«Йыл уҡытыусыһы – 2017»

Нәсибуллина Алһыу Байтимер ҡыҙы

«Конкурс «Учитель года Башкортостана – 2017»

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Эссе «Мин – уҡытыусы »18.66 КБ

Предварительный просмотр:

Эссе «Мин – уҡытыусы »

Донъяла һөнәрҙәр бик күп. Ә мин һәрваҡыт уҡытыусы булырға хыялландым. Башҡорт дәүләт педагогия университетын 1998 йылда тамамлағандан һуң, эш юлымды Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы урта мәктәбендә башланым. Үҙемдең уҡыусыларымды бик яратам.Уларҙың ҡаҙаныштарына шатланам, нимәләрелер килеп сыҡмаһа, бергә ҡайғырам. Мин улар менән икенсе, башҡаларҙыҡы кеүек булмаған ғүмер менән йәшәйем...

Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттарға эйә ул.Мин бик бәхетле! Минең яратып башҡарған эшем бар. Мин һәр кемдең яҙмышында ҙур урын биләгән, халыҡ араһында абруйы һәр саҡ ҙур булған һөнәр эйәләренең береһе булып торам.

        Мин уҡытыусы!.. «Һөнәрле кеше- ҡораллы кеше» тиҙәр бит. Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм уға тоғро булыуым менән ғорурланам. Ҙур хәреф менән яҙылған УҠЫТЫУСЫ булыу өсөн  иҫ киткес мәктәп донъяһында йәшәүселәрҙе – балаларҙы яратырға кәрәк.  Уҡытыусы һөнәренең бөтәмәгәнәһе мәктәп тупһаһындауҡыусыңды  ҡаршы алыу,  бөтә күңел йылыңды, белемеңде биреүгә һалынған.

Бөгөнгө тормошобоҙ ҡатмарлы,етешһеҙлектәргә бай.Ғәҙелһеҙлектәрҙе еңер өсөн төп эшебеҙ - уҡыу булырға тейеш тип уйлайым мин.Тормош кәмселектәренә баш эйгән уҡыусыларҙан кемдәр сығыр?Ә беҙҙең халҡыбыҙ ниндәй ауырлыҡтар килһә лә, ғилемгә өндәгән. Белемле кешене генә ихтирамға лайыҡлы тип иҫәпләгән. Мәшһүр шағир Аҡмулланың ҡыҫҡа ғына, ләкин  ғәжәп тос мәғәнәле һүҙҙәрен иҫтән сығармаһаҡ ине: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!»  Ниндәй ҡиммәтле һүҙҙәр!

         Бөгөнгө заман күп кенә тормош ҡиммәтәрен яңынан ҡарап сыҡты,үҙгәртте. Быуындарҙан быуынға тапшырыла килгән  әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен, ғаилә тәрбиәһен  һанламау күренештәре йышайҙы. Әммә хәҙерге йәмғиәт тә яңы быуынды грамоталы, эшһөйәр, үҙ аллы, үҙ фекерле, гражданлыҡ тойғоһо булған йәш кеше  итеп күргеһе килә һәм уҡыусы, уҡытыусы алдына юғары талаптар ҡуя. Педагогтың донъяға ҡарашы, донъяны  ҡабул итеүе , әүҙем йәшәү позицияһы  уҡыусыға тормошҡа ҡулайлашырға,үҙ урынын табырға, үҙен һынап, баһалап ҡарарға ярҙам итә. Шуға күрә заман уҡытыусыһының төп бурысы - баланың төрлө яҡлап үҫешенә шарттар булдырыу, интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә юлдар асыу. Һәләтһеҙ балалар булмай, уларҙы аса, күрә һәм үҫтерә генә белергә кәрәк. Уҡытыусы йыйған тәжрибәһе, алған белеме менән уҡыусыларҙы үҙе артынан әйҙәй, эшләргә, ижад итергә, үҙ фекерен әйтергә һәм яҡларға өйрәтә ала икән, шул ваҡытта ғына уны ысын мәғәнәһендә уҡытыусы тип әйтергә була.

                  Ә башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының бурысы икеләтә ҙур,сөнки донъяға гуманистик ҡарашлы, милли үҙаңлы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу  иң беренсе  әҙәбиәт,тел дәрестәрендә һәм шәхси өлгө аша бирелә. Ошо мәлдә педагогия институтында уҡытҡан уҡытыусыларымдың  һүҙҙәре һәр саҡ иҫкә төшә: “ Һеҙ - уҡытыусылар, эстән дә, тыштан да  матур булырға тейешһегеҙ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иң яҡшылары, иң матурҙары, иң тырыштары, иң аҡыллылары, иң алдынғылары булырға тейеш,сөнки һеҙ -милләттең йөҙө, рухы”. Ни тиклем оло мәғәнә ята был һүҙҙәрҙә. Беҙ-рух һаҡсылары. Ә нимә һуң ул рух? Минеңсә, рух ул – кешенең милли әхлаҡи кѳсѳ, милли үҙаң кимәле. Әҙәбиәт дәрестәрен юҡҡа ғына «кеше рухы инженерҙары» тип әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә  уҡыусы-уҡытыусы хеҙмәттәшлегенә таянып, проблемалы һорауҙар ҡуйып, уйландырып, уҡыусыны был тормошта тыуған иле, халҡы таянырҙай ижади  шәхес итеп тәрбиәләүгә ҡоролған дәрестәр үткәрергә тырышам. Рухи тамырҙарын белгән, ер, халыҡ, телебеҙ  тип  йән атҡан батырҙар Батырша, Алдар, Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауат образдары аша, уларҙы һүрәтләгән тарихи әҫәрҙәр аша уҡыусым күңеленә рух орлоҡтарын сәсергә ынтылам.

      Уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра.  Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр  итеп  йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем,  ныҡлы терәгем һәм таянысым –  әсәйем, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр  көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам,йылмаям ,эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!