Мои публикации

Исламова Тансулпан Муллахметовна

Билдәле булыуынса, баланы уйландырыу, ижади фекерләү аша уның рухи һәләтен ҡуҙғытып була.  Ижади  фекерләү - уй –хыял йөрөтөүҙең иң юғары, иң камил төрө. Ижади фекер йөрөтөү  һәләте үҙенән – үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Ундай һәләтте һәр уҡыусыла  күрә белергә һәм артабан үҫтерергә кәрәк. Ижади фекерләү баланың үҙ аллы эшмәкәрлек сифатына әйләнергә тейеш. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Исламова Т.М.,

учительница башкирского языка и литературы  ГБО РБЛИ

РБ, г. Уфа

«Бала шәхесен үҫтереү – илде үҫтереү»

Туған тел – кешенең фекерләү һәләтен формалаштырыусы, тәрбиә биреүсе, хис-тойғоларын белдереүсе, Тыуған илде, халыҡтың рухи донъяһын сағылдырыусы сара. Был турала К. Д. Ушинский, «Туған телен өйрәнеүсе бала һүҙҙәрҙе, уларҙың үҙгәрешен һәм ҡушылышын ғына түгел, ә улар аңлатҡан иҫәпһеҙ-хисапһыҙ төшөнсәләрҙе лә, предметтарға ҡарата булған ҡарашын да, күп һанлы фекерҙәрҙе лә, хис-тойғоларҙы ла, телдең логикаһын һәм философияһын да үҙләштерә. Бына шундай бөйөк педагог ул – туған һүҙ», - тип яҙған.

Беҙҙең туған телебеҙ ҙә – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Ул быуаттар ағышында үҫкән, камиллашҡан, дәүләт теле кимәленә күтәрелгән.

Быуаттар дауамында ҡан түгеп, һаҡлап алып килгән туған телебеҙгә ҡарата бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа нисек һөйөү тәрбиәләргә була?

Әлбиттә, ғаиләлә башланғыс һалына. Ә иң мөһиме шуны ононторға ярамай: туған телгә һөйөү хистәре мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү сараһы булған  «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуынан башлана. Шуға күрә башҡорт телен мәктәптә уҡытыуҙың барлыҡ этаптарында ла уҡытыусының төп бурысы – был предметты фән булараҡ өйрәнеүгә уҡыусыларҙың ынтылышын, ҡыҙыҡһыныуын һүндермәү, уларҙы артабан үҫтереү.

Шулай уҡ, уҡытыусы үҙе уҡытҡан предметты яратырға, төплө белергә тейеш. Юҡҡамы ни Л. Н. Толстой «Фән менән уҡыусыңды тәрбиәләргә теләһәң, үҙ фәнеңде ярат һәм уны бел, шунда ғына уҡыусыларың һине лә, фәнде лә яратыр, һәм һин уларҙы тәрбиәләй алырһың; әгәр ҙә үҙ фәнеңде яратмаһаң, күпме генә уҡыусыларыңды уҡырға мәжбүр итһәң дә, уларға тәрбиәүи йоғонто яһай алмаясаҡһың», - тип яҙған.

Балаларға тәрбиәүи йоғонто яһарлыҡ образды уҡытыусыларҙың Уҡытыусыһы Рафаэль Ғәйнитдин улы Аҙнағоловтың һүҙҙәре аша күҙ алдына баҫтырайыҡ:

“Уҡытыусы! Ябай һәм итәғәтле, ғәжәйеп бер эске көсө лә баҫалҡы  ғына үҙен белгертеп тора. Был, бәлки, аҡылы менән күңеленең тышҡы  сағылышылыр. Уның янында сикһеҙ  рәхәт. Хәбәрҙе лә ул ебәккә ынйы теҙгән оҫталыҡ менән һөйләй. Бөтә нәмә аңлайышлы һәм үҙ урынында. Көнсөллөк, ярышыу, маһайыу тигән тойғоларҙы ул, ғөмүмән, белмәй. Берәүгә лә ул үпкәләмәй ҙә, рәнйемәй ҙә. Яуаплы, ауыр хеҙмәтендә көн – төн түккән көсөнә бәрәбәр ихтирамын ала килә. Тәбиғәт унан отҡорлоҡто ла, сабырлыҡты ла, уңғанлыҡты ла,  яҡшылыҡты ла йәлләмәгән. Белеменең затлы нигеҙен һис ҡаҡшатмай, күҙ нурҙарын түгә – түгә, тик үҙенеке генә булған зауыҡлы һарайын ҡора, аҫыл таштар табып, биҙәүен дауам итә... “

