Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!

  Мин - уҡытыусы. Ғорурланып та, ҙур яуаплылыҡ менән дә әйтәм мин был һүҙҙәрҙе. Белем өләшеүсе, йәшәйеште алға этеүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кес кенә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе. Ә иң мөһиме, үҙ туған телемде, башҡорт теле бар нескәлектәре, гүзәллеге, бөйөклөгө менән, үҙем шул телдә аралашып, кинәнес алып, бала күңеленә һеңдереүсе бер уҡытыусымын.

Добавить запись

Защита от спам-роботов