Уҡыусыларым мәҡәләләре.

Исламгалеева Рамзиля Равиловна

Уҡыусыларымдың газета-журналдарҙа баҫылған мәҡәлә, шиғырҙары.

Скачать:


Предварительный просмотр:

                                      Әсәйемде яратам.

Әсәйемде яратам,

Һауыт-һаба йыуышам.

Эштән арып ҡайта, тип

Әсәйемә булышам.

Уның наҙлы ҡулдары

Һәр саҡ мине иркәләй.

Яғымлы күҙҙәре гел

Ҡояштай нур һипкәләй.

Әсәйҙәрҙе тыңлайыҡ!

Уларҙы гел һаҡлайыҡ!

Көткән ышаныстарын

Һәр ваҡытта аҡлайыҡ!        

                               Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а класы уҡыусыһы

                                                                                     Дилмөхәммәтова Залина.

                       Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

    Әсәй! Донъяла унан да ҡәҙерлерәк, унан да яҡыныраҡ кеше бар микән!? Ер йөҙөндә ул беҙҙең иң яратҡан кешебеҙ. Уның исеме – Гөлшат. Әсәйебеҙ - апайыма, миңә һәм ҡустыма ғүмер бүләк итеүсе иң изге кеше. Ул һәр ваҡытта ла яғымлы күҙ ҡараштары менән беҙҙе иркәләй. Кәрәк саҡта үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, беҙгә фәһемле кәңәштәрен бирә. Төрлө ауыр хәлдә ҡалғанда, тәү башлап беҙгә әсәйебеҙ ярҙамға ашыға. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була бит: бер хатаһыҙ ҙа булмайҙыр… Ошо саҡтарҙа ул беҙгә ауыр һүҙ әйтмәй, киреһенсә, хатабыҙҙы аңларға, киләсәктә дөрөҫ юлдан яҙмаҫҡа  ярҙам итә. Әгәр әсәйебеҙ беҙҙе әрләй икән, мин уға үпкәләмәйем, сөнки беҙҙең яҡшы кеше булып үҫеүебеҙҙе теләй. Ул беҙҙе бик ныҡ ярата.

       Әсәйебеҙ өйҙә булғанда,  унда нур  балҡып тора. Ул беҙҙе төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай, үҙенең бар наҙын биреп иркәләй. Саҡ ҡына моңһоуланып китһәк, үҙенең йылы һүҙҙәре менән беҙҙе дәртләндереп ебәрә.

      Әсәйем – һин беҙҙең өсөн тик изге нур сәсеп тороусы яҡты ҡояш!

                                                Тимерйәнова Алһыу, 5-се а класы уҡыусыһы.