Әйҙә уйнарға (башҡорт халыҡ уйындары)

Худайбердина Гузель Зулфаровна

“Уйындарҙа - хәрәкәт, хәрәкәттә - бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт – йәшәүҙең төп нигеҙе. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора.
Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, мәҙәниәтен, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн арттыра һәм физик яҡтан нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Дәрестәрҙә фонетик күнегеү, ял минуттары, яңы теманы нығытыу өсөн халыҡ уйындарын ҡулланыу бик отошло тип уйлайым. Улар шулай уҡ уҡыусыларҙа этномәҙәни компетентлыҡты тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, командала эшләү һәм коммуникатив оҫталыҡтарын үҫтерә, уҡыуға ҡарата мотивация һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.