 Башҡортостан  Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме профессоры, педагогия фәндәре докторы Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың ошо һүҙҙәрен уҡыған һайын иң тәүге сиратта Рафаэль Ғәйнетдин улының образы күҙ алдына килеп баҫа. Эйе, ниндәй генә юғары исемдәргә лайыҡ булһа ла, иң тәүге  сиратта ябай һәм итәғәтле Уҡытыусы булып хәтеребеҙҙә мәңге уйылып ҡалыр.

Рафаэль Ғәйнетдин  улы оҙаҡ йылдар беҙҙең Республика башҡорт лицей – интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусылары менән хеҙмәттәшлек итте, һәр яҡлап төп кәңәшсебкҙ булды. Уның: «Уҡытыусы һәр саҡ уйланырға, эҙләнергә, ижад итергә тейеш. Уҡытыусы ижады – уның һәр үткәргән дәресе. Дәрес – ул үҙе бер ғүмер, тормош...» - тигән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта сыңлай.

Әҙәбиәт һәм әсә теле дәрестәре... Юғары кимәлдә әҙерләнеп, дөрөҫ ойошторолған  дәрес уҡыусыларҙы тормоштоң серле күренештәренә алып инә. Бөгөнгө көндә дәрестә бала күңеленә ни һалыу һәм нисек һалыу айырыуса мөһим. Икенсенән, бөгөнгө дәресте уҡытыусының һәм уҡыусының эшмәкәрлегенән  тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Дәрес материалы баланың  щәхси һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып әҙерләнергә тейеш.  Был үҙенсәлектәргә нимәләр инә һуң? Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың «Мин дәрескә инәм» исемле  фәнни – методик хеҙмәтендә шундай яуап бирелә: «Әлбиттә, балаларҙың  рухи хәле, күңел доньяһы, һәр бала- уҙенсәлекле бер донья. Ул донья шар асыҡ түгел, уҡытыусы күҙенә күренеп бармай. Бала күңеле бикле. Шуға күрә балалр психологияһын белгән кеше генә уҡытыусы булырға хаҡлы.  Әлбиттә, һүҙ менән, һүҙҙең эске мәғәнәһе (образы) менән уй бирергә, уйландырыға кәрәктер. Бәлки шул юл менән уның күңеленә үтеп инергә, һәләтен асырға мөмкиндер... »

Эйе, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә тәү сиратта балаларҙың рухи хәлен ҡүҙғытыу, рухи булмышын  үҫтереү мөһим. Рух төшөнсәһе баланың шәхес булып формалашыуында төп урынды биләй. «Дәрестең төп маҡсаты баланың рухи  хәленә тьәҫир итергә, психик һыҙаттарын, рухиәтен, күңел доньяһын ҡүҙғатырға тейеш. Әгәр рухи булмышын  аса алмай икән, тимәк, дәрес үҙенең төп маҡсатына ирешмәне тигән һүҙ» - тип яҙа Р.Ғ. Аҙнағолов.

Билдәле булыуынса, баланы уйландырыу, ижади фекерләү аша уның рухи һәләтен ҡуҙғытып була.  Ижади  фекерләү - уй –хыял йөрөтөүҙең иң юғары, иң камил төрө. Ижади фекер йөрөтөү  һәләте үҙенән – үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Ундай һәләтте һәр укыусыла  күрә белергә һәм артабан үҫтерергә кәрәк. Ижади фекерләү баланың үҙ аллы эшмәкәрлек сифатына әйләнергә тейеш.

