“Ҡара һағыҙ серҙәре”

Ишкильдина Назира Шайхисламовна

Күгәрсен районы, Мораҡ ауылында, күп балалы өлгөлө, оҫта куллы Светлана һәм Дәминдәр Әминевтар ғаиләһендә 2014 йылда Ләйсән исемле төпсөк бер ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Был ҡыҙ ,,Ләйсән ямғыры,,на оҡшап бик иркә, наҙлы булып үҫә.Тәбиғәттә, саф һауала йороргә, уйнарға ярата. Тәбиғәт куренештәре менән ҡыҙыҡһына.Шулай бер көндө, Юлдыбай ауылына әсәһе менән ҡәрсәйгә ҡунаҡҡа барганда, бәшмәк ҡарарға туҡталалар. Ләйсән аҡ төҫтәге матур бер ағасты күреп ҡала. Был ағаста нимэлер ялбырлап һыҙырылып торғанын күрә. Ул ҡайын туҙы була. Һәм улар бәшмәк урынына кәрзингә туҙ йыйып ҡәрсәйгә алып барып күрһәтәләр.Ҡыҙым һәр эшкәлә оҫталыҡ, оһоллоҡ кәрәк шул. Бына һинең атайың да бәләкәй саҡта ҡара һағыҙ ҡайнатыу кәсебе менән ҡыҙыҡһынһа, үҫә төшә балта оҫтаһы һөнәре менән ҡыҙыҡһына башланы. Һәм бына үҙ кулы менән беҙгә ошондай йорт һалды. Биҙәктәрҙе,ҡайһы бер йорт йыһаздарын да уҙ кулы менән эшлэне.Һуңынан ике ҡатлы итеп үҙегеҙгә йорт һалып инде. Ә әсәйең ҡул эштәренә, бешерененргә оҫта. Ҡыҙым һин дә уларҙан ҡалышма, төрлө һөнәргә өйрәнергә тырыш. һеҙҙең ғаиләгә килемдә килтерер.
Ошолайтып беҙҙең кәсеп башланып китте. Башта туғандарҙы, дуҫтарҙы һыйланыҡ. Атай йыраҡтан эштән, Урал ағайым Питерҙән укыуҙан ялға ҡайткас бергәләшеп ныҡлап был кәсепкә тотонорбыҙ. Сөнки, атайымда бәләкәй саҡта инәйем менән был кәсепкә ҡыҙыҡһынғандар, кара һағыҙҙы ҡайнатып ҡарағандар.