Кеше хеҙмәте менән данлы

Сагитова Алия Мавлитовна

Эҙләнеү эше

Был  тикшеренеү  эше  Ленин, Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары һәм “Сиҙәм  һәм  ҡалдау  ерҙәрҙе  үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу  хөрмәтенә” миҙалдары  менән  бүләкләнгән  данлыҡлы  механизатор, минең ҡартайым,  Изгин  Шафиҡ  Рәхимйән  улының  яҡты  иҫтәлегенә  арнала.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл izgin_aygizar.docx22.17 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Ейәнсура  районы  мәғариф   бүлеге

Иҫәнғол  2-се һанлы  урта  дөйөм  белем  биреү  мәктәбе

Эҙләнеү  эше

Кеше хеҙмәте менән данлы

                                                      Башҡарыусыһы: Изгин  Айгизәр  Миңлегәрәй  улы

                                       Етәксеһе : Сәғитова  Әлиә  Мәүлит  ҡыҙы

Иҫәнғол, 2015 йыл

Йөкмәткеһе

Инеш

Механизатор Изгин Шафиҡ Рәхимйән улы тураһында

Төп  өлөш

Тормош  юлы

Тракторсы һөнәре

Ҡартайымдың хеҙмәт юлы

Ҡартайымдың ҡаҙаныштары

Иҫтәлектәр

Йомғаҡлау

Тикшеренеү  эшенең  һөҙөмтәләре

Ҡулланылған  әҙәбиәт

Ҡушымта

Эҙләнеү  эшенең  темаһы: Кеше  хеҙмәте  менән  данлы.

Эҙләнеү  эшенең  авторы: Изгин  Айгизәр Миңлегәрәй  улы

Авторҙың  мәктәбе  һәм  класы: Ейәнсура районы Иҫәнғол  2-се  һанлы урта  дөйөм  белем  биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы

Ғилми  етәксеһе: Сәғитова  Әлиә  Мәүлит  ҡыҙы

        Был  тикшеренеү  эше  Ленин, Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары һәм “Сиҙәм  һәм  ҡалдау  ерҙәрҙе  үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу  хөрмәтенә” миҙалдары  менән  бүләкләнгән  данлыҡлы  механизатор, минең ҡартайым,  Изгин  Шафиҡ  Рәхимйән  улының  яҡты  иҫтәлегенә  арнала.

Эҙләнеү   эшенең  актуаллеге: Бөгөнгө   көндә  ниндәй   генә   һөнәр  эйәләре   юҡ. Илебеҙ  үҫкән   һайын, яңы  технологиялар, яңы  технологиялар менән  бергә  яңы һөнәрҙәр  барлыҡҡа  килә. Шул  уҡ   ваҡытта  эшһеҙлек   проблемаһы ла  бөгөн  иң  мөһим  мәсьәләләрҙең   береһе   булып   ҡала. Күптәр  юғары   уҡыу   йортон  тамамлап, үҙенең һайлаған   һөнәре  буйынса  эшләмәй, оҙон   аҡса  эҙләп,ғаиләһенән айырылып,  Себер  тарафтарына сығып  китә һәм  шунда  һаулығын  бөтөрөп, ғүмер  буйы  бил  бөгә. Бөгөнгө  көндә   илдә  ябай  эшсе  һөнәрҙәре  талап  ителә. Игенсе, тракторсы  һөнәрҙәре бөгөнгө көндә лә бик актуаль. Колхоздар булмаһа ла, фермер хужалыҡтары ойоштороп, ауылда ер алып, иген үҫтереп, мал үрсетеп йәшәргә мөмкин.

Эҙләнеү   эшенең  маҡсаты: Данлыҡлы  механизатор,  ҡартайым  Изгин    Шафиҡ Рәхимйән улының  хеҙмәт  юлы  менән  башҡаларҙы  таныштырыу, Ленин, Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендарының һәм “Сиҙәм  һәм  ҡалдау  ерҙәрҙе  үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу  хөрмәтенә” миҙалдарының ни өсөн  бирелгәнен  асыҡлау  һәм  ябай  һөнәрҙәргә  ҡыҙыҡһыныу  уятыу

Эҙләнеү  эшенең  бурыстары: Механизатор Изгин Шафиҡ Рәхимйән  улының  хеҙмәте  аша  ябай  һөнәрҙәргә  ҡыҙыҡһыныу  уятыу, тиҫтерҙәремдә  ергә   һөйөү  тәрбиәләү

Эҙләнеү   эшенең   гипотезаһы: Кеше  хеҙмәте  менән  данлы, хеҙмәте  барҙың  хөрмәте  бар, хеҙмәт эйәһе-хөрмәт эйәһе

Эҙләнеү  эшенең  сығанаҡтары: Гәзит  материалдары, шәхси әйберҙәре, орден-миҙалдары, документтар

Эҙләнеү  эшенең  практик   әһәмиәте: Йыйылған  материалдар  башҡорт мәҙәниәте, класс сәғәте  дәрестәрендә һәм музейҙа  файҙаланыла  ала.

