Конспекты уроков башкирского языка

Бакиева Лиана Искандаровна

В данном раэделе вы можете познакомиться с разработками уроков башкирского языка  как государственного языка РБ в русскоязычных школах

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока по башкирсому языку в 1 классе "Танышыу"22.72 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Башҡортостан йылғалары"16.56 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар"22.59 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Ҡоштар. Күрһәтеү алмаштары"547.82 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Башҡортостандың ете мөғжизәһе"17 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 8 классе "Өфөнөң иҫтәлекле урындары"39.24 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 8 классе "Б. Бикбай "Туған тел"33.27 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 8 классе С.Муллабаев "Көҙгө урман"20.55 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 8 классе "Ҡыш"29.34 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 7 классе "Спорт"34.47 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 7 классе "Икмәк"25.41 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку "Р.Ғарипов"51.77 КБ
Microsoft Office document icon Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Яҙғы эштәр" 41.5 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 6 классе "Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел!"20.72 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 6 классе " Һан"21.64 КБ
Microsoft Office document icon Конспект урока по башкирскому языку в 6 классе "Антонимдар"97.5 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 9 классе "Башҡорт аты"22.38 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 9 классе "Башҡорт балы"46.39 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 6 классе "Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар"20.6 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 5 классе "Башҡортостан байлыҡтары"16.39 КБ
Файл Конспект урока по башкирскому языку в 9 классе "Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?"17.31 КБ

Предварительный просмотр:

Тема : «Танышыу»

Класс: 1а,1б, 1в, 1г, 1д

Дәрес төрө:Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

  • Белем биреү: Тыуған Башҡортостан тураһында белемдәрен арттырыу, ә өнө һәм ә хәрефе менән таныштырыу.
  • Үҫтереүсе: диалогик телмәрҙе үҫтереү, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу.
  • Тәрбиәүи: тыуған Башҡортостанға ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү, башҡорт теле дәрестәрен өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу, телде өйрәнеүгә ыңғай мотивация тыуҙырыу.

Йыһазландырыу:Башҡорт теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, башҡорт хәрефтәре, 1-класс өсөн электрон дәреслек, артикуляцион күнегеүҙәр, ә хәрефе төшөрөлгән карточка.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

1. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

Уҡыусылар менән башҡорт телендә һаулашыу.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡыусыларым!

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ башҡортса иҫәнләшәйек! Һаумыһығыҙ!

Башҡортостан Республикаһы, башҡорт телендә әңгәмә ойоштороу.

- Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?

-Беҙҙең республикала кемдәр йәшәй? Улар нисек йәшәй?

- Башҡорт телмәрен ишеткәнегеҙ бармы? Ҡайҙа ишеткәнегеҙ бар?

-Кемдәр башҡортса һөйләшә белә?

Беҙҙең республикала бик күп милләт кешеләре йәшәй. Улар бик дуҫ һәм татыу. Беҙ гүзәл тәбиғәтле Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Ул бай һәм ҙур. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән башҡорт телен өйрәнә башлаясаҡбыҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙгә был телде ни өсөн өйрәнергә кәрәк?

2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1. Рус алфавитында нисә хәреф?

- Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар, беләһегеҙме?

- Башҡорт теле дәрестәрендә беҙ нимә менән шөғөлләнербеҙ икән?

- Эйе, һеҙҙең менән башҡорт өндәрен әйтергә, хәрефтәрен яҙырға, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнербеҙ. Шиғырҙар, текстар уҡырбыҙ, йырҙар өйрәнербеҙ.

2. «Башҡорт теле» иленә сәйәхәткә сығырға әҙерһегеҙме?

3. Башҡорт теле дәреслеге менән таныштырыу.

4. Яңы материалды өйрәнеү.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1. Мин, һин, ул һүҙҙәрен өйрәнеү:

- хор менән ҡабатлау

- рәттәр менән ҡабатлау

- малайҙарҙан, ҡыҙҙарҙан ҡабатлатыу.

2. Уҡытыусы һүҙҙең руссаһын уҡый, балалар башҡортса тәржемәһен әйтә.

3. Мин - уҡыусы. Мин уҡыусы малай. Мин уҡыусы ҡыҙ.

- хор менән ҡабатлау

- рәттәр менән ҡабатлау

- малайҙарҙан, ҡыҙҙарҙан ҡабатлатыу.

3. Дәреслек менән эш. 4-се бит, 2-се күнегеү. Малай менән ҡыҙҙың һөйләшеүен иғтибар менән тыңлағыҙ. Уларҙың исемдәре кем?

-Һаумы!Минең исемем-Лиана.

-Һаумы!Минең исемем-Ильдар.

4. 2-се күнегеү буйынса «Танышыу» диалогын төҙөү (парҙар менән эш).

5.Ял минуты.

-1, 2, 3 (атлайҙар),

Беҙҙә бөтә көс!

(Ҡулдарҙы яурынға һалып, көстө күрһәтеү)

Русса тәржемәһен әйтеү.

6. Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу).

1. [ә] өнөн өйрәнеү. Таҙа яҙыу минуты.

- 3-сө бит, 1-се күнегеү.

8. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. Баһалау.

- Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ?

- Дәрес оҡшанымы?

Уҡыусыларҙы баһалау. Башҡорт телендә һаубуллашыу.



Предварительный просмотр:

Дәрес: башҡорт (дәүләт) теле

Класс: 5

Дәреслек: Башҡорт теле

Дәреслек авторҙары: Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М.30-33-сы бб.

Тема: Башҡортостан йылғалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Маҡсаттар:

  1. Уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү
  2. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айыра белеү һәм дөрөҫ яҙыу
  3. Республикабыҙҙың йылғаларын белеү һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү

Йыһазландырыу: проектор,презентация, БР картаһы.

Дәрес барышы:

1. Ойоштороу мәле.

-         Һаулыҡ һорашыу. Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

2.Артикуляцион күнегеү.(слайдта)

Бер-ике, эйеләйек!

Бер-ике,үҫәйек!

Бер-ике, теҙелеше

Түңәрәктән үтәйек!

(А.Йәғәфәрова)

3.Өйгә эште тикшереү.

4.Теманы актуалләштереү.

24-се күнегеү. Йылға, тау, район, ҡала атамаларын тасуири уҡыу.

Һығымта :Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең нисек яҙылыуы тураһында уҡыусыларҙан һығымта эшләтеү.

5.Яңы тема.

  1. 24-се күнегеүҙән сығып, дәрестең грамматик һәм лексик темаһын, маҡсаттарын билдәләү.30-сы б ҡағиҙә ярҙамында теманы нығытыую
  2. Уҡыусыларҙың Октябрьский ҡалаһында,  ял иткән, ҡунаҡҡа барған райондарҙа ниндәй йылға, күлдәр булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу.
  3. Карта ярҙамында республикалағы иң ҙур йылға, күлдәрҙе билдәләү.

6.Теманы нығытыу.

  1. 29-сы күнегеү. Тесты уҡыу һәм бирем буйынса эш төрҙәрен башҡарыу.
  2. Һүҙлек эше:яҡын,  йылға, оҙонлоғо, саҡрым,ҡоя,тулы һыулы, һайыҡты, йоғотнто яһай, һаҡлау,эргәһендә, атама.
  3. Һуңғы абзацты тултырып дәфтәргә яҙыу.Парҙар менән эш итеү. Иң яҡшы эште уҡып таҡтаға һәм дәфтәргә яҙыу.

7.Йомғаҡлау.

-Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?

-Тағы ниндәй йылғалар бар?

-Октябрьский ҡалаһы эргәһендә ниндәй йылғалар һәм күлдәр бар?

8.Баһалау.

9.Өй эше.26-сы күнегеү.



Предварительный просмотр:

Класс: 5 А, 5Б, 5В,5Г

Дата:12.03.2018 йыл

Уҡытыусы:Баҡыева Л.И.

Тема: Һорауҙарға яуаптар биреү.Ҡоштар ҡасан ҡайта? Ҡабатлау.

Маҡсат:

1. Тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡчау, уға һөйөү тәрбиәләү.

2. Уҡыусыларҙа ҡоштарҙы һаҡчау, уларға ярҙам итеү теләге тыуҙырыу.

3.Аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү.

Дәрес барышы:

1.0йоштороу өлөшө:

А) Сәләмләү:

- һаумыһығыҙ.

Б) Дәрестең маҡсаты.

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙҙе, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе биҙәп торған ҡоштарға бағышлайлаясаҡбыҙ. Улар хаҡында сығыштар тыңлап үтәсәкбеҙ, йомаҡтар ҡоясаҡбыҙ, уйындар уйнап, мәғлүмәттәр туплап дәресте йомғаҡларбыҙ.

  1. Өй эшен тикшереү:

- Өй эше итеп ҡош һүрәте төшөрөп килтерергә ине.

Күргәҙмә ойоштороу. (эштәр бик матур эшләнгән, афарин, ҡоштарҙы яратыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора эшләгәндәргә бишле билдәһе)

  1. Тиҙәйткес өҫтөндә эш:

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға- ҡаға

Эй маҡтана, эй маҡтана:

Ҡанат остарына тағып,

Яҙғы хәбәр килдем алып,

Яҙ башлана! Яҙ башлана!

- Уҡытыусы тасуири уҡый.

- Уҡыусылар эстән бер нисә тапҡыр уҡыйҙар.

- Бер ике уҡыусы шәбәйә барып өс тапҡыр уҡый.

  1. Яңы тема:

Ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙо матур тауыштары менән биҙәй, тәбиғәтте матурлай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Улар зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә...Ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Әйҙәгеҙ бергәләп “Ҡоштарҙы ашат’’ уйынын уйнап алайыҡ, һәр уҡыусы ҡоштар темаһына һөйләм уйларға тейеш, һөйләме дөрөҫ итеп төҙөлгән булһа ҡошто тағараҡ эргәһенә ашарға элә, һөйләме дөрөҫ түгел икән ҡошо ас ҡала.

Матур яҙыу минуты:

- Матур итеп ултырҙыҡ, бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

- Бер нисә һөйләмде матур итеп дәфтәргә яҙабыҙ.

Тумыртҡа - урман докторы.

Ҡоштар, беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

  1. Телмәр үҫтереү күнекмәләре:

а.) Һүҙлек эше.

Хәбәр - весть

ҡара ҡарға - грачи

сыйырсыҡ - скворец

һандуғас - соловей

ҡарлуғас - ласточка

һабан турғайы - жаворонок

б.) Тексты сылбыр буйынса уҡып, тәржемә итеү.

Ҡоштар ҡайсан ҡайта?

Ҡоштарҙы яҙ хәбәрселәре тип атайҙар. Сөнки улар беҙгә яҙ ҡайталар. Март башында - ҡара ҡарғалар килә. Егерме бишенсе мартта - сыйырсыҡтар, егерме һигеҙенсе мартта - һабан турғайҙары ҡайта. Егерме алтынсы апрелдә - ҡарлуғастар, алтынсы майҙа - һандуғастар килеп етә.

  1. Ял минуты: «Ҡоштар»

Ҡоштар осто, осто теҙелеп (ҡулдарҙы һелкетеү)

Остолар ҙа төштөләр. (ултыралар)

Ултырҙылар, ял иттеләр (сүкәйеү)

һәм тағы ла остолар, (ҡулдарҙы һелкетеү)

Остолар, остолар

Парта аҫтына боҫтолар. (урындарға ултырыу)

  1. Ҡоштар тураһында сығыш:

- Яҡшы, хәҙер бер нисә ҡош тураһында тыңлап үтербеҙ:

Ҡара ҡарға.

Ул яҙҙы килтерүсе ҡош. Улар күмәкләшеп, бер ағасҡа 10- 15 оя ҡороп йәшәйҙәр. 5- 6 бала сығаралар. Төрлө бөжәктәр менән туҡланалар. Көнөнә ул 8 меңгә яҡын бөжәкте юҡ итә. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә, яҙын яны шытып сыҡҡан игенде йолҡоп бер аҙ зыян килтерә.

Сыйырсыҡ.

Сыйырсыҡты халыҡ кеше көлдөрөүсе тип тә атай. Ул бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ла ала. Сыйырсыҡтар бөжәктәр, ҡорттар менән туҡлана. Улар парлашьт йәшәйҙәр,тәүлегенә 200- 300-гә яҡын бөжәкте юҡ итәләр.

Һабан турғайы.

Турғайҙан бер аҙ ҙурыраҡ. Юғарыла бер урында талпынып - талпынып һайрай. Күберәк ерҙә йөрөй, һырты сыбар, ҡорһағы аҡ. Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Бөжәктәр, иген орлоғо менән туҡлана. Ояһы ерҙә. 4-5 бала сығара. Ҡарлуғас.

Ояһы ҡая таштарҙа өй ҡыйыҡтарында, ағас ҡыуыштарында, ҡара балсыҡтан һылап эшләй. 2-3 бала сығара. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана. Йәй буйына бер ҡарлуғас миллионға яҡын серәкәй, себен һәм башҡа бөжәҡтәр тота.

Һандуғас.

Урманда, һыу буйҙарында кисен һәм төнөн һайрай. Ояһын ергә эшләй. Инә һандуғас йомортҡаларын баҫып ултырғанда, ата һандуғас яҡындағы ағаста һайрап ултыра.Һандуғастар Африкаға тиклем осоп китәләр.

Һығымта: Эйе, ҡоштар бик файҙалы. Улар зарар килтереүсе бөжәктәрҙе, ҡоротҡостарҙы ашайҙар. Шуға күрә ҡоштарға яңы оялар яһап өй ҡыйыҡтарына, ағастарға ҡуйырға кәрәк.

Ҡоштарҙың исемдәре ниҙән алынды икән?

Уйлап ҡарағанығыҙ бармы?

Бына тәбиғәт күҙәтеүсе яҙмаһын иғтибар менән генә тыңлағыҙ.

Тумыртҡа ағасты "туҡ туҡ" итеи суҡый.

Ҡарға “ҡар - ҡар” тип аптырата.

Кәкүк “кәк - күк" тип аҡыра.

Тартай "тар - ҙа тар" тип һөрән һала.

Ә Баҫыуҙағы бытбылдыҡ “быт- былдыҡ булдыҡ" тип хәбәр тарата.

Һығымта: Уйлап ҡараһаң исеменә есеме тап кил, мәҫәлән: Аҡҡош, Ҡара ҡарға, тауышына ла ҡарап ҡушылған икән.

Карточка менән эш.

Тейешле хәреф ҡуйып һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.

...ндуғас.

кәк...к.

сый...рсыҡ.

ҡарл...ғас.

ҡар...- ҡарға.

т...рғай.

...айыҫҡан.

к..гәрсен.

өк....

тум...ртҡа.

...ркөт.

ҡарғ....

һаб...н – турғай.

күгәрс...н.

т...рна.

аҡ - ...ош.

ыл...сын.

Уйла, эҙлә, тап!’’уйынын үткәреп алайыҡ.

  • Был ҡыҙыҡлы һорауҙарға уйлап ҡына яуап бирергә кәрәк.

Бер турғай турғай булыр,

Ете турғай ни булыр?

(турғайҙар)

Был һайыҫҡан- һайыҫҡан,

Ә былары ни икән?

(һайыҫҡандар)

Осҡандары- күгәрсендәр,

Ә ҡалғаны ни булыр?

(һайыҫҡандар)

Яңғыҙы был ҡыҙылтүш,

Бөтәһе бергә ни булыр?

(ҡыҙылтүштәр)

Ҡара ҡарғалар йыйылған ,

Айырылғаны ни булыр?

(ҡара ҡарға)

Һығымта: Тимәк исемдәргә (-ҙар, -ҙәр,), (-дар, -дәр,), (-тар,-тәр), (-лар, -ләр) ялғауҙары ҡушылһа ниндәй һанды белдерә? (күплекте)

  • Уҡыусылар, һайыҫҡанды икенсе төрлө “нимә ҡошо”- тип йөрөтәләр, беләһегеҙме?

Уларҙы “хәбәр килтереүсе” ҡоштар тип йөрөтәләр,

һайыҫҡан шыҡырлаһа ололар- “изге хәбәргә”- тип юрай.

Бына беҙгә лә нимәлер алып килгән әйҙәгеҙ әле укыйык нимә алып килде икән:

Һынамыштар.

  • Ҡоштар ҡар өҫтөнә төшһә - көн йылына.
  • Ҡоштар иртә килһә - йәй ҡоролоҡ була.
  • Сыйырсыҡтан алда турғай килһә - туҡлыҡ була.
  • Ҡарлуғас иртә килһә-көндәр матурланыр

Йомғаҡлау:

  • Һынамыштар ни өсөн кәрәк?
  • Ҡоштар кешеләргә нимә килтерә?
  • Ниндәй ҡошто “урман докторы” тиҙәр?
  • Ни өсөн “урман докторы” тиҙәр икән?
  • Ҡышлаусы ҡоштарға нимә ҡурҡыныс? (аслыҡмы, һыуыҡмы)
  • Ҡоштарҙы тәбиғәтте һаҡлаусылар тип әйтеп буламы?
  • Эйе, ҡоштар тәбиғәттең матурлығын ғына түгел, ә тәбиғәтте һаҡлаусылар ҙа, кешегә ҙур файҙа килтереүселәр ҙә. Уларҙы һаҡларға кәрәк , ҡурҡытмаҫҡа, үлтермәҫкә.

Баһалау:

Өй эше:

Ҡош темаһына йомаҡ яҙып килергә.

  1. Тауҙан бейек, үләндән тәпәш. (турғай)
  2. Ҡөндөҙ йоҡлай, кис олой. (өкө)
  3. Ҡыш буйы һәм йәй буйы

Ҡыҙыл ситек кейгәне,

Күк ебәктән күлдәге

Ул һәр кемдең һөйгәне. (күгәрсен)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар !

Слайд 2

Һаумы ,ҡояш, Һаумы,дуҫым, Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!

Слайд 3

Яҙын йырлап киләләр, Беҙҙе моңға күмәләр, Көҙөн тағы күмәкләшеп Йылы яҡҡа китәләр.

Слайд 4

Йомаҡтың яуабы

Слайд 5

- Эйе, бөгөнгө дәрестә Тыуған илебеҙ тәбиғәтенә йәм биреүесе, матурлыҡ үҫтәүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – ҡоштар тураһында һөйләшербеҙ. Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны – һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы – ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрөтәләр.

Слайд 6

Һынамыштар: Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа. Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр. Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа, кеше килә. Сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр. Һауала ҡоштар күп осһа, ҡарлы көнгә .

Слайд 7

- Элек-электән беҙҙең гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙ ҡоштарға бик бай булған. Ер йөҙөндә, ғалимдар иҫәпләүе буйынса, 100 млрд. ҡош йәшәй, кешеләргә ҡарағанда 20 тапҡыр күберәк тиерлек. Ә Башҡортостанда шуларҙың 3 00 төрөн осратырға мөмкин .

