Тормош мәғәнәһе тураһында эссе

Кульбердина Илюза Уразовна

Кеше ғүмерендә тормош мәғәнәһе төрлөсә сағыла.Кемдер аҡсала, кемдер байлыҡ йыйыуҙа, кемдер һөйөүҙә күрә. Тормошта һәр кем үҙенә төрлө маҡсаттар , төрлө фекерҙәр ҡуя.Тормош мәғәнәһе нимә ул?

Минең өсөн тормош мәғәнәһе-ул татыулыҡта йәшәү, ошо тормошҡа ҡыуаныу.Һәр кеше үҙенсә аңлай тормошто.Шуға ла кешегә үҙ фекереңде, уйыңды көсләп тағыу килешмәй. Тормош мәғәнәһен аңлау еңелдән түгел.Мәҫәлән, минең өсөн һөйөү бөтәһе лә.Ләкин һөйөү ҡапыл ғына юҡҡа сыға, йә булмаһа яратҡан кешең ташлап китә, йә хыянат итә.Шул саҡта тормош мәғәнәһе юҡҡа сыға.Шулай ҙа кеше алға табан атлай,бер нигә ҡарамай кеше йәшәүен дауам итә, был донъяла йәшәүенә шатлана.

Был донъяла ни өсөн йәшәүҙең  һәм һинең өсөн иң мөһиме, ҡәҙерлеһе нимә икәнен,  шул әйберҙе юғалтҡас, йә булмаһа тартып алһалар ғына  аңлайһың.Тормош бер генә, шуға ла уның менән уйнарға ярамай.Шулай уҡ яныңда яратҡан кешеләреңдең булыуы мөһим.Минең балаларым -минең бер өлөшөм, минең йәшәү мәғәнәһе. Улар менән нимәлер булһа кисерә алмаҫмын кеүек. Шуға ла уларҙа мин тормош йәмен күрәм.Минең өсөн ябай кеше бәхете кәрәк. Ул минең балаларым, яҡындарым.