Эҙләнеү  эшенең структураһы: Тикшеренеү  эше  инештән, төп өләштән, йомғаҡлауҙан,   Тикшеренеү  эшенең  һөҙөмтәләренән, ҡулланылған  әҙәбиәттән, ҡушымтанан тора

Инеш

Оҙаҡ  йылдар  Ейәнсура  районының  даны   һәм  ғорурлығы  булып  танылған  механизатор  Изгин  Шафиҡ  Рәхимйән  улының  исеме  өлкән  быуын   кешеләренә  яҡшы  таныш. Ергә  ереккән  ҡартайым дүрт тиҫтә  йылдан артыҡ    тыуған  колхозына ал-ял  белмәй хеҙмәт итә.Хаҡлы  ялға  сыҡһа  ла, яратҡан һөнәрен ташламай.  Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн  Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ, Ленин, Октябрь Революцияһы  ордендары һәм “Сиҙәм  һәм  ҡалдау  ерҙәрҙе  үҙләштергән  өсөн”, “Хеҙмәт  батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалдары менән  бүләкләнгән.

Төп  өлөш

Тормош  юлы

Минең  ҡартайым Изгин  Шафиҡ  Рәхимйән  улы 1937 йылдың  24  декабрендә Ейәнсура  районының  Юлдыбай   ауылында  ябай крәҫтиән ғаиләһендә  тыуып  үҫә. Атаһы – Рәхимйән, әсәһе – Ғәрифә.   Бала  сағы  ауыр  һуғыш  йылдарына  тура  килә. 1946 йылдың  көҙөндә  Юлдыбай  башланғыс  мәктәбенә  уҡырға бара. Унда  ете  класс тамамлай. 1957  йылда  хәрби  хеҙмәткә  алына . Сахалинда  өс  йыл  хеҙмәт  итеп  ҡайтҡас, тыуған  колхозында ябай колхозсы булып  эш  башлай. Күңеле техникаға тартҡас, тракторсы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә һәм  Мораҡ  ауылы профтехучилищеһына    уҡырға  бара.  1962 йылдан  1963 йылға тиклем механизаторҙар әҙерләү курсында тик “5” билдәләренә генә  уҡып сыға һәм тракторсы, киң профилле машинист, беренсе  разрядлы слесарь һөнәрҙәрен үҙләштереп,  ғүмеренең аҙағына тиклем үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡала. Дүрт тиҫтә йыл тирәһе ул “тимер ат”та тыуған колхозына  ал-ял белмәй хеҙмәт итә. ДТ -75, Т-4, Т-150 “ауыр” тракторҙарында  эшләй. Көҙөн – туңға һөрөүҙә, яҙын – сәсеүҙә баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Туңға һөрөүҙә 820 мең га ер һөрөп, рекорд та ҡуя. Баҫыуҙан бушаған арала колхоз етәкселәре  уны оҙайлы  командировкаларға ла йөрөтә: яңы  техника алып ҡайтырға булһынмы, орлоҡ ташырға булһынмы – тик уға ышаныс белдерәләр. Колхозға ниндәй генә  яңы техника килмәһен – иң беренсе  уны ултырталар. Ул техниканы өйрәнеп, башҡаларҙы өйрәтә. 1997 йылда хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен ташламай. Уның хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһаланды һәм ул түбәндәге наградаларға лайыҡ булды: Хеҙмәт  Ҡыҙыл  Байраҡ, Ленин, Октябрь Революцияһы  ордендары һәм “Сиҙәм  һәм  ҡалдау  ерҙәрҙе  үҙләштергән  өсөн”, “Хеҙмәт  батырлығы өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалдары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары шуны раҫлай. Урындағы етәкселәр ҙә уны  намыҫлы, эш һөйөүсән, тырыш тип билдәләйҙәр. Ауылдаштары уны өлгөлө атай һәм ир, тоғро һәм ышаныслы иптәш, ярҙамсы ауылдаш тип билдәләйҙәр. Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр һәм тәрбиәләп үҫтерәләр. Үкенескә ҡаршы, ҡатыны 52 йәшендә генә  ауырып вафат була. Шулай ҙа ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙен  балаларына, яратҡан эшенә арнай.

Тракторсы һөнәре

Был  һөнәрҙең  ауырлығын  механизаторҙар ғына яҡшы аңлай торғандыр. Йәйге эҫе йә сатлама һыуыҡ  булһынмы, буран йә ямғыр булһынмы – тракторсы һәр ваҡыт эштә. Тәүлегенә 16-18 сәғәт эш, 6-8 сәғәт кенә ял. Таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем һуҙылған  ауыр эш. Бындай ауырлыҡтарға үҙ һөнәренә мөкиббән   һәм  йәне ергә ереккән кешеләр генә сыҙай алалыр. Был һөнәр бөгөнгө көндә лә бик кәрәк. Беҙ өҫтәлебеҙҙе күпереп бешкән икмәкһеҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ, ә икмәк булһын өсөн ерҙе яҡшылап эшкәртергә, ваҡытында һөрөргә кәрәк.

