Туған(башҡорт) теленән имтиханға әҙерләнеү
Предварительный просмотр:
- Яғымлы туған тел
Минең туған телем – башҡорт теле. Минең өсөн донъялағы иң матур һәм иң нәфис тел ул. Туған телен белгән бәхетле кеше тип һанайым . Мин дә бәхетле! Моңло башҡорт телендә һөйләшәм, дуҫтарым, яҡындарым менән аралашам, моңло йырҙар тыңлайым, әҫәрҙәр уҡыйым.
Туған телеңде беләһең, яратаһың икән, тимәк һин үҙеңдең Тыуған ереңде дә хөрмәт итәһең тигән һүҙ. Минеңсә, тыуған ил һәм туған тел бер-береһе менән бәйле төшөнсәләр. Үҙемдең тыуған ерем, Борайым, тураһында һөйләйем икән, мин уны туған телем менән күҙ алдына баҫтырам.
Мин Борай ауылы, 2-се гимназияһы 9 класында белем алам. Класташтарым менән туған телемдә һөйләшәм. Беҙ ҙә мәктәптә бер нисә тел өйрәнәбеҙ. Телдәрҙе өйрәнеү миңә бик оҡшай, сөнки бер телде өйрәнеү – икенсеһенә ярҙам итә. Әммә бәләкәй класс уҡыусыларының йыш ҡына рус телендә һөйләшеүен ишетергә була. Минеңсә, был бик аяныслы хәл.
Мәктәптә яратҡан предметымдың береһе - туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Миңә бигерәк тә әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү бик оҡшай.
- Тыуған илем - Башкортостан
Минең тыуған яғым - Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәйҙә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә йәшәй.
Башҡортостан гүзәл һәм иркен. Бында ғына шундай бейек тауҙар, ҡалын урмандар, зәңгәр таҫмалай бормаланып ағыусы саф һыулы шишмә-йылғалар бар. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу үләндәренә бай. Башҡортостаныбыҙ бөтә Рәсәйгә башҡорт балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Урал тауҙары, моңло ҡурайы менән билдәле.
Минең тыуған ерем – Борай районы Борай ауылы. Ул Башҡортостандың төньяғында, йәмле Танып йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тыуған яғым йөрәгемә бик яҡын һәм ҡәҙерле.
Шундай матур республикала йәшәүем менән ысын күңелдән ғорурланам.
- Минең дуҫым
Ер йөҙөндә дуҫһыҙ йәшәү бик ҡыйын. “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тиҙәр бит халыҡта. Был ысынлап та шулай. Ысын дуҫ һәр ваҡыт ярҙамға килә. Ул һинең менән бергә ҡайғыңды, шатлығыңды уртаҡлаша. Тик шундай дуҫ ҡына ысын дуҫ була. Эйе, дуҫтар күп булырға мөмкин, ләкин ысын дуҫ берәү генә була.
Минең дә дуҫтарым күп. Улар менән миңә бик күңелле. Дуҫтарымды хөрмәт итәм, үҙем дә ысын дуҫ булырға тырышам.
Минең иң яҡын дуҫым – Артем. Беҙ уның менән 1-се кластан алып дуҫбыҙ. Һәр ваҡыт бергә йөрөйбөҙ. Минең дуҫым оҙон буйлы, ҡап-ҡара сәсле. Уның яратҡан шөғөлө – спорт. Дәрестән һуң футбол түңәрәгенә йөрөй, ҡыш көнө бергәләп саңғыла шыуырға яратабыҙ.
Артем менән мин генә дуҫ булып ҡалманыҡ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә дуҫлаштылар. Ҡыш көнө ғаиләләр менән тауға шыуырға барҙыҡ. Унда шашлыҡ эшләнек, ял иттек. Кинотеатрҙарға ла, паркҡа ла бергә ял итергә йөрөйбөҙ.
Әйҙәгеҙ, дуҫлыҡты һаҡлайыҡ! Дуҫлыҡ – ул бит ҙур хазина!
- Минең яратҡан миҙгелем
Йыл миҙгеленең дүртеһен дә яратам мин: аҡ тунлы һалкын ҡышты ла, сәсәкле йәшел яҙҙы ла, еләкле эҫе йәйҙе лә, алтын көҙҙө лә. Ә иң яраткан йыл миҙгелем - йәй. Әйе, йәй — йылдың иң эҫе ваҡыты. Йәйен йылы ҡояш нурҙары ерҙе иркәләйҙәр. Йәй көнө табиғәт бик матур була. Баҡсаларҙа еләктәр бешәләр, йәшелсәләр үҫә. Болондарҙа хуш еҫле сәсәктәр үҫәләр. Бөтә тирә-яҡ сәсәккә күмелә. Йәй оҙайлы каникулдар башлана. Халыҡтың иң ҙур байрамы – Һабан туйы үткәрелә. Йәй көнө без рәхәтләнеп ял итәбез, Ағиҙел буйында һыу ҡойонабыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, дуҫтар менән еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ. Шуға күрә һәр йәйҙе һағынып көтәбеҙ.
- Һабантуй – яҙ һәм хеҙмәт байрамы
Һабантуй - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелә. Йылдың уңышлы килеүен теләп аҡһаҡалдар доғалар уҡығандар, иген уңһын тип теләгәндәр.
Хәҙер ҙә һабантуй халыҡтың иң яратҡан байрамы. Мин дә был байрамды көтөп алам. Төрлө уйындарҙа ҡатнашам: сүлмәк ватыу, йомортҡа кабып йүгереү һ.б
Бигерәк тә һабантуйҙа ат сабышын ҡарарға яратам. Көрәште лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәм. Һабантуй батыры элек-электән иң көслө, иң сыҙам, иң булдыҡлы булып һаналған.
Һабантуй – халҡыбыҙҙың иң матур һәм көтөп алынған байрамы тип һанайым мин.
- Халыҡ әйтһә, хак әйтә
Бәләкәй саҡта әсәйем миңә тылсымлы әкиәттәр һөйләгәне хәтеремдә. Мәктәпкә уҡырға ингәс тә туған әҙәбиәт дәрестәрендә бик күп әкиәттәр менән таныштыҡ. Был минең халыҡ ижады , фольклор, менән беренсе танышыуым булған. Ололар үҙҙәренең телмәрҙәрендә төрлө һынамыштар, әйтемдәр,мәҡәлдәр ҡулланып һөйләшкәне хәтеремдә ҡалған. Бигерәк тә минең өләсәйем аҡыллы һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләшә ине. Ниндәй һауа торошо (погода) булыуын да һынамыштар аша, бер ниндәй интернетһыҙ әйтә ала ине. Кәрәк саҡта мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, бөтә нимәне аңлатып ҡуя ине.
Шулай уҡ беҙҙең халҡыбыҙ йырҙарға, таҡмаҡтарға,бәйеттәргә, әкиәттәргә бай. Улар беҙгә телдән телгә мираҫ булып килеп еткән. Шулар аша халыҡ тормош тәжрибәһе(опыт), аҡылы, доньяға ҡарашы менән уртаҡлашҡан. Халыҡ ижады аша беҙ халыҡтың үткәнен, тарихын, тормош-көнкүрешен белә алабыҙ.
- Салаут Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры
Кем һуң ул Салауат Юлаев? Беҙҙең өсөн ул иң беренсе батыр,беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙө.Ҡайҙа ғына барһаҡ та, ”Башҡортостандан” тигәс тә, Салауат Юлаев,тиҙәр. Был ғорурлыҡ түгелме ни?
Ысынлап та,халыҡ уны хөрмәтләп, бер ҡалаһына, районына, проспектына, хоккей командаһына уның исемен биргән. Өфө ҡалаһында бынамын тигән һәйкәл ҡуйылған. Халҡым тиеп, үҙенең ғүмерен биргән, язалағанда ла баш эймәгән,бирешмәгән,көслө баһадир булған беҙҙең Салауатыбыҙ.Нисә быуын алмашынһа ла,күпме йылдар үтһә лә,егеттәр унан үрнәк алалар,уның батырлығына һоҡланалар,ауыр саҡтарында уны иҫкә төшөрөп, сабыр, ныҡлы булалар. Нисә быуын яҙыусылары, шағирҙары, драматургтары, рәссамдары уны данлап әҫәрҙәр ижад итәләр. Нисә роман, драма, шиғыр, йырҙар бар. Минең күҙ алдымда Салауат ат өҫтөндә оҫта йөрөгән,уҡтан мәргән атҡан,ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаған, дәртле йырлаған, уҡымышлы, аҡыллы,ата-әсәһенә ихтирамлы,нескә күңелле,хискә бай бәһлеүән булған ул. Тормошто,тәбиғәтте яратҡан. Шунлыҡтан ул шағир булғандыр ҙа. Ул үлмәгән,ул үлмәҫ,мәңге йәшәр беҙҙең күңелдәрҙә.
- Минең әсәйем
Әсәй – ерҙә иң гәзиз, яҡын кеше. Ул һине тыуҙырған, һинең беренсе йылмайыуыңды, беренсе әйткән һүҙҙәреңде ишетеп, тәпәй атлап китеүеңде күреп шатланған. Беҙ үзебеҙҙең тормошобоҙҙо уларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар – беҙҙең донъябыҙҙың йәме.
Һәр кемгә үҙ әсәһе доньялағы иң ҡәҙерле кеше, миңә лә үҙ әсәйем бик ҡәҙерле. Барлыҡ балаларҙыҡы кеүек, минең дә телем "әннә", "әсәй" һүҙе менән асылған. Минең әсәйем бик һәйбәт, сабыр, тыйнаҡ кеше. Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары, яғымлы тауышы миңә шатлыҡ килтерә. Мин әсәйемә ҡулымдан килгәнсә булышырға, уны борсомаҫҡа тырышам. Әсәйем миңә дәрестәремде эшләргә лә ярҙам итә: аңламаған һорауҙарыма ла сабыр гына яуап таба, файҙалы кәңәштәрен дә бирә.
Мин мәктәптән ҡайтыуға, өйҙә тәмле еҫ таралған була. Әсәйем инде тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡуйырға ла өлгөргән! Беҙ уның менән тәмләп сәй эсәбеҙ, серҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ял көндәрендә беҙ саф һауала йөрөргә яратабыҙ. Әсәйем мине һәр кисте наҙлап йоҡлата, ә иртән "ҡыҙым" тип һөйөп уята. Ниндәй ҙур бәхет! Ярай әле, әсәйем, йәнәшәмдә һин бар! Әсәйем, мин һине бик яратам!Һиңә иң изге теләктәремде генә теләйем.
