Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу

Мурзагалина Дина Гафуровна

Дәрескә технологик карталар. Ю хәрефе. 1 класс

 

 

 

 

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 22.yu_hrefe.docx15.52 КБ

Предварительный просмотр:

23- сө дәрес  Үткәреү ваҡыты: ----------------------------------

Дәрес темаһы. Ю хәрефе

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: төркөмләшеп, парлашып эшләү процесында бер-береңә ярҙам итеү, иптәшеңдең эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдең ниәтеңде иптәтәреңә еткереү, уны яҡлау, эшеңдең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтләнеү алыу;

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:  һүҙҙәрҙең транскрипцияһын һәм хәреф менән яҙылыуын сағыштырыу, өндәрҙе хәреф менән тамғаларға өйрәнеү;

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: башҡорт телендә ю хәрефе ҡалын һүҙҙәрҙә генә, һүҙ башында яҙылыуын , [йу]  өндәре менән тамғаланыуын асыҡлау, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең баш хәрефтән яҙылыуын билдәләү.

I.    1- се эш.  Башҡарылырға тейеш эштең шартын уҡыу, үтәү.

Эште  төркөмдәргә  бүленеп үтәргә була. Мәҫәлән: 1- се төркөм [йурамал]  һүҙен хәреф менән яҙа. Бер үк һүҙҙе бер нисә төркөмгә бирергә була. Уҡыусыларҙың эштәренә күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң дөрөҫ булмаған вариантты алып проблеманы аса башларға мөмкин. Әгәр ҙә хаталы эш табылмаһа Белмәҫйәнгә таянырға мөмкин. Мәҫәлән:

- Уҡыусылар, шул уҡ эште Белмәҫйән дә башҡарған, ул [йурамал]  һүҙен хәреф менән  ошолай яҙған: йурамал. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Уҡыусылар араһында Белмәҫйәндең хатаһын күреүселәр табылмаһа, Отҡор Белмәҫйәнгә һинең эшеңдә хата бар тип әйткәс  Белмәҫйән илай башлаған, әйҙәгеҙ уға ярҙам итәйек тип эште ойошторорға була.   Эш барышында был  һүҙҙәр бөтәһе лә ҡалын булыулығы асыҡлана.  Ғауғасыл  [й]  өнө тураһындағы әкиәтте (Й хәрефе бик ғауғасыл булған. Уның   у хәрефе менән дә татыулығы  булмаған, гел генә әрләшкәндәр, й хәрефе үҙенән һуң у хәрефе яҙылыуын теләмәгән. Әсәйҙәрен уларҙың ыҙғышы ялҡытҡан, шуға күрә  [йу]  өндәре ишетелһә, уларҙың урынына әсәләре ю хәрефе яҙыла икән.) иҫкә төшөрөү. Й хәрефе  у хәрефе менән дуҫ түгеллеге асыҡлана.

      Һығымта: 1) башҡорт телендә [йу]  өндәре урынына ю хәрефе яҙыла.

 2) Башҡорт телендә ю хәрефе ҡалын һүҙҙәрҙә генә яҙыла.

II.    2 – се эш. Эште парҙарҙа йә төркөмдәрҙә ойошторорға мөмкин. Күнегеүҙең шартын уҡыу. Башҡарыу тәртибе:

  1. Һүрәттәрҙе ҡарау, нимә төшөрөлөүен асыҡлау;
  2. Һәр һүҙҙе транскрипцияла, унан – хәрефтәр менән яҙыу;
  3. Был  һүҙҙәрҙә (юлсы, юлбарыҫ, юнысҡы) ю хәрефенең позицияһын билдәләү;
  4. Барлыҡ һүҙҙәрҙең ҡалын булыулығын тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алыу;
  5. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ю хәрефе менән сағыштырыу: тюлень, бюро. Был һүҙҙәрҙә ю хәрефенең бер өн менән әйтелеүен һәм ул алда торған тартынҡыны йомшартыуын асыҡлау.

      Һығымта: башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә ю хәрефе һүҙ  башында яҙыла.

III.  3- сө эш. Кәрәкле һүҙҙе ҡуйып һөйләмдәр төҙөп яҙыу.

  1. Һөйләмдәрҙе ҡарап сығыу;
  2. Һәр уҡыусы үҙ аллы кәрәкле  һүҙҙе  билдәләй;
  3. Килеп сыҡҡан һөйләмдәрҙе әйтеп ишеттереү (1- Юйма һатып алдым. 2- Юха төлкө йәшенде. 3- Юлбарыҫ Африкала йәшәй.);
  4. Һөйләмдең  ҙур хәрефтән яҙылыуын иҫкә төшөрөү;
  5. Африка һүҙенең  ер-һыу атамаһы (континент атамаһы) булыу сәбәпле баш хәрефтән яҙылыуы билдәләп үтелә.
  6. Һөйләмдәргә ҡуйылған һүҙҙәрҙең (юйма, юха, юлбарыҫ) барыһында ла ю хәрефе яҙылыуы асыҡлана.

      Һығымта: башҡорт телендә ю хәрефе ҡалын һүҙҙәрҙә генә һәм һүҙ башында яҙыла, [йу]  өндәре менән тамғалана.

IV. 4- се эш. Дәрескә рефлексив анализ.

Дәрестә ниндәй эштәр башҡарылыуын хәтергә төшөрөү һәм уны башҡарғанда ниндәй аңлашылмаусанлыҡ, ҡыйынлыҡ осрауын билдәләү. Ул  һүҙҙе поляға сығарып яҙыу йәки аҫтына ябай ҡәләм менән һыҙып ҡуйыу.

Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү.