Тәбиғәт

Толомбаева Эльза Юрис ҡыҙы

Беҙҙең тәбиғәт бай, матур һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан йылғалары, күлдәре, һалҡын шишмәләре! Яратмау, һоҡланмау мөмкин түгел! Шундай гүзәл ерҙә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ.