5.Балаларҙың ижади эштәре
Уҡыусыларҙың ижади эштәре
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 33 КБ | |
| 26.5 КБ | |
| 12.29 КБ |







Предварительный просмотр:
Минең тыуған Башҡортостан!
Башкортостан суваренлы уҙ аллы демократик дәуләт, Урал тауҙарынын көньяк өлөшөндә, Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө. Ер, ер аҫты һәм тәбиғәт байлыҡтары, республиканың территорияһындағы башҡа ресурстар Баҡортостандың күп милләте халҡының милке булып тора.
Башҡортостандың рәсми дәүләт символдары булып – дәүләт гербы, дәүләт флагы, дәүләт гимны үҙенсә айырылып тора.
Башҡортостан файҙалы ҡыҙылма байлыҡтары менән, нефть, газ, төрлө таштар, торф һәм башҡа ятҡылыҡтары менән бай.
Минең тыуған яғым тәбиғәте менән бай. Ер аҫты һыуҙары менән шулай уҡ уҫемлектәр донъяһы һәм хайуандар донъяһы менән дә бай. Төҙөлөш, мәҙәниәт һәм сәнғәт кеүек тармаҡтары ла үҫешкән.
Минең тыуған яғым күп милләтле булыуы менән дэ айырыла.
Шулай итеп минең тыуған Башҡортостан бөтә яҡлап та бай һәм күренекле дәүләт.
Шәймәрҙәнова Элина
4-се «А» класы уҡыусыһы
Минең тыуған Башҡортостан!
Минең республика конъяҡ Уралда урынлашҡан. Баш ҡала - Өфө. Әгәр Башҡортостанға бейеклектән ҡараһағыҙ тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, текә ярҙар һәм икһеҙ-сикһеҙ икмәк киңлектәре курерһегеҙ. Башҡортостан территорияһы буйлап егерме биштән артыҡ ҙур һәм уртаса ҙурлыҡтағы йылғалар аға. Республикала иң бейек тау түбәләре – Ямантау һәм Иремель. Башҡортостан территорияһында илленән артыҡ шифалы минерал, ләм һәм башҡа сығанаҡтар бар. Иң ҙур күлдәр – Асылыкүл, Ҡандракул һәм Аккүл.
Башҡортостан иң матур ер!
Әхҡәмова Эльвина
4-се «А» класы уҡыусыһы
Минең Башҡортостаным!
Башҡортостан – Рәсәй территорияһында иң гүҙәл, иң бай республикаларҙын береһе. Республикабыҙ киң ҡырҙары,ҡалын урмандары, бейек тауҙары, башҡа бик күп тәбиғәт байлыктары менән дан тота. Ағиҙел, Ҡараиҙел, Һаҡмар, Дим йылғаларына һоҡланып бөтөрлек түгел.
Баш ҡалабыҙ Өфө иң матур ҡалаларҙың береһе. Унда матур – матур өйҙәр, уҡыу йорттары, театрҙар, музейҙар бик күп. Матур Ағиҙел йылғаһы ярында Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан. Республикалакүп милләт халҡы йәшәй.
Мәхмүтов Рөстәм
4-се «Б» класы уҡыусыһы
Минең тыуған Башҡортостан!
Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхеттең
Ҡәҙерен белеп кенә тотогоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
Мостай Кәрим
Тыуған ерем Башҡортостан бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашҡан. Башҡортостаныбыҙ – иҫ киткес матур һәм бай республика ул. Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел, ә тәбиғәтенең байлығы, матурлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләре, йылға-күлдәренең күплеге, һыуҙарының муллығы менән һоҡланғыс ул. Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, шишмә сылтырауы, һыҙылып ал таң атыуы, алһыуланып шәфәҡ һыҙылыуы һоҡландыра. Ошондайәшәүемә шатланам һәм ғорурланам!
Сормантаев Данил
4-се «А» классы уҡыусыһы
Минең тыуған Башҡортостан!
Башҡортостан республикаһы – Бөйөк Ватаныбыҙҙың бәләкәй генә бер өлөшө. Хазиналарының муллығы, еренең һәйбәтлеге, тәбиғәтенең гүзәллеге менән кемдәрҙе генә һоҡландырмай!
Йылы аяҙ көндәре менән – Кавказды, сатнама һыуыҡтар менән – Себерҙе, көслө еле менән – Казахстанды, ҡойма ямғырҙар менән тайғаны хәтерләтә. “Ҡара алтыны” өсөн Башҡортостанды – “Икенсе Баку”, шифалы һыуҙары өсөн “Икенсе Кавказ” тип атайҙар.
Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында Шүлгән таш мәмерйәһе урынлашҡан. Башҡорттар был ерҙә бындай ҙур мәмерйә барлығын күптән белгәндәр. Әммә уның эсендә ниндәй серҙәр һаҡланыуы бер кемгә лә билдәле булмаған.
Беҙҙең Башҡортостанда Янғантау шифаханаһы бар. Бынан күп йылдар элек унан эҫе газ һәм пар сыға башлаған. Ошо ерҙә йәшәгән кешеләр ул парҙың файҙалы булыуын белеп алған.
Минең республикамда төрлө милләт халыҡтары бик татыу йәшәйҙәр: башҡорттар. Татарҙар, марыйҙар, үзбәктәр, сыуаштар, һ.б.
Башҡортостан, һин беҙҙең
Тыуған-үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
Тауың бирә һары алтын,
Ерең бирә ҡара алтын.
Балыҡҡа бай һыуҙарың,
Ашлыҡҡа бай ҡырҙарың.
Ғәлиева Регина
4-се «А» классы уҡыусыһы
Предварительный просмотр:
Тыуған яғым – Башҡортостан!
(иншалар конкурсы)
Тыуған төйәгем һин, Башҡортостаным!
Мин йәй көнө әсәйем менән Германияла булдым. Унда мине күп нәмә хайран ҡалдырҙы. Башлап самолетта осоу, сит телдә һөйләшкән бихисап кешеләр, төрлө маркалы машиналар, матур-матур гөл баҡсалар.
Тик бер аҙна үтеү менән мин инде Нефтекаманы һағына ла башланым. Бигерәк тә йәй көндәре юҡһындырҙы. Һәр йылды мин олатайыма ауылға ҡунаҡҡа ҡайтам. Уның менән ат егеп мәтрүшкә йыйырға, минлек бәйләргә урманға барыуҙар… Ә еләктәр һуң! Ауыҙҙа үҙҙәре ирей, хатта өйгә лә ҡайтаһы килмәй. Иртән-иртүк тороп баҡса артындағы әрәмәлектәге һандуғастар һайрауын тыңлау, ялан тәпәй ысыҡлы үләндән, ҡап-ҡара ерҙән йүгереү, һыу ҡойоноуҙар, бәпкә ҡарауҙар, кис көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙар мөңрәүе - барыһы ла бик һағындырҙы. Унан дуҫым Илнурҙы күреп һөйләшәһем, уй-кисерештәрем менән уртаҡлашаһым килде.
Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан иһә шуларҙың бөтәһе менән дә мәшһүр.
Әйе, атайымды, тыуған ҡаламды, Башҡортостанымды бик тә һағынып ҡайттым. Боролоштағы таныш светофор ағайым да йәшел күҙен мут ҡыҫа биреп: “Рәхим ит тыуған ҡалаңа!”- тип ҡаршы алды.
Башҡортостан!
Һинән гүзәл яҡты
Осратманым, күпме ер үтеп.
Һин үҙең дә -
Ватан киңлегенең
Ғорурлығы, сая бөркөтө!
Факиһа Туғыҙбаева.
Предварительный просмотр:
Тыуған илем – Башҡортостан!
Мин донъяның иң йәмле ерендә – Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Республикам тураһында нимәләр әйтеп була һуң? Нимә әйтһәң дә, аҙ булыр кеүек. Башҡортостаным минең балға, ҡымыҙға, нефткә, күренекле шәхестәргә бай. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева... һәм башҡалар, былар барыһы ла республикамдың ғорурлығы.
Ә тәбиғәте ниндәй уның! Ҡуйы-ҡуйы урмандары, киң болондары, таҙа һыулы шишмәләре, йылғалары, күлдәре... Ап-аҡ ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле еләккә бай. Унда ниндәй генә хайуандар юҡ: айыу, төлкө, ҡуян һәм башҡалар. Туғайҙарҙа сәскәләрҙең тәмле еҫенән баш әйләнә. Бында һәр йыл миҙгеле лә үҙенсә матур. Башҡа ерҙә бындай гүзәл тәбиғәт юҡтыр. Был матурлыҡҡа бейеккә менеп ҡараһаң, иҫең китер...
Республикала төрлө милләтле халыҡ йәшәй: башҡорт, татар, рус, удмурт һәм башҡалар. Төрлө милләтле булһа ла, бындағы халыҡ бер төрлө – ҡунаҡсыл.
Беҙҙең республикала бик күп бейек өйҙәр төҙөлә, балалар өсөн күп эш эшләнә. Йыл һайын Башҡортостан үҙгәрә, матурлана, байый. Мин үҙемдең тыуған илем менән ғорурланам. Үҫкәс, республикамдың уңышлы кешеһе булырмын, тип уйлайым, тыуған илемә тик файҙа ғына килтерергә теләйем.
