Дәрес

Гимашева Альфира Раисовна

Зәйнәб Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл z.biisheva._auyryuzan_kotoldo.docx43.69 КБ

Предварительный просмотр:

Зәйнәб Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо.

Ҡылым темаһын ҡабатлау.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәпең 5 –се класында

уҡыусы рус балалары өсөн дәрес өлгөһө.

Ғимашева Әлфирә Рәис ҡыҙы.

Мәсетле районы 1-се һанлы Оло Ыҡамаҡ лицейы

Зәйнәб Биишева. Ауырыуҙан ҡотолдо.

Белем биреү маҡсаты: Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадын өйрәнеү; Яңы һүҙҙәр өйрәнеү; Ҡылым темаһын ҡабатлау.

Үҫтереүсе: Тема буйынса телмәр күнекмәләрен үҫтереү. өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыуҙы арттырыу;

Тәрбиәүи:   сәләмәт тормошҡа, хәүефһеҙлеккә етди иғтибар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Усманова М.Г., Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барылған 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек,  аудиояҙма, проектор, интерактив таҡта, дәрес буйынса презентация,  Зәйнәб Биишеваның портреты, саңғыла, санала, конькиҙа шыуыусы, хоккей уйнаусы балалар төшөрөлгән фотоһүрәттәр, өҫтәлмә материал - “бойороҡ хаты”, Оло Ыҡтамаҡ ауылында булған “Атлант” стадионындағы,  “Комета-спорт” саңғы базаһындағы, Яланғас тауҙағы шыуыусы балаларҙың фотоһүрәттәре.

Дәрес  төрө: Яңы материалды өйрәнеү, үтелгән теманы ҡабатлау.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Шәхси: Башҡорт телен аңлау,  һүҙлек запасы байыу. Физик күнекмәләр, саф һауалағы уйындарҙың кеше һаулығы өсөн мөһимлеген  аңлай белеү.

Регулятив: уҡытыусы ярҙамы менән маҡсат ҡуйыу, үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, үҙбаһалау.

Коммуникатив: яңы өйрәнгән һүҙҙәр менән һөйләм төҙөй белеү, диалогик телмәрҙе үҫтереү, төркөмдә һәм парлап эшләй белеү, телдән яуап биреү.

Танып-белеү: тормош менән бәйләү, башҡа предметтар менән

бәйләнеш булдырыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет буйынса һөҙөмтәләр:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр биреү. Яңы һүҙҙәр менән эшләүҙе  камиллаштырыу;

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу,  кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңө өйрәнгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөй белеү, һорауҙарға яуапбиреү, үҙ белемеңде баһалау;

Шәхси:  берҙәм, иғтибарлы  булыуҙары; төркөмдә, парлап, үҙ-аллы эшләү күнекмәләренең үҫеүе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү, аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау, яуаптар, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек эше, тәржемә итеү, уҡытыусының уҡыуы,уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу,уҡыусыларҙың һөйләмдәр төҙөүе, ял минуты, ижади эш.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу өлөшө.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ  балалар.

Уҡыусылар.һаумы мәктәп, һаумы дуҫым.

                      Һаумыһығыҙ уҡытыусым.

Уҡытыусы.  Бөгөнгө матур көндө сәләмләйек.

Уҡыусылар. Һаумы матур көн,һаумы саф һауа

Уҡытыусы.  Ҡәйефтәрегеҙ нисек һуң?

Уҡыусылар. Ҡояшлы көн кеүек. Ап-аҡ ҡар кеүек.

  1. Фонетик күнегеү.

Уҡыусылар уҡытыусы артынан һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар.

  1. ә: сәләмәт, шәп.

     ө: көрт, көн.

ү: үҙем, үҫә.

ҙ: ҙур,боҙ.

ҫ: баҫ,  баҫма.

ҡ: ҡар, ҡалын.

һ:  һыуыҡ, һаулыҡ.

ң:  саңғы, сағысы.

ғ:  ғәҙәт. ғәилә.                                 СЛАЙД.

Сынығабыҙ  саф  һауала

Күңелле үтә ҡыштар.

Етеҙ коньки, саңғы, сана-

  Беҙҙең иң яҡын дуҫтар!                        СЛАЙД.

 (Хор менән уҡыу, ҡалын хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәргә балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү. Уҡытыусы балаларға был шиғырҙы дәрестең девизы итеп алырға тәҡдим итә).

      3.Өйгә  эште тикшереү:

(Ике күнегеүҙең береһен һайлап эшләргә  ине).

  1. 310-сы  күнегеү, 1-се абзацты тәржемә итергә.

