«Урал-батыр»

Ишкильдина Назира Шайхисламовна

УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫН ЯТТАН ҺӨЙЛӘҮСЕЛӘР БӘЙГЕҺЕ.
Маҡсат: балаларға бөтә телдәрҙең тиң һәм матур булыуын, һәр кем үҙ туған телендә иркен аралаша алыуын аңлатыу.

Белем биреү бурысы: ,,Урал батыр,, тураһында белемде нығытыу.

Белемде үҫтереү бурысы: баланың һөйләү һәләтен үҫтереү.

Тәрбиәүи бурыс: ерҙә дуҫлыҡты, туғанлыҡты, татыулыҡты һаҡлауҙы тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: башҡорт халыҡ кейемдәре, мультимедиялы проектор, ҡурай моңо, эпос буйынса төшөрөлгән һүрәттәр кургәҙмәһе.