Публичный доклад

Кульбердина Зульфия Нуритдиновна

Кесе йәштәге балаларҙы милли рухта тәрбәиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kese_yshtge_balalarzy_doros_trbilu.docx40.16 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы балаларға белем биреү менән бер рәттән йәш быуынды лайыҡлы итеп тәрбиәләргә лә бурыслы. Был башланғыс синыф уҡытыусылары өсөн бигерәк тә мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Мин балаларҙа милли рух тәрбиәләүҙе төп бурыстарымдың береһе тип һанайым Нимә һуң ул рух? Ул үҙ бәҫеңде, юғарылығыңды белеү. Шундай ҡиммәттәр бар. Улар заман, тарих һынауын үткән, улар кешелеккә, милләткә йәшәргә ярҙам итә.  Башланғыс синыфтарҙан уҡ өйрәнергә тейешбеҙ беҙ быларҙы. Илем-ерем, төйәгем, милләтем, нәҫел-затым, телем, тарихым, мәҙәниәтем – халҡым уны быуаттар буйы хәтер һандығына йыйған, һис бер ваҡыт баш тартмаған. Милләттең рух азатлығы бына нимәлә. Шуға ла эшемдең тәүге йылдарында уҡ балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙе үҙемдең маҡсатым итеп ҡуйҙым, үҙ-үҙемде камиллаштырыу темаһы итеп тә ошо теманы һайланым. Балалар  баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә  үк мәктәп-балалар баҡсаһы администрацияһы менән берлектә тирмә эшләтеп алдыҡ, ҡурсаҡтарға милли кейемдәр тектерҙек. Был эшемде мин башланғыс синыф уҡытыусыһы булып күскәс тә дауам иттем. Сөнки балалар – беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге.

Халҡыбыҙҙың һәр төйәккә генә хас булған бишек йырҙары, әүрәткестәре, һамаҡлауҙары, бармаҡ уйындары күп төрлө. “Баланы бишектән тәрбиәләйҙәр” тигән тапҡыр әйтемдең асылына көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ. Тәүге йылдарҙа ата-әсәләрҙе “тәрбиәләүгә” иғтибар күберәк бирелде, ә инде унан һуң улар үҙҙәре үк балаларҙа милли рух тәрбиәләүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсыларыбыҙға әүерелде. Үкенескә күрә, беҙҙең балаларҙың бишек йырҙарын, әүрәткестәрҙе, һамаҡлауҙарҙы баҡсаға килгәнсе ишетмәүҙәре хәҙерге заман өсөн ғәҙәти хәл. Шуға күрә тәрбиәсегә  лә, башланғыс синыф уҡытыусыһына ла, әсә ролен үҙенә алып, балаларға шул хазиналарҙы еткереү, аңына, ҡанына һеңдереү өсөн күп көс һалырға тура килә. Балаларға был бик оҡшай. Мәктәптә әҙәби уҡыу, башҡорт теле, тирә яғыбыҙҙағы донъя, сәнғәт, физик тәрбиә дәрестәрендә, синыф сәғәттәрендә, тематик кисәләрҙә ҡулланыу бик отошло һәм мин шулай ҡулланам да. Телгә һөйөү уятыуҙа, милли рух тәрбиәләүҙә халыҡ йолаларының, байрамдарының, уйындарының әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ. Кесе йәштәге балаларҙың донъяны танып белеүенең төп төрө уйын һанала. Милли уйындарыбыҙ аша кескәйҙәрҙе халҡыбыҙҙың боронғо һәм хәҙерге көнкүреше менән таныштырам. Мәҫәлән, аттар. Башҡорт халҡының тормошонда уларҙың тотҡан роле тураһында һөйләгәндә балалар баҡсаһында уйынсыҡ аттар ҡулланып, уларҙы егергә, туғарырға өйрәтһәм, башланғыс синыфта төрлө һүрәттәр, презентациялар ярҙамында аңлатам. Улар уйнаған саҡта темаға ҡағылышды терминдарҙы ҡабат-ҡабат иҫтәренә төшөрәләр.

