2015 – Әҙәбиәт йылы

2015 – Әҙәбиәт йылы
Яҡташ яҙыусылар аҙналығы старт алды
Шөкөр, тыуған яғыбыҙ төрлө йәһәттән дә таланттарға бик бай. Шул иҫәптән яҙыусы, шағир кеүек рухиәтебеҙ өлгөһө булырҙай шәхестәребеҙ менән дә дан тотабыҙ. Үҙәк район китапханаһы Йыл һайын май айында яҡташ яҙыусыларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, улар ҡатнашлығында йәки уларҙан тыш осрашыуҙар, кисәләр, китапхана дәрестәре, конференциялар ойоштороп, бик ҙур эш башҡара.
Быйыл да Яҡташ яҙыусылар аҙналығы старт алды. Ул 13 – 20 май арауығында ҡала һәм бөтә ауыл китапханаларында гөрләп үтәсәк. Үҙәк район китапханаһында ойошторолған тәүге сара Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы, һәүәҫкәр композитор, бихисап китаптар авторы Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов ижадына арналды. Сарала Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова етәкселегендәге студенттар һәм Аҡморон ауылының аҡһаҡалы, әҙәбиәт һөйөүсе Фәрит Фәттәхов ҡатнашты. Үҙәк район хеҙмәткәрҙәре Венера Ушанова, Сәрүәр Иҙелбаева һәм Венера Ишбаева кисәлә ҡатнашыусыларҙы яҡташ яугирҙарға, оло яҙыусыларға һәм хәҙерге быуын ижадсыларына арналған күргәҙмәләр менән таныштырҙы. Артабан Борис Мөхәмәт улы йыр һәм шиғыр яҙа башлау тарихын бәйән итте. Барыһы ла кәрәк булғандан килеп сыға – йыр ҙа, шиғыр ҙа. Шулай дауам итә һәм ижад емештәре байтаҡ йыйылғас, автор уларҙы китап итеп сығарырға ҡарар итә. Шулай итеп, бер-бер артлы йыр, шиғыр, артабан хатта документаль-тарихи әҫәрҙәр йыйынтыҡтары барлыҡҡа килә. Тынғыһыҙ Борис ағай һаман да ялҡынланып ижад итеү өҫтөндә. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең һәр сараһына уның йылыҡай ғына өр-яңы китаптарын өҫтәлгә теҙеп һалыуына күнегеп тә бөткәнбеҙ һәм шулай тейеш кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит бер генә йыйынтыҡты сығарыуҙың артында күпме көс, йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ ята! Борис Хәйретдинов баянда уйнап, үҙҙәренең йырҙарын йырлап та ишеттерҙе.
Фәрит ағай Фәттәхов егеттәргә шәжәрәләрен белергә, китаптарҙы күберәк уҡырға саҡырҙы.
Шулай итеп, ике аҡһаҡал йәштәргә үҙҙәренең тормош тәжрибәләре ярҙамында туплаған алтынға тиң аҡылдарын еткерҙе. Студент егеттәрҙең, ололарҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, компьютер, интернет кеүек замана сирҙәренә бирелмәй, уларҙан киләсәктә тарихын, халҡын һөйгән башҡорт рухлы ир азаматтары үҫеп сыҡһа ине, тип теләге килә.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.
 
image