14 декабрь-Башкортостанда башҡорт теле көнөн район балалар баҡсалары киң билдәләнеләр.

Ҡаҙырова Рүзилә Назиф ҡыҙы

https://vk.com/wall-209814696_992
14 декабрь-Башкортостанда башҡорт теле көнөн район балалар баҡсалары киң билдәләнеләр. Башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килгән сара айҡанлы баҡсаларҙа аҙналыктар үткәрелде. Түбән Йәркәйҙең "Баланы үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһында" беренсе кескәйҙәр төркөмөндә балалар төрлө уйындар уйнанылар, тирмә менән таныштылар, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары кескәйҙәргә әкиәттәр күрһәттеләр.
Башҡорт теле-ата-бабаларабыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек. Шул ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ.
Воспитатель: Кадырова Р.Н.