Слайд 8

Тәржемә эше

Слайд 9

Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ

Слайд 10

Карточкалар Зат алмаштары. Личные местоимения Эйәлек алмаштары. Притяжательные местоимения Һорау алмаштары. Вопросительные местоимения Мин-я Һин-ул Ул-он,(она,оно) Беҙ-мы Һеҙ-вы Улар-они Минең-мой ,моя,мое,мои,у меня. Һинең-твой,твоя,твое,твои,у тебя Уның-его,ее,у него ,у нее Беҙҙең-наш,наша,наше,наши,унас, Һеҙҙең-ваш,ваша,ваше,ваши,у вас Уларҙың-их,у них Кем ?-кто? Нимә?-что? Ниндәй?-какой? Нисек?-как?каким образом? Ҡайһы?-который? Кем менән?-с кем? Ҡасан?-когда Ниңә?ни өсөн?-почему? Нисә?күпме?-сколько? Нисәнсе?-который? Ҡайҙан?-откуда? Ҡайҙа-где?куда? Был-это Былар-эти Ошо-этот,эта,это Ошолар-эти Теге-тот,та,то Тегеләр-те Шул-этот,эта,это Шулар-эти

Слайд 11

Был-это Теге-тот,та,то Былар-эти Тегеләр-те Ошо-этот,эта,это Шул-этот,эта,это Ошолар-эти Шулар-эти Күрһәтеү алмаштары. Указательные местоимения.

Слайд 12

Уҡыусылар, бирелгән йомаҡтарҙы уҡып, яуаптарын дәфтәрегеҙгә яҙып барығыҙ. 1.“Ҡар” ҙа “ҡар” тип осоп йөрөй, Ҡысҡыра юҡҡа-барға. Исеме уның ... . 2. Ҡолға башында йорто, Эсендә тора йырсы. 3.Үҙе йомортҡа баҫмай, Балаһында баҡмай. 4. Йылы яҡҡа ирекһеҙҙән Осоп китә ҡар яуғас. Яр буйында, ҡыйыҡтарҙа Оя ҡора ... .

Слайд 13

5. Яңғыратып һыу буйҙарын Һайрай, алһыу таң тыуғас, Моңло, дәртле ... . 6. Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ, Йөрөй күлдә яр буйлап, Йәлеп итә үҙенә, Зарлы көйҙәрен уйнап. 7. Торҡо-тарҡы тора ла, Күккә менеп юғала. 8. Аҡ уймағым һыуға төштө, Балдаҡтары уйыла төштө.

Слайд 14

Яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ 1.Ҡарға 2. Сыйырсыҡ 3. Кәкүк 4. Ҡарлуғас 5. Һандуғас 6. Аҡҡош 7. Торна 8. Аҡсарлаҡ

Слайд 15

Ял итеү минуты Мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарҙар , Яуалар ҙа яуалар, Йылайбыҙ ҙа ,бейебеҙ ҙә Беҙ бәхетле балалар!

Слайд 16

“Гөр-гөр” йырлай ул, Ҡыҙыл ситек кейә ул, Күлдәктәре күгелйем, Татыулыҡты һөйә ул.

Слайд 18

- Элекке замандарҙан уҡ төрлө илдәрҙә почта элемтәһендә күгәрсендәр файҙаланылған. Батшаларҙың ашығыс фармандарын да, ғашиҡтарҙың йөрәк серҙәрен дә тейешле урынға улар еткергән. Бөйөк Британияла бер күгәрсенгә бронзанан һәйкәл ҡуйылған. Ул 1942 йылдың яҙында һыу аҫты кәмәһенән хәбәр алып килеп ҡотҡарышҡаны өсөн иң юғары хәрби бүләккә лайыҡ булған. Ел ыңғай иҫкәндә, почта күгәрсене сәғәтенә 300 км тиҙлек менән оса.

Слайд 19

Телеграмма: Һаумыһығыҙ,дуҫтарым! Беҙгә ҡышын ауыр һәм һыуыҡ.Беҙгә ем кәрәк!Шулай уҡ оялар эшләүегеҙҙе һорайбыҙ! Һеҙҙең ҡанатлы дуҫтарығыҙ.

Слайд 20

Һүҙлек эше: Файҙалы-полезный Иген-зерно Бөжәктәр-насекомые Төҙәтеү-исправлять ,поправлять Ҡыйыҡ-крыша

Слайд 21

Һүҙ бирәбеҙ: 1 . Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа. 2 . Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотмаҫҡа. 3 . Урманда үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош ояларын тапамаҫ өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә . 4 . Урманда һәм паркта шауламаҫҡа, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытмаҫҡа 5 .Ҡоштарҙы яратырға!

Слайд 22

Тиҙәйткес : Ҡара ҡарға ашамаһа, Ала ҡарға ашаһын. Ала ҡарға ашамаһа, Ҡара ҡарға ашаһын.

Слайд 23

Өй эше : 1. ҡоштар һүрәте төшөрөргә; 2.ҡоштар тураһында шиғыр табып,тасуири уҡырға. Һәр кем үҙенә оҡшаған эште һайлап башҡара ала һәм барығыҙға ла ҡоштарға хат яҙып килергә .



Предварительный просмотр:

Тема:Башҡортостандың ете мөғжизөһе.

Маҡсат:Башҡортостандың ете мөғжизөһе менөн яҡындан таныштырыу;улар менөн ғорурланыу тойғоһон уятыу һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу:Башҡортостандың физик картаһы,слайдтар,мөғжизәләрҙең фотоһүрәттәре.

                                         Дәрес барышы.

IОйоштороу моменты

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине ,телем.

Рәхмәт һиңә,һинең аша

Алам яҡшы белем!

II Инеш әңгәмә

- Уҡыусылар,таҡтала һеҙ нимәне күрәһегеҙ?(карта)

-Ә карта тураһында нимә беләһегеҙ?

-Бөгөн дәрестә был карта ни өсөн кәрәк булды икән?

III Тема һәм маҡсатты әйтеү

-Эйе дөрөҫ.Беҙ һеҙҙең  менән ҙур бүлекте башланыҡ»Транспорт,юл,сәйәхәт» тигән.Шуға күрә бөгөнгө дәрестә Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығырбыҙ.

-Сәйәхәткә юлланыр алдынан,юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр менән танышайыҡ:

Сәйәхәт итеү-путешествовать

Һәйкәл-памятник

Мәмерйә-пещера

Шифахана-санаторий

Минераль һыуҙар-минеральная вода

(уҡыйым,уҡыусылар уҡый(хор менөн),тәржемә итеү

-Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ

-Ә хәҙер телдән генә ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

IV Төп өлөш

-Өфө ҡалаһына килеп еттек.Нимә күренә унда?Был  ни мөғжизә?(С.Ю.һәйкәле)

-Салауат Юлаев тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Нигина:Юлай улы батыр,һай,Салауат

Сал Уралда-илдә бер ине.

Күп интеккән зарлы башҡорт халҡын

Яҡты көнгә тартыр ир ине.

Лиза:Батырҙарҙың тыуған йылы була,

Вафат булған йылы билгеһеҙ

Салауаттың да шанлы ғүмер юлы

Халыҡ ғүмере һымаҡ үлемһеҙ.

Ребус сисеү(Слайд-Батырлыҡ)

-Тимәк,был батырлыҡты күрһәткән һәйкәл-баш ҡалабыҙҙың символы.Скульпторы Сосланбек Дафаевич Тавасиев,архитекторы Ғәйнетдинов И.С.)

-Беренсе мөғжизәне таптыҡ.Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ-С.Ю.һәйкәле.

Сәйәхәтебеҙ республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә.Алда ниндәйҙер тау күренә.Был ниндәй тау икән?

-Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы(карталағы урынын күрһәтәм)

-Ни өсөнмөғжизә тип әйтелә?Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?

-икенсе мөғжизәбеҙ-Янғантау

-Өсөнсө туҡталышыбыҙ Ғафури районы.Бында ниндәй мөғжизә бар икән?(Красноусол минерал һыуҙары)

-Улар нимә менән дан тота?

-Был минерал һыуҙар кальций сульфатына,минераль тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай.Шуның өсөн һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

-Тимәк,тағы ла бер мөғжизәне таптыҡ(Красноусол минерал һыуҙары).

-Күҙҙәрҙе йомоп,сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Бөрйән районына килеп еттек.Ниндәй мәмерйә был?

Аитова Эвелина:Затлы һарайҙарың ары торһон

Һин барында,Шүлгән!

Бөйөк һының көҙгөләрҙән түгел,

Үҙ күлеңдән Шүлгән!

(уҡытыусы Шүлгәнташ тураһында белешмә бирә)

-Был беҙҙең өсөн мөғжизәме уҡыусылар?

-Шулай булғас,дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

-Мәмерйәнең исеме һеҙгә берәй нимә тураһында һөйләйме?(Шүлгән таш,Шүлгән –Урал батырҙың ағаһы).

-Ә Урал батырҙы һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?

-“Урал батыр”тураһында эпос бар.Унда Урал батыр бөтә кешелектең ер йөҙөндәге тереклектең үҙемһеҙлеге өсөн көрәшә.

-«Урал батыр»эпосы –башҡорт халҡының баш китабы.Ул 1910 йылда М.Буранғолов тарафынан яҙып алына.Эпос 4576 поэтик юлдан тора.

-Тағы ла бер мөғжизәне таптыҡ.

IV Ял минуты(Ҡурай моңо )

-Ниндәй иллаһи моү ағыла?Ҡайҙан сыға ул моң?

-Нимә ул ҡурай?

-Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы.Уның ете тажы,берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра.Башҡортостандың флагында ла,гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.

-Алтынсы мөғжизә-ҡурай.

-Тирә-яғыбыҙ сәскәләргә күмелгән болон.Болон буйлап атлайыҡ.Бәлки сәскәләр араһында яталыр беҙҙең мөғжизә?

Алексеев Игорь:Беҙҙең баҡсала йәшәй

Иртән,таңдан эш башлай,

Гөлдәрҙән гөлгә ҡунып,

Бик күп бал йыйып ташлай.

-Шулай итеп,беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк.Ҡабатлап үтәйек.

7 ул нимә?(һан.......)

Төркөм менән эшләү:1Егәрленең  ҡулы ете.

2 Етәү  берәүҙе көтмәй

3Аҙнаһына ете йома.

VРефлексив анализ.Баһалау.

VIЙомғаҡлау.Йыр «Был минең тыуған ерем»



Предварительный просмотр:

Тема: Ҡаланың  иҫтәлекле  урындары.

Ҡылымдарҙың  төҙөлөшө.

Маҡсат: 1) Уҡыусыларҙы Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән таныштырыу аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен арттырыу, ҡылымдарҙың төҙөлөшөн аңлатыу;

2) уҡыусыларҙың аң кимәлен, белемен  үҫтереү;

3) уҡыусыларҙа баш ҡалаға һәм уның иҫтәлекле урындарына ҡарата һөйөү һәм башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Өфөнөң иҫтәлекле  урындары тураһында  һүрәттәр, мультимедия проекты һ.б.

План: 1) Ойоштороу мәле.

           2) Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

           3) Яңы тема.

           4) Нығытыу күнегеүҙәре.

           5) Йомғаҡлау.

           6) Өй эше.

           7) Баһалау.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.
  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Кәйефтәр нисек?
  • Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Кәйефтәр яҡшы!
  • Бөгөн дәрестә кем дежур? Кем юҡ? Өй эше нимә бирелде? Башҡортостан тураһында 3 һөйләм яҙып килергә ине. (өй эшен тикшереү)
  1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

- Беҙ үткән дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек әле? Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрөп китәйек.

      3. Яңы тема.

- Хәҙер барыбыҙ ҙа экранға ҡарайбыҙ. Унда төрлө һүҙҙәр яҙылған, кем ҡысҡырып, дөрөҫ итеп уҡып күрһәтә?

- Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, Мәжит Ғафури исемендәге  Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфө-Арена, Еңеү паркы, “Ләлә-Тюльпан” мәсете, Башҡорт дәүләт университеты, Нефтселәр һарайы, М.Ғафуриҙың йорт-музейы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Аҡбуҙат” ипподромы, Башҡортостан Республикаһының милли музейы һ.б.

- Был һүҙҙәрҙе дөйөмләштереп өс һүҙ менән генә әйтеп була, уҡыусылар һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Достопримечательность.

- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, ә “достопримечательность” һүҙе нисек тәржемә ителә  икән? Бының өсөн беҙ электрон һүҙлектән ҡарайбыҙ.

- Достопримечательность – иҫтәлекле урын тип тәржемә ителә. Тимәк беҙ бөгөн нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Хәҙер эш дәфтәрҙәрен асабыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

Һүҙлек эше:

            иҫтәлекле урын – достопримечательность

                             һәйкәл – памятник

                                     йорт-музейы – дом-музей

                                     уҡыу йорто – учебное  заведение

                             мәңгелек дуҫлыҡ – вечная  дружба

                         Башҡорт дәүләт – Башкирский государственный

                                 

  • Бирелгән һүҙҙәрҙе уҡытыусы уҡый;
  • Һүҙлек дәфтәренә яҙҙыртыу;
  • Хор менән уҡытыу;
  • Унан бер нисә уҡыусынан уҡытыу;
  • Һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөтөү;
  • Һүҙлек һүҙҙәренә яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуябыҙ.

- Афарин, уҡыусылар! Тап шулай. Бөгөн беҙ дәрестә баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ҡылабыҙ һәм ҡылымдарҙың төҙөлөшө хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Сәйәхәт ҡылыр өсөн беҙгә автобус кәрәк, ә автобусға инер өсөн билет алыр кәрәк, уның өсөн беҙ “Өфө ҡалаһы” тигән йырҙы йырларға тейешбеҙ.

Йыр. “Өфө ҡалаһы”

- Беҙ һеҙҙең менән ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Төрлө туҡталыштарҙа туҡтаясаҡбыҙ, унда алған мәғлүмәтте хәтерегеҙҙә ҡалдырып барығыҙ, сөнки ҡайтҡас бәләкәй генә тест эшләйәсәкбеҙ.

Беренсе туҡталыш. Һәйкәлдәр туҡталышы.

-Дуҫлыҡ монументы(слайд)

- артабанғы һәйкәлгә күсер алдынан бәләкәй генә кроссворд эшләп китәйек.

1. Башҡортостандағы иң ҙур күл?

2. Башҡортостандағы янар тау?

3. …….   беш, ауыҙыма төш. (мәҡәл)

4. Ғаилә башлығы?

5. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы?

6. …….. -  белем шишмәһе. (мәҡәл)

7. Башҡортостан Республикаһының президенты?

             

А

С

Ы

Л

Ы

К

Ү

Л

Я

Н

Ғ

А

Н

Т

А

У

А

Л

М

А

4.

А

Т

А

Й

5.

Ҡ

У

Р

А

Й

6.

К

И

Т

А

П

     

7.

Х

Ә

М

И

Т

О

В

 

- тимәк беҙ ниндәй һәйкәлгә туҡталабыҙ?

(С.Юлаев һәйкәле тураһында слайд)

Икенсе туҡталыш. Парктар туҡталышы.

И.Яҡутов исемендәге парк, Еңеү паркы (слайд)

- Беҙ паркта ни эшләйбеҙ? Ниндәй паркта булғанығыҙ бар?        Өсөнсө туҡталыш. Мәҙәни усаҡтар туҡталышы. (слайд)

- Һеҙ тағы ниндәй мәҙәни усаҡтарҙы беләһегеҙ?

Дүртенсе туҡталыш. Биналар туҡталышы.

Өфө-Арена тураһында бер уҡыусы ҡыҫҡаса мәғлүмәт уҡый.

Бишенсе туҡталыш. Музейҙар туҡталышы. (слайд)

Һеҙ тағы Өфөлә ниндәй музейҙарҙы беләһегеҙ?

Алтынсы туҡталыш. Грамматика туҡталышы.

- Барыбыҙ ҙа экранға ҡарайбыҙ, унда һөйләмдәр бирелгән, уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ, ҡылымдарҙы табабыҙ. Ҡылымдарҙы табыр алдынан “Нимә ул ҡылым? Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?” тигән һорауҙарға яуап табайыҡ.

1) “Аҡбуҙат” ипподромы 1982 йылда асыла.  

2) Уның трибунаһы 5 мең кешене һыйҙыра ала.

3) Уның аҙбары, ветеринария дауаханаһы, ҡунаҡханаһы, ат спорт клубы бар.

- Хәҙер ошо һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы табып әйтәбеҙ. Әйтегеҙ әле, ни өсөн ҡылымдар төҙөлөштәре буйынса айырылып тора ул? Кем нисек уйлай? Тимәк ҡылымдар төҙөлөштәре буйынса ике төргә бүленәләр: ябай (простые)  һәм ҡушма (составные). Ябай ҡылымдар бер һүҙҙән генә торалар. Мәҫәлән:  уҡырға – читать, һөйләргә – рассказать, яҙырға – писать.

Ә ҡушма ҡылымдар ике һәм унан да күберәк һүҙҙән төҙөлә. Мәҫәлән: һатып алырға – купить, барып килергә – сходить, съездить, йөҙөп китергә – переплыть, хәл итергә – решать, юҡ итергә – уничтожить, хәбәр итергә – сообщить.

Миҫалдар.

- Әйҙәгеҙ үҙегеҙ миҫалдар килтереп ҡарағыҙ әле, башта ябай ҡылымға, шунан ҡушма  ҡылымға. Шул ҡылымдарҙы дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.

- Хәҙер уҡыусылар, ял итергә туҡтап алабыҙ. Ял иткән арала ребус сисәбеҙ. Ребус сисеү: Ҡар+ай, уҡ+ыт+ат*, ҡолаҡ+ны, 40+ты (һүрәттәр менән бирелә) Килеп сыҡҡан ҡылымдарҙы тәржемә итеү.

4.Нығытыу күнегеүҙәре.

Карточка менән эш.

  • Экранда һөйләмдәр бирелә, уҡыусылар төшөп ҡалған ҡылымдарҙы ҡуйып, һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәренә күсереп яҙалар:

Баш ҡалабыҙ Өфөгә ……. тә, бөтәбеҙҙе лә Дуҫлыҡ монументы ……. ….. . Бейеклеге 33 метрға еткән был һәйкәл бик ҙур тарих тураһында ……. . Башҡортостан 1557 йылда үҙ ирке менән Рәсәйгә …… . Ә 1957 йылдың 14 июнендә, ошо дуҫлыҡтың 400 йыллығын …..…   …. , һәйкәлдең нигеҙенә тәүге мәрмәр таҡта …… һәм һәйкәл 1965 йылда ……. .

Белешмә өсөн һүҙҙәр: һөйләй, ингәс, асыла, ҡуйыла, ҡушыла, ҡаршы ала, байрам иткәндә.

