Главные вкладки
Педагогическая находка/Педагогик табышым

Мерсибо уйындар конструкторы нимә ул?! Был лексик темаларҙы берләштергән ҡулланмалар, дидактик уйындар булдырыу өсөн программа. Конструкторҙа 600 һүрәт, юғары сифатлы картинкалар бар. Был программала төҙөлгән уйындар белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла йүнәлтелгән: балаларға, педагогтарға һәм ата-әсәләргә.
Мерсибо программаһы өлкән мәктәпкәсә йәштәге балалар аңлауы өсөн еңел һәм аңлайышлы. Балалар өлкәндәрҙең ярҙамы менән йәки үҙ аллы дидактик уйындар төҙөй ала. Был программаны интерактив таҡтала ҡулланыу уңайлы. Шулайҙа уны телефонда, планшетта, компьютерҙала асып эшләп була.
Программаны асабыҙ, алдыбыҙҙа Мерсибо һүрәттәр конструкторының йөҙө. Уйын майҙанында беҙ теләгән уҡытыу-уйын сюжетын булдыра алабыҙ. Һул яҡта программаның менюһын күрәбеҙ, бында бүлектәр бар (лексика, фондар, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар һ.б.). Уң яҡта элекке уйындар һаҡланған тәҙрәләр.
Дидактик уйын төҙөү нисек башлана? Шулай итеп, "Фондар" папкаһын һайлайбыҙ – кәрәкле фонды алып уйын майҙанына күсерәбеҙ. Бөтә һүрәттәр алфавит тәртибендә урынлаштырылған, был программа менән эшләүҙе еңеләйтә.
"Лексика" папкаһына күсәбеҙ, унда төрлө лексик темалар буйынса өҫтәмә бүлектәр бар (темаларҙың исемлеге). Теманы һайлайбыҙ (транспорт, емеш-еләк, йәшелсәләр һ.б.) – мәҫәлән, әкиәт геройҙары. Һүрәтте һайлайбыҙ һәм уны уйын майҙанына күсерәбеҙ, кәрәк булһа, уның үлсәмен һәм урынлашыуын үҙгәртә алабыҙ. Әгәр уйын барышында был һүрәттәрҙе ҡулланыуҙан баш тартһағыҙ, уларҙы кире папкаға ҡайтарырға мөмкин. Уйынды һаҡлау өсөн экрандың уң яғындағы төймәгә баҫып, буш тәҙрәне һайлап, һаҡлайбыҙ. Һаҡланған уйындарҙы баҫтырып сығарып ҡулланыу мөмкинселеге лә бар.
Мерсибоның официаль сайтына һылтанма:
https://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Fmersibo.ru...
Мерсибоның төркөмдәренә һылтанмалар:
https://max.ru/id9715500872_biz