Тәрбиәсе һәм башланғыс синыф уҡытыусыһы – балаларҙың күңеленә халыҡ рухының тәүге орлоҡтарын сәсеүсе. Шытымдарҙың ниндәй кимәлдә булыуы уның ҡулында. Кескәйҙәрҙә оло кешеләргә, дуҫ-иштәргә, ата-әсәһенә, уҡытыусыларға ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләргә тырышам. Ғаилә ҡиммәттәрен беренсе урынға ҡуймау, ололарҙы хөрмәт итмәү, ҡәҙерләп үҫтергән  балаһының туң йәрәкле булыуы, туғанлыҡ хистәренең һүнеүе арҡаһында балалар ата-әсә, ә ата-әсәләр балаларының ҡарауынан мәхрүм ҡалған осраҡтар ҙа бар.

Бөтә уҡыусылар ҙа байрамдарҙы ныҡ ярата. Яңы йыл байрамы менән бер рәттән милли байрамдар өҫтөнлөк алып тора. Йыл һайын “Һабантуй” , “Ҡарға бутҡаһы” байрамдары үткәрәбеҙ. Иң мөһиме беҙ йолалар аша балаларҙа үҙ халҡына һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Милли байрамдар тик башҡорт халҡына ғына хас булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе асыҡ күрһәтә. Уҡыусылар уларҙы йыр-моң аша, уйын-көлкө аша хәтерҙәрендә ҡалдыра. Баланың милли үҙаңын уятып, кәрәкле йүнәлеш биреп ебәрә алһам, бурысымды үтәй алғанмын тип уйлайым.

Милли рух үҫтереүҙә халыҡ тарихы, уның батырҙары, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында һөйләшеү ҙә бик файҙалы. Салауат Юлаев, Кийнә Арыҡҫланов, Ишмулла Дилмәхәмәтов, Рәми Ғәрипов, Мостай Кәрим кеүектәр менән әлдән-әле таныштырып торам. Бәләкәй балалар бәлки уларҙың бөйөклкгөн аңлап та етмәйҙәрҙер, шулай ҙа исемдәрен хәтерҙәрендә ҡалдырып, халҡымдың шундай шәхестәре бар, булған, тип белһә лә яҡшы.

Республикала билдәлелек яулаған шәхестәр менән бер рәттән ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре менән дә таныштырам. Иҫәндәре менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, мәрхүм булғандарының тыуғандарына ярҙамға йөрөйбөҙ.

Бөгөнгө балаларыбыҙҙа милли рух тәрбиәләй алыу – алмауыбыҙ халыҡтың киләсәктә йәшәү-йәшәмәүе менән тығыҙ бәйле. Тимәк, бөгөн башланғыс синыф уҡытыусыһы ҡулында милләт яҙмышы. Иң башта беҙ балаларҙы үҙҙәрен яратырға, ихтирам итергә өйрәтергә тейешбеҙ. Үҙен үҙе яратмаған халыҡты ниндәй халыҡ ихтирам итһен.

Һуңғы йылдарҙа күпләп балалар баҡсалары, мәктәптәр асыла, иғтибар арта. Телем үлмәй икән – халҡым йәшәй! Ә телле халыҡ рухһыҙ булмай! Алда эшләйһе эштәр, үрләйһе үрҙәр күп әле.

Минең иң ҙур хыялдарымдың береһе булып ауылымда яңы типтағы мәктәп-балалар баҡсаһы асыу тора. Бөгөнгө көндә балаларҙы заманса тәрбиәләү өсөн шарттар етмәй. Балаларҙың күңеле ап-аҡ ҡағыҙ кеүек, нимә яҙырға теләһәң, шуны яҙып була. Бала күңеле - асылмаған сер. Ә серҙе асыу өсөн һәр баланың күңеленә юл асырға, һәләтен асыҡлай, күрә белергә һәм артабан үҫтерергә кәрәк. Мәктәптә шәхестең бөтә яҡлап та һәләттәрен асырлыҡ, үҫтерерлек шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Матурлыҡты тик матурлыҡ ҡына тыуҙырыуына иманым камил.