Ҡартайымдың хеҙмәт юлы

Ҡартайым,  әрме хеҙмәтенә киткәнсе,15 йәшенән, 1952 йылда механизатор булып  тыуған колхозында эш башлай һәм ғүмер буйы “Путь Ленина” колхозында тракторсы-механизатор булып эшләй. 1961 йылдан 1966 йылға тиклем хеҙмәт көнөнә эшләй. Йылдан йыл уның эш көндәре артып бара.Мәҫәлән, 1985 йылда кеше өсөн эшләү минимумы 270 көн булһа, ул 341 көн эшләй һәм йылына 24 көн генә ял иткән, 2 ай  артығыраҡ эшләгән. 1980 йылдан алып 1991 йылға тиклем ул шулай уҡ  хеҙмәт минимумынан  артыҡ эшләгән. Шулай уҡ көнөнә  16-18-әр сәғәт эшләгән, ял итергә бик әҙ генә ваҡытын бүлгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, 5 йыл дауамында эшләүен дауам итә.

Үҙ ғүмерендә нисә гектар ер һөргәнен иҫәпләп сығараһы ине.

Ҡартайымдың ҡаҙаныштары

Бирелеү датаһы

Кем тарафынан бирелгән

Награданың исеме

Награданың номеры

1957 йылдың

18 майы

СССР Юғары Совет президиумының 1956 йылдың 20 октябрендәге Указы

“Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы

824459

1970 йылдың 27 марты

СССР Юғары Совет президиумының  Указы

“Хеҙмәт батырлығы өсөн. В.И.Лениндың  тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалы

1971 йылдың 12 майы

СССР Юғары Совет президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

710267

1974 йылдың 2 ғинуары

СССР Юғары Совет президиумының 1973 йылдың 7 декбрендәге Указы

Октябрь Революцияһы ордены

19186

1986 йылдың 24 сентябре

СССР Юғары Совет президиумының 1986 йылдың 29 авгусындағы Указы

Ленин ордены

437747

Балаларының  Шафиҡ Рәхимйән  улы тураһындағы иҫтәлектәре

Тусалина Шәүрә Шафиҡ ҡыҙы: Минең  атайым шул тиклем ябай, баҫалҡы, изге күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Ауылдаштары уны хөрмәт итте. Ниндәй эшкә тотонһа ла ялт иттереп эшләп ҡуйыр ине. Ял итә белмәне. Алдынғы эшсе булараҡ  Анапаға диңгеҙ буйына ял итергә барырға путевка менән бүләкләнһә лә, эшен ташлап китә алманы. Дөйөм эш өсөн, тыуған хужалығы һәм ауылы өсөн борсолоп йәшәне.

Изгина Сирень Шафиҡ ҡыҙы: Атайыбыҙ беҙҙе хеҙмәт яратырға, эштән ҡурҡып тормаҫҡа өйрәтте. Беҙҙең өсөн ул бөтә яҡтан да өлгө булды. Ағайҙарым  да атайымдың  юлын һайланылар. Иң өлкән ағайым Рафиҡ “Юлдаш” колхозында тракторсы, алдынғы механизатор булды. Колхоз бөтөрөлгәс тә, ауылда мал аҫрап йәшәй. Риф һәм Илһам ағайҙарым үҙ ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр.

Изгин Айгизәр Миңлегәрәй улы: Мин ҡартайымды хәтерләмәйем, сөнки ул үлгәндә миңә бер генә йәш булған. Шулай ҙа әсәйемдең, олатайҙарымдың һөйләүе аша ҡартайымдың үҫ эшенең оҫтаһы булыуын беләм һәм уның менән ғорурланам. Мин дә, ҡартайым кеүек, техника менән ҡыҙыҡһынам һәм  ҡартайымдың эшен дауам итермен, тип уйлайым.

Йомғаҡлау

        Бөгөн беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Күптәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, өйҙә ята,  йә булмаһа, эш эҙләп ситкә сығып китәләр. Изгин Шафиҡ Рәхимйән улының хеҙмәте бөгөнгө көндә күптәргә өлгө  булып тора. Бер эштән дә ҡурҡып торорға ярамай. Үҙ эшеңде яратһаң, тырышып эшләһәң, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Тыуған илеңә тырышып хеҙмәт ит – Тыуған илең дә быны лайыҡлы баһалар. Бөгөнгө көндә  әллә нисә юғары белем алып та үҙ һөнәре буйынса эшләмәгән кешеләр күп. Шулай уҡ ауылда эш юҡ тип ҡалаға китеүселәр байтаҡ. Хөкүмәтебеҙ ҙә йәштәр ауылға ҡайтһын өсөн барыһын да эшләй, материаль ярҙам күрһәтә, эш менән тәьмин итә. Ауыр эштән ҡурҡыға ярамай.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

Ейәнсура таңдары, 1998 йыл, 1 октябрь, “Ергә ереккән” мәҡәләһе

Ейәнсура таңдары, 2003 йыл, 14 июнь

Хеҙмәт кенәгәһе

Орден-миҙалдар кенәгәһе

Ҡушымта

Фотолары

Орден-миҙалдар кенәгәһенең күсермәләре

Хеҙмәт кенәгәһенең күсермәләре