Тел тураһында әйтемдәр һәм мәҡәлдәр.

Ҡотлоғәләмова Гөлнур Абдулла Ҡыҙы

Аҡыл — ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ, тел — асҡыс.

Тел — күңелдең көҙгөһө.

Тел — ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый.

Тел ҡылыстан үткер. Баш — һандыҡ, тел — асҡыс.

Күңел — батша, тел — вәзир.

Күңел югерек, тел батыр.

Күңелдә бар телгә килер.

Әҙәмдең күңеле менән теле бер булһын.

Кеше күрке — йөҙ,

Йөҙҙөң күрке — күҙ,

Уйҙың күрке — тел,

Телдең күрке — һүҙ.

Үҙ телем — үҙ ҡылысым,

Атайҙан ҡалған ҡоросом,

Илдә-көндә тынысым.

Бит күрке — күҙ, тел күрке — һүҙ.

Телдең зиннәте — тура һүҙ.

Донъяла иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.

Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.

Татлы тел таш ярыр.

Татлы тел айыу бейетә.

Татлы тел йыланды өңөнән сығарыр.

Теле барҙың иле бар.

Иле барҙың — теле бар.

Ил теле им булыр.

Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.

Теле ямандың көнө яман.

Теле татлының дуҫы күп.

Инсафлының теле саф.

Туған телем — үҙ телем, ҡайҙа барһам — үҙ көнөм.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.

Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу.

Тәмле тел йылан арбаған.

Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.

Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт .

Тел һөйләй, ҡул эшләй.

Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.

Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.

Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.

Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.

Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.

Яман кешенең теле әсе.

Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел, бөлдөргән дә - тел.

Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.

Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.

Әсә теле бер була.

Теле барҙың юлы бар.

Тура юлды тел табыр.

Иләк һорарға ла тел кәрәк.

Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.

Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.

Сәсәндең теле уртаҡ, егәрленең ҡулы уртаҡ.

Әйткәндән телең ҡалмаҫ, эшләгәндән ҡулың ҡалмаҫ.

Түрә булһаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.

Бал менән ауыҙланғандың теле татлы булыр,

Май менән ауыҙланғандың теле йомшаҡ булыр.

Балың булмаһа ла, баллы телең булһын.

Һыйларға һыйың булмаһа ла, һыйпарға телең булһын.

Көн яманы бөтөр, тел яманы бөтмәҫ.

Һөңгө йәрәхәте китер, тел йәрәхәте китмәҫ.

Ҡул яраһы китер, тел яраһы китмәҫ.

Ҡылыс яраһы төҙәлер, тел яраһы төҙәлмәҫ.

Ҡылыс берҙе үлтергән, тел меңде үлтергән.

Ҡоро тел — ҡуңалтаҡ итек.

Тел өсөн баш яуап бирер.

Телдән телең уҙҙырма, ҡулдан ҡулың уҙҙырма.

Телдең һөйәге юҡ.

Теле ҡатының күңеле ҡаты.

Теле ҡысытҡан һүҙ боҙор, ҡулы ҡысытҡан эш боҙор.

Теле оҙон булмағандың ғүмере оҙон.

Телен һаҡлаған — башын һаҡлар.

Телең бауҙа булһа, башың һау булыр.

Телең менән төрткәнсе, ҡулың менән төрт.

Телең менән уҙма, белемең менән уҙ.

Телең менән фекер йөрөтмә, мейең менән фекер йөрөт.

Телең оҙон булһа, ҡулың ҡыҫҡарыр.

Телеңде теш артыңда тот, ҡолағыңды киҫмәһен.

Телеңде тыйһаң, тыныс булырһың.

Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр!

Телле кеше теле менән ҡош тота.

Телһеҙ кеше — ярты кеше.