" Инйәр" гәзитен бергәләп һаҡлайык!

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

Районыбыҙҙа баҫылған башҡорт телендәге баҫманы күмәк көс менән һаҡлап алып ҡалыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Әгәр ҙә һәр башҡорт ғаиләһе "Инйәр" гәзитенә яҙыла, уҡый икән,тимәк, баҫманың тиражы ла һаҡланасаҡ. Гәзитте пропагандалауҙа урындағы " Ағинәйҙәр "ҡоро ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара.Педагогик хеҙмәт ветераны Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы Ғәббәсова ла район баҫмаһы менән хәбәрҙар. Йылдан-йыл кәмей барған гәзитебеҙҙең тиражы өсөн әсенеп райондаштарыбыҙға мөрәжәғәт итә хөрмәтле ағинәйебеҙ...