- Тыуған ил батырҙарын онотмай (Шайморатов генерал, Салауат Юлаев, 7,10 темалар )
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ геройҙарға бай. Тарихта Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Александр Матросов, Алдар батыр, Ҡаһым түрә кеүек исемдәр мәңгелеккә уйылып ҡалған.
Уларҙың исеме республикабыҙҙа мәңгеләштерелә. Яҙыусылар, шағирҙар улар тураһында әҫәрҙәр ижад итә. Геройҙарҙың тыуған яҡтарында, баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәлдәр асыла, район һәм ҡалаларҙа урамдар геройҙар исемен йөрөтә.
Шулай уҡ мәктәптәптәрҙә йыш ҡына тыуған яҡтың батырҙары тураһында саралар үтеп тора, документаль фильмдар күрһәтелә.
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә геройҙарҙың тормошо,яҙмышы тураһында өйрәнеү миңә лә бик оҡшай. Мин халҡыбыҙҙың геройҙары менән ысын күңелдән ғорурланам. Беҙҙең быуын (наше поколение) бер ҡасан да уның исемен оноторға тейеш түгел.
- Шайморатов генерал
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды сал Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Был дәртле йырҙы белмәгән кеше юҡтыр. Өлкәндәр ҙә, уҡыусылыр ҙа яҡшы белә. Йырҙа халҡыбыҙҙың батыр улы Шайморатов генерал данлана.
Башҡорт ир-егеттәре тыуған ил һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Александр Матросов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Шуларҙың рәтендә генерал Шайморатовтың да исеме йөрөй.
Генерал Шайморатов – башҡорт хылҡының геройы. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы егете. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул меңдәрсә башҡорт атлыларын яуға алып сыға һәм уларҙың батырҙарса һуғыша алыуына бар көсөн һала, өйрәтә. Үҙе яу ҡырында 1943 йылда батырҙарса һәләк була.
Уның исеме мәңгеләштерелә: 2022 йылда, Өфөлә, уға арналған һәйкәл асылды, мәктәптә уҡытыусылар йыш ҡына Миңлеғәле Шайморатов тураһында һөйләйҙәр.
Мин халҡыбыҙҙың геройы менән ысын күңелдән ғорурланам. Беҙҙең быуын (наше поколение) бер ҡасан да уның исемен оноторға тейеш түгел.
- Минең хобби (пример, һәр кеше үҙенең хобби тураһында яҙа)
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. Кемдер китап уҡый, компьютерҙа видеолар эшләй, һүрәт төшөрә, йыр менән мауыға. Ә минең иң яратҡан хобби — ул бейеү. Бәләкәй саҡтан уҡ бейергә яраттым, дуҫтарым менән төрлө хәрәкәттәр(движения) уйлап таба инем.
Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, байрамдар, конкурстар, концерттар беҙҙең бейеү группаһының бейеүҙәренән башка үтмәне.
Уҡырға ингәс, хореография түңәрәгенә йөрөй башланым. Унда үҙемә яңы дуҫтар таптым. Бөгөнгө көндә лә бик теләп hәм яратып йөрөйөм. Сөнки миңә төрлө ҡалаларға конкурстарға йөрөү миңә бик оҡшай, унда Рәсәйҙең башҡа матур урындарын күрәһең. Тағы ла бейеүселәр менән танышыһың, уларҙың сығыштарын ҡарайһың.
Бейеү – ул минең иң яратҡан хобби.
- Минең яратҡан шағирым
Бәләкәй саҡтан яратып уҡыған шағирым, яҙыусым – Мостай Кәрим. Ул – башҡорт халыҡ шағиры. 1919 йылды Башҡортостандың Шишмә районында тыуған. Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан.
Уны белмәгән, әҫәрҙәрен уҡымаған кеше юҡтыр беҙҙең республикала.
Мәктәптә уның бик күп әҫәрҙәре менән таныштыҡ, шиғырҙарын ятланыҡ. “Әлфиә хикәйәләре”, “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” хикәйәләрен яратып уҡыным, геройҙары өсөн ысын күңелдән ҡайғырҙым. Ә инде Мостай ағайҙың хикәйәләре буйынса төшөрөлгән “Сестренка” , “Өс таған” киноларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараным. Миңә бик оҡшаны.
- Тәрбиәле бала
Нимә ул тәрбиә? Бөгөнгө көндә ниндәй булырға тейеш тәрбиәле бала? Минең уйымса, ата-әсәһенә ярҙам иткән, уларҙы бер ҡасан ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡайғыртмаған баланы тәрбиәле тип әйтеп була. Тағы ла мәктәптә дуҫтарын, укытыусыларҙы,ололарҙы хөрмәт иткән бала тәрбиәле бала ул.
Беҙ - XXI быуат балалары. Беҙҙең тормошобоҙҙо телефондар, гаджеттар, компьютерҙар уратып алған. Шуларҙы дөрөҫ ҡуллана белгән кешене лә тәрбиәле бала тип һанайым мин.
Беҙгә белем алыу, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө түңәрәктәргә йөрөү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Рәхәтләнеп уҡы, яратҡан хобби менән шөғөллән. Ваҡытын юҡҡа әрәм итмәгән кеше лә тәрбиәле була.
