Милли кейемдәр көнө

Ишкильдина Назира Шайхисламовна

Күгәрсен районы,Мораҡ ауылы "Шишмәкәй" балалар баҡсаһының ""Бәпембә" мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән район тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙылар.Унда музей эшмәкәре Максимова О.Н. милли кейемдәр көнөнә арналған күргәҙмә, биҙәүестәр менән таныштырҙы. Ҡыҫҡа метражлы мультфильм ҡаранылар. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны. Ә төркөмдә алған белемдәрен нығытып, башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкильдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы менән берлектә төрлө дидактик уйындар уйнанылар. Мәҫәлән: "Ҡурсактарҙың милли кейемдәрен тап", "Айһылыуға байрамға кейем ", "Азаматҡа ситек ".
Милли кейем – халыҡтарҙың
Рухи билдәләнеше,
Боронғоноң һәм хәҙерҙең
Өҙөлмәҫ бәйләнеше.