Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Гилимшина Нурсиля Вилдановна

ШАЯН БЕСӘЙ. БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТЕ

Йәшәгән, ти, бер шаян бесәй. Күршеләрҙең мөгәрәбенә төшөп ҡаймаҡ, һөт, май урлап ашаған. Шуға уны хужа ҡыуып сығарған.Уҫал итеп мыраулап китеп барған ас бесәйгә урман ситендә ҡуян осраған. “Ҡайҙа китеп бараһың?” — тип һораған ҡуян.- Урман йәнлектәрен ашарға китеп барам! — тигән бесәй.Ҡурҡаҡ ҡуян тиҙерәк ҡаса һалған. Уға төлкө осраған: “Ҡайҙа ашығаһың, дуҫҡай? Кем баҫтыра?“ — тип һораған ул.— Унда бесәй, барыһын да ашайым тип йөрөй! — тигән ҡуян.Улар бергәләп йүгереп киткән. Артабан бүре осраған.

 
image
 
— Ҡайҙа шулай ашығаһығыҙ? — тип һораған бүре.
— Бесәй килә, барыбыҙҙы ла ашарға! — тип яуаплағандар. Инде йәнлектәр өсәүләп йүгергәндәр. Ҡаршыларына айыу килә, ти. “Ҡайҙа ашығаһығыҙ?”— тип һораған ул. Тегеләр бер тауыштан:
— Яуыз бесәйҙән ҡасып китеп барабыҙ! — тигән.
— Мине лә алығыҙ! — тигән айыу. Улар дүртәү булып киткән.
Бара торғас, хәлдән тайып, ял итеп алырға булғандар.
— Әллә аш бешереп ҡунаҡҡа саҡырайыҡмы бесәйҙе? — тигән, айыу. Барыһы ла риза булған. Шунан айыу — аҙыҡ, бүре — һыу, төлкө утын артынан киткән. Ә ҡуянға ҡунаҡҡа саҡырырға ҡушҡандар. Аш әҙерләгәс, айыу — ағас башына, бүре — ҡойолған япраҡ аҫтына, төлкө, өйөлөп ятҡан сыбыҡ-сабыҡ араһына ҡасҡан...
Ашауҙы ишеткән бесәй ҡуян артынан ташланған. Ҡурҡышынан һушын юғалта яҙған ҡылый урманға кереп ҡасҡан. Ә бесәй, килеп еткәс тәмле аш еҫенә түҙемһеҙләнеп, утлы ҡаҙанға үрелгән. Ауыҙы, ҡулы бешкәс ыҫылдай-мыраулай, үрле-ҡырлы һикерә башлаған. Быны ишетеп төлкө, төпкәрәк йәшеренергә уйлап, ҡыбырлап ҡуйған.
“Сысҡан йөрөй икән”, — тип, бесәй үткер тырнаҡтарын төлкөнөң ҡолағына батырған. Ҡобараһы осҡан төлкө, сыбыҡ-сабыҡ араһынан сығып, ары ҡасҡан. Бесәй ҙә ҡурҡышынан ҡырға һикергән һәм япраҡ өйөмө аҫтында боҫоп ятҡан бүренең башына килеп төшкән. “Һуңғы көнөм етте”, — тип уйлап бүре урманға ҡарай сапҡан. Үҙе лә ҡурҡҡан бесәй ағасҡа үрмәләүе булған — тайыштабан “дөбөр-шатыр” ҡолап та төшкән! Бесәй өс көн, өс төн ул шул ағас башында мыяулап ултырған, ти.
 
 
Айыу менән бал ҡорттары
 
Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.
 
Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.