мое творчество

Абсаликова Асма Абкадировна

  собственное сочинение

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_hreftre_turahynda_kit.doc21 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт хәрефтәре тураһында әкиәт.

Борон заманда Башҡорт алфавиты батшаһы йәшәгән.Ул бер көндө

 бөтә хәрефтәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған,ти. Табын түренә башҡорт хәрефтәрен ултыртҡан һәм уларҙың һәр береһенә һәләттәрен күрһәтергә ҡушҡан.Хәрефтәр  тырышып  һәләттәрен күһәтергә тотонғандар.Ә-хәрефе үҙенең әҙәплелеген,Ө - өмөтлө булыуын,Ү- үрнәк,үтемле булыуын күрһәткән.Ғ- хәрефе ғәйрәтле,ғорур булыуы менән маҡтанған.Ҙ- хәрефе ҙурлығын иҫбатлаған.Ҡ- хәрефе ҡыйыулығын күрһәткән.Һ -инде һөйкөмлөлөгө менән маһайған.

   ң хәрефе  ыңғай булуын,ә ҫ хәрефе ыҫпайлығын күрһәтергә теләгәндәр.Тик бер нисек тә эш килеп сыҡмай,ти.Аптырағас,Ы хәрефен ярҙамға саҡырғандар.Батша был ике хәрефкә:      “Юҡ,инде.Һәләтегеҙҙе күрһәтә алманығыҙ.Һеҙ хәрефтәргә генә эйәреп йөрөрһөгөҙ “-тигән. Шунан башлап ң менән ҫ башҡа хәрефтәргә генә эйәреп йөрөйҙәр икән.Һүҙҙең башында тороу бәхете уларға эләкмәгән.