Бөтөбеҙ ҙә тәрбиәле булайыҡ!
- Минең кумирым
Һәр кешенең үҙ кумиры бар. Йырсы,бейеүсе, артист... ә минең кумирым – Әсәй (йәғни атай). Минең әсәйемдең (атайымдың) исеме ..... Уға ... йәш. Минең әсәйем .....эшләй.
Минең әсәйем – оҫта повар ҙа. Эштә булыуына ҡарамаҫтан, мин мәктәптән ҡайтыуға, өйҙә тәмле еҫ таралған була. Әсәйем инде тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡуйырға ла өлгөргән! Беҙ уның менән тәмләп сәй эсәбеҙ, серҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ.
Әсәйем – спортсы ла. Ҡыш көндәрендә беҙ бергәләп саңғыла йөрөйбөҙ, бассейнға ла йыш барабыҙ. Саф һауала йөрөргә лә яратабыҙ.
Әсәйем – баҡсасы ла. Йәй көнө баҡсабыҙҙа матур сәскәләр ҡарай, төрлө йәшелсәләр үҫтерергә лә етешә.
Әсәйем бөтә ергә лә етешә.
- Башҡорт йолалары
Йола – тормош-көнкүреш тәртиптәре, дини ҡанундарҙы үтәүгә бәйләнешле эш-хәл, ғөрөф-ғәҙәт.
Һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары була. Башҡорт халҡы ла йолаларға бай. Хәҙерге көндә лә бәпес туйы, ҡаҙ өмәһе, боҙ оҙатыу, Ҡарға бутҡаһы кеүек бик күп йолалар үткәрелеп килә. Бигерәк тә туй йолаларға бик бай: килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү, ҡыҙ йәшереү, һандыҡ һатыу. Минең дә ул йолаларҙа ҡатнашҡаным бар. Бик күңелле үтә. Тағы ла бәпес туйында ҡатнашыу миңә бик оҡшаны. Мул итеп өҫтәл әҙерләнә, бәпескә арнап матур йырҙар йырлана, теләктәр әйтелә.
Башҡорт халҡы йолаларҙы бик матур үткәрә .
- Яратҡан фильмым
Быйыл Рәсәйҙә бик матур “Чебурашка” фильмы күрһәтеүгә сыҡты. Яңы йыл каникулдарында беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән фильмды ҡарарға барҙыҡ. Беҙгә бик оҡшаны. Төп геройҙар Чебурашка һәм Гена менән рәхәтләнеп көлдөк, улар өсөн шатландыҡ, көйҙөк.
Был фильм тик яҡшылыҡҡа өйрәтә, кешеләрҙе яратырға һәм бер-береңә ярҙам итергә. Чебурашка үҙе лә аҡыллы, ярҙамсыл. Баҡса ҡараусы(садовник) Генаның ғаиләһен яңынан берләштерҙе, һөйләшмәй торған малайҙы һөйләшергә өйрәтте. Кинола кире геройҙар ҙа бар, улар ҙа үҙҙәренең хаталарын Чебурашка ярҙамында аңланылар.
Чебурашка фильмы минең иң яратҡан фильмдарымдың береһенә әйләнде.
- Мин һайлаған һөнәр
Һәр кеше алдында шундай һорау тыуа - һөнәр һайлау. Кемдер бәләкәй саҡтан үҙенә һөнәр һайлап ҡуя, кемдер оҙаҡ ваҡыт икеләнеп йөрөй. Ә минең буласаҡ һөнәрем - врач булыу. Бәләкәй саҡта врач булып уйнарға ярата инем. Аҡ халатлы кешеләргә һоҡланып(с восхищением) ҡарағаным иҫемдә ҡалған.
Врач -доньяла иң кәрәкле һәм мәрхәмәтле һөнәр тип һанайым. Шул уҡ ваҡытта иң яуаплы(ответственная) ла. Сөнки кешеләргә дөрөҫ итеп ярҙам итергә, сирҙәрен дауаларға(лечить) тейешһең. Дарыу менән генә түгел, ә матур,яғымлы һүҙ менән дә.
Ә миңә врач булыр өсөн тырышып уҡырға кәрәк.
- Спорт һаулыҡты нығыта
Сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы. Уны аҡсаға һатып алып булмай, бүләк итергә лә мөмкин түгел. Шуның өсөн беҙ сәләмәтлегебеҙҙе йәштән үк нығытырға, һаҡларға тейеш.
Спорт менән шөғөлләнгән кеше гел йәш күренә, йыш ауырымай. Көндә иртән зарядка эшләү, саф һауала йөрөү бик файҙалы.
Мин дә сәләмәт тормош һайланым. Мәктәптән һуң футбол (теннис,.....) түңәрәгенә йөрөйөм. Йәйге каникулдарҙа велосипедта, ҡышын саңғыла, конькила йөрөргә яратам. Шуға ла йыш ауырымайым.
Минең өсөн спорт - ул йәшәү рәүеше. Ул миңә тормошта, уҡыуҙа ла ярҙам итә.
Сәләмәт тормош алып барайыҡ, дуҫтар!
- Тыуған яғым биҙәктәре (2 тема)
- Яратҡан геройым (әҫәрҙән)
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә геройҙар тураһында бик матур әҫәрҙәр уҡыныҡ. Шуларҙың береһе - «Урал батыр» эпосы.
Был эпос башҡорт халыҡ эпостарының иң ҙуры һәм иң күренеклеһе. Уның төп геройы - Урал батыр.
Урал батыр – изге, көслө, ҡыйыу. Ҡара көстәргә, насарлыҡҡа ҡаршы тора алыусы батыр. Ул кешелек тыныслыҡта йәшәһен өсөн йәнен биргән. Үҙенең улдарына ла тәбиғәтте, доньяны һаҡлағыҙ тип әйтеп ҡалдырған.
Урал батыр образы менән һоҡландым. Доньяла насарлыҡты гел яҡшылыҡ еңеп сыға алыуына ышындым. Эпос Тәбиғәтте һаҡларға, яҡшылыҡҡа, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә өйрәтә.
Яғымлы туған тел Минең туған телем – башҡорт теле. Минең өсөн донъялағы иң матур һәм иң нәфис тел ул. Туған телен белгән бәхетле кеше тип һанайым . Мин дә бәхетле! Моңло башҡорт телендә һөйләшәм, дуҫтарым, яҡындарым менән аралашам, моңло йырҙар тыңлайым, әҫәрҙәр уҡыйым. Туған телеңде беләһең, яратаһың икән, тимәк һин үҙеңдең Тыуған ереңде дә хөрмәт итәһең тигән һүҙ. Минеңсә, тыуған ил һәм туған тел бер-береһе менән бәйле төшөнсәләр. Үҙемдең тыуған ерем, Борайым, тураһында һөйләйем икән, мин уны туған телем менән күҙ алдына баҫтырам. Мин Борай ауылы, 2-се гимназияһы 9 класында белем алам. Класташтарым менән туған телемдә һөйләшәм. Беҙ ҙә мәктәптә бер нисә тел өйрәнәбеҙ. Телдәрҙе өйрәнеү миңә бик оҡшай, сөнки бер телде өйрәнеү – икенсеһенә ярҙам итә. Әммә бәләкәй класс уҡыусыларының йыш ҡына рус телендә һөйләшеүен ишетергә була. Минеңсә, был бик аяныслы хәл. Мәктәптә яратҡан предметымдың береһе - туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Миңә бигерәк тә әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү бик оҡшай. | Тыуған илем - Башкортостан Минең тыуған яғым - Башкортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәйҙә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыкта һәм берҙәмлектә йәшәй. Башҡортостан гүзәл һәм иркен. Бында ғына шундай бейек тауҙар, ҡалын урмандар, зәңгәр таҫмалай бормаланып ағыусы саф һыулы шишмә-йылғалар бар. Минем тыуған яғым урмандары төрлө-төрлө еләк-емешкә, бәшмәктәргә, дарыу үләндәренә бай. Башҡортостаныбыҙ бөтә Рәсәйгә башҡорт балы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Урал тауҙары, моңло ҡурайы менән билдәле. Минең тыуған ерем – Борай районы Борай ауылы. Ул Башҡортостандың төньяғында, йәмле Танып йылғаһы буйында урынлашҡан. Шундай матур республикала йәшәүем менән ысын күңелдән ғорурланам |
Минең дуҫым Минең дә дуҫтарым күп. Улар менән миңә бик күңелле. Дуҫтарымды хөрмәт итәм, үҙем дә ысын дуҫ булырға тырышам. Минең иң яҡын дуҫым – Артем. Беҙ уның менән 1-се кластан алып дуҫбыҙ. Һәр ваҡыт бергә йөрөйбөҙ. Минең дуҫым оҙон буйлы, ҡап-ҡара сәсле. Уның яратҡан шөғөлө – спорт. Дәрестән һуң футбол түңәрәгенә йөрөй, ҡыш көнө бергәләп саңғыла шыуырға яратабыҙ. Артем менән мин генә дуҫ булып ҡалманыҡ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә дуҫлаштылар. Ҡыш көнө ғаиләләр менән тауға шыуырға барҙыҡ. Унда шашлыҡ эшләнек, ял иттек. Кинотеатрҙарға ла, паркҡа ла бергә ял итергә йөрөйбөҙ. Әйҙәгеҙ, дуҫлыҡты һаҡлайыҡ! Дуҫлыҡ – ул бит ҙур хазина! | Яратҡан геройым (әҫәрҙән) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә геройҙар тураһында бик матур әҫәрҙәр уҡыныҡ. Шуларҙың береһе - «Урал батыр» эпосы. Урал батыр – изге, көслө, ҡыйыу. Ҡара көстәргә, насарлыҡҡа ҡаршы тора алыусы батыр. Ул кешелек тыныслыҡта йәшәһен өсөн йәнен биргән. Үҙенең улдарына ла тәбиғәтте, доньяны һаҡлағыҙ тип әйтеп ҡалдырған. Урал батыр образы менән һоҡландым. Доньяла насарлыҡты гел яҡшылыҡ еңеп сыға алыуына ышындым. Эпос Тәбиғәтте һаҡларға, яҡшылыҡҡа, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә өйрәтә. |
Халыҡ әйтһә, хак әйтә Бәләкәй саҡта әсәйем миңә тылсымлы әкиәттәр һөйләгәне хәтеремдә. Мәктәпкә уҡырға ингәс тә туған әҙәбиәт дәрестәрендә бик күп әкиәттәр менән таныштыҡ. Был минең халыҡ ижады , фольклор, менән беренсе танышыуым булған. Ололар үҙҙәренең телмәрҙәрендә төрлө һынамыштар, әйтемдәр,мәҡәлдәр ҡулланып һөйләшкәне хәтеремдә ҡалған. Бигерәк тә минең өләсәйем аҡыллы һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләшә ине. Ниндәй һауа торошо (погода) булыуын да һынамыштар аша, бер ниндәй интернетһыҙ әйтә ала ине. Кәрәк саҡта мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, бөтә нимәне аңлатып ҡуя ине. Шулай уҡ беҙҙең халҡыбыҙ йырҙарға, таҡмаҡтарға,бәйеттәргә, әкиәттәргә бай. Улар беҙгә телдән телгә мираҫ булып килеп еткән. Шулар аша халыҡ тормош тәжрибәһе(опыт), аҡылы, доньяға ҡарашы менән уртаҡлашҡан. Халыҡ ижады аша беҙ халыҡтың үткәнен, тарихын, тормош-көнкүрешен белә алабыҙ. | Минең яратҡан миҙгелем Йыл миҙгеленең дүртеһен дә яратам мин: аҡ тунлы һалкын ҡышты ла, сәсәкле йәшел яҙҙы ла, еләкле эҫе йәйҙе лә, алтын көҙҙө лә. Ә иң яраткан йыл миҙгелем - йәй. Әйе, йәй — йылдың иң эҫе ваҡыты. Йәйен йылы ҡояш нурҙары ерҙе иркәләйҙәр. Йәй көнө табиғәт бик матур була. Баҡсаларҙа еләктәр бешәләр, йәшелсәләр үҫә. Болондарҙа хуш еҫле сәсәктәр үҫәләр. Бөтә тирә-яҡ сәсәккә күмелә. Йәй оҙайлы каникулдар башлана. Халыҡтың иң ҙур байрамы – Һабан туйы үткәрелә. Йәй көнө без рәхәтләнеп ял итәбез, Ағиҙел буйында һыу ҡойонабыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, дуҫтар менән еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ. Шуға күрә һәр йәйҙе һағынып көтәбеҙ. |
Спорт һаулыҡты нығыта Сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы. Уны аҡсаға һатып алып булмай, бүләк итергә лә мөмкин түгел. Шуның өсөн беҙ сәләмәтлегебеҙҙе йәштән үк нығытырға, һаҡларға тейеш. Спорт менән шөғөлләнгән кеше гел йәш күренә, йыш ауырымай. Көндә иртән зарядка эшләү, саф һауала йөрөү бик файҙалы. Мин дә сәләмәт тормош һайланым. Мәктәптән һуң футбол (теннис,.....) түңәрәгенә йөрөйөм. Йәйге каникулдарҙа велосипедта, ҡышын саңғыла, конькила йөрөргә яратам. Шуға ла йыш ауырымайым. Минең өсөн спорт - ул йәшәү рәүеше. Ул миңә тормошта, уҡыуҙа ла ярҙам итә. Сәләмәт тормош алып барайыҡ, дуҫтар! | Мин һайлаған һөнәр Һәр кеше алдында шундай һорау тыуа - һөнәр һайлау. Кемдер бәләкәй саҡтан үҙенә һөнәр һайлап ҡуя, кемдер оҙаҡ ваҡыт икеләнеп йөрөй. Ә минең буласаҡ һөнәрем - врач булыу. Бәләкәй саҡта врач булып уйнарға ярата инем. Аҡ халатлы кешеләргә һоҡланып(с восхищением) ҡарағаным иҫемдә ҡалған. Врач -доньяла иң кәрәкле һәм мәрхәмәтле һөнәр тип һанайым. Шул уҡ ваҡытта иң яуаплы(ответственная) ла. Сөнки кешеләргә дөрөҫ итеп ярҙам итергә, сирҙәрен дауаларға(лечить) тейешһең. Дарыу менән генә түгел, ә матур,яғымлы һүҙ менән дә. Ә миңә врач булыр өсөн тырышып уҡырға кәрәк. |
Һабантуй – яҙ һәм хеҙмәт байрамы Һабантуй - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелә. Йылдың уңышлы килеүен теләп аҡһаҡалдар доғалар уҡығандар, иген уңһын тип теләгәндәр. Хәҙер ҙә һабантуй халыҡтың иң яратҡан байрамы. Мин дә был байрамды көтөп алам. Төрлө уйындарҙа ҡатнашам: сүлмәк ватыу, йомортҡа кабып йүгереү һ.б Бигерәк тә һабантуйҙа ат сабышын ҡарарға яратам. Көрәште лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәм. Һабантуй батыры элек-электән иң көслө, иң сыҙам, иң булдыҡлы булып һаналған. Һабантуй – халҡыбыҙҙың иң матур һәм көтөп алынған байрамы тип һанайым мин. | Башҡорт йолалары Йола – тормош-көнкүреш тәртиптәре, дини ҡанундарҙы үтәүгә бәйләнешле эш-хәл, ғөрөф-ғәҙәт. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары була. Башҡорт халҡы ла йолаларға бай. Хәҙерге көндә лә бәпес туйы, ҡаҙ өмәһе, боҙ оҙатыу, Ҡарға бутҡаһы кеүек бик күп йолалар үткәрелеп килә. Бигерәк тә туй йолаларға бик бай: килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү, ҡыҙ йәшереү, һандыҡ һатыу. Минең дә ул йолаларҙа ҡатнашҡаным бар. Бик күңелле үтә. Тағы ла бәпес туйында ҡатнашыу миңә бик оҡшаны. Мул итеп өҫтәл әҙерләнә, бәпескә арнап матур йырҙар йырлана, теләктәр әйтелә. Башҡорт халҡы йолаларҙы бик матур үткәрә . |