  • Тексты уҡып сығыу;
  • Тәржемә итеү;
  • Ҡылымдарҙы төҙөлөшө буйынса тикшереү.(экранда күрһәтелә) Бер нисә уҡыусынан һорау;
  • Хәҙер текст буйынса төҙөлгән һорауҙарға яуап биреп китәйек.
  • Был текста ниндәй һәйкәл тураһында һүҙ бара?
  • Ни өсөн Дуҫлыҡ Монументы тип атағандар?
  • Дуҫлыҡ монументының бейеклеге нисә метр?
  •  Башҡортостан Рәсәйгә үҙ ирке менән нисәнсе йылда ҡушыла? Тәүге мәрмәр таҡта нисәнсе йылда һалына?
  •  Һәйкәл Өфөлә нисәнсе йылда асыла?
  • Ярай, афарин! Тексты яҡшы үҙләштергәнһегеҙ.
  • 54-се биттәге  105-се күнегеү.
  1. Йомғаҡлау.
  • Шулай итеп, беҙ ҡаланың иҫтәлекле урындары һәм ҡылым төҙөлөшө буйлап сәйәхәт иттеп ҡайттыҡ. Белемебеҙҙе арттырҙыҡ, кәрәкле мәғлүмәттәр тупланыҡ. Беҙ Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ. Шуға күрә йәшәгән ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарын белергә, һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ.
  •  ә хәҙер ошо теманы дөймләштереп, иҫтә ҡалдырыу өсөн бәләкәй генә тест эшләп китәйек.

Тест һорауҙары

  1. С.Юлаев һәйкәленең скульпторы кем?

А) И.Ғәйнетдинов                    В) Т.Нечаева

Б) С.Тавасиев                           Г) М.Бабурин

2. Дуҫлыҡ монументына нисәнсе йылда асыла?

     А) 1957                    В) 1964

     Б) 1958                   Г) 1965

3. Еңеү паркында кемдәргә һәйкәл ҡуйылған?

 А) А.Матросов һәм М.Ғөбәйҙуллинға    

           Б) А.Матросов һәм М.Шайморатовҡа

           В) М.Ғөбәйҙуллин һәм М.Гәрәевҡа              

           Г) М.Ғөбәйҙуллин һәм М.Шайморатовҡа

     

     4. Башҡорт дәүләт драма театры кемдең исемен йөрөтә?

          А) Н.Асанбаев                 В) Б.Бикбай

          Б) М.Кәрим                      Г) М.Ғафури

5. Ҡылымдар төҙөлөшө буйынса нисә өлөшкә бүленә:

     А) ике                    В) бер

     Б) өс                      Г) бүленмәй

6. Төҙөлөшө буйынса был ниндәй ҡылым: эшләргә?

     А) ҡушма                      Б) ябай               

7. Төҙөлөшө буйынса был ниндәй ҡылым: ҡаршы ала?

     А) ҡушма                         Б) ябай

      6. Өй эше.

  • Беҙҙең баш  ҡалабыҙҙың  иҫтәлекле  урындары  бик күп, шуға күрә һеҙ киләһе дәрескә бөгөн беҙ ҡарамаған бер иҫтәлекле урын тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып килергә.
  1. Баһалау.
  • Дәрестә актив ҡатнашып ултырғандарға тейешле баһа ҡуйыу. (Уҡыусыларға йылмайып һәм күңелһеҙ торған смайликтар таратып сығабыҙ)
  • Һеҙгә дәрес оҡшанымы? - тигән һорауға ике смайликтың береһен уҡыусылар күтәрергә тейештәр.
  • Ошоноң менән дәрес тамам. Һау булығыҙ



Предварительный просмотр:

3-сө дәрес

Тема: Б. Бикбай. Туған тел.

Маҡсат: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, өйрәнеү, телмәр үҫтереү, башҡорт телендә ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын үҙләштереүҙе дауам итеү, туған телгә һөйөү, ихтирам тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: кроссворд, Б. Бикбай портреты, тел тураһында мәҡәлдәр (слайдта портрет, кроссворд, синквейн

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

- Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

- Минең, һинең, уның.

Беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың.

II. Өй эшен тикшереү.

- Һүҙлек тикшереү: Уҡытыусы рус телендә әйтә, уҡыусылар башҡортса тәржемәһен әйтә).Осень, ветер, дождь, домашняя работа, золотая осень.

- Тәржемә итеү:

- 6-сы бит 8-се күнегеү. Ҡылымдарҙы 1 затта ҡуйып уҡыу.

III.Төп өлөш.

  1. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү. Яңы темаға кроссворд аша килеү. Кроссвордты тултырыу өсөн йомаҡтарҙың яуабын табыу.

На земле менялись поколенья

И росли могильные холмы.

Но язык не стал добычей тленья,

Не иссяк, не канул в море тьмы.

Он живет и крепнет с каждым днем –

Вечное цветет, не облетая.

И сегодня я пишу о нем,

И на нем народ меня читает.

В нем простор моей родной страны,

Голос друга, матери, любимой.

Он могуч, правдив, и нет цены

Красоте его неповторимой.

Никогда язык мой не умрет –

Дивное творение природы.

Пусть на тех презрение падет,

Кто не чтит родную речь народа.

1.Юҡ теле, юҡ күҙе, 2.Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым

Һөйләй, өйрәтә үҙе. (Еләк)

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ. (Китап)

3.Ҡыҙарып беште, ергә төштө. (Алма).

2.- Эйе, бөгөн беҙ дәрестә тел тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Инеш әңгәмә.

Һәр кешенең үҙенең туған теле була. Был телдә ул уйлай, һөйләшә, аралаша. Ер йөҙөндә бик күп халыҡтар булған кеүек телдәр ҙә бик күп. Мәҫәлән, урыҫтарҙың туған теле – ул урыҫ теле, башҡорттарҙың – башҡорт теле, ҡырғыҙ халыҡтарының – ҡырғыҙ теле.

  • Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр, әйтемдәр беләһегеҙ?

(Язык до Киева доведет. Язык острее сабли.

Тел асҡысы – халыҡта.

Ғилем - ҡош, аҡыл – ҡанат.

Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ.

Теле барҙың иле бар, теле барҙың көнө бар.)

3.Һорауҙарға яуап биреү.

- Һеҙ ниндәй телдәр беләһегеҙ?

- Күп тел белеүҙең ниндәй әһәмиәте бар?

(хәтерҙе үҫтерә, белем алабыҙ, белем дәрәжәһе (кругозор) киңәйә)

- Телде өйрәнеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

(уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

4. 9-сы бит 14-се күнегеүҙе уҡыу (авторы Е. Чернявский)

Һығымта яһау: Телде өйрәнеү өсөн – көн һайын системалы рәүештә уҡырға, тырыш, ныҡышмалы булырға.

5. Б.Бикбайҙың “Туған тел” шиғыры менән танышыу.

Б. Бикбай тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү.

Б. Бикбай – шағир, яҙыусы, драматург. С. Юлаев премияһы лауреаты. Ул 1909 йылдың 9 ғинуарында Көйөргәҙе районы Ҡалтай ауылында тыуған. Билдәле әҫәрҙәре: “Аҡсәскә”, “Ҡарлуғас”, “Ҡаһым түрә”, “Салауат” һ.б.

А. М. Горькийҙың “Мои университеты”, И.С. Тургеневтың “Накануне” әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 2009 йылдың 9 ғинуарында уның тыуыуына 100 йыл булды.

6. “Туған тел” шиғыры өҫтөндә эш.

1.Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.

2. Һүҙлек эше:

тере шишмә - живой родник

Намыҫ – честь

Хөрмәт итәм – уважаю

Хазина – богатство

Хурлай – оскорбляет, унижает

Ғәзиз – дорогой, милый

3.Шиғырҙы строфалап уҡыу, тәржемә итеү.

4.Шиғырҙан ҡылымдарҙы табыу, затын билдәләү.

(үҫкән – 3 зат, тыуҙым – 1 зат, аңлай – 3 зат, йәшәй – 3 зат)

IV. Йомғаҡлау. “Тел” темаһына синквейн төҙөү.

Синквейн тураһында белешмә биреү.

(“Синквейн” француз теленән “биш юллыҡ шиғыр” тигәнде аңлата)

I. Тел. (Исем)

Матур, яғымлы.( Күркәм, хөрмәтле) (2 сифат, аныҡлаусы)

Өйрәтә, белем бирә, аңлата. (3 ҡылым)

Тел – тере шишмә.(Теле барҙың – иле бар).

Хазина. (Тере шишмә)

hello_html_m262a021b.gif

Синквейн аша дәресте йомғаҡлау.

Туған тел аша беҙ аралашабыҙ, белем алабыҙ. Тел йәшәй икән, халыҡ та йәшәй. Телде өйрәнеү күп көс, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә.

V. Өйгә эш. (Уҡыусы үҙе һайлап ала)

1. “Туған тел” шиғырын тасуири уҡырға.

2. Өҙөгөн ятларға.

3. “Минең туған телем” тигән темаға мини текст төҙөргә.

Иҫкәрмә. Синквейнды яҙыу ҡағиҙәһе.

  1. Беренсе юлда шиғырҙың темаһы бер һүҙ менән атала (Исем)
  2. Икенсе юлда тема ике һүҙ менән тасуирлана (сифаттар)
  3. Өсөнсө юлда бирелгән теманың сиктәрендә бик мөһим эш, хәрәкәт, хәл өс һүҙ менән тасуирлана (ҡылым, хәл ҡылым).
  4. Дүртенсе юлда автор темаға булған мөнәсәбәтен дүрт һүҙҙән торған бер фраза менән белдерә.
  5. Бишенсе юл теманы атаусы беренсе һүҙҙең ситуатив синонимы булған бер һүҙ.


Предварительный просмотр:

Дәрес: башҡорт (дәүләт) теле

Класс: 8

Дәреслек: Башҡорт теле

Дәреслек авторҙары: Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М. 

29- 32 се биттәр

Тема: Сөләймән Муллабаев “Көҙгө урман”. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре

Маҡсат: көҙ миҙгеленең матурлығын, күркәмлеген асыҡлау, тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор,презентация, һүрәттәр

Дәрес барышы

1. Ойоштороу мәле

-         Һаулыҡ һорашыу.

-         Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.

(Йыһазландырылған таҡтаға ҡарап уҡыусылар менән дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү).

2.  Фонетик-артикуляцион күнегеүҙәр. (проектор аша күрһәтеү)

Тирә - яҡҡа көҙ апай,

Һипте һары буяуын.

Һары урман, һары тау,

Алып тора күҙ яуын

3. Төп өлөш.

1)    Автор тураһында белешмә: (слайдҡа иғтибар итеү)

МУЛЛАБАЕВ Сулейман Мингужинович (р.10.10.1924, с.Старо-Юлдашево Ток-Суранской вол. Белебеевского кантона БАССР, ныне Красногвардейского р-на Оренб. обл.), баш. поэт, педагог. Участник Вел. Отеч. войны. Окончил Башкирский государственный университет (1972). В 1945-90 работал учителем в Ивановском и Красногвардейском р-нах Оренб. области. В лит-ру вошел как дет. писатель. Первый сб. стихов "Дорогое слово" ("Кэзерле hуз") вышел в 1963. Перу М. принадлежат стихи, сказки, задачи для детей, вошедшие в сб-ки "Наш дом" ("Беззен эй", 1971), "Лесной доктор" ("Урман докторы", 1973), "Волшебное озеро" ("Тылсымлы кул" 1978), "У нас в школе праздник" ("Беззен мэктэптэ байрам", 1981). Его произв. свойственны краткость, емкость, мягкий юмор. Стихи для детей включены в школьные учебники, кн. для внеклассного чтения. В 1983 вышла кн. стихов "Колышется степь седая" ("Сайkала сал дала"). Награжден орд. Отеч. войны 1-й ст. (1985). 

Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуа.

Шағирҙың 1963 йылда сыҡҡан “Ҡәҙерле һүҙ”, “Йондоҙ бүләк итермен”, “Беҙҙең өй”, “Урман докторы”, “Тылсымлы күл” кеүек шиғырҙар, әкиәттәр китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш.

2) Шиғыр йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

-         Һүҙлек өҫтөндә эшләү;

-         уҡытыусының тасуири уҡыуы;

-         сылбырлы уҡыу (тәржемә менән);

-         дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;

-         алдағы кластарҙа көҙ темаһына бағышланған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Уҡытыусы шиғырҙың тәүге строфаһын башлай, уҡыусылар дауам итә. (слайдтар)

а) Көҙ килгән, көҙ килгән,

    Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

   ……………………………….

  ………………………………

                     Гөлфиә Юнысова “Көҙ килгән”

 

б) Килеп етте тағы көҙ көнө,

   Ябай түгел көҙҙөң алтыны.

  ………………………………..

  ………………………………...

                   Кәтибә Кинйәбулатова “Көҙҙәр еткәс”

 3) Ял минуты

 

4)  Грамматик тема. 

    29-сы биттәге ҡағиҙә менән танышыу. Рус теле менән сағыштырыу. Миҫалдар килтереү: Быйыл көҙ бигерәк тә моңһоу килде. Ә ағастар шыбыр-шыбыр киләме? Йәмле лә һуң көҙ биҙәктәре! Мин был матурлыҡты күрергә тейеш!

 

5) Һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлап яҙыу.

   Терәк һүҙҙәр: көҙ, һауа торошо, ҡояш, йылы, ел, ямғыр, һары, һыуыҡ, япраҡ, көндөҙ, кис, һуҡмаҡ, ҡойола, ер, урман, төрлө төҫтә. 

6) Көҙ тураһында һынамыштар, әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтеү.

4. Йомғаҡлау.

   Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

   Ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек?

   Дәресебеҙҙе ошондай шиғыр юлдары менән тамамлайыҡ:

   Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,

   Үҙ төҫө бар һәр айҙың.

                               Т. Дәүләтбирҙина   

5. Баһалау.

6. Өйгә эш.

   Көҙ миҙгеле тураһында диалог төҙөргә.    

 



Предварительный просмотр:

Автор : Бакиева Лиана Искандаровна,

учитель башкирского языка МБОУ «Гимназия №2»

8-927-30-91-969, Liskakrasavica@mail.ru

Тема : “Ҡыш миҙгеле”

Класс: 8-се “в” класс

Маҡсат: “Ҡыш” темаһы буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу.

  • Һөйләү телмәрен, яҙыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, хикәйә төҙөү һәләттәрен үҫтереү,
  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу,
  • Башҡорт халыҡ ижады аша балаларға башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу : “Ҡыш”темаһы буйынса һүрәттәр, фотографиялар, электрон таҡта, мультимедия проектор, һырғалаҡ һүрәт-схемаһы, карточкалар, П.И.Чайковскийҙың “Йыл миҙгелдәре” әҙәренән өҙөк, Г.Ишҡыуатованың “Дүрт миҙгел” йыры.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле:
- Һаумыһығыҙ,балалалар!
Балалар, бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ,барыбыҙға ла хәйерле көн теләйек!
- Мин һеҙгә бер йомаҡ алып килдем.
- Алина,йомаҡты уҡы әле.
(слайд №2)
Бер ҡарттың ун ике улы бар.
Өсәүһе һоро көпө кейә,
Өсәүһе йәшел күлдәк кейә,
Өсәүһе һары сәкмән кейә,
Өсәүһе аҡ тун кейә.

- Йомаҡтың яуабын кем әйтер?
Дөрөҫ, был – йыл миҙгелдәре.
(рәссамдарҙың йыл миҙгелдәре төшөрөлгән һүрәттәрен күрһәтеү)-слайд
№3

II.Төп өлөш :

 - Балалар, әле ниндәй йыл миҙгеле?(Ҡыш)
- Дөрөҫ,әле ҡыш миҙгеле.
- Һеҙгә ҡыш оҡшаймы? Ни өсөн оҡшай?
- Тимәк, беҙҙең дәрестең темаһы – Ҡыш миҙгеле.-слайд
№4
- Беҙҙең маҡсатыбыҙ:һөйләмдәр, картина буйынса хикәйә төҙөп ,телмәребеҙҙе байытыу өҫтөндә эшләү.- слайд
№5
Таҡтаға эленгән һырғалаҡ һүрәт –схема буйынса эш барышын аңлатыу.
- Уҡыусылар, мин һеҙҙе һырғалаҡ эйергә саҡырам.- слайд
№6
Тауҙан шыуып төшөр өсөн беҙ һәр баҫҡыстағы күнегеүҙәрҙе эшләргә тейешбеҙ. Мин һеҙгә уңыштар теләйем!
- Балалар, урамға күҙ һалығыҙ әле!
Ниндәй матур,аяҙ көн! Саф һауа.Тын алыуы рәхәт.
- Әйҙәгеҙ,дөрөҫ итеп тын алайыҡ!
III.Артикуляцион күнегеүҙәр эшләү.
1.Ҡар бөртөктәре.(ҡар бөртөктәренә өрөү)- слайд №7
2.и –е –а –о –у. Ҙ,ҫ,ғ хәрефтәрен ҡушып уҡыу. Башҡорт теленең өндәре инглиз теле өндәре менән тап килә: ҙ-звонкий межзубный, ҫ-глухой межзубный. слайд
№8
3.Таҙа әйткесте уҡыу.- слайд
№9
Са –са –са –күбәләкләп ҡар оса.
Сә -сә -сә -өйҙә әсәй сәй эсә.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ тау шыуырға китәйек.
Тауға менер өсөн беренсе баҫҡыстағы күнегеүҙе эшләргә кәрәк .- слайд
№10
(артабан һәр баҫҡыстағы күнегеүҙе аңлатып барам).
1- се баҫҡыс - слайд №11
- Беҙгә бөгөн күп эшләргә кәрәк. Матур итеп башҡортса һөйләшер өсөн телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.
Тиҙәйткесте уҡыу.- слайд
№112
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

2 –се баҫҡыс- слайд №13

Таҡтаға яҙылған һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ.
уйын-
уйындар-
саф һауа –
саңғы -
сана –
шыуырға –
уйнарға –
- Ә хәҙер ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.

Тимәк, һеҙ төҙөгән һүҙбәйләнешрәрҙе  хикәйә төҙөр өсөн ҡуллана алаһығыҙ.
3 –сө баҫҡыс- слайд №14
-Халыҡта һынамыштар бар. Улар төрлө. Ҡыш тураһында һынамыштар уҡығыҙ, йәйәләр эсендәге һүҙҙәрҙе башҡорт
теленә тәржемә итегеҙ.- слайд
№15,16
Ҡышын (снег) күп яуһа,иген уңыр.
Төнөн (иней) булһа,көндөҙ ҡар яумай.
(Зима) ҡарһыҙ булһа,(лето) ярлы була.
Ағастар шаулаһа,(метель) булырын көт.

4 –се баҫҡыс: “Карточкалар менән эш”- слайд №17

-Ҡышты  һәр кеше төрлө үҙ итә. Ә һеҙ ҡышты нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Ниндәй билдәләрҙән ҡыш килеүен беләһегеҙ?

-4-се баҫҡысты үтер өсөн карточкала бирелгән биремдәрҙе үтәргә кәрәк. - слайд №18

Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙып, һөйләмдәрҙе тултырып яҙығыҙ!
5 –се баҫҡыс- слайд 19
- Һеҙ  сана, саңғы, тимераяҡта шыуғанда музыка менән йөрөйһөгөҙ, наушниктар менә тыңлайһығыҙУҡыусылар,тауға менгәндә арығанһыҙҙыр.Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.- слайд
№20
“Дүрт миҙгел ”йырын тыңлау (Г.Ишҡыуатова һүҙҙәре ,музыкаһы)һәм караокеға ҡушылып йырлау.
Балалар, йырҙа нимә тураһында йырлана?
6 –сы баҫҡыс- слайд №21
-Бик матур итеп йырланыҡ. Ә йырҙар нимәнән тора?(шиғыр һәм музыканан).   Уҡыусылар,ә хәҙер ҡыш тураһында Б.Бикбайҙың шиғырын уҡыйыҡ.- слайд
№22
Йомшаҡ ҡар яуа,
Яуа ла яуа.
Аҡ мамыҡ менән
Ҡырҙар ҡаплана.
Буран да сығыр,
Ҡарҙы йүгертер.
Сана шыуырға
Тауҙар өлгөртөр.

- Шиғырҙы тасуири уҡығыҙ.
Уҡыусылар, мине иғтибар менән тыңлағыҙ.
-Автор нимә тураһында яҙған?
Шиғырҙы бергәләп тәржемә итәбеҙ.
-  Автор ҡарҙы нисек һүрәтләй?(аҡ,йомшаҡ)
- Ҡар тағы ниндәй була?(ҡырпаҡ –первый,өрпәк –пушистый)
- Б.Бикбай ҡарҙы нимә менән сағыштыра?( аҡ мамыҡ менән)
- Ә һеҙ ҡар һүҙенә ниндәй эпитеттар әйтә алаһығыҙ?
( аҡ юрған, аҡ шәл...)

-Был шиғыр һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?

-Автор шиғырҙы яҙғанда ниндәй кәйефтә булған? Ниндәй юлдан белеп була?

-Нисек уҡыр инегеҙ? Ни өсөн?
Шиғырҙың 1 –се өлөшөн нисек уҡыйбыҙ? Ни өсөн?
Шиғырҙың 2 –се өлөшөн нисек уҡыйбыҙ?Ни өсөн?
- Ә хәҙер шиғырҙы тасуири уҡығыҙ,өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә иғтибар итегеҙ.
Уҡыусыларҙың уҡыуы.
- Балалар,Б.Бикбай ҡыш тураһында ниндәй матур шиғыр яҙған.
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә ҡыш тураһында текст төҙөп ҡарайбыҙ.
- Иң тәүҙә мин һеҙгә П.И.Чайковскийҙың “Йыл миҙгелдәре” исемле әҫәренән өҙөк тыңларға тәҡдим итәм. Был музыка һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?(тыңлау)
-Был музыканы тыңлағанда һеҙ нимә тураһында уйланығыҙ?

-Ниндәй картиналар күҙ алдығыҙға килеп баҫа?
Таҡтаға эленгән “Ҡыш”  һүрәттәре буйынса эш.

 7 –се баҫҡыс- слайд №23
- Һүрәттәрҙә ниндәй миҙгел төшөрөлгән?- слайд
№24
- Рәссам ниндәй төҫтәр ҡулланған?
- Ваҡиға ҡайҙа бара?
- Балалар нимә эшләйҙәр?
- Уларҙың кәйефтәре ниндәй?

-Тәбиғәт ниндәй?
Дәрес башында өйрәнелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып бәйләнешле текст төҙөгөҙ.
- Хикәйегеҙҙе дәфтәрҙәрегеҙгә яҙығыҙ.
Уҡыусыларҙың хикәйәләрен тыңлау.

-  Балалар, һеҙ бөгөн бик һәйбәт эшләнегеҙ,ә хәҙер һырғалаҡтан шыуып төшәбеҙ.
IV.Йомғаҡлау.
- Балалар,Һеҙ бөгөн дәрестә нимә эшләнегеҙ?
- Һеҙ нимә белдегеҙ?
- Һеҙгә нимә оҡшаны? Беҙ маҡсатыбыҙға ирештекме?
V.Баһалау.

VI. Өй эше
1-се вариант: Б.Бикбайҙың шиғырын ятларға.

2-се вариант :  “Минең ҡышҡы көн” темаһына  презентация эшләргә.



Предварительный просмотр:

Спорт. Спортивные принадлежности.
Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары.
Маҡсат: спорт тураһында булған белемдәрен нығытыу, яңы белемдәр туплау, текст өҫтөндә эш алып барыу;
 
уҡыусыларҙың телмәрен, коммуникатив һәләтен; дөрөҫ тын алыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен; хәтерен, иғтибарын үҫтереү;
 
сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш; спортсыларға, сәләмәт тормош алып барыусыларға ҡарата ихтирам, улар менән ғорурланыу тойғоларын тәрбиәләү.

Башкирский язык (как государственный) (7 класс)

Учебник: Башкирский язык. Учебник для учащихся 7-го класса русскоязычных школ. Габитова З.М., Усманова М.Г.

Страницы: стр. 45

Наглядно-демонстрационные материалы:

Йыһазландырыу: проектор, экран, презентация, карточкалар, тестар.

Вводная часть:

Дәрес барышы:
- Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Ултырығыҙ.
- Әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр матур итеп иҫәнләшеп, бер-беребеҙгә, тирә-яҡ донъяға сәләм бирәйек әле. Экранға ҡарайбыҙ, ундағы һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ. (1-се слайд.)
- Һаумы, алтын ҡояшым!
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!
Иҫәнме, һин, елкәйем,-
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!
- Афарин, уҡыусылар. Әйтегеҙ әле, һеҙ ҡайҙа уҡыйһығыҙ?
- Ә һеҙҙе кемдәр уҡыта?
- Эйе, һеҙҙең үҙегеҙҙең уҡытыусыларығыҙ булған кеүек, минең дә үҙемдең уҡыусыларым бар, күптән түгел генә мин уларҙан бер һорауға яуап алған инем уларҙың яуаптарын беҙ хәҙер экранда күрербеҙ, ул яуаптар беҙгә теманы асыуға ярҙам итерҙәр. (2-се слайд.)
- …- ул һаулыҡ сығанағы.
…йәшәү өсөн көс бирә.
…- ул ярыш.
…- ул сәләмәтлек.
… - физик күнегеүҙәр.

Основная часть:

- Шулай итеп, беҙ бөгөнгө дәрестә спорт тураһында һөйләшеү алып барырбыҙ, үҙебеҙгә ҡайһы бер яңы белемдәр ҙә тупларбыҙ. Дәрестә әүҙем ҡатнашыусылар дәрес һуңында тейешле баһаларын да алырҙар.
- Ә һеҙҙеңсә, нимә ул спорт?
- Эйе, бик яҡшы, һеҙҙең барығыҙҙың да яуаптарығыҙ миңә оҡшаны. Афарин!
- Тағы берҙе экранға күҙ һалайыҡ әле: (3-сө слайд) ни өсөн спорт һүҙенең хәрефтәрен мин төрлө төҫтә яҙғанмын икән? Бәлки был төҫтәр минең яратҡан төҫтәрҙер? Нисек уйлайһығыҙ?
- (4-се слайд) Олимпия уйындарының символы булған был түңәрәктәр нимәне аңлата? (Берҙәмлекте, һәр төҫө бер континентты белдерә: күк – Америка, ҡара- Африка, ҡыҙыл – Европа, һары – Азия, йәшел - Австралия)
- Олимпия уйындарының девизын кем миңә әйтеп бирер? (Тиҙерәк, бейегерәк, көслөрәк! )
 
- Ни өсөн ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп алдылар икән? Нисек уйлайһығыҙ?
- Сөнки тик етеҙҙәр, көслөләр, ҡыйыуҙар ғына үҙҙәренең ҡуйған маҡсаттарына ирешә алаларҙыр тип уйлайым, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә үҙебеҙҙең дәрескә ошо юлдарҙы девиз итеп алайыҡ.
- Кем белә иң беренсе Олимпия уйындары ҡайҙа һәм ҡасан ойошторола? (Иң тәүге спорт уйыны 776 йылда Грецияла үткәрелгән, ә беренсе Олимпия уйындарын 1896 йылда Афина ҡалаһында спортты ныҡ яратҡан Кубертен исемле кеше ойошторған. Шунан алып ошо көнгәсә Олимпия уйындары 4 йылға 1 тапҡыр төрлө илдәрҙә алмашлап үткәрелә башлай.)
- Уҡыусылар, әгәр спортсылар, чемпиондар көндәлек күнегеүҙәр, күнекмәләр эшләмәһәләр, улар шундай юғары һөҙөмтәләргә ирешә алыр инеләрме икән? Әйҙәгеҙ , беҙ ҙә дөрөҫ тын алыу күнегеүҙәре эшләп алайыҡ. (5-се слайд.)
- 1.Тәрән итеп тын алып тынды сығарыу.
2. Тәрән итеп тын алып, тынды сығарғанда:
- йылан ыҫылдаған тауыш сығарыу:ҫ-ҫ-ҫ;
- бал ҡортоноң тауышы: ҙ-ҙ-ҙ;
- тамаҡты төнәтмә менән сайҡатыу тауышы: ғ-ғ-ғ.
3. Тәрән итеп тын алып, тынды сығарғанда:
-һаулыҡ,
-сәләмәтлек тигән һүҙҙәрҙе әйтеү.
- Дөрөҫ тын алыу күнегеүҙәрен эшләгәндән һуң, беҙ рәхәтләнеп дәрес күнегеүҙәрен үтәүгә күсеп китә алабыҙ..
 
- (6-сы слайд) Һүҙлек эше. Етешһеҙлек – недостаток; сыҙамлы - выносливый; сәләмәт – здоровый; шөғөллән – занимайся.
 
- Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк.
- Әлеге һүҙҙәрҙең әйтелешен һәм мәғәнәләрен хәтерҙә тағы ла нығыраҡ ҡалдырыр өсөн, тағы бер тапҡыр ҡабатлап үтәйек.
 
- (7-се слайд) Текст өҫтөндә эш.
- Уҡып ишеттерәм, иғтибарлы ғына итеп, һәр һүҙҙең дөрөҫ әйтелешенә ҡолаҡ һалып тыңлап ултырығыҙ. Тағы ла аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа һорарһығыҙ.
- Текстың биремен уҡы әле.
- Тасуири уҡырҙан алда, бер тапҡыр эстән уҡып сығығыҙ әле.
- 2 бала берәр абзацлап тасуири уҡый.
- 6 бала берәр һөйәләмгә тәржемә эшләй.
- 2 бала берәр абзацлап, 1 бала бөтөн тексты уҡый.
- Һуңғы һөйләмде тағы бер тапҡыр уҡы әле. Нисек аңлайһығыҙ ошо һәйләмде?
 
- Тыуған илебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү – һәр беребеҙҙең алдында торған изге бурыс ул, уны яҡлау, матурайтыу, үҫтереү өсөн беҙ аҡыллы, һау, сәләмәт, матур, алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүсе шәхестәр булырға тейешбеҙҙер, ә һанап үтелгән барлыҡ сифаттарға тик сәләмәт тормош алып барғанда ғына өлгәшергә була.
- (8-се слайд) Ял минуты уҙғарыу:
Уң ҡул яғында – уң яҡ,
Һул ҡул яғында – һул яҡ,
Уң яҡ, һул яҡ, уң яҡ, һул яҡ –
Иҫтә ҡалһын нығыраҡ.
 
- Барыбыҙ ҙа ҙур спорт менән шөғөлләнә алмайбыҙ, шулай бит, тик ҙур спорт менән шөғөлләнмәгән хәлдә лә, беҙ барыбер ҙә ниндәй ҙә булһа спорт төрө менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Әле бына ниндәй миҙгел?
- Дөрөҫ, әле ҡыш миҙгеле,ә ниндәй ҡышҡы уйындарҙы беләһегеҙ?
- Йәйге уйындарҙы ла һанап китәйек.
- Спорт төрҙәре тураһында бер-аҙ әйтеп киттек, спорт төрө йәшәһен өсөн уға спорт кәрәк-яраҡтарының булыуы ла мотлаҡ бит әле. Мәҫәлән, хоккей уйнау өсөн нимәләр кәрәк?
 
- Мин һеҙгә һәр партаға берәр карточка әҙерләп килтергән инем, хәҙер мин шул карточкаларҙы һеҙгә таратып бирәм. Һеҙгә шундай күнегеү: был карточкала ниндәй спорт төрө һүрәтләнгәнен һәм был спорт төрөнә ниндәй спорт кәрәк-яраҡтары кәрәклеген һынап әйтеп китергә тейешһегеҙ. (9-сы слайд)
- Баскетбол, волейбол, бокс, өҫтәл теннисы, футбол, ауыр атлетика. Баскетбол: баскетбол тубы, кәрзин, спорт кейеме.
- Бокс: бокс бирсәткәләре, шлем, спорт кейеме.
- Футбол: футбол тубы, ҡапҡа, спорт кейеме.
- Өҫтәл теннисы: өҫтәл, теннис тубы, ракетка, спорт кейеме.
- Волейбол: волейбол тубы, сетка, спорт кейеме.
- Ауыр атлетика: штанга, гирь, гантель, спорт кейеме.
 
- (10-сы слайд) Һеҙ экранда башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен күрәһегеҙ, уларҙың берәр һүҙҙәре төшөп ҡалған, шул төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе түбәндә бирелгән белешмә өсөн һүҙҙәрҙән табып, уҡырға кәрәк.
 
- Байлыҡ - … айлыҡ, һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
- Сәләмәт тәндә – ……. аҡыл.
- Сәләмәт тәндә – сәләмәт … .
 
Белешмә өсөн һүҙҙәр: сәләмәт, рух, бер.
 
- Тикшерәйек.
- (11-се слайд). Иғтибарҙы тағы ла экранға йүнәлтәйек әле. Унда нимә тип яҙылған, уҡы әле.
- XXIX Йәйге Олимпия уйындарының һөҙөмтәләре:
Алт Көм. Бр. Бөтәһе
 
- Америка Ҡушма Штаттары 36 38 36 110
- Ҡытай 51 21 28 100
- Рәсәй 23 21 28 72
- Англия 19 13 15 47
- Австралия 14 15 17 46
 
- Олимпия уйындарының барышы киң мәғлүмәт сараларында ла, телевизорҙа ла шаҡтай сағыу ғына итеп яҡтыртылып барылды. Һәм һеҙ улар менән моғайын ҡыҙыҡһынып барғанһығыҙҙыр. Олимпиадала ниндәй ил ниндәй һөҙөмтәләргә иреште, призлы урындарҙы кемдәр яуланы? Беләбеҙме?
- Олимпиада – ул ҙур спорт, бына ошо ҙур спортта Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең яҡташтар, Башҡортостан спортсылары булыуы ҡыуаныс. Улар - беҙҙең республиканың данын күтәреүселәр, намыҫын яҡлаусылар, беҙ улар менән ғорурлана алабыҙ. Ә Башҡортостандан кемдәр 29-сы Йәйге Олипиадала ҡатнашҡанын беҙ беләбеҙме? Кем әйтер?
- Экранға күҙ һалайыҡ. (12-се слайд). Уҡыйбыҙ, тәржемәләйбеҙ.
 
- XXIX Йәйге Олимпия уйындарында Башҡортостандан 8 спортсы ҡатнашты.
- Йөҙөү буйынса – Ксения Москвина,
 
- йүгереүҙә – Галина Богомолова,
 
- ауыр атлетикала – Лилия Шобухова һәм Дмитрий Клоков,
- марофонда – Григорий Андреев,
- велосипедта уҙышта – Александр Колобнев,
- парлы слалон буйынса (ишеү) - Дмитрий Ларионов һәм Михаил Кузнецов.
- Башҡортостан спортсылары 1 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланылар.
 
- 1 көмөш һәм 1 бронза миҙалдарҙы кемдәр яуланы икән? (13-сө слайд). Ҡарайбыҙ экранға.
 
- 1. Дмитрий Клоков ауыр атлетика буйынса 105 кг тиклемге ауырлыҡта көмөш миҙал яулап ҡайтты. Ул – Өфө ҡалаһыныҡы, Өфө юғары спорт шөғөлләнеүсеһе.
- 2. Ишкәкселәр – Дмитрий Ларионов һәм Михаил Кузнецов Олимпиаданың бронза чемпиондары. Уларҙың ошо еңеүе илебеҙҙең слалон тарихында тәүге миҙал.

Завершающая часть:

- Дәрестә алған белемдәрҙе йомғаҡлау ваҡыты ла килеп етте, экранда һеҙ тест һорауҙары күрәһегеҙ. Шуларға яуап биреп китәйек. 
(14-се слайд).
1. Тәржемә иткәндә “спорт” һүҙе:
а) “ярыш”;
б) “уйын”;
в) “көрәш”
тигәнде аңлата.
2. 2008 йылда ниндәй команда чемпион исеменә лайыҡ булды?
а) “Салауат Юлаев” хоккей командаһы;
б) “Башҡортостан нефтянигы” волейбол командаһы;
в) “Алиса” гандбол командаһы.
3. 2008 йылғы йәйге Олимпия уйындары ҡайҙа үтте?
а) Италияның Турин ҡалаһында;
б) Японияның Токио ҡалаһында;
в) Ҡытайҙың Пекин ҡалаһында.
4. Унда Башҡортостандан нисә спортсы ҡатнашты?
а) 6;
б) 8;
в) 12.
5. Дмитрий Клоков ниндәй спорт төрө буйынса сығыш яһаны?
а) ауыр атлетика;
б) еңел атлетика;
в) велосипедта уҙыш.
6. Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы ишкәкселәр - Дмитрий Ларионов һәм Михаил Кузнецовтар ниндәй ҡаланан?
а) Өфө;
б) Мәскәү;
в) Түбәнге Тагил.

Домашнее задание:

Первого уровня:

- Өйгә эш: 47-се күнегеү, 2-се һорау( 45-се бит).



Предварительный просмотр:

Предмет: башҡорт(дәүләт) теле

Класс: 7

Китап: башҡорт теле 7кл.

Тема: Икмәк – табын биҙәге

Маҡсат: 

-хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,балаларҙың

һөйләү телмәрен үҫтереү;

-икмәк ту раһында белемдәрен киңәйтеү;

- икмәккә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедияпроектор,

«Икмәк нисек өҫтәлгә килә?»