Ҡыш етте. Аҡ  ҡар яуҙы. Лена менән Ринат тауҙа сана шыуалар. Андрей менән Айгөл катокка барҙылар. Марат хоккей уйнарға ярата.

  1. Шиғырҙы ятларға.Ф.Рәхимғолова. Тау шыуғанда.

Аҫҡа шыуып төшкән саҡта,

Бик тә рәхәт – елдерәм!

Санама ла рәхәт булһын –

Үргә тартып мендерәм.

(1-се эште эшләүсе бер төркөм  берәр һөйләмдең тәржемәһен уҡыйҙар, икенсе төркөм парлап бер-береһенең дәфтәрен тикшереп баһа  ҡуялар:

2-се эште эшләүсе бер-ике бала таҡта алдына сығып  шиғырҙы яттан һөйләй. Бишлегә  һөйләүсе уҡыусылар уҡытыусыға яҙам итә, синыфташын  баһалай).

4.Үткән дәресте ҡабатлау.

Диалогты уҡырға, тәржемә итергә. (Ике уҡыусы ролдәргә бүлеп уҡыйҙар, ике уҡыусы ролдәргә бүлеп тәржемә итәләр. Ҡылымдың башҡарылыу һәм башҡарылмауын әйтеү).

- Алло. һаумы Гүзәл.

- Алло. һаумы Андрей.

- Хәлдәрең нисек?

- Ауырып торам, тымау тейгән.

- Улай булғас катокка бармайһыңмы?

- Юҡ инде, бара алмайым.

- Врачҡа яҙылдыңмы?

- әсәйем тиҙ ярҙам саҡыртты.

- Ярай, иҫән-һау бул!

- һау бул, ауырыма!

(ҡылым темаһын ҡабатлау.         Ҡылымдың барлыҡ һәм  юҡлыҡ формаларын билдәләү).

5. Ял минуты.

  1. Дин-дин-дин!

ҡыңғырау тауышы

Яңғырап китте залда.

Зарядкаға! Зарядкаға!

Кемегеҙ баҫа алда?!

Бер, ике – уңға борол!

өс,дүрт- һул яҡҡа!

Бер, ике -ҡулдарыңды

Тейҙереп ал аяҡҡа!

өс, дүрт – эйеләйек!

Бер, ике – үҫәйек.

өс, дүрт – ултырайыҡ.                       СЛАЙД.

  1. «Тышта ҡар яуа» йырын тыңлау.  Балаларҙың иғтибарын фотоһүрәттәргә йәлеп итергә.      СЛАЙД.

6. Яңы тема.

Уҡытыусы.  Һеҙ ҡайһы  фотоһүрәттәр  тураһында һөйләгәнде аңлайһығыҙ, үҙегеҙ ҙә һөйләмдәр төҙөй алаһығыҙ?

Уҡыусыларҙың  яҡынса яуаптары. Сана шыуыу, коньки шыуыу, хоккей уйнау тураһында үткән дәрестә өйрәндек.

Уҡытыусы. Ниндәй фотоһүрәттәр тураһында бик белмәйбеҙ?

Уҡыусыларҙың яҡынса яуаптары.Саңғыла шыуыу тураһында.

Уҡытыусы. Шулай булғас, һеҙ  нисек уйлайһығыҙ, беҙ нимә тураһында дәрестә һөйләшәсәкбеҙ?

- Саф һауала уйындар, саңғы шыуыу тураһында.

Уҡытыусы. Ә был турала кем яҙғанын белер өсөн башҡорт алфавитын иҫкә төшөрөргә кәрәк булыр.

Уҡытыусы.  Башҡорт алфавитында нисә өн-хәреф бар?

  Алфавитта башҡорт теленә генә хас нисә өн-хәреф бар? Нисә һуҙынҡы һәм нисә тартынҡы?

 

11,40,13,18,40,2     2, 12,12,34,8,3,1 – Зәйнәб Биишева.           СЛАЙД.

- Кем ул Зәйнәб Биишева?

- һеҙ уның тураһында нимә беләһегеҙ?

-Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Үҙебеҙгә маҡсат ҡуяйыҡ.

(Кем ул Зәйнәб Биишева тигән һорауға яуап эҙләрбеҙ. Саф һауала уйнау, саңғы шыуыуҙың файҙаһы  тураһында хикәйә уҡырбыҙ. Яңы һүҙҙәр өйрәнәбеҙ).

Беренсе һорауға яуапты табыр өсөн алдығыҙҙа ятҡан өҫтәлмә эште уҡыйбыҙ. Зәйнәб Биишева тураһында нимә яҙылған, уҡып алайыҡ.

Кем ул Зәйнәб Биишева? Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.              СЛАЙД.    

Зәйнәб Биишева ҡайҙа тыуған? Картанан Күгәрсен районын күрһәтеү. СЛАЙД.

Зәйнәб Биишева ҡасан  тыуған? Зәйнәб Биишеваға быйыл нисә йәш тула 2018-1908_110

Зәйнәб Биишева нимәләр яҙған? Китап күргәҙмәһен ҡарау. 

Зәйнәб Биишева нисә йәшендә  үлгән. 1996-1908_ 88

(Дәресте математика һәм география менән бәйләү булдырыла, балаларҙан һандарҙы башҡортса әйттереп “һан” темаһын ҡабатлайбыҙ).

- Китаптан Зәйнәб Биишеваның хикәйәһен табабыҙ.

- Нисек атала был хикәйә?

 (Уҡыусылар китаптан Зәйнәб Биишеваның исемен табып хикәйәнең нисек аталыуын һәм нисәнсе биттә икәнен әйтәләр. Дәфтәргә числоны, теманы яҙып ҡуялар).

- Иң беренсе уҡытыусы уҡый.

- Уҡыусылар таныш булған һүҙҙәрҙең тәржемәһен әйтәләр.

- Уҡыусылар таныш булған һүҙбәйләнештәрҙең тәржемәһен әйтәләр.

- Уҡыусылар таныш булған һөйләмдәрҙең тәржемәһен әйтәләр.

- Уҡыусылар текстың яҡынса тәржемәһен әйтәләр.

7. Һүҙлек эше.

Таҡталағы һүҙҙәрҙе уҡытыусыға эйәреп уҡыу.

йыш ауырый- часто болеет

дәрескә килә алмай –не может посещать урок

саңғы шыуырға – кататься на лыжах

саңғыла шыуа белмәйем- не умею кататься на лыжах

саңғы шыуырға өйрәнеү-научиться кататься на лыжах

саңғы шыуырға ҡурҡа-боится кататься на лыжах

шәп саңғысы-хороший лыжник

ҡалышмай-не отстает

дәрес ҡалдырмай – не пропускает уроки

сынығыу – закаляться

бик шатландылар – очень обрадовались.                                 СЛАЙД.

        8. Текст өҫтөндә  эш.

а)

 Уҡытыусы текстың текстың тәржемәһен һөйләп бирә.

 Уҡыусылар әйтергә ауыр булған һүҙҙәрҙе әйтәләр.

 Уҡыусылар үҙҙәре атаған ауыр һүҙҙәрҙе уҡытыусы ярҙамында ҡабатлайҙар.

 Уҡыусылар тексты берәр һөйләмләм сылбырлы уҡыйҙар.

 Тексты ролдәргә бүлеп уҡыйҙар.

б)

 Хикәйә буйынса әңгәмә ойоштороу.

- Хикәйәне кем яҙғанан?

- Нимә тураһында һүҙ бара?

- Ниндәй йыл миҙгеле тураһында һүҙ бара?

- Кем тураһында һүҙ бара?

- Кем ул Булат?

- Ул ниндәй малай булған?

- Ул ауырыуҙан нисек ҡотолған?

- Сынығыуҙың тағы ла ниндәй юлдары бар?

- һеҙ мәктәптән ҡайтҡас урамда уйнайһығыҙмы?

в).

 Урындағы материалды ҡулланыу маҡсатында балаларға ошондай һорауҙар бирелә. Балаларҙан  башҡортса яуап алырға тырышыу.

- Оло Ыҡтамаҡ балалары ҡайҙа сана шыуырға баралар?

- Яланғас тауҙа сана шыуалар.

- Оло Ыҡтамаҡ балалары ҡайҙа коньки шыуырға, хоккей уйнарға йөрөйҙәр?

- «Атлант» стадионында коньки шыуалар, хоккей уйнайҙар.

- Беҙҙең  ауыл балалары ҡайҙа саңғыла шыуырға баралар?

- Балалар «Комета-спорт» саңғы базаһына  баралар.                 СЛАЙД.

Саф һауала уйындың файҙаһы тураһында әңгәмә  ойоштороу. Өйҙә компьютер, телефон уйындары менән сағыштырыу. Саф һауала уйындың да нормаһы булыуын ,  өйгә эштәрҙе лә, ата-әсәйҙәргә ярҙам итеү тураһында ла, юл ҡағиҙәләрен дә онотмаҫҡа кәрәклеген аңлатыу.

9.Дәфтәрҙә  эш.

а) һүҙлекте дәфтәргә яҙып алалар.

йыш ауырый- часто болеет

дәрескә килә алмай –не может посещать урок

саңғы шыуырға – кататься на лыжах

саңғыла шыуа белмәйем- не умею кататься на лыжах

саңғы шыуырға ҡурҡа-боится кататься на лыжах

шәп саңғысы-хороший лыжник

дәрес ҡалдырмай – не пропускает уроки

сынығыу – закаляться.