Яратҡан фильмым Быйыл Рәсәйҙә бик матур “Чебурашка” фильмы күрһәтеүгә сыҡты. Яңы йыл каникулдарында беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән фильмды ҡарарға барҙыҡ. Беҙгә бик оҡшаны. Төп геройҙар Чебурашка һәм Гена менән рәхәтләнеп көлдөк, улар өсөн шатландыҡ, көйҙөк. Был фильм тик яҡшылыҡҡа өйрәтә, кешеләрҙе яратырға һәм бер-береңә ярҙам итергә. Чебурашка үҙе лә аҡыллы, ярҙамсыл. Баҡса ҡараусы(садовник) Генаның ғаиләһен яңынан берләштерҙе, һөйләшмәй торған малайҙы һөйләшергә өйрәтте. Кинола кире геройҙар ҙа бар, улар ҙа үҙҙәренең хаталарын Чебурашка ярҙамында аңланылар. Чебурашка фильмы минең иң яратҡан фильмдарымдың береһенә әйләнде. | Тәрбиәле бала Нимә ул тәрбиә? Бөгөнгө көндә ниндәй булырға тейеш тәрбиәле бала? Минең уйымса, ата-әсәһенә ярҙам иткән, уларҙы бер ҡасан ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡайғыртмаған баланы тәрбиәле тип әйтеп була. Тағы ла мәктәптә дуҫтарын, укытыусыларҙы,ололарҙы хөрмәт иткән бала тәрбиәле бала ул. Беҙ - XXI быуат балалары. Беҙҙең тормошобоҙҙо телефондар, гаджеттар, компьютерҙар уратып алған. Шуларҙы дөрөҫ ҡуллана белгән кешене лә тәрбиәле бала тип һанайым мин. Беҙгә белем алыу, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө түңәрәктәргә йөрөү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Рәхәтләнеп уҡы, яратҡан хобби менән шөғөллән. Ваҡытын юҡҡа әрәм итмәгән кеше лә тәрбиәле була. Бөтөбеҙ ҙә тәрбиәле булайыҡ! |
Минең кумирым Һәр кешенең үҙ кумиры бар. Йырсы,бейеүсе, артист... ә минең кумирым – Әсәй (йәғни атай). Минең әсәйемдең (атайымдың) исеме ..... Уға ... йәш. Минең әсәйем .....эшләй. Минең әсәйем – оҫта повар ҙа. Эштә булыуына ҡарамаҫтан, мин мәктәптән ҡайтыуға, өйҙә тәмле еҫ таралған була. Әсәйем инде тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡуйырға ла өлгөргән! Беҙ уның менән тәмләп сәй эсәбеҙ, серҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Әсәйем – спортсы ла. Ҡыш көндәрендә беҙ бергәләп саңғыла йөрөйбөҙ, бассейнға ла йыш барабыҙ. Саф һауала йөрөргә лә яратабыҙ. Әсәйем – баҡсасы ла. Йәй көнө баҡсабыҙҙа матур сәскәләр ҡарай, төрлө йәшелсәләр үҫтерергә лә етешә. Әсәйем бөтә ергә лә етешә. | Минең хобби (пример, һәр кеше үҙенең хобби тураһында яҙа) Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. Кемдер китап уҡый, компьютерҙа видеолар эшләй, һүрәт төшөрә, йыр менән мауыға. Ә минең иң яратҡан хобби — ул бейеү. Бәләкәй саҡтан уҡ бейергә яраттым, дуҫтарым менән төрлө хәрәкәттәр(движения) уйлап таба инем. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, байрамдар, конкурстар, концерттар беҙҙең бейеү группаһының бейеүҙәренән башка үтмәне. Уҡырға ингәс, хореография түңәрәгенә йөрөй башланым. Унда үҙемә яңы дуҫтар таптым. Бөгөнгө көндә лә бик теләп hәм яратып йөрөйөм. Сөнки миңә төрлө ҡалаларға конкурстарға йөрөү миңә бик оҡшай, унда Рәсәйҙең башҡа матур урындарын күрәһең. Тағы ла бейеүселәр менән танышыһың, уларҙың сығыштарын ҡарайһың. Бейеү – ул минең иң яратҡан хобби. |
Минең яратҡан шағирым Бәләкәй саҡтан яратып уҡыған шағирым, яҙыусым – Мостай Кәрим. Ул – башҡорт халыҡ шағиры. 1919 йылды Башҡортостандың Шишмә районында тыуған. Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан. Уны белмәгән, әҫәрҙәрен уҡымаған кеше юҡтыр беҙҙең республикала. Мәктәптә уның бик күп әҫәрҙәре менән таныштыҡ, шиғырҙарын ятланыҡ. “Әлфиә хикәйәләре”, “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” хикәйәләрен яратып уҡыным, геройҙары өсөн ысын күңелдән ҡайғырҙым. Ә инде Мостай ағайҙың хикәйәләре буйынса төшөрөлгән “Сестренка” , “Өс таған” киноларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараным. Миңә бик оҡшаны. | |
Шайморатов генерал Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды сал Урал. Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал. Был дәртле йырҙы белмәгән кеше юҡтыр. Өлкәндәр ҙә, уҡыусылыр ҙа яҡшы белә. Йырҙа халҡыбыҙҙың батыр улы Шайморатов генерал данлана. Башҡорт ир-егеттәре тыуған ил һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Александр Матросов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Шуларҙың рәтендә генерал Шайморатовтың да исеме йөрөй. Генерал Шайморатов – башҡорт хылҡының геройы. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы егете. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул меңдәрсә башҡорт атлыларын яуға алып сыға һәм уларҙың батырҙарса һуғыша алыуына бар көсөн һала, өйрәтә. Үҙе яу ҡырында 1943 йылда батырҙарса һәләк була. Уның исеме мәңгеләштерелә: 2022 йылда, Өфөлә, уға арналған һәйкәл асылды, мәктәптә уҡытыусылар йыш ҡына Миңлеғәле Шайморатов тураһында һөйләйҙәр. Мин халҡыбыҙҙың геройы менән ысын күңелдән ғорурланам. Беҙҙең быуын бер ҡасан да уның исемен оноторға тейеш түгел. | Тыуған ил батырҙарын онотмай (Шайморатов генерал, Салауат Юлаев, 7,10 темалар ) Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ геройҙарға бай. Тарихта Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Александр Матросов, Алдар батыр, Ҡаһым түрә кеүек исемдәр мәңгелеккә уйылып ҡалған. Уларҙың исеме республикабыҙҙа мәңгеләштерелә. Яҙыусылар, шағирҙар улар тураһында әҫәрҙәр ижад итә. Геройҙарҙың тыуған яҡтарында, баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәлдәр асыла, район һәм ҡалаларҙа урамдар геройҙар исемен йөрөтә. Шулай уҡ мәктәптәптәрҙә йыш ҡына тыуған яҡтың батырҙары тураһында саралар үтеп тора, документаль фильмдар күрһәтелә. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә геройҙарҙың тормошо,яҙмышы тураһында өйрәнеү миңә лә бик оҡшай. Мин халҡыбыҙҙың геройҙары менән ысын күңелдән ғорурланам. Беҙҙең быуын бер ҡасан да уның исемен оноторға тейеш түгел. |
Минең әсәйем Әсәй – ерҙә иң гәзиз, яҡын кеше. Һәр кемгә үҙ әсәһе доньялағы иң ҡәҙерле кеше, миңә лә үҙ әсәйем бик ҡәҙерле. Барлыҡ балаларҙыҡы кеүек, минең дә телем "әннә", "әсәй" һүҙе менән асылған. Минең әсәйем бик һәйбәт, сабыр, тыйнаҡ кеше. Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары, яғымлы тауышы миңә шатлыҡ килтерә. Мин әсәйемә ҡулымдан килгәнсә булышырға, уны борсомаҫҡа тырышам. Әсәйем миңә дәрестәремде эшләргә лә ярҙам итә: аңламаған һорауҙарыма ла сабыр гына яуап таба, файҙалы кәңәштәрен дә бирә. Мин мәктәптән ҡайтыуға, өйҙә тәмле еҫ таралған була. Әсәйем инде тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡуйырға ла өлгөргән! Беҙ уның менән тәмләп сәй эсәбеҙ, серҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ял көндәрендә беҙ саф һауала йөрөргә яратабыҙ. Әсәйем мине һәр кисте наҙлап йоҡлата, ә иртән "ҡыҙым" тип һөйөп уята. Ниндәй ҙур бәхет! Ярай әле әсәйем йәнәшәмдә һин бар! Әсәйем, мин һине бик яратам!Һиңә иң изге теләктәремде генә теләйем. | Салаут Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры Кем һуң ул Салауат Юлаев? Беҙҙең өсөн ул иң беренсе батыр,беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, ”Башҡортостандан” тигәс тә, Салауат Юлаев тиҙәр. Был ғорурлыҡ түгелме ни? Ысынлап та,халыҡ уны хөрмәтләп, бер ҡалаһына, районына, проспектына, хоккей командаһына уның исемен биргән. Өфө ҡалаһында бынамын тигән һәйкәл ҡуйылған. Халҡым тиеп, үҙенең ғүмерен биргән, язалағанда ла баш эймәгән,бирешмәгән,көслө баһадир булған беҙҙең Салауатыбыҙ. Нисә быуын яҙыусылары, шағирҙары, драматургтары, рәссамдары уны данлап әҫәрҙәр ижад итәләр. Нисә роман, драма, шиғыр, йырҙар бар. Минең күҙ алдымда Салауат ат өҫтөндә оҫта йөрөгән,уҡтан мәргән атҡан,ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаған, дәртле йырлаған, уҡымышлы, аҡыллы,ата-әсәһенә ихтирамлы,нескә күңелле,хискә бай бәһлеүән булған ул. Тормошто,тәбиғәтте яратҡан. Шунлыҡтан ул шағир булғандыр ҙа. Ул үлмәгән,ул үлмәҫ,мәңге йәшәр беҙҙең күңелдәрҙә. |