һүрәттәр, бойҙай, башаҡ,он тәлинкә менән

«һәнәрҙәр» -һүрәттәр, һүҙлектәр.

 Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.
  2. Арткуляцион, фонетик күнегеүҙәр.

Ап-аҡ   булып  күпереп  бешкән
Икмәк   тора   өҫтәлдә.
Мул   ризыҡлы   өҫтәл   өҫтөн
Йәмләндерә   тағы  ла.

-Һүҙ нимә тураһында бара?

- Какой вывод можно сделать?

Вывод : Хлеб – всему голова!

-Давайте поработаем над слогами, которые часто встречаются в стихотворений.

  • Ҡа-кә
  • Кү-кө
  • Аҡ-әк
  • Өҫ-әҫ
  • Аҫ-ас
  • Ос-өҫ

-Наш речевой апарат готов, мы его немного размяли.теперь можно приступить к уроку.

  1. Төп өлөш. Яңы тема.

Рус телендә , башҡорт телендә икмәк тураһында мәҡәлдәр бик күп.Әйҙәгеҙ бер нисәһен иҫкә төшөрөп китәйек.

  • Хлеб – всей  жизни голова.
  • Хлеб – наше  богатство.
  • Хлеб – украшение  стола.
  • Хлеб – батюшка, вода – матушка.

Ә хәҙер ошо мәҡәлдәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеп ҡарайыҡ :

  • Икмәк - тормоштоң   башы.
  • Икмәк – беҙҙең    байлығыбыҙ.
  • Икмәк –өҫтәл    биҙәге.
  • Икмәк – атай,  һыу – әсәй.

Вывод : Хлеб- самое большое богатсво человечества.

Прежде чем попасть к нам на стол хлеб проходит очень долгий, трудный путь.

Отгадайте загадки :

А кто может рассказать о пути хлеба к нам?

Вывод : прежде чем попасть к нам на стол,хлеб проходит долгий путь.В этом деле задействованы очень много людей.Надо беречь хлеб, ценить его!

  1. Текст өҫтөндә эш.

Сегодня мы с вами познакомимся с текстом “Мәктәп ашханаһында”. Как переведем название?(В школьной столовой).

Һүҙлек эше :

А) Һыныҡ

Ҡалдырырға

Кәрәгенән  артыҡ

Ҡәҙерен бел

Иртәлек  әҙерләйек

Көс

Һөйләргә

Иген   үҫтереүсе

Икмәк   бешереүсе

Саҡырырға

Риза

Был   турала

Б) тексты укытыусының уҡыуы;

  1. уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;

Г) ролдәргә бүлеп уҡыу;

Д)текстың йөкмәткеһен үҙләштереү;

Е) һорауҙарға яуап биреү:

-Ниндәй темаға иртәлек үткәрергә йыйыналар?

-Нимә тураһында унда һөйләшәсәктәр?

-Һеҙҙең класта икмәккә вайымһыҙ ҡараған уҡыусылар юҡмы?Ә беҙҙең гимназияла?

-Икмәк юлы ниндәй?Икмәкте үҫтереүгә һәм уны беҙҙең өҫтәлгә еткереүҙә кемдәр көс һала?

-Ни өсөн икмәк бөтә ризыҡҡа ла баш?

-Һеҙҙең класта был темаға класс сәғәте үткәргәндәре бармы?

V. Грамматик эш.Текстан   сифат    ҡылымдарҙы              табығыҙ.Яһалышын   аңлатығыҙ.

- Нимә ул сифат ҡылым?

-Уның ялғауҙары ниндәй?

V. Йомғаҡлау :

  • Икмәкте ҡәҙерләп кенә тотарға, хөрмәтләргә кәрәк, сөнки ул беҙҙең риҙыҡ. Хор менән уҡыу: Икмәк-ил байлығы. Уны Ҡәҙерле һәм һаҡла!
  1. Дәресте йомғаҡлау : Икмәк тураһында нимәләр белдегеҙ?
  2. Өй эше. Билдәләр ҡыуйыу.

Кусок хлеба

На обочине тротуара лежал кусок хлеба. С аппетитной корочкой, с румяным нежным изломом. Казалось, хлеб еще дышит теплым ароматом печи.

Может, выронил его торопившийся на завод рабочий, может, бросил раскапризничавшийся карапуз – кто знает. Бойкий городской воробей нацелился было отведать свежего хлебца и бочком, бочком запрыгал к нему, но откуда-то появились огромные пыльные сапоги, и воробью пришлось отлететь подальше. Потом через хлеб перешагнули туфельки на тоненьких, как два карандаша, каблучках, чуть не зацепив, прошаркали старушечьи чувяки. Шли и шли по тротуару люди…

Чей-то небольшой, хорошо начищенный ботинок поддел хлеб носком – и полетел он, как футбольный мяч, крутясь в пыли, на самую середину дороги.

Плотный веснушчатый мальчишка в спортивной курточке рассмеялся довольно – удар что надо! Кусок хлеба полетел как раз туда, куда он метил.

- Грех!.. Грех-то!.. Большой грех! – раздалось возле.

Мальчишка оглянулся. Недалеко стоял старик. Дряхлый старик, морщинистый, продубленный солнцем и годами.

Поглядел старик налево, поглядел направо: не видать ли где машины. И мелкими шажками засеменил на середину дороги. Нагнулся, кряхтя, поднял хлеб, сдул с него пыль и бережно понес к ближайшему газону:

- Пусть хоть птички поклюют!

Положил на траву, а сам не отходит. Стоит. Задумался. О чем?

Может быть, вспомнил голодное свое детство, когда даже на праздники мать подсыпала в муку отрубей и коры. Нелегко дотянуть до следующего урожая, если в семье восемь ртов и всего две рабочие руки! А может быть, вспомнил убитого кулаками мальчишку из продотряда…

Можно не сомневаться: этот человек видел хлеб не только на прилавках магазинов. И не копейке, которую стоит тот кусок, поклонился он, поднимая хлеб с асфальта. Труду человека, труду хлебопашца, всегда нелегкому, всегда святому! Рукам его сильным и мозолистым, тем, что кормят нас!

А.Нуйкин

3. Творческая работа. Создание текста.

Учащимся предлагаю создать ассоциативные ряды к ключевому слову “хлеб” (обсуждение в группах, все слова соединить, от каждой группы выступает один ученик).

Прослушивание ответов (примерные ответы: 1 группа - слова на тему “блокадный хлеб”, 2 группа – как вырастить хлеб, 3 группа – “хлеб – всему голова”).

Вывод: “Хлеб - мерило всех ценностей”. (Дети выбирают с плаката афоризм, пословицу или поговорку, который подходит к теме).



Предварительный просмотр:

Р. Ғариповтың тормош юлы һәм ижады. “Табыныу” поэмаһы

темаһы буйынса дәрес конспекты

Уҡытыусы: Шафиҡова Л.И.

2-се гимназия

8-927-30-91-969


Тема: Р. Ғариповтың тормош юлы һәм ижады. “Табыныу” поэмаһы.

Класс : 11 –се класс.

Маҡсат:  

  • Р.Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән танышыу.
  • Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт     тәрбиәләү.
  • Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

Метод: Дәрес –осрашыу.(Тема ике дәрескә тәғәйенләнгән-90 мин.)

Ҡулланылған технологиялар : компьютер, мультимедия проекторы, интернет селтәре материалдары.

Йыһазландырыу: Р.Ғариповтың портреты. Тормош юлын сағылдырған  һүрәттәр. Китаптары күргәҙмәһе. Гәзит –журнал материалдары. Мультимедия проекторы, таҡта. “Сыңрау торна” көйө.

Дәрес барышы:

  1. “Сыңрау торна” көйө яңғырай.

 Уҡытыусы “Туған тел” шиғырынан өҙөк уҡый.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын.

Йыямын да йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҫ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел-

Көслө лә ул, бай ҙа яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!

Уҡытыусы.- Шиғыр юлдарының авторы кем?

 Экранда шағирҙың портреты күрһәтелә.

Уҡытыусы. -Дөрөҫ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Р.Ғарипов ижадына байҡау яһайбыҙ һәм уның “Табыныу”поэмаһының йөкмәткеһен үҙләштерәсәкбеҙ. Өйҙә Р.Ғарипов ижадын уҡып хронологик таблица төҙөп килергә ҡушылған ине.

-Кем Р.Ғариповтың биографияһын һөйләп ишеттерергә теләй?

Экранда . Рәми шишмәһе күренеше. Сылтыр- сылтыр ағып ятҡан шишмә, ҡарағай урманы.Түбәндә Арҡауылда мәктәп ҡаршыһындағы яңы ағас йорт-Р. Ғариповтың йорт- музейы.

    Уҡыусы һөйләй. Был йортта Гөлмәрйәм апай менән Йәғәфәр ағай йәшәгәндәр. Гөлмәрйәм әбей рус ҡыҙы булған. Уның әсәһе Мария Яубүләк ауылына башҡорт егетенә кейәүгә сығып,ислам диненә күсерелгән булған. Марияны башҡорттар Мөслимә тип йөрөткәндәр. Мөслихәнең балалары өсөн башҡорт теле туған теле булып китә. Гөлмәрйәмде Арҡауылдан ярлы егет кәләш итеп ала. Икеһе лә етем балалар булып,  17 йәштә генә өйләнешәләр. Йәш ғаилә ярлы булыуына ҡарамаҫтан дуҫ, татыу йәшәй. Шул йортта Йәғәфәр ағай менән Гөлмәрйәм инәйҙең Рәмил (Рәми), Рауил, Урал, Мөршиҙә исемле балалары тыуып үҫәләр. (Экранда һүрәттәрен күрһәтеү) .

  Р.Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Атаһы Йәғәфәр, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та тәүгеләрҙән булып үҙе теләп фроонтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград эргәһендәге һуғышта һәләк була.  Әсәһе Гөлмәрйәм апай 4 балаһы менән тороп ҡала. Һуғыш ваҡытында уны Салауат районының комбайны тип йөрөтәләр. 1943 йыл ураҡ мәлендә бер үҙе 18 гектар ерҙең игенен урып ала һәм район ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүгеләрҙән булып хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнә.

          Р.Ғарипов тыуған ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас. 1946 йылда Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уғырға инә. 1950 йылда Мәскәүгә барып М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1955 йылдан төрлө гәзит-журнал редакцияларында Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр һәм бүлек мөдире, Ағиҙел журналында эшләй. 1959 йылда тыуған яҡтарына эшкә ҡайта Йүрүҙән колхозының Һарғамыш совхозында 3 йылға яҡын комсомол комитеты секретаре, Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй.Башҡортостан ҡыҙы журналында яуаплы секретарь булып эшләй.  1977 йылда Өфөлә вафат була.

    Р.Ғарипов үҙе үлгәндән һуң баҫылып сыҡҡан Һайланма әҫәрҙәр китабы менән “Табыныу” поэмаһы өсөн 1988 йылда С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Тыуған ауылында һәм Өфөлә, үҙе уҡыған мәктәп-интернатта шағирҙың музейҙары асылды.

1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

 Уҡытыусы.  - Аҙ йәшәне шағир. Йәшәүҙән танһығы ҡанмай, дуҫлыҡтан, мөхәббәттән, йырҙан туймай китеп барҙы. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән уға арналған дәрес осрашыуҙа ултырабыҙ.

Был туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Ысынлап та, Р.Ғарипов  иҫән булһа үҙе лә аптырар ине, күпме ул белмәгән дуҫтары йыйылған.  

Ҡунаҡтар менән таныштырыу.

Р.Ғариповтың ҡатыны- Надежда Васильевна.

Бер туған апаһы-Мөршиҙә Хәйрисламова.

Ҡыҙы –Гөлнара.                        

Халыҡ шағирының ҡәләмдәше- Александр Филипов.

Уҡытыусы .- Һүҙ һеҙгә ҡунаҡтар.

Надежда Васильевна.

- Рәми мине бер ҡасан да башҡортса һөйләш тип мәжбүр итмәне. Уның тыуған телдә һөйләшкәнен моң кеүек тыңлай торған инем. Ә балалар өйҙә бер ваҡытта ла русса һөйләшмәне. Атайҙарының һорауҙарына тик башҡортса ғына яуап бирҙеләр. Ҡаруанһарай тигән йырҙы иҫе китеп тыңлай ине. Ҙур кисәләрҙең аҙағында осрашыуҙамы, ҡунаҡтамы гел йырлауымды һорай ине. Хәҙер Надя йырлай тип үҙе кешеләргә әйтә. Бер мәл украинса йырлауымды һораны. Мин йырлайым, ә уның биттәре буйлап йәштәр аға. Рәми кешене тыңлай белә ине. Бигерәк тә өлкәндәр менән әңгәмәләшергә яратты. Һөйләгәндәрен яҙып та ала ине. Бер ҡасан да тупаҫ һүҙҙәр әйтмәне. Кешеләрҙе рәнйетмәне.

Иң бәхетле көн- әлбиттә, яңы китап сығыуы. Шатлыҡтың сиге булмай торған ине. Яҙыусы өсөн йыйынтыҡтың сығыуы бала тыуыуы менән тиңдер. Ә иң хәсрәтле көнөбөҙ 3 айлыҡ ҡыҙыбыҙҙың үлеме.

 Иң ғәжәпләндергәне: уның өлгөрлөгө. Студент сағында уҡ бөтәһен дә ентекләп яҙып өлгөргән: лекцияларын да теркәгән, уҡытыусылар хаҡында фекерҙәр белдергән, әҫәргә тулы анализ яһаған. Ә тәржемә өлкәһендә һуң. Рудаки, Гете, Ғүмәр Хәйәм, Шекспир, Пушкин, Лермонтов, Шевченко, Есенин, Твардовский, Дудин,  Р.Гамзатов шиғырҙарын тәржемә иткән.

 Рәхмәт. Ә хәҙер һүҙҙе уның һеңлеһенә бирәйек, рәхим итегеҙ!

 Мөршиҙә апай.

Минән Рәми 8 йәшкә оло ине, ныҡлап аңлай башлағанымда ул Өфөгә киткән ине. Рәми бәләкәйҙән олпат булды. Өлкәндәрсә эшләне, утын, бесән әҙерләү уның өҫтөндә ине. Каникулға ҡайтҡанда Алырымҡош менән Бирмәмҡош уйынын уйната торған ине. Бәләкәй сағымда Рәмиҙең инәйемә шиғырҙар уҡығанын иҫләйем. Инәйемдең атаһы Хисбулла бәйеттәр, ҡобайырҙар сығарып дан алған кеше. Олатайымдың шул һәләте инәйем аша ағайыма күскәндер. Ағайым күп уҡыны. Уның ҡулынан китап төшмәне, эштә булһынмы, юлда йөрөһөнмө. Бәләкәй сағыда инәйем менән фермаға барғанда ла ут яҡтыһында төнө буйы китап уҡып сығыр булған. Кәрәсин бик аҙ, һаҡсыл ғына тотонабыҙ. Беҙҙең өйҙөң ҡаршыһында колхоздың контораһы була торған ине. Ике зәғиф кенә апай ҡарауылда булды. Ҡараңғы төшһә, ағайым китабын тота ла конторға инә, унда ут һүнмәй. Рәми апайҙарға иптәш тә, китабын да уҡый.

    Ағайым Мәскәүҙән кәләш алып ҡайтам тип хат ебәргәс, инәйем минән алып ҡайтып йөрөмә, үҙебеҙҙә бына тигән башҡорт ҡыҙҙары бөткәнме ни, тип яуап яҙҙырҙы. Һуңынан еңгәм һин шулай тип хат та яҙған инең, тип үпкә белдереп тә алғайны. Ләкин ағайымдың мөхәббәте көслө булғандыр инде, алып ҡайтам тип тағы хәбәр ебәрҙе. Көтәбеҙ! Мәскәү һынлы Мәскәүҙән ҡыҙ алып ҡайтһын әле! Килеп төштөләр. Атай яғынан 3 әбейем бар ине.  Араларынан берәүһе:

-Эй, Рәми, Мәскәү һынлы Мәскәүҙән украинканы алып ҡайтып йөрөмәһәң, ана күрше Табовкала урыҫ ҡыҙҙары бөткәнме ни, тип көлдөргән ине.

  Еңгәй башҡортса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй ине, ағайым әлифба алып уҡырға, яҙырға, башҡортса һөйләшергә өйрәтте. Күп тә торманы өйрәнде.

  Ағайымдың башҡорт ҡыҙынан да ҡыҙы бар. 70-се йылдарҙа аяуһыҙ хәлдәрҙә ҡалды ул. Кешеләрҙә лә йылы тапманы, дуҫтары ла тормош ығы-зығыһы менән онотоп киткәндәрҙер. Әҫәрҙәрен баҫманылар. Аптырап тәржемә эшенә тотоноп китте. Үҙен аңларҙай кешеләрҙе ситтән эҙләгәндер. Бер ҡайтҡанында, минең ҡыҙым бар, исеме Хаят тип әйткән ине.

Ҡыҙы Гөлнара һөйләй.

Атай нисек кенә бирелеп ижад итмәһен, үҙем теләгән ваҡытта бары тик мин генә уның бүлмәһенә иркен атлап инә ала инем. Атайым үлгәндә миңә 11 йәш ине. Әсәйем һулҡылдап илай, мин нисек йыуатырға ла белмәйем. Туған тел шиғырын яҙғандан һуң, әҫәрҙәрен бер ерҙә лә баҫмайҙар, эшкә алмайҙар. Атай көндәр буйы өйҙә. Мин быға бик шат инем. Ул төрлө китаптар уҡый, әсәйҙән дә тәмлерәк итеп аш бешерә. Атай итте ҙур киҫәк менән һала ла, һурпа тәмле, майлы була. Үҫә төшкәс миңә кредитҡа пионино һатып алдылар. З.Исмәғилев исемендәге академияла музыкаль белем алдым. Икенсе курстан Ғ.Әлмөхәмәтов исемедәге республика гимназияһында эшләйем. Салауат ағайым Учалыла ғаиләһе менән йәшәй. Һөнәре буйынса-радиотехник. Азамат ағайым БДПИ художество-графика факультетын тамамланы. Рәссам. Тормош иптәше Әлиә менән Йәмил һәм Шәүрә исемле балалар үҫтерәләр. Экранда фотоһын күрһәтеү.

Ә минең Әйшә һәм Рәмилә исемле ҡыҙҙарым үҫә.

  Һүҙҙе Александр Филиповҡа бирәйек.

 Бер уҡыусы сығыш яһай “Ҡала уртаһында усаҡ” тигән мәҡәлә буйынса (интернет селтәренән алынды). Экранда шағир исемендәге премия лауреттары.

Дәфтәргә һәм таҡтаға число көн исеме һәм теманы яҙып ҡуйыу.

Уҡытыусы поэманың яҙылыу тарихы тураһында һөйләй.