Ниғәмәтуллин Илмир 4 б класы уҡыусыһы (уҡытыусыһы Ниғәмәтуллина Л.Р)
Тыуған яғым- Башҡортостан!
Мин Башҡортостанда йәшәйем. Тыуған яғым күңелемә яҡын һәм мин уны яратам. Минең өләсәй менән олатай Бишбүләк районында йәшәйҙәр. Йәй көндәрендә мин уларҙа ял иттем. Уларҙың ауылы аша Дим йылғаһы аға. Ул бик һалҡын. Ауылыбыҙҙы бик күп тауҙар уратып алған. Тауҙар итәгендә тәмле еләктәр үҫә.Өләсәй менән икәүләп еләккә йөрөп, телде йоторлоҡ ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Олатай беҙҙең бик эшсән, тырыш. Ҙур хужалыҡтарын ҡарарға ярҙам итергә тырышам. Иртән Бөйрәкәйҙе көтөүгә оҙатып ингәс, ҡаҙҙарҙы, тауыҡтарҙы ашатырға ашығабыҙ. Ысыҡ кибеү менән баҫыуға төшөп ҡуяндарға йәшел үлән алып ҡайтабыҙ. Рәхмәттәрен әйтә-әйтә һыйланалар йомшаҡтарым. Мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә лә китә. Төштән һуң ҡыҙҙарҙы эйәртеп һыу инергә барабыҙ, ҡыҙынабыҙ. Кисен өләсәйем миңә йылы һөт бирә, уның ниндәй файҙалы икәнен белмәгән кеше юҡтыр.
Ауылда умарта ла бар. Олатай күстәнәскә һәр йәй йүкә балын биреп ебәрә. Ҡалала әсәйҙәрем менән сәй эскәндә ауылымды һағынып иҫкә алам.
Зыязова Эльза 3 б класы уҡыусыһы (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Минең Башҡортостаным!
Минең тыуған илем – Башҡортостан. Мин бының менән ғорурланам!
Башҡорттар ғәҙел, һәйбәт кешеләр, улар тәбиғәтте, йәнлектәрҙе яраталар. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, мин был телде мәктәптә яратып өйрәнәм.
Ләкин мин аңламайым: ни өсөн минең ҙур матур республикам картала бәләкәй генә нөктә булып күренә?
Әле миңә 9 йәш. Мин ғаиләм менән төрлө ҡалаларҙа, төрлө төбәктәрҙә булырға яратам. Тәбиғәттең матурлығын тойоп йәшәйем. Республикам үҙенең йылғалары, күлдәре, ауылдары, баҡсалары, ҡырҙары, урмандары менән данлана.
Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә Башҡортостан берләштерә. Тыуған төйәгем тәбиғәт тауышы менән йырлай, башҡорт халҡы үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән, ә мин – Башҡортостанымды йырлайым! Тәбиғәтен, ҡурайын, Салауатын…
Паненко Яна 4б класы уҡыусыһы (уҡытыусыһы Ниғәмәтуллина Л.Р)
Дуҫ йәшәйбеҙ
Беҙҙең ғаилә татыу һәм берҙәм. Әсәйем – уңған хужабикә. Ул йортобоҙҙо таҙа тота, тәмле ризыҡтар бешерә. Ә йәй көнө төрлө-төрлө йәшелсәләр, емештәр, сәскәләр үҫтерә. Атайым заводта эшләй. Күптән түгел, атайыма яҡшы эшләгәне өсөн, маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Апайым дауаханала эшләй. Ә мин быйыл өсөнсө класта уҡыйым. Киләсәктә юғары уҡыу йортон тамамлап, шәхси эшемде асыу һәм ата-әсәйем кеүек матур ғаилә ҡороу тураһында хыялланам.
2-се класс уkыусыhы
Ғилмийәрова Эльвина (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Сәскә баҡсаһына тиңбеҙ!
Беҙҙең ғаиләлә алты кеше - әсәйем, атайым, ҡустым, ике өләсәйем һәм үҙем. Әсәйем мәктәптә тарих фәне уҡыта, атайым – врач. Ҡустым Данил балалар баҡсаһына йөрөй, апайым менән мин гимназияла уҡыйбыҙ. Ҙур өләсәйем өйҙә генә тора, уға 89 йәш. Икенсе өләсәйем беҙ ҡайтыуға тәмле аштар әҙерләп тора. Мин үҙебеҙҙең ғаиләне яратам, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, ярҙамлашабыҙ, дуҫ йәшәйбеҙ. Яҙ көнө бергәләп баҡсала төрлө-төрлө гөлдәр, йәшелсәләр ултыртабыҙ. Минең әсәйем гөлдәр ярата, шуға күрә баҡсаға ингәс, матур гладиолустар, астралар, розалар, үрмә гөлдәр сәләмләй. Беҙҙең ғаилә лә сәскә баҡсаһына оҡшап тора.
