Мой блог

Аминева Лилия Искандаровна

Һөнәрем кешеләр менән тығыҙ аралашыуға ҡоролғас, мин һәр ваҡытта ла кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә иғтибар итәм. Кеше үҙен нисек тота, аралашыуҙы нисек алып бара?Телмәр кешенең күңел көҙгөһө булып тора. Тел тәбиғәтте, тормошто танып белеүҙә, уны үҙгәртеп ҡороуҙам берҙән бер ҡорал булып тора. "һүҙенә ҡарап эйәһен таныйҙар. Йәғни һөйләшә белеү кешенең һүҙгә һәләтен генә түгел, уның ҡылыҡ, әҙәбен дә асыусан була. Һәр хәлдә, үҙен ҡәҙерләй белгән кеше һүҙен дә, табындаштарын да ҡәҙерләй белер. Кешенең һөйләшеү рәүеше аша үҙен нисек тотоуы, әҙәп - ҡылығы көндәлек тормошта, эштә лә ныҡ һынала. Үҙ ҡәҙерен белгән кеше ҡайҙа ла һәр һүҙенә эйә булыр, һәр һүҙендә инсафлыҡ, әҙәплелек һаҡлар," - тип яҙа күренекле шәхес Ғайса Хөсәйенов "Донъя" исемле парсалар китабында. Шунлыҡтан үҙ һүҙебеҙгә, телмәребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ ине. Һүҙ менән кешене үлтереп тә, терелтеп тә була.