Минең әкиәт конкурсында 3 урын алған әкиәтем. #Моя сказка 3 место 2021 г.

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

#МинеңӘкиәт2021
Яҙгөлдең мажаралары. Автор Мәжитова Ләйсән
Йәшәгән ти Дәүләт ауылында Яҙгөл исемле бер ҡыҙ. Уға 5 йәш булған. Яҙгөл балалар баҡсаһына йөрөргә яратҡан:унда уйынсыҡтар, әхирәттәре, төрлө күңелле уйындар, тәмле бутҡалар...Бөтә миҙгелдәрҙән ҡышты нығыраҡ ярата, сөнки Яңы йыл байрамы, санала һәм тюбингта шыуыуҙары, конькила, ҡар бабай эшләүҙәре бигерәк күңелле. Буш ваҡыттарҙа йәнһүрәттәр ҙә яратып ҡараған.
Бер көнө әсәйҙәре менән Баймаҡҡа Лилиә инәйҙәренә ҡунаҡҡа барғандар.Унда инәйҙәренең ейәндәре лә ҡунаҡҡа килгән.Ҡунаҡҡа Камила апайы үҙенең планшетын алып килгән.Яҙгөл менән Камила бергәләп йәнһүрәттәр ҡарай башлағандар. Камила апайы йәнһүрәт ҡарап туйғас, Морат ағаһы менән уйнай башлай, ә Яҙгөл планшеттан күҙен дә алмай һаман ҡарай.
- Ҡыҙым, етте, планшетҡа ла, һиңә лә ял кәрәк, - ти әсәһе. Тик Яҙгөл:
-Ярай, ярай, - тип кенә әйтә лә, күҙен дә алмай, артабан ҡарауын дауам итә. Атаһы ла әйтеп ҡарай, уны ла ишетмәй.
-Эх, йәнһүрәттәр донъяһына барып эләгер кәрәк ине, - тип хыялланып күҙҙәрен йомоп ебәрә....
Күҙҙәрен асһа, Яҙгөл ысын йәнһүрәт эсендә Буба эргәһендә ултыра. Тирә яҡта:бассейн шарҙар менән, төрлө - төрлө уйынсыҡтар, нимә генә юҡ, күңелең теләгән һәр бер нәмә бар, хатта ысын тутыйғош та бар. Яҙгөл ҡыуанысынан Бубаны ҡосаҡлап бергә уйнай башлайҙар: һәпәләк, йәшенмәк, баҫтырыш, туп менән уйнайҙар, уйнамаған уйындары ҡалмай. Уйындар уйнап ялҡып бөтөп, Яҙгөл Бубанан әкиәт һөйләргә һорай башлай, ә Буба уға:"Бу,бу,бу"- тип кенә яуап ҡайтара. Был ерҙән ялҡып:"Эх, Машаның әкиәттәрен тыңлар кәрәк ине" - тип әйтеүе була, ул: "Машаның страшилкары" - тигән йәнһүрәткә килеп сыға. Тик Яҙгөл ҡурҡыныс әкиәттәр ишетеп, был ерҙән шәберәк ҡаса.
- Күңелле маймылдар менән уйнағым килә! - тип ҡысҡырып ебәреүе була, ул 10 маймылдар йәнһүрәтенә килеп инә. Ҡыуанысынан күмәкләп диванда һикерә башлайҙар:береһе ҡолап төшә, икенсеһе, өсөнсөһе, 4,5,6,7,8,9,10....Яҙгөлдә иҙәнгә тәгәрәп төшөп илай башлай. Маймылдарҙың әсәһе телефондан шылтыратып табипты саҡыра, ә Яҙгөл табиптарҙан ҡурҡа. Ул " Жила-была Царевна" - йәнһүрәненә ҡаса. Царевна менән тәмлекәстәр ашап , уйынсыҡтарҙы туҙҙырып бөтәләр. Царевнаның әсәһе менән атаһының эштән ҡайтып килгәнен күргәс, был йәнһүрәттән дә ҡаса.
-Ҡайҙа ғына барайым икән? - тип уйлап ултырғанда, йоҡлағыһы килеп иҫәнәп ебәрә.
- Белдем, айыуҙарға барғым килә, йомшаҡ ҡына карауатҡа ятып ҡарағым килә,- тип әйтеүе була, ул "Өс айыу"- әкиәтендә килеп сыға. Ҡаршыһында бер өй, өйҙөң эсендә өҫтәл,өҫтәл өҫтөндә өс һауыт бутҡа менән, өс ултырғыс һәм өс карауат.Яҙгөл бутҡаға ҡарап та тормай карауаттарға йүгерә. Өс карауаттың иң бәләкәйенә ятыуы була, күҙҙәре йомолоп , тәмле йоҡоға тала. Тик был ваҡытта өс айыу ҡайта урмандан:Михайло Иваныч,Настасья Петровна һәм балалары Мишутка . Бутҡа ашап йоҡларға булалар. Мишутка ятам тиһә, карауытында бер ҡыҙыҡай йоҡлап ята. Мишутка үсегеп, сыйылдап ҡысҡырып ебәрә:
- Кем минең карауатта йоҡлап ята?
Яҙгөл тауышҡа күҙҙәрен асып, айыуҙарҙы күреп илай башлай. Ә айыуҙар шаяртмайҙар, яҡынлашып киләләр.
-Әсәкәйем, һин ҡайҙа,атайым ярҙам итегеҙ! - тип нығыраҡ иларға керешә. Ҡапыл берәү башын һыйпап, ҡосаҡлағандай була. Яҙгөл күҙҙәрен асһа, әсәһе сәстәрен һыйпап, атаһы күтәреп йоҡо бүлмәһенә индеп баралар. Яҙгөл, йәнһүрәттәр ҡарап йоҡлап киткән булган. Ҡыуанысынан ул :
-Бүтән планшетҡа яҡын да килмәйем, - тип вәғәҙәр биреп бөтә. Ҡулындағы планшетын ҡарап ебәрһә, Буба уға күҙен ҡыҫып тора...

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Әкиәт "Яҙгөлдең мажаралары"16.13 КБ

Предварительный просмотр:

#МинеңӘкиәт2021

Яҙгөлдең мажаралары.

Авторы Мәжитова Ләйсән Мәргән ҡыҙы