6 -сы класс уkыусыhы
Сөләймәнова Ильвина (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Инша.
Көҙ – минең яратҡан миҙгелем.
Бына көтөп алған көҙ миҙгеле лә етте. Тәбиғәт ҡапыл үҙгәрҙе. Ағастар ҡыҙыл, һары күлдәктәрен кейҙе. Баҫыуҙарҙа ҡыр эштәре тамамланды. Ҡоштар бер-бер артлы йылы яҡтарға осалар, ә беҙҙә ҡышларға ҡалған ҡоштар ауылға яҡын килә. Йәнлектәр ҙә ояларын йылыта, ҡышҡа аҙыҡ йыя. Айыу, терпеләр ҡышҡы йоҡоға йыйына, ҡуянҡай һоро тунын алыштыра.
Кешеләр ҙә тик ятмай, уңыш йыялар, ҡышҡа еләк-емештәрҙән ҡайнатмалар, һуттар бешерәләр, йәшелсәләрҙе тоҙлайҙар.
Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур, шуға күрә мин һәр береһен айырым яратам.
III А класс уҡыусыһы Васиков Альберт (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Инша.
Ҡыштың һүрәттәре.
Бына ҡыш миҙгеле етте. Ҡышын көндәр ҡыҫҡа, ә төндәр оҙон була. Урмандағы ҡоштарға, йәнлектәргә был йыл миҙгелендә ауырыраҡ тура килә. Улар өшөй һәм асыға. Айыу, бурһыҡ һәм терпегә еңелерәк, сөнки улар йылы өңдәрендә йоҡлайҙар.
Ер өҫтөн ҡар ҡаплаған.Ҡар күп булһа, икмәк тә уңасаҡ. Ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, ағастар йоҡоға талған.
Мин ҡышты яратам, сөнки мин Яңы йыл байрамын яратам, шулай уҡ Ҡыш бабай тәҙрәгә төшөргән һүрәттәр ҙә миңә бик оҡшай.
III А класс уҡыусыһы Муллаҡаев Рөстәм (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Ҡурсағым
Бар минең матур ҡурсағым
Уға ҡарағас – иҫкә төшә баласағым.
Ә күҙҙәре, күҙҙәре –
Ялтырай төнөн үҙҙәре.
***
Ирендәрен ул буяп ҡуйған –
Сәстәрен тарап үргән.
Матур алҡалар таҡҡан
Күҙҙәре тәҙрәгә баҡҡан.
Зыязова Эльза 3 Б класы (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Әсәй һүҙе ниндәй бөйөк.
Минең әсәйем донъялағы иң яҡшы кеше. Уның ярҙамсыл ҡулын һәр ваҡыт елкәңдә һиҙергә мөмкин. Әсәйемдең исеме – Лилиә. Ул һатыусы булып эшләй. Эшендә һәр кешене мөләйем йөҙ менән ҡаршы ала, яғымлы һөйләшә. Күп кеше уға исем менән өндәшәләр, сөнки күптән беләләр.
Әсәйем ғаиләһендә онотмай. Ялдарҙы беҙ күпселек осраҡта бергә үткәрергә тырышабыҙ. Урманға сығабыҙ, боулингка барабыҙ. Ә байрамдарҙы бөтә ҙур ғаилә менән үткәрәбеҙ. Ағайҙарым әсәйемде бик ныҡ яраталар. Уға ярҙам һорап киләләр.
Мин әсәйемде бик ныҡ яратам! Ул миңә иң яҡын кеше!
Кәримова Алина 2Б класы (уҡытыусыһы Ғарипова Г.Р.)
Көндәр бик матур,
Тышҡа ҡара ла ултыр.
Бесәй ҙә йоҡлай,
Сысҡандар тотмай.
Гәрәйшина Камилә 1Б класы (уҡытыусыһы Ниғәмәтуллина Л.Р)
Яратам мин әсәйҙе,
Яратам мин атайҙы,
Яратам мин һине лә,
Онотмайым берһендә.
Хәрисов Булат 1Б класы (уҡытыусыһы Ниғәмәтуллина Л.Р)
Бесәй сысҡан ярата
Өкө сысҡан ярата
Сысҡандарға бик ҡыйын
Был донъяла йәшәргә.
Ситдиҡов Айнур 1 А класы (уҡытыусыһы Ниғәмәтуллина Л.Р)