Бөгөнгө көндә мәктәптәр яңылыҡҡа йөҙ тотҡанда, яңыса алымдар, яңыса дәрес төрҙәре, белем биреүҙең яңы принциптары, миллли белем биреүҙең яңы  концепциялары үҙләштерелгәндә, дәрестәрҙә һынап ҡаралғанда,  баланың үҙ аллы эшмәкәрлек сифатын үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Әлбиттә, был йүнәлештә эшләгәндә, педагогия фәндәре докторы, профессор  Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың «Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре»  хеҙмәтенә, уның эш тәжрибәһенә нигеҙләнеп эшләү һөҙөмтәле буласаҡ.

«Бала шәхесен үҫтереү – илде үҫтереү» . Рафаэль Ғәйнетдин улының ошо ҡанатлы һүҙҙәре  уның фәнни – методик эҙләнеүҙәренең  төп асылына тап килә. Белем усаҡтарында эшләүселәр алдында «Бөгөнгө дәрестәр ниндәй булырға тейеш?» «Дәрестең сифатын нисек күтәрергә?», «Уның уҡыусыларға тәьҫир итеү көсөн арттырыу өсөн ни эшләргә?», «Башҡорт теле бөгөнгө  цивилиация ҡаҙаныштары, теүәл фәндәргә өҫтөнлөк биреүгә ынтылыш шарттарында юғалып ҡалмаһын өсөн нисек уҡытырға?»   кеүек һорауҙарға яуап эҙләү – көнүҙәк мәсьәләлрҙән һаналғанда, Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағоловтың “Бала шәхесен үҫтереү –илде үҫтереү “тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған һүҙҙәренә таянып эшләргә тейешбеҙҙер ,тип уйлайым.

Бөгөнгө ҡатмарлы заманала үҙебеҙҙең милләтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәр кәрәк. Ул шәхестәр бөгөнгө башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тәрбиәләнә. Әгәр әсә телен яратҡан, үҙ халҡының тарихын белгән, тыуған ере, халҡы менән ғорурланған шәхестәрҙе үҫтерәбеҙ  икән,  тимәк илебеҙҙең киләсәге ышаныслы, өмөтлө һәм башҡорт телен үҫтереүгә бөтә көсөн һалған арҙаҡлы ғалимыбыҙ Рафаэль Ғәйнитдин улының рухы алдында йөҙөбөҙ яҡты.



Предварительный просмотр:

                    Башҡорт телен уҡытыуҙағы проблемалар

“Бөгөнгө һынылыш шарттарында мәғрифәтебеҙҙең,мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең киләсәктә йәшәй алыуына һуңғы шанс бирелә:беҙ яңы сифатлы үҫеш юлына баҫып,ышаныслы аҙымдар менән алға китә алабыҙ йәки бөтөнләй һүнеп ҡалабыҙ. Уртаса ғына,быҫҡып яныу мөмкинселеге булмаясаҡ. Киләсәк тормош ҡанундары,шарттары һәм ҡағиҙәләре быҫҡып яныусы күренештәрҙе һүндереп тапап,ситкә ырғытыуға йүнәлтелгән” –тип яҙа иҡтисад фәндәре докторы,профессор Х.Ә.Барлыбаев. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел! Беҙ,бөгөнгө ҡатмарлы заманала,мәғрифәттең дә.мәҙәниәттең дә,әҙәбиәттең дә туранан-тура башҡорт теле менән тығыҙ,айырылғыһыҙ бәйле булыуын бер генә минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Яңы сифатлы үҫеш юлында килеп тыуған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү өсөн бөгөнгө конференцияға йыйылдыҡ.

 Үҙенең йәшәү дәүерендә Республикабыҙҙың аҫаба халҡы булған,республикаға исем биргән милләт теленең яҙмышы инде нисәнсе тапҡыр ҡатмарлы һынауҙарға дусар булды.Мәғариф министрлығы,йәмәғәтселек, ата-әсәләр,айырыуса башҡорт теле уҡытыусылары өсөн быйылғы уҡыу йылы “иң иҫтәлеклеһе” булыр ахырыһы.  Яңы уҡыу йылын Республика белем биреү усаҡтарында башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ҙур ҡаршылыҡтар,билдәһеҙлектәр менән башлап ебәрҙек.

