Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты
Опубликовано 27.10.2015 - 18:22 - Сатлыкова Гөлнара Сыңғыҙ ҡыҙы
Уҡытыусы! Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан. Уҡытыусы- балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул! Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк,хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе.