- 30 –сы йылдарҙа тарихи осор, илдәге ижтимағи -сәйәси хәл ифрат ҡатмарлы була. Бер яҡтан, яңы тормош төҙөлә, икенсе яҡтан шул яңы тормошто тыуҙырыусыларҙы ҡулға алып ғәйепһеҙгә аталар, аҫалар юҡ итәләр. Улар илебеҙҙең иң алдынғы, белемле кешеләр ине. Полководецтар, яҙыусылар, интеллигенция вәкилдәре :

Экранда фотолары сыға.

-Муса Мортазин, Д.Юлтый, А.Таһиров, И.Насыри, Ғ.Дәүләтшин, Б.Ишемғол  һ.б. хатта ябай колхозсыларҙы ла, эшселәрҙе лә аяп тормағадар, халыҡ дошманы тип ҡулға алғандар һәм юҡ иткәндәр. Рәмиҙең ҡустыһы Рауил Ғарипов “Табыныу” поэмаһының яҙылыу тарихына бәйле шундай мәғлүмәттәр килтерә.

   - Беҙҙең ауылдан да халыҡ дошмандары тип һөрөлгән бабайҙар бар ине. Шулар араһында Башҡортостан прокуроры булған Һаҙый Ханов бабайҙы яҡшы хәтерләйем. Улы Сыңғыҙ Ханов- яҙыусы. Бабайҙың ҡатыны Ләйлә ике балаһы менән ауылда йәшәне. Һуғыш ваҡытында ауырып һәм ҡартайып Һаҙый бабай ҙа ҡайтты. Өҫтөнә иҫке генә шинель, аяғына кирза итек кейеп, МТСта эшләп йөрөнө. Уның юлы беҙҙең өй эргәһенән үтә ине. Шуға күрә беҙгә уны йыш осратырға тура килде. Туҡтап, баштан һөйөп, уҡыу тураһында, Атайҙың хат яҙыу яҙмауын һорашыр ине. Кеҫәһендә шәкәр –фәлән булғылай. Шуны төрөлгән ҡулъяулығынан сығарып,беҙгә бирә торғайны. 1949 йыл ҡыш көнө бабайҙы яңынан алып кителәр. 1957 йылда аҡланып, шатланып ҡайтып килгәндә, Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында үлеп ҡала.

 Рәми ағайымды Өфөләге интернат- мәктәпкә тәүге уҡытыусыһы Ғәлимә Ғатаулловна алып бара. Тауар поезыың эсендә түгел тышында барғандар. Ҡап- ҡара булып барып төшкәндәр баш ҡалаға. Шунда Ғәлимә апай атаһын 1937 йылда нахаҡҡа ғәйепләп алып китеүҙәрен һөйләгән. Колхозда беренсе бригадир булыусы  Ғатаулла бабай ҙа өйөнә әйләнеп ҡайта алмай. Ағайым ошоларҙы йөрәге аша үткәреп, аҡылына һеңдереп йөрөгәндер инде. 1957 йылда архив документтары менән танышғас, “Табыныу” поэмаһын яҙа. Әҫәр башта 1937 тип исемләнә аҙаҡ Табыныу тип үҙгәртелә. Поэма 1964 йылда яҙыла, 1984 йылда ғына Ағиҙел журналында баҫылып сыға.

 Поэманың йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

1.Поэманы тулы килеш уҡып сығыу.

2.Һүҙлек эше. Экранда яҙыла.

Һуйыл- оҙон, һығылмалы таяҡ.

Ҡотоп- полюс

Хөр-һис ни менән сикләнмәгән, үҙаллы, азат.

Афәт- ҙур бәлә, һәләкәт.

Әүлиә-дини ҡарашса изге кеше.

Дөмбөр ҡағыу-ҡаты нәмә бушлыҡта ҡағылып һуғылғанда сыҡҡан                          

һаңғырау тауышты белдергән һүҙ.

Вәхшәт- йыртҡыслыҡ.

 Һәр бүлеккә исем биреү, план  төҙөү. Һорауҙы уҡытыусы ҡуя.

Уҡытыусы: 1-се бүлектә авторҙың ниндәй борсоулы уйҙары сағылыш таба?

Яуап: 1937 йыл ҙурлана һәм хурлана.

1937 йыл                        Бер осоңдан һинең балың тамһа,

                                          Бер осоңдан ниңә ҡан тама?

Уҡытыусы: 2-се бүлектә илдәге ниндәй уңыштар тасуирлана?

Яуап: Был бүлектә илдең триумф һәм трагедияһы ҡапма- ҡаршы ҡуйыла. Илдәге уңыштар ҡан менән һуғарылған. Уларҙың кеше һөйәктәренә ҡоролған булыуы раҫлана.

Триумф һәм трагедия          Бер ҡараһаң , утыҙ етелә

                                                 Бөтә илем сәскә атҡандай.

                                                 Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ ,

                                                 Әйт,был ниндәй ҡанлы тантана?

Уҡытыусы: Өсөнсө бүлектә автор үҙенең бала сағындағы ниндәй хәлдәрҙе тасуирлай?

Яуап: Ул үҙенең бала сағы 1937 йылға тура килеүенә үкенес белдерә. Тәү ҡулына алырға тейешле китаптарың юҡҡа сығыуына, иленең әүлиә булмауына үкенә.

Ниңә аҡты ҡара тинеләр?     Бала сағым- ҡолон сағым минең

                                                      Был афәткә ниңә юлыҡтың?

Уҡытыусы: 4 –се бүлектә Р.Ғарипов кемдәр тураһында әсенеп яҙа?

Яуап: Шағир репрессия йылдарында һәләк булған яҙыусыларҙың фажиғәле яҙмышын һүрәтләй.

Яҙыусы әҙиптәр  яҙмышы     Әйтерһең дә , Туфан ҡалҡмаған,

                                                   Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар.

Уҡытыусы: 5-се бүлектә автор кемдәр тураһында һүҙ алып бара?

Яуап: һатлыҡ йәндәр фашлана.

Һатлыҡ йәндәр          Салауатты һатҡан Ҡолойҙар

                                      Һәр заманда сығып олойҙар.

Уҡытыусы: 6-сы бүлектә шағир шул заманда йәшәгән кешеләр хаҡында ниндәй фекерҙәр әйтә? Ул кемдәргә табынырға өндәй?

Табыныу             Бер аллаға кеше табынмаһын,

                              Табынһын тик кеше кешегә.

Һорауҙар. 1. Әҫәрҙең төп темаһы нимәлә? ( Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы ҡаршылыҡты асыу)

2.Был поэмала ниндәй ваҡиға ниндәй осор тураһында һүҙ бара?

(Әҫәрҙә 1937 йылда халыҡтың, илдең башына төшкән фажиғә һүрәтләнә)

3.Ошо ваҡиғаларҙы һүрәтләп автор нимә әйтергә теләй?

(Ул беҙгә аманат әйтеп ҡалдыра. 1-нән Р.Ғарипов репрессияларҙы,һатлыҡ йәндәрҙе фашлай,икенсенән-уның төп фекере кеше фәҡәт кешегә генә табынырға тейеш)

4.Ниндәй кешегә табынырға тейеш?

(Ураҡ-сүкеш тотҡан кешегә)

5.Жанры буйынса нимә уҡынығыҙ?

Лиро-эпик поэма. Сөнки унда ил тарихындағы бер осор һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙә шағирҙың борсолоулы уй-кисерештәре, фәлсәфәүи һығымталар образлы сағылыш таба. Йәғни поэмаға эпик киңлек тә хас (70 йыллыҡ тарих-бер һүҙ менән –Табыныу –асылған)

6.Лирик геройҙы нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?

(Ил, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоп йәшәүсе, хаҡлыҡ, ғәҙеллек эҙләүсе)

7.Әҫәрҙә тағы кемдәр һынландырыла?

(Тарихи шәхестәр, репрессия ҡорбандары, халыҡ образы, һатлыҡ йәндәр фашлана)

8.Автор ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған?

(Ҡабатланып килгән һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Сағыштырыуҙар:серле ҡурай һымаҡ, урман йыҡҡан ҡара ҡойондай, аяҙ көндө йәшен атҡандай, аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай, йәйғор һымаҡ, яҡтылыҡтан ҡасты өкөләй, ер аҫтына инеп аҡҡан һыуҙай.

9.Ҡурай образының әһәмиәте нимәлә?

(Халыҡтың ауыр яҙмышы,яфалар сигеүе, күҙ йәше түгеүе, ҡан ҡойоуы ҡурайға күсерелә.)

10.Поэмала ниндәй мәҡәл, әйтемдәр бар?

(Ҡырын эш 40 йылдан һуң да беленә.

Ете йәшәр күреп торһон

Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды.)

 Иғтибарҙы поэманың эпиграфына йүнәлтеү.

Һорау:  Бөгөнгө көндә һеҙ иреклекте нисек аңлайһығыҙ?

Йомғаҡлау: Р.Ғариповтың “Табыныу” поэмаһы бөгөн дә актуаль яңғырай. Ул башҡорт халҡын азатлыҡ өсөн көрәшкә рухландыра.

Бындай фажиғәләр яңынан ҡабатланмаһын, тарихта ғына ҡалһын.

Өйгә эш:

1-се төркөм уҡыусылар : “Был вәхшәтте тарих онотмаһын,онотмаһын тыуыр быуындар” тигән темаға инша яҙырға.

2-се төркөм уҡыусылар: “Интегралдар” поэмаһын һәм “Батырша” поэмаһын уҡырға .



Предварительный просмотр:

ТЕМА: Баҡса эштәре.

МАҠСАТ: уҡыусыларҙы баҡсалағы яҙғы эштәр менән таныштырыу; хеҙмәтте яратырға өйрәтеү,   телмәр үҫтереү.

ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ:    мультимедиа  проекторы, экран, магнит таҡта, магнитофон, фонограмма,  хәрефтәр, яҙғы эштәрҙе сағылдырған һүрәттәр.

АКТИВ ҮҘЛӘШТЕРЕҮ ӨСӨН  ҺҮҘҘӘР: Баҡсасы - садовник, түтәл - грядка, кишер – морковь,  һуған – лук, , орлоҡ сәсә – сажает семена, , костер яға , сүп – сар - мусор, көрәк - лопата, тырма - грабли, емеш ағастары – плодовые деревья, ҡаҙыу - копать, тырматыу, ағартыу – белить.

ДӘРЕС  ПЛАНЫ.

I . Ойоштороу моменты.

II. Фонетик күнегеүҙәр.

III. Башҡортостан тураһында  үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Тест.

IV. Яңы тема.

V. Нығытыу, йомғаҡлау.

ДӘРЕС БАРЫШЫ.

  1. Ойоштороу моменты.

  - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

-   Һаумы, ҡояш,

    Һаумы, илем,

    Һаумы, минең уҡытыусым!

-  Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Ҡояшлы иртә кеүек,

        Башҡорт телен,

        Дәүләт телен

       Өйрәнергә тип килдек.

 

  1. Уҡытыусы: Телдәрҙе шымартайыҡ,

                   Әйҙә, йырлап алайыҡ.

( “Башҡорт теле” йыры).

 Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

У.Балалар, бөгөн нисәнсе апрель?

У.Һауа торошо ниндәй?

У.Ә иң матур көн ниндәй көн ул?

-    Иң матур көн ниндәй көн ул?

  • Ҡояш балҡып торған көн.
  • Иң матур көн ниндәй көн ул?
  • Ләйсән ямғыр яуған көн.
  • Иң матур көн ниндәй көн ул?
  • Сәскәгә бал ҡунған көн.
  • Иң матур көн ниндәй көн ул?
  • Хеҙмәт менән үткән көн-

Иң матур көн шундай көн.

  • Уҡытыусы: Дөрөҫ, уҡыусылар! Иң матур көн ул -

хеҙмәт менән үткән көн. Правильно, ребята, самый хороший день – это когда день проходит  в труде. Ваш труд – это учеба.На прошлом уроке мы с вами говорили об этом и наше домашнее задание было связано с этой темой. Өйгә эшкә нимә бирелде?  Өйгә эште тикшерәбеҙ. Кем теләй?

-Сейчас мы проверим ваши знания! На доске даны пословицы. Вам нужно подобрать соответствующее окончание пословиц.

Егет кешегә                                     етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Джигиту  и  семидесяти  ремесел  мало.

Кем эшләй,                                       шул  ашай.

Кто работает, тот ест.

Хеҙмәтенә күрә                               хөрмәте.

По труду и честь.

Кем эшләмәй,                                  шул ашамай.

Кто не работает, тот не ест.

Урамда ниндәй йыл миҙгеле? Көндәр хәҙер ниндәй?  Яҙ көнө беҙ нимә эшләйбеҙ? Уйнайбыҙ! Тағы ла нимә эшләйбеҙ?  Они что делают? Как вы думаете над какой темой  сегодня на уроке мы будем работать. Чему мы с вами должны научится. Правильно, мы должны сегодня научиться произносить запомнить новые слова.  Открываем тетради, записываем число.

3. Словарная работа .

 

А теперь посмотрим перевод.

( пишем в словарях).

Баҡса – огород, түтәл - грядка,  кишер – морковь,   һуған – лук, , орлоҡ  – семена,  ут  яға - , сүп – сар - мусор, көрәк - лопата, тырма - грабли,  емеш ағастары – плодовые деревья,  ҡаҙыу - копать, тырматыу, ағартыу – белить.

4. Физкульминутка.

Мы с вами думали, работали, а теперь давайте выполним физические упражнения. Покажем мимикой, что можно делать садовыми инструментами.

  • Көрәк ҡалайтып әйтә?
  • Көрәк ҡаҙғылып әйтә.
  • Тырма  ҡалайтып әйтә?
  • Тырма тырмалап әйтә..
  • Тәпке  ҡалайтып әйтә?
  • Тәпке  тәпкеләп әйтә.
  • Һәнәк ҡалайтып әйтә?
  • Һәнәк сәнскеләп әйтә.

 

5.Закрепление.

  • Работа по учебнику. Упражнение № 361 (с).
  • Составить  слова, относящиееся к новой теме.

( по одному человеку с каждого ряда ).

Эстафета.

  • Стих . (Чтение методом “Автостоп!”)

         6. Подведение итогов.

V. Йомғаҡлау.

  1. Бөгөн һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек? Нимәләр белдек?
  2. Өйгә эш. Һүҙлек һүҙҙәрен ятларға.

 

  1. Билдәләр ҡуйыу.
  2. Таҡтала шиғыр (балалар бергәләп уҡый).

 



Предварительный просмотр:

Класс : 6

Тема : “Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел”. Ҡылым темаһын ҡабатлау

Маҡсат :

1)уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү,

2)уҡыусылар араһыда яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу,

3)ысын дуҫлыҡ тураһында төшөнсә биреү,

4) “ҡылым” темаһыв буйынса белемдәрен иҫкә төшөрөү.

Йыһазландырыу: схемалар, таблицалар, сюжетлы картиналар, һүрәттәр,  “тиҙәйткес” плакаты, магнитофон, кассета, индивидуаль карточкалар, мәҡәлдәр китабы, дәреслек, таҡта.

Һүҙлек һүҙҙәре : дуҫлыҡ, ысын дуҫ, мәңгелек, тылсымлы.

Дәрес барышы :

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.Ойоштороу мәле .

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

2.Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр.

-Башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтер өсөн беҙҙең телмәр аппаратыбыҙ дөрөҫ урынлашҡан булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, тиҙәйткесте бергәләп уҡып алайыҡ әле.

3.Төп өлөш. (таҡтала һөйләмдәр яҙылған)

Әлфиә дәрескә әҙерләнгән.

Иртәгә көн йылы буласаҡ.

Мин кисә өләсәйемә ҡунаҡҡа барҙым.

-Бирелгән һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы табып уларҙың заман, зат, һөйкәлеш, төркөмөн, барлыҡ-юҡлыҡ категорияларын билдәләп үтегеҙ!

4.Индивидуаль эш (карточткалар менән эш).

-Ә хәҙер мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм һеҙ ошо карточкаларҙағы һөйләмдәрҙе башҡорт теленә тәржемә итергә тырышығыҙ!

Уйын “Юғалған хәреф”

-Беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә Белмәҫйәнгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Юғалған хәрефтәрҙе табып яҙырға кәрәк буласаҡ.

Дуҫлыҡ хаҡында һөйләшеү.(таҡтала мәҡәл яҙылған)

Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын

-Был мәҡәл нимә тураһында?

-Әйҙәгеҙ рус теленә тәржемә итеп ҡарайыҡ!

(индивидуаль һорау)

-Һинең дуҫтарың күпме?

-Ни өсөн улар һинең ысын дуҫтарың?

5.Ял итеү минуты “Оса- осмай”

-Әгәр мин һеҙгә оса торған предметтарҙы әйтһәм, һеҙ ҡоштар һымаҡ ҡанат ҡағвғвҙ. Әгәр осмай торған әйберҙе әйтһәм тик тороғоҙ!

6.208-се күнегеү.

-Биремде, Артем уҡый!

-Нимә тураһында текст?

-Һеҙҙә был текст ниндәй хис-тойғолар тыуҙыра?

-Бирелгән текстан ҡылымдарҙы табайыҡ әле!

-Ә хәҙер ошо ҡылымдарға грамматик анализ яһайыҡ!

-Тимәк, ошо текстан ниндәй һығымтаға килергә була инде?

209-сы күнегеү.

-Бирелгән текст нимә тураһында?

-Ни өсөн Олегтың дуҫтары күп булған?

-Ни өсөн Альберт дуҫтарын таба алмаған?

-Һеҙҙең Олег кеүек дуҫтарығыҙ бармы?

6.Йомғаҡлау әңгәмә.

-Кешенең тағы ла ниндәй дуҫтары бар?

-Эйе, дөрөҫ. Үҙегеҙҙең этегеҙ тураһында һөйләп бирегеҙ!

Дәресте йомғаҡлау.

-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

-Нимә ул “ҡылым”?

-Ҡылымдың ниндәй грамматик категориялары бар?

-Нимә ул ысын дуҫлыҡ?

7.Өйгә эш биреү.

-Дуҫлыҡ тураһында 5  мәҡәл яҙып килегеҙ.

8.Баһалау.

-Бөгөн дәрестә актив ҡатнашыусыларға “5”ле билдәһен ҡуям.

-Һаубулығыҙ!

-Һаумыһығыҙ!(ултыралар)

Ҙа-ҙа-ҙа ҡыҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ға-ға-ға ҡаҙҙар киткән йылғаға.

(хор менән әйттереү, индивидуаль эш. “ҙ” өнөнөң артикуляцияһын күрһәтеү)

3 з., берлек һ., юҡ. Ф., хеҙ. З., хәб.х.

(эш группа менән алып барыла. Һәр һөйләмдән ҡылымды табып, уға грамматик характеристика бирелә.)

Һәр уҡыусы үҙ алла эш алып бара. Русса-башҡортса һүҙлектәр менән ҡуллана.