Мәғариф өлкәһенә туранан-тура ҡағылышлы булған яңы сифатлы үҫеш юлына бынан ун бер йыл элек үк аяҡ баҫһаҡ та, бик һүлпән аҙымдар менән алға барҙыҡ. Белеүебеҙсә 2007 йылда (309-сы Федераль закон ) Федераль дәүләт белем биреү стандарттары индерелде, әммә региональ белем биреү системаһының яңы үҙгәрештәргә етерлек кимәлдә әҙер булмауы милли мәғариф системаһында эшләүселәр алдында ҙур проблемалар тыуҙырҙы.Уйлап ҡараһаң,бер тиҫтә йылдан  ашыу  ваҡыт үткән,ә хәл ителмәгән мәсьәләләр артҡандан арта бара түгелме? .Инде ярты уҡыу йылы ла тамамланды кеүек,ә борсолоулы уйҙар әле булһа ла күңелгә тынғылыҡ бирмәй.

20017-20018 яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса ҙур һәм шул уҡ ваҡытта уйланылып бөтмәгән үҙгәрештәр индерелде. Үҙгәрештәр уҡытыу процесында түбәндәге проблемаларҙы килтереп тыуҙырҙы :ғаризалар нигеҙендә туған телде өйрәнеү, федераль исемлеккә индерелгән уҡытыу – методика комплекттарының (дәреслектәрҙең)  ярты уҡыу йылы бөткәнсе тиерлек булмауы,дәрестәрҙең һаны кәмеүе, яңы үҙгәрештәргә мәктәп етәкселәренең ,уҡытыусылырҙың әҙер булмауы...Шулар араһында иң аяныслыһы,хафаға һалғаны –ғаризалар нигеҙендә туған телеңде өйрәнеү!

.Йошкар-Олала уҙған Дәүләт советы ултырышында ил башлығы В.Путин үҙенең сығышында милли,этномәҙәни белем биреү,рус һәм туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса үҙ фекерен белдергәндә:”...Барыһы ла туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы...”- тип әйтһә лә, аҙағында :”...Ата-әсәләрҙең ҡарамағында...”- тигән һүҙҙәр күптәребеҙгә көслөрәк тәъҫир итте күрәһең.Һөҙөмтәлә ,белем усаҡтарында башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләүселәр һаны ҡырҡа кәмене.

Күпселек ата-әсәләр балаларының Берҙәм дәүләт имтихандарын биреүен күҙ уңында тотоп,башҡорт булыуҙарына ҡарамаҫтан, туған рус теле дәрестәрен һайланылар.Сәбәптәрен дә аңларға мөмкин: балаһының киләсәген ҡайғырта.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр араһында инде күп йылдар, башҡорт телендә уҡыған бала юғары уҡыу йортона инә алмай,тигән хата фекер йәшәп килә.Улар араһында аңлатыу эштәре лә тейешле кимәлдә алып барылмай,атап әйткәндә,барыбыҙҙың да был тәңгәлдә эшебеҙ бик һүлпән бара.

Яңы талаптар буйынса,ата-әсәнең яҙған ғариҙаһы нигеҙендә генә  бала туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы.Тимәк,баланың теләге икенсе планда? “Бала саҡты,әсәйлекте,атайлыҡты һаҡлау тураһындағы “ Законда (“Закон об охране детства,материнства,отцовства”) баланың, мәҫәлән,һулар саф һауаға,эсәр таҙа һыуға,яҡшы,сифатлы туҡланыуға бөтә хоҡуҡтары барлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына,ә туған телен өйрәнергә тулы хоҡуғы барлығы һәм ата- әсәләрҙең балаһына туған телен өйрәтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға тейеш тигән бурыстары тураһында телгә лә алынмаған. Бөгөнгө көндә беҙ һулар саф һауаға,эсәр таҙа һыуға ни тиклем мохтаж булһаҡ,туған телебеҙ ҙә шул дәрәжәлә беҙҙән яҡлау,ҡурсалау,һаҡлау көтә! Тимәк,иң тәүге сиратта киң йәмәғәтселектә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙең, туған телдә белем алыуҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын пропагандалау һәм шул юҫыҡта телде ҡурсалаусы Закондар ҡабул итеү – беҙҙең изге бурысыбыҙ Башҡортостан Республикаһының тел тураһындағы Законы башҡортҡа зыян килтерергә тейеш түгел!

Икенсе актуаль проблема ул – дәреслектәр.Беребеҙгә лә сер түгел:бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн федераль исемлеккә ингән дәреслектәр етерлек кимәлдә юҡ Булғандары ла ярты уҡыу йылы тамаланыр алдынан ғына мәктәптәргә таратылды.. Элеккеләре менән уҡытыр инек,федераль исемлектә юҡ икән,тимәк, ул дәреслек түгел, тип киҫәттеләр.Сетерекле хәл килеп тыуҙы:эш бар,тотоп эшләргә,эшләтергә “ҡорал” юҡ! Ирекһеҙҙән, барыбыҙға ла киң билдәле булған башҡорт халыҡ йыры “Аҙамат” иҫкә төшә һәм уның юлдарын бер аҙ үҙгәртһәк, шулайыраҡ яңғырар ине :” Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй,башҡорт теле уҡытыусылары...” Ваҡытлыса килеп тыуған ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, ең һыҙғанып эшләһәк,барыһын да булдырырбыҙ: беҙ бит көслө халыҡ балалары!

Өсөнсө етди проблема – дәрестәрҙең һаны ҡырҡа кәмеүе. Башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ аҙнаһына берәр сәғәт кенә уҡытып,башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен,байлығын балаларға биреп бөтөп була микән? Рухи тәрбиә йәһәтенән дә туған телдең роле әйтеп бөтөргөһөҙ: ҡаршылыҡтар менән тулы хәҙерге заманда бигерәк тә рухлы быуын үҫтереүгә иғтибар итеү мөһим.Ғалимдар билдәләүенсә,цивилизациялы илдәрҙә туған телде өйрәнеү, шул телдә һөйләшә,яҙа белеү – баланың киләсәктә уңышҡа ирешеүенә булышлыҡ итеүсе төп фактор булып тора.Алға киткән илдәр был юҫыҡта күптән хәстәрлек күргәндәр:мәҫәлән, Англияла,Францияла,Японияла,АҠШ-та башланғыс синыфтарҙың  уҡытыу планында сәғәттәр һаны буйынса өҫтөнлөктө туған тел ала.Германияла туған телде өйрәнеү уҡыу ваҡытының 50% алһа, Англияла туған инглиҙ телен өйрәнеүгә 40 % яҡын ваҡыт сарыф ителә. Шундай уҡ тенденция рус мәктәптәрендә лә күҙәтелә, ә проблема РФ субьекттарына килеп ҡағылһа,бөтөнләй икенсе төҫ ала.

Сәғәттәр һанына килгәндә,теге йәки был предметты уҡытыуға бүленгән сәғәттәр белем биреү ойошмаһы автономияһы ҡарамағына ҡарай,тип яуап бирҙеләр, йәки мәктәптәр сәғәттәрҙе үҙҙәре бүлә.Дәүләт кимәлендә туған телебеҙ яҡлаулы булмағас,урындығы етәкселәрҙән әллә ни күпте өмөт итеп булмай.Ярай ҙа ул мәктәп етәксеһе илем,халҡым,туған телем тип янған көслө рухлы шәхес булһа! Ҡыҫҡаһы, бында ла уйланаһы,эшләйһе эштәр байтаҡ әле.

Дүртенсе проблема –етәкселәрҙең,башҡорт теле уҡытыусыларының башҡорт телен уҡытыу буйынса килеп тыуған проблемаларға алдан әҙер булмауы.Бында бары бер фекер уяна:был проблемалар бер көндө, йәғни август кәңәшмәләре алдынан ғына килеп тыумаған бит,ә өйөлә килә,өйөлә килә,ҙур бер ташҡын булып йырып сыҡты күрәһең.Үрҙә әйтелгән проблемаларҙы хәл итеү юлының башын шулай күрәм: башҡорт теленә дәүләт яҡлауы булһа,уҡытыу сифатын да күтәреп буласаҡ.Халҡымда тос һәм берәгәйле әйтелгән матур мәҡәлдәр бар: “Күмәкләгән яу ҡайтарған”,”Теле барҙың иле бар”, Иманым камил: беҙ күмәкләп,туған телебеҙҙе яҡлап,илебеҙҙе һаҡлап ҡалырбыҙ!