б) Таҡтала эш. Интерактив таҡтала төшөп ҡалған үҙҙәр менән һөйләмдәр яҙылған. Таҡтаның бер ситендә ярҙамсы һүҙҙәр: лыжи, кататься, не пропускает, часто, на урок).

Булат ............. шыуа.  Саф һауала ........    ...... сыныҡтыра.  Уҡыусы ауырымай, дәрес ..............  Елена ..........ауырый. Уҡыусы .........  килә алмай. Мин ...........   .........белмәйем. Оля ........... шыуырға ҡурҡа.

Булат саңғыла  шыуа. Саф һауала саңғы шыуыу сыныҡтыра.  Уҡыусы ауырымай, дәрес ҡалдырмай.  Елена йыш ауырый. Уҡыусы дәрескә килә алмай. Мин саңғы шыуа белмәйем. Оля саңғы шыуырға ҡурҡа.

        Ҡылымдарҙы табып, башҡарылыуын һәм башҡарылмауын әйтәләр, таҡтала йәшел һәм ҡыҙыл төҫ менән буяталар.

в) Үҙ -аллы эш. Китаптың   133-се биттәге һөйләмдәрҙе уҡырға һәм  тәржемә итеп дәфтәргә яҙырға

Мин саңғыла йөрөйөм.

Мин сана шыуам.

Миңә ҡыш оҡшай.

Мин саңғыла йөрөмәйем.

Мин сана шыумайым.

Миңә ҡыш оҡшамай.

г)  Ижади эш. Уҡыусылар өс төркөмгә бүленеп, үҙҙәренә бирелгән тема буйынса бәйләнешле һөйләмдәр төҙөйҙәр, бойороҡ хатына яҙалар, уҡыйҙар.Дәрестә 15 бала булһа бойороҡ хатында бер  тема 3 хатта булырға тейеш. Уҡыусылар үҙҙәренең һөйләмдәрен бергә ҡушып бер текст килтереп сығаралар.

Беренсе төркөм. Саф һауала уйындың файҙаһы.

Икенсе төркөм. Саф һауала уйындың кире яҡтары ла бар.

Өсөнсө төркөм. Компьютер, телефон уйындарының кешегә кире йоғонтоһо.

10.Рефлекция

- Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләштек?

- Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?

- Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

- Дәрес беҙҙе нимәгә өйрәтте?

- Яңы белемде ҡайҙа ҡуллана алабыҙ?

- Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

- Киләсәктә нимәләргә ихтибарлы булырға кәрәк?

- Афарин,уҡыусылар!

Дәрестең девизына кире ҡайтыу.

Сынығабыҙ  саф  һауала

Күңелле үтә ҡыштар.

Етеҙ коньки, саңғы, сана-

  Беҙҙең иң яҡын дуҫтар!

- Ни өсөн ҡалын хәрефтәр менән яҙылған?

 - Улар бер темаға ҡарай. Бер-береһе менән бәйле.  Дуҫтар менән уйнайбыҙ. Коньки, сана, саңғыла ҡыш көнө шыуалар. Саф һауала уйнау сыныҡтыра.

11.Баһалау.

  1. “Бойороҡ хаты”-на уҡыусы үҙенең исемен яҙа, үҙенә һәм иптәшенең эштәренә баһа ҡуйып уҡытыусыға тапшыралар.
  2. Уҡытыусы дәрескә, уҡыусыларҙың эштәренә дөйөм баһа бирә.

12. Өйгә эш. Уҡыусылар үҙҙәре теләгән эште һайлайҙа, яҙып алалар. СЛАЙД.

1.  Бөтәһенә лә ятларға: саңғы, саңғы шыуырға, шәп саңғысы, сынығыу, ауырымай.

2.  үҙ ихтияры менән эшләргә.

а)  Ятларға. Булат саңғыла  шыуа. Мин шәп саңғысы. Саф һауала саңғы шыуыу сыныҡтыра.  Уҡыусы ауырымай, дәрес ҡалдырмай.  

а) Ятларға. Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Ул 1908 йылда Күгәрсен районында  тыуған. Балалар өсөн хикәйә, повесть, әкиәт, шиғырҙар яҙған.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа йырын бергәләп тыңлау. Йырҙың һүҙҙәре таҡтала була. Теләктәре булһа йырларға мөмкин.                                              СЛАЙД.

Беҙҙең дәрес бөттө. Ауырымағыҙ. Киләһе дәрескә тиклем һау булығыҙ.

(Дәрес өлгөһө башҡорт телендә яҙылды, ләкин уҡытыусы балалар аңлаған урындарҙа ғына башҡортса һөйләшә)