Торм.ш, һуҡм.ҡ, к.ңелле, шатл.на, ду.лыҡ, д.шман, кө.гө

Бер уҡыусы уҡый.

Хор менән уҡыу.

Таҡтала ҡыҙҙҙыр, егеттәр, ат, эт һүрәте.

Уҡыусылар парта артынан сығып бик актив ҡатнашалар.

-Дуҫтар бер-береһенә һәр саҡ ярҙам итергә тейеш.

-Ат, эт.


Класс: 6

Тема: “Дуҫ ептәре”. Ҡылым

Маҡсат:

  1. Уҡысыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
  2. Уҡыусыларҙа бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт булдырыу.
  3. Күнегеүҙәр аша белем һәм тәрбиә күнекмәләрен биреү.
  4. “ҡылым”  тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

Йыһазландырыу : “ҡылым һәм уның үҙгәреше” таблицаһы, һүҙлек, карточкалар.

Һүҙҙәр : көсөк, бәшмәк, бүләк.

Дәрес барышы :

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.Ойоштороу мәле.

2.Фонетик-орфоэпик күнегеү.

3.Өй эшен тикшереү.

4.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Әңгәмә.

Таҡта алдында  эш.

5.Ял итеү минуты.

Фронталь эш.

210-сы күнегеү.

6.Йомғаҡлау.

7.Баһалау.

8.Өй эше.

-Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Хәйерле иртә! Бөгөн класта кем дежур? Класта барыһы ла бармы? Ниндәй аҙна көнө? Ниндәй йыл миҙгеле?(яҡшы, рәхмәт, ултыр!)

-Үткән дәрестәге мәҡәлде иҫкә төшөрөп үтәйек әле(хор менән уҡыу)

-Һеҙгә өйгә эш итеп дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә ине. Кем уҡып ишеттерге килә?

-Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек?

-Нимә ул ҡылым?

-Ҡылымдың ниндәй грамматик категориялары бар?

-Ҡылымдың заман формаларын әйтеп үтегеҙ!

-Башҡорт телендә нисә һан ҙәм нисә зат бар? Миҫал килтерегеҙ!

-Дуҫ кем һинең өсөн, Саша?(Кем для тебя является лучший друг?)

-Эйе, Саша дөрөҫ әйтте. Әйҙәгеҙ уның фекерен башҡорт теленә тәржемә итәйек.

-Рус телендә нисә килеш бар?

-Ә башҡорт телендә?

-Хәҙер “дуҫ” һүҙен килеш менән үҙгәртеп ҡарайыҡ.

Ләйлә таҡта алдына сыға, ә ҡалғандар үҙ аллы башҡара!

-Мин һеҙгә ҡылымдар күрһәтәм, ә һеҙ уларҙы киләсәк һәм үткән заманға ҡуйып яҙығыҙ.

-Биремде, Азат уҡый!

-Тимәк, һеҙгә башҡорт теленән рус теленә тексты тәржемә итергә кәрәк ине. Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләп ҡарайбыҙ!

Человек без друга – без огня человек,

Без друга не живет человек.

Слава птицы – крылья,

А человек силен дружбой.

-Нимә тураһында был шиғыр?

-Ни өсөн “кешенең көсө дуҫлыҡ” тип яҙған автор?

-Ошо күнегеүҙән ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙығыҙ!

-Беҙ бөгөн башҡорт теле дәресендә нимә тураһында һөйләштек?

-Нимә оҡшаны?

-Тимәк, ҡылым нимә ул?Миҫал килтерегеҙ.

“5”-Азат, Ләйлә, Әлфиә.

“4” –Саша, Артем, Николай.

212-се күнегеү.

-Һаумыһығыҙ!(ултыралар)

-Бөгөн класта мин дежур.

Бөгөн класта барыһы ла бар. Бөгөн кесаҙна. Тышта ҡыш миҙгеле.

Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын.

-Ағас ағасҡа таяна, кеше кешегә.

Дуҫ күп булһа ла аҙ һ.б.,

-Үткән дәрестә беҙ ҡылым тураһында һөйләштек.

-Для меня друг-это человек, который  всегда поможет, поддержит….

(һүҙлектәр менән эш)

-6

-6(һанап сығалар)

Һора, бир, әйт, кил, тор, ят, уйла, шатлана, ашама, яҙ, баҫ, ҡарама, уҡы һ.б.

(һүҙлектәр менән эш)



Предварительный просмотр:

Класс: 6-сы класс

Дәрес төрө: яңы теманы аңлатыу дәресе

Тема: “Һан” төркөмсәһе

Маҡсат:

  • укыусыларҙы  һан  һүҙ төркөмө менән таныштырыу, башҡортса һандарҙы  әйтергә өйрәтеү;
  • ябай һәм ҡушма һандар темаһын аңлатыу;
  • фекерләү, уйлау, һөйләү,  яҙыу телмәрен үҫтреү;
  • һүҙлек запастарын байытыу;
  • үҙ ваҡытыңды самалап ҡулланырға, һәр минутын ҡәҙерләргә; тыуған илгә, төйәккә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: алфавит, кәйефте белдереүсе һүрәттәр, мәҡәлдәр китабы, Баш-н картаһы, , магнитофон,”һан” таблицаһы.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле.

1.Уҡытыусының сәләмләү һүҙҙәре:

    -Балалар, хәйерле көн!

     Хәйерле булһын, хәйерле бөгөнгө уйҙарыбыҙ.

     Уйҙы тормошҡа  ашырһын

     Һөнәрле ҡулдарыбыҙ!!!

Уҡыусыларҙың сәләмләү һүҙҙәре:

-Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!!!

Һөҙөмтә: шулай итеп,  һәр кешене сәләмләп дәресте башлап ебәрәйек!

2. Инеш әңгәмә:

-Бөгөн һеҙ ниндәй  кәйеф менән  килгәнегеҙҙе билдәләп алайыҡ!         

-Дәрес аҙағына тиклем ошо кәйеф менән тамамларға теләйем!

-Бөгөн ниндәй число?

-Аҙна көнө?

-Аҙнаның нисәнсе көнө?

-Ниндәй йыл миҙгеле?

3.Фонетик күнегеү: (“Ғүмерҙәр үтә икән ул” йырын тыңлау)

-Уҡыусылар, бөгөнгө числонан күсеп мин яңылыш һүҙҙәр урынына һандар яҙғанмын. Бында ниндәй мәҡәл яҙылған?(Туған илем- алтын бишек)

-Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

-Ни өсөн тыуған ил-алтын бишек?

-Что заметили Вы в данной поговорке?(Там есть число)

Һөҙөмтә: тимәк, беҙ бөгөн һан менән танышасаҡбыҙ!

4.Яңы темаға күсеү.

-Эйе, ысынлап та,һандар кеше ғүмерендә ҙур һәм мөһим роль уйнай. Һеҙ көн һайын һандар менән осрашаһығыҙ:иртән тороп сәғәт ҡарайһығыҙ, дәрестә һанайһағыҙ, тәнәфескә  тиклем минуттар һанайһығыҙ,магазинда тауар алғанда һ.б , һ.б.

   Тимәк, һан-бик кәрәкле һәм мөһим һүҙ төркөмө!!!! Ә нимә ул һан? Уның ниндәй төрҙәре бар? Бөгөн беҙ ошо һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ!!!-дәрес маҡсаты

5.Яңы теманы аңлатыу.(таблица)

-Һан- предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ төркөмө. Ул нисә? Күпме? Нисәнсе? Нисәү? Нисәшәр? Һорауҙарына яуап бирә:5-се автобус, миңә 13 йәш,2009 йыл.

    Һандар килеш, һан менән үҙгәрмәй: 6 Класта  25 уҡыусы. Баҡсала 1 алмағас үҫә.

   Һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

   Составы буйынса һандар ябай һәм ҡушма була.(таблица)

   Ҡушма  һандың яһалышы:

                  1                  9                   4                           5

         Бер +мең    туғыҙ + йөҙ     ҡырҡ                    биш

         Ед. + тыс.   Ед.+ сотня      десят.число        ед.

6.Нығытыу.

 –Ә хәҙер алынған белемдәрҙе практикала нығытайыҡ! Был  һандар нимә белдерә?

  • 1909
  • 2009
  • 1961
  • 1754

Һөҙөмтә: шулай итеп, беҙ һандар ярҙамында тарихи ваҡиғаларҙы билдәләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән уларҙы башҡортса әйтергә өйрәндек. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән ваҡыттың ҡәҙере тураһында текст уҡыясаҡбыҙ. Ә тексты уҡып аңлар өсөн алда яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ!

7. Һүҙлек эше.

Тимәк-значит                                                                               тәүлек-сутки

Һорау-вопрос                                                                      уртаса-в среднем

Ярҙам-помощь                                                        ҡиммәт-дорого, дороже

Ғүмер-жизнь                                         һанайбыҙ-считаем, подсчитываем

8.Дәреслек менән эш:

254-се күнегеү (уҡыу, тәржемә, һорауҙарға яуап биреү)

Һөҙөмтә: тимәк, кеше ғүмере бар яҡлап та һандар менән бәйле. Ә хәҙер теманы паралар менән эштә нығытайыҡ. Һеҙгә һандар ҡулланып диалог төҙөргә кәрәк!

9.Ял итеү минуты.(2 )

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,

Бер ҡулымда бармаҡ бишәү.

Күҙем икәү, танау берәү

Ҡолаҡтарым да икәү.

258-се күнегеү (паралар менән эш)

Һөҙөмтә: шулай итеп, кеше ғүмере тотош цифраларҙан, даталарҙан тора! Хатта кеше үҙе  тураһында һандарҙан башҡа һөйләйҙә алмай!

10.Уйын “Мәҡәлде әйт һәм дәфтәреңә яҙ!”(алфавит, табл.)

-Мин һеҙгә башватҡыс тәҡдим итәм, һеҙ уны сисһәгеҙ мәҡәлдәр уҡырһыҙ. Асҡысы-алфавитта!

1-се вариант : 3  1  15  37  26      1  16  26  37  18  6  1  18          15  12  17  17  40  26.

2-се вариант :   5  28  17  8  23       15  37  25  15  1,     28  26  14  40  23  17  40        2  27  34  15  1.

Яуап: 1.Ваҡыт алтындан ҡиммәт(Время дороже золота). 2.Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡа(Уходит день, не привяжешь за плетень).

Һөҙөмтә:тимәк, һандарҙы математика дәресендә генә түгел, хатта халыҡ фольклорында ла ҡулланып була!

255-се күнегеү(дәфтәргә яҙып эшләү)

11.Йомғаҡлау:

-Нимә менән таныштыҡ?

-Нимә ул “Һан”?

-Ниндәй төрҙәре бар?

-Нимә белдек?

-Нимә оҡшаны?

12.Баһалау.

13.Өйҙә эш:  1)һандар ҡулланып ребус(2-3) төҙөргә,  

                        2)һандар осраған 5 мәҡәл табып килергә

Өҫтәлмә материал: 1. Текст буйынса эш  (уҡы, тәржемә ит,ябай һәм ҡушма һандарҙы айырып әйт)

2.Уйын ”Ниндәй һан ҡуйырға?”(схемаға ҡара, ниндәй һан төшөп ҡалған, иҫбатла, ябай һәм ҡушма һандарҙы айырып әйт)

УРОК ИЗУЧЕНИЯ НОВОЙ ТЕМЫ

ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

ПО ТЕМЕ :

«Числительные. Простые и составные»

   

УЧИТЕЛЬ:

                                                                                        ШАФИКОВА  Л.И.



Предварительный просмотр:

Тема : Антонимдар

Маҡсат: - уҠыусылар менӘн: а) «Синонимдар» темаҺын Ҡабатлап ҮтеҮ;

                                                    б) АнтонимдарҘы иҪкӘ тӨшӨрӨҮ, алынҒан белемдӘрен миҪалдар, кҮнегеҮҘӘр ярҙамында нығытыу, тәрәнәйтеү;

- уҡыусыларҙың уйлау, һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;

- башҡорт теленә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: таҡта, карточкалар, кроссворд, «ҡурай моңо» кассетаһы, магнитофон, Тикеев Д.С. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» дәреслеге.

  1. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ. Һеҙҙе дәрестә күреүемә бик шатмын.

- Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, бөгөн нисәнсе число? Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө? Класта бөтәһе лә бармы? Һауа торошо ниндәй?

   II. Орфоэпик күнегеү (телде шымартыу)

-  Ә хәҙер, телдәрҙе шымартып алайыҡ.

                Иртә торһаң, итең бешер,

                Һуң торһаң, битең бешер.

                Ошо мәҡәлде онотма,

                Һәр саҡ иҫеңә төшөр!

  1. иң беренсе уҡытыусы уҡый; 2) уҡыусылар үҙ-аллы уҡыйҙар; 3) бергәләп уҡыйҙар; 4) тиҙерәк уҡыйҙар; 5) уҡыу теленә тәржемә итәләр

– Афарин.

  III.Өйгә эш тикшереү.

Һеҙгә өйгә эшкә 29-сы күнегеү бирелгәйне. Был күнегеүҙә һеҙгә синоним һүҙҙәрҙе үҫә барыу тәртибендә яҙырға ҡушылғайны. Кем уҡып ишеттерергә теләй? (Бер-нисә уҡыусынан һорайым һәм хаталары булһа, бергәләп тикшерәбеҙ, төҙәтәбеҙ)

    – Яҡшы.

  1. Үтелгәнде ҡабатлау.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле, үткән дәресте иҫкә төшөрөп үтәйек. Һеҙ үткән дәрестә «Синонимдар» темаһын үткәйнегеҙ, шулай бит. Тимәк, нимә була ул синонимдар? (Мәғәнәләре бер төрлө,  ә яҙылыштары төрлөсә булған һүҙҙәр). Синонимдарҙы телмәрҙә беҙ ни өсөн ҡулланабыҙ? (телмәрҙе матурлай, төрлөләндерә, бер үк һүҙҙәрҙең ҡабатланыуынан ҡотҡара, фекерҙе һығылмалы, образлы итеп биреүгә булышлыҡ итә).

- Әйҙәгеҙ, синонимдарға миҫалдар килтерәйек:

1) түгелеү – ҡойолоу, һибелеү, һирпелеү, сәселеү;

2) тыйнаҡ – тыйыулы, тәртипле, тәүфиҡлы, инсафлы, әҙәпле, ипле;

3) боҫолоу – тынысһыҙланыу, хәүефләнеү, хафаланыу.

- Афарин!

V. Яңы тема.

- Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ һеең менән «Антонимдар» темаһына күсәбеҙ.

- Кемегеҙ әйтер, нимә була ул антонимдар? (Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы р). Нисек уйлайһығыҙ, бөтә һүҙҙәрҙең дә антонимдары буламы икән?

- Эйе, телмәрҙә бөтә һүҙҙәрҙең дә антонимдары булмай. Мәҫәлән, китап, ағас, һигеһ, Урал һымаҡ һүҙҙәргә ҡаршы мәғәнәле һүрҙе табыу мөмкин түгел. Антонимия булһын өсөн, һүҙҙең мәғәнәһендә ҡапма-ҡаршылыҡҡа барып етерлек сифат билдәһе булырға тейеш. Мәҫәлән, тәрән-һай, яҡшы-насар, яҡты-ҡараңғы, бай-ярлы, уҫал-йыуаш, оҙон-ҡыҫҡа һ.б. Антонимдар, синонимдар кеүек үк, һүҙҙең күп мәғәнәлеге менән бәйле. Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең һәр береһенең үҙ синонимы һәм антонимы була.

Күп мәғәнәле һүҙ

Синоним

Антоним

Таҙа (кейем)

Керһеҙ

Бысраҡ

Таҙа (бала)

һау

Сырхау

Таҙа (бүлмә)

Бөхтә

Алама (бысраҡ)

           

Антонимдар – телдең бик көслө һүрәтләү һәм биҙәү сараһы. Улар матур әҙәбиәттә, халыҡ ижадында ҡапма-ҡаршылыҡты күрһәтеү өсөн файҙаланыла.

  1. Һүҙлек эше

урыу – жать                                 берлек – единство

шыма – гладкий                         ахмаҡ – глупый дурак

ҡытыршы – шершавый                 бойоҡ – грустный

алғы – передний

  1. Нығытыу.

- Китабығыҙҙың 22-се битен асығыҙ; 32-се күнегеүҙе ҡарайыҡ. Һеҙгә бирелгән йомаҡтарҙы уҡырға һәм антонимдарҙы табырға ҡушылған. (телдән эшләйбеҙ, сылбыр буйынса).

1. Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән. 2. Утта янмай, һыуҙа батмай. 3. Иртә сыға, кисен юғала, уның урынына иптәше ҡала. 4. Юҡтан бар була, барҙан юҡ була. 5. Күсеп килде, күсеп ките. Эсе ҡыҙыл, тышы аҡ. Аяғы йомшаҡ, мыйығы ҡаты. Сите – һыу иле, уртаһы – ут иле. Ере аҡ, орлоғо ҡара, ҡул менән сәсәләр, ауыҙ менән уралар. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара, ышанмаһаң ашап ҡара. Көндөҙ асыла, төндә ябыла. Ҡанаты бар осмайҙар, аяғы юҡ йөрөйҙәр.

- Афарин!

VIII. Күнегеү (дәфтәрҙә эш)

- Таҡтаға ҡарағыҙ. Бында һеҙгә әйтемдәр бирелгән. Һеҙгә шул әйтемдәр араһынан антонимдарҙы табып яҙырға кәрәк.

Аҡ торобанан да ҡара төтөн сыға. Уттан алып һыуға һалһаң таш та ярыла. Ваҡ мәсьәләләр күбәйһә, эреләрен йота. Шыма юҡта кәкре ҡаҙаҡ та ҡәҙерле.

IX. Ял минуты.

- Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ (көй ебәрелә. Көй аҫтында төрлө хәрәкәттәр эшләү)

- Ултырығыҙ.

- Таҡтала һеҙгә һүҙҙәр бирелгән. Шул бирелгән һүҙҙәргә һеҙгә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр яҙырға кәрәк

1) Алғы - ….,  2) алыҫ - ….,        3) шатлыҡ - …., 4) һөйөнөс - ….,  5) еңел - ….,  6) берлек - …., 7) яҡты - …. .

Карточка №1

- Хәҙер, мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм. Һеҙгә карточкала бирелгән антонимдарҙы файҙаланып, һөйләмдәр төҙөп яҙырға кәрәк. Кем һөйләмен тиҙерәк һәм матурыраҡ итеп төҙөр икән?

1) оло – кесе                         5) йәшлек – ҡартлыҡ

2) аҡыллы – ахмаҡ                 6) ҡараңғы – яҡты

3) бейек – тәпәш                 7) тырыш – ялҡау

4) алыу – биреү                  8) бойоҡ – шат

Һеҙгә таҡтала мәҡәлдәр бирелгән. Мәҡәлдәр эсендәге антонимдарҙы эҙләп табырға кәрәк. Һәм мәҡәлдәрҙе аңлатырға кәрәк.

  1. Йәшлегеңдә ни сәсһәң, ҡартлығыңда шуны урырһың.
  2. Белгәнгә яҡты, белмәгәнгә ҡараңғы.
  3. Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ.
  4. Күп һөйләү аҙ уйлауҙан килә.
  5. Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ өс үлер.

- Ә хәҙер, түбәндә бирелгән мәҡәлдәрҙәге күп нөктәләре урынына антоним һүҙҙәренең тейешлеһен ҡуйып күсереп яҙығыҙ:

Дуҫ – башҡа, …. аяҡҡа ҡарар. Эшлеклене иген баҫыр, …. йоҡо баҫыр. Бер …. тыңла, бер …. тыңла.  …. һөйлә, ….тыңла.

Карточка №2.

- Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм. Был

карточкала башҡорт телендә һөйләмдәр бирелгән. Һеҙгә шул һөйләмдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итеп яҙырға кәрәк:

1) Ләйсән ҡыуанысынан берсә иланы, берсә көлдө.

2) Беҙ Бәләбәй ҡалаһына йыш йөрөйбөҙ.

3) Бөрйән районында бер бейек тау бар.

4) Рәмил беҙҙең класта иң аҡыллы

     5) Беҙ йәшлектең ҡәҙерен белергә тейешбеҙ.

6) Мин йәшәгән бүлмәгә яҡтылыҡ төшмәй.

7) Ни өсөндөр бөгөн Лилиә бойоҡ йөрөнө.

8) Минең күршемдең эте бик уҫал.

9) Беҙҙең мәктәптә тырыш уҡыусылар уҡый.

- Афарин! Һөйләмдәрегеҙҙе бик матур итеп тәржемә иткәнһегеҙ.

Кроссворд сисеү.

- Ә хәҙер, кроссворд сисеп алайыҡ

                                                                аҡ

                                                            синоним

    тырыш

                                                  оҙон

                                                 төн

                                                     инеү

                                                    мәҡәл

  1. Ҡара һүҙенең антонимы?
  2. Мәғәнәләре бер төрлө, ә яҙылыштары төрлөсә булған һүҙҙәр.
  3. Ялҡау һүҙенең антонимы?
  4. Ҡыҫҡа һүҙенең антонимы?
  5. Сығыу һүҙенең антонимы?
  6. Антонимдар күберәк ниндәй афористик жанр төрөндә осраны? (асҡыс һүҙ: антоним)

Йомғаҡлау.– Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән дәрестә ниндәй тема үттек? Нимә була ул антонимдар? Антонимдар телмәрҙә ни өсөн ҡулланыла? Тағы ла дәрестә нимәләр эшләнек?

Баһалау.

– Бөгөн дәрестә актив ҡатнаштылар…

Афарин!

Өйгә эш. 33-сө күнегеү (23-се бит)

- Ошоноң менән дәресебеҙ тамам. Һаубулығыҙ!


Тема :Сәғит Агиш «Бүләк»

Синыф: 4 синыф

Маҡсат: - уҡыусыларҙың уҡыу, яҙыу, аңлау һәләттәрен үҫтереү,

телмәр күнекмәләрен барлау,

              -С. Агиштың ҡыҫҡаса биографик белешмәләре менән таныштырыу,

              -һүҙлек запастарын байытыу,

              -тәрбиәүи яҡтан уҡыусыларға ярҙамылыҡ, талапсанлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: С. Агиштың  портреты, китаптары, магнитофон, һүҙлек, артикуляцион папка, карточкалар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.(2) 

– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-Һаумыһығыҙ, уҡытыусы апай!

-Балалар, хәйерле иртә

Хәйерле булһын, хәйерле бөгөнгө уйҙарыбыҙ

Уйҙы тормошҡа ашырһын- һөнәрле ҡулдарыбыҙ!

     -Һаумыһығыҙ, һаумы әле

      Ниндәй йылы һүҙ икән

     Һәр йөрәкте иретерлек

     Һәр кемгә лә үҙ икән.

(«Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарыу)

-Бөгөн нисәһе?

-Ниндәй аҙна көнө?

-Тышта ниндәй йыл миҙгеле?

-Бөгөн дүләт теле дәресенә ҡунаҡтар килгән , әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек.

-Тағы ла бер ҡунаҡ бар. Кем ул?(Белмәҫйән)

  1. Фонетик күнегеү(7)

(папка+артикуляция)

  1. Өйҙә эште тикшереү(10)

-Нимә бирелгәйне?

-Һеҙгә таҡтала  һүҙҙәр  яҙылған, улар дөрөҫмө?

-Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны яҙабыҙ.

-Үҙ ара тикшереү.

-Тексты нисек аңлағанһығыҙ икәнлеген беҙ карточкаларҙы тултырғас беләрбеҙ.

  1. Паралар менән эш(10) . №151 күнегеү

-Уҡыу.

  1. Яңы тема(15)

-Әллә ниндәй портрет тора,  кем ул? (С. Агиш-яҙыусы)

     Сәғит Ишмөхәммәт улы Агиш 1905 йылда 19 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Иҫәегилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Ырымбурҙа мәҙрәсәлә уҡый, педагогия институтын тамамлап уҡытыусы булып эшләй.

     Уҡытыусы булып эшләгәндә үҙ уҡыусылары өсөн бәләкәй генә  хикәйәләр яҙа башлай.

       Ул  Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Бүләк” тигән хикәйәһе менән танышасаҡбыҙ. Шулай уҡ һеҙ уның әҫәрҙәрен “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә” гәзит һәм журналдары биттәрендә уҡый алаһығыҙ

  1. Һүҙлек эше (5)
  2. Тексты уҡыу(5) + тәржемә
  3. Ял итеү минуты
  4. “Дөрөҫмө?” уйыны. Һөйләмдәр уҡыу. Дөрөҫ булһа йәшел, булмаһа ҡыҙыл. Ваҡыт булһа яҙып ҡуярға.
  5. 153-сө күнегеү.(Я)
  6. Йомғаҡлау. Баһалау.
  7. Өйҙә эш таҡтала яҙылған



Предварительный просмотр:

                Тема:  Башҡорт  аты

Маҡсат:  Аттар  тураһында  күберәк  мәғлүмәт  биреү, аттарҙың  холҡон,  сбруй  элементтарын,  ат  исемдәрен,  төҫтәрен  өйрәнеү.  Атҡа  ҡарата  ихтирам  тәрбиәләү.

Йыһазлау: Ат  һүрәттәре,  уҡыусыларҙың  ижади  эштәре,  аудио  һәм  фонояҙмалар,  магнитофон,видеофильм.

Таҡтала.         Йылҡы--  малдың   батшаһы.(Халыҡ  мәҡәле.)

                       Ҡайҙа  ғына  бармай,  ниҙәр  күрмәй,

                       Ир-  егеткәй  менән  ат   башы.

                                 (Башҡорт  халыҡ  йыры).

Дәрес   барышы.

  1. Уҡытыусының  инеш  һүҙе.

  • Донъялар  үҙгәрә  бара.  Тормош  дауам  итә.  Ваҡыт  менән  фән  дә  алға  тәгәрәй.  Шулай  булһа  ла,  һуңғы  ваҡыт беҙ үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы эҙләй башланыҡ, иманыбыҙға ҡайтабыҙ. Ошондай  ваҡытта атҡа йөҙ  менән боролоу, тәбиғәткә боролоу менән  типә тиң. Ат тураһында  ата - бабаларыбыҙҙың тәжрибәһен  онотмайыҡ, туплайыҡ, өйрәнәйек.

“Аҡбуҙат”  йыры  башҡарыла.

  1.  Уҡыусыларҙың  сығыштары.

         Аттар  ҡайҙан  килеп  сыҡҡан? (1-се  уҡыусы )

   Тәүге  аттарҙың ҙурлығы  30  сантиметрҙан  да  артмаған.  Үҙҙәре  ҡыҫҡа муйынлы, оҙон  ҡойроҡло булған. Артҡы аяҡтары өс, ә алғылары дүрт бармаҡлы  икән.  Йылдар  үткән һайын, аттарҙың кәүҙәһе үҫә барған. Өс бармаҡлылары яйлап үлеп бөткән. Урынына хәҙерге кеүек тояҡлы бейек аттар—йәшәй башлаған. Уларҙы мулаттар тип тә йөрөткәндәр. Өйөр- өйөр был ҡырағай аттарҙың сабыуынан ерҙәр  һелкенеп торған. Иң тәүҙә һинд- европа кещеләре ҡырағай  аттарҙы ҡулға өйрәткән. Ат  һүҙе уларҙың алаша һүҙенән килеп сыҡҡан.

   Бишенсе—алтынсы  быуаттарҙа кешеләр ҡырағай аттарҙы тулыһынса тиерлек ҡулға эйәләштерә.

                  Башҡорт  аты  (2-се уҡыусы )

    Ат—башҡорттоң элек- электән тоғро юлдашы  булған. Ҡайһы  бер ғалимдарҙың фекренсә,  башҡорт  аты монгол аттарынан  килеп  сыҡҡан. Был  фекерҙе  1868 йылда ипполог  И.  Мердер, 1902 йылда  С. П. Урусов, 1915  йылда М. И. Пригородин әйтә.

    Башҡорт атының  тоҡом булараҡ  барлыҡҡа  килеүенә  тәбиғи шарттар  ҙур  йоғонто  яһаған. Күп  ваҡыт аттар  тибендә  йөрөгән. Йыл  әйләнәһенә яланда аҫрау өсөн ҡылған  менән туҡланыу  мөмкинлек  биргән.

  Башҡорт  аты  дала һәм тау төрҙәренә  бүленә.  Тау  аттары бәләкәйерәк,  әммә  ауырыраҡ.  Улар күпселектә  еккегә  һәйбәт.  Дала  аттары менге  өсөн ҡулай.

 Тәбиғи  шарттарға  ярашыусанлыҡ  нигеҙендә тоҡомсолоҡ  эшен фәнни  нигеҙҙә махсус  ат заводтарында  алып  баралар.  Һуңғы  ваҡытта  фермер  һәм  шәхси  хужалыҡтарҙа ла башҡорт  аттарын  үрсетеү  эше йәнләндерелде.

    Йылҡының  йәше  .

    Яңы  тыуғандан  алып  бер йәшкә  тиклем—ҡолон, ҡолонсаҡ, яҙ  тыуған  ҡолон  көҙҙән  алып  йәше тулғанға  ҡәҙәр- ябаҡ,  ябаға,  бер  йәштән  ике йәшкәтиклем--- ҡырҡмыш  тай,  бейә,  ике  йәш  менән  өс  йәш  араһы – ҡонан, ҡонажын, өс  йәштән  дүрт  йәшкә тиклем-дүнән, дүнәжен,  дүрт  йәштән  үткән  ҡолонлар  бейә- байтал,  биш  йәшкә  сыҡҡан  мал- айғыр, бейә.

  Йылҡы  төҫтәре  (күргәҙмәлелек  буйынса ) : ерән—рыжий (ҡыҙыл  менән  һары  ҡатыш ): саптар- игреневый (ялы  һәм ҡойроғо сал  булған ерән ат):  туры-  гнедой (ҡара  ҡыҙыл,  ял- ҡойроғо- ҡара), ҡола- саврасый, аҡ  ҡола -  буланый  (үҙе һары, ҡойроҡ-ялы- ҡара), буҙ- сивый (көлһыу күгелйем  төҫлө ), бурыл- чалый (буҙ менән ҡара  ҡатыш) кир - мухортый (һарғылт туры төҫ ) ала - пегий (аҡ менән берәй төҫ таптары ҡатнашҡан), алмасыбар - в яблоках (буҙ  төҫ өҫтөнән тимгел - тимгел  ҡара таптар ятҡан төҫ).

 Ала, ҡола,  ҡоба, күк...(хикәйәне  уҡыу)

              Аҡбуҙат журналы  № 6, 1996 йыл

 Һүҙлек  эше (һүҙҙәр  таҡтаға  яҙыла,  һүрәттәре күрһәтелә.)

      Ҡамыт-дуға- ат егәре  (сбруй).

      Һыбай  йөрөгәндә . йүгән (елкәлек,  маңлайса, моронса, һағалдырыҡ, айылса, ауыҙлыҡ, теҙген),  эйәр.

      Егеп  йөрөгәндә. йүгән, дуға, ҡамыт, арҡалыҡ,ыңғырсаҡ,дилбегә.

Йылҡысылыҡ.  Кинофильм  ҡарау.

Башҡорт  ҡымыҙы. (3-сө  уҡыусы)

 Башҡорт  аты һаулыҡ өсөн ҡиммәтле  эсемлек—ҡымыҙ  етештереүҙең  дә ҙур сығанағы булып тора. Бейә  һөтөндә  аҡһым, май, углевод,минераль аҙыҡтар, ферменттар, гормондар, иммундар, пигменттар, газ бар.

 Башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү серҙәрен ҡәтғи һаҡлаған һәм был ысулды яңы быуынға өйрәтә килгән.  Башҡортостанда беренсе ҡымыҙ шифаханаһы 1890 йылда  рус яҙыусыһы  С. Т. Аксаковтың ейәнсәре   Аксакова  тарафынан ойошторолған. Хәҙерге ваҡытта  Башҡортостан -илдә иң  ҙур ҡымыҙ менән дауалау үҙәктәренең береһе. Бында Шафран ,  Йоматау , Алкино, Глуховская , Чехов  исемендәге,  Аксаков  исемендәге ҡымыҙ шифаханалары бар.

 Ҡымыҙ нисек яһала һуң? Ҡымыҙҙы 60 минут бешәләр. Һауылған һөткә әсетке ҡушалар. Әҙер булған ҡымыҙ шешәләре 4-6 температурала 48 сәғәт һаҡлана. Ҡымыҙҙы йүкә йәки имән ағасынан эшләнгән көбөлә бешәләр. Ҡымыҙ ашҡаҙан-эсәк трактының эшен,ҡан әйләнешен,матдәләр алмашыныуҙы яҡшырта. Ул әле донъяны яулаясаҡ, меңъйыллыҡтарҙы аша үтеп барасаҡ.

Уҡытыусы. Мең сирҙәрҙән арындырыр көскә эйә булған был тылсымлы эсемлекте башҡорттар борон  алыҫ юлға ла йөрөткән. Һыуһынды ла ҡандырыр ,туҡлыҡлы ла булған ҡымыҙҙы оҙайлы сәйәхәткә турһыҡҡа ҡойоп алғандар.

 Йомғаҡлау.  Уҡыусылар! Яратҡан хайуаныбыҙ ат тураһында күп нәмәләр белдегеҙ,һыуһындарҙы ҡандырыр ҡымыҙ тәмен тәмләнегеҙ. Балалар! Ат менән дуҫ булығыҙ! Түҙемле, иҙгелекле, тоғро хайуанды яратығыҙ.



Предварительный просмотр:


Башҡорт балыИзображение 030.jpg

(ижади проект)

Шафиҡова Лиана Искәндәр ҡыҙы

   


      Сәхнәлә матур тәбиғәт күренеше. Әбей менән бабай ҡунаҡтар көтә. Бына балалар ҙа килеп етә, иҫәнләшәләр, ултырышалар.

  Әбей. Балалар, һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? Мин хәҙер һеҙгә бик матур әкиәт һөйләйем. Ул “Башҡорт балы” тип атала.

…Борон-борон заманда бер башҡорт ауылында йәшәгән, ти, өс бер туған егет. Уларҙың  тормоштары бик ауыр булған. Сөнки өсөһөнөң дә һаулығы булмаған. Сәсә лә, ура ла алмаған, ти, улар, хатта һунарға йөрөргә лә мөмкинлеге булмаған. Бына улар үҫеп еткән, өйләнер ваҡыттары еткән. Ләкин ауыл ҡыҙҙарының береһе лә уларға ҡарамай икән. Бик ныҡ ҡайғырған егеттәр. Шунан һуң тыуған ауылдарын ташлап. Бәхет эҙләргә сит ерҙәргә сығып киткәндәр, ти. (Сәхнәгә егеттәр килеп сыға, улар бик ныҡ арығандар.)

     Бына улар бер ҙур ҡарурманға барып еткән. Баралар-баралар, ә урман ҡуйырғандан-ҡуйыра бара икән. Бына улар бер яланға барып сыҡҡан, бер аҙ ял итергә булғандар.(Егеттәр ултырышалар, үҙ-ара һөйләшәләр.)

   1 егет. Бик ныҡ арыным мин, туғандарым. Тыуған ауылыбыҙҙан китеүгә бик ныҡ үкенәм.

   2 егет. Әйҙәгеҙ, туғандарым, тыуған аулыбыҙға кире әйләнеп ҡатайыҡ.

   3 егет. Бер аҙ ял итеп, тамаҡ ялғап алайыҡ. Унан һуң тыуған ауылыбыҙға ҡайтыр юлды эҙләрбеҙ.

(Шул ваҡыт егеттәрҙе бал ҡорттары сорнап ала.)

   Бал ҡорттары.

Зинһар өсөн ашығығыҙ!

Беҙгә ярҙам итегеҙ!

   Егет.

Бал ҡорттары, ашыҡмағыҙ,

Айырым-айрым аңлатығыҙ!

  1 бал ҡорто. Айыу  умартаны тапты, уны боҙа башланы.

  2 бал ҡорто.

Балды ашап бөтөрәсәк,

Беҙҙе өйһөҙ ҡалдырасаҡ!

  Егет. Әйҙәгеҙ, бал ҡорттарына ярҙам итәйек, айыуҙы ҡыуып ебәрәйек!

(Урман буйлап айыу килә, ул имән ағасындағы умартаны таба.)

  Айыу.

Мин хуш еҫле бал таптым,

Мин бит бик ныҡ асыҡтым.

Бал ҡорттары ҡайтҡансы,

Ашап бөтөрәп мин балды.

(Бал ҡорттары менән егеттәр яланға килеп сыға.)

   Егет.

Кит бынан, теймә балға,

Һин бит балды йыйманың,

Ә ашарға килгәнһең?

(Айыу ҡасып китә.)

Бал ҡорттары егеттәрҙе бал менән һыйлайҙар, рәхмәт әйтәләр.

   1 бал ҡорто.

Ярҙам иттегеҙ, ҙур рәхмәт!

Һеҙҙе бал менән һыйлайбыҙ,

Һеҙгә иҫәнлек теләйбеҙ!

   2 бал ҡорто.

Беҙҙең бал бит шифалы,

Ул  бит бик ныҡ файҙалы!

   3 бал ҡорто.

Сирегеҙҙе оноторһоғоҙ,

Шат һәм бәхетле булырһығыҙ!

(Был ваҡытта егеттәр өҫкө кейемдәