҡына ултырҙыҡ.
- Афарин, балалар, урындарға ултырҙыҡ.
- Беҙ һеҙҙең менән «Халыҡ –ара ҡатын – ҡыҙҙар» көнөнә әҙерләнә башлағайныҡ, шул уңайы менән үткән дәрестә «Әсәйемдең ҡосағы» исемле йырҙы йырларға өйрәнгәйнек. Иҫегеҙгә төшөрәм был йыр Рәмил Сурағолов һүҙҙәренә, Эльвира Хәмәтнурова көйөнә яҙылған. Әйтегеҙ әле был йырҙы нисек итеп йырларға кәрәк.
Ильяс : Етди итеп
Асия: Ғорурланып, хисләнеп
Ләйсән:яратып ҡына
Айгөл: мин үҙемдең әсәйемде күҙ алдына килтерәмдә, рәхәтләнеп йырлайым.
Музыка етәксеһе: дөрөҫ балалар. Әйҙәгеҙ арҡаларҙы төҙ тотоп, дөрөҫ тын алып тәүҙә тауышты көйләп алайыҡ, унан һуң йырларбыҙ.
(ми-и-и-ииии, ля-ля-ляяяяяя)
- Афарин. Хәҙер тиҙәйткес ҡабатлайбыҙ.
Әйтсе миңә,әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигрәк тәмле әпәкәй!
Ә хәҙер көйҙө тыңлап йырҙы йыярлап ишеттерәйек.
Йыр «Әсәйемдең ҡосағы».
Музыка етәксеһе: Афарин, балалар. Тик был йыр өҫтөндә эшләйһе эштәр бар әле. Айнурға хисләнеп йырларға, Данисҡа саҡ ҡына ҡысҡырыбыраҡ,Алһыу һиңә ҡабаланмай йырлап өйрәнеү кәрәк, яраймы. Арыҫлан башҡорт өндәрен асыҡ әйтә, афарин.
- Ә хәҙер уйнап алырға ла ваҡыт етте.Был уйын “Ритмды ҡабатла» тип атала. Мин һеҙгә ҡумыҙ менән ритм һуғып күрһәтәм, ә һеҙ шул ритмды сәпәкәйләп ҡабатлағыҙ.
Уйын “Ритмды ҡабатла».

Музыка етәксеһе:Афарин, балалар. Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?
Балалар: Әйе.
Музыка етәксеһе: Ниндәй музыка ҡоралы менән таныштыҡ?
Балалар: Ҡумыҙ
Музыка етәксеһе: Ҡумыҙ уйнаусыны кем тип атайҙар?
Балалар: ҡумыҙсы.
Музыка етәксеһе: Шулай итеп беҙ бөгөн ҡумыҙ тураһында күп нәмәләр белдек.
Балалар, боронғолар аманатын
Онотмайыҡ һис берҙә
Тырышып эшләп, йырлап – бейеп
Рәхәт йәшәйек илдә!
Ошоноң менән дәресебеҙ тамам, һау булығыҙ.
Балалар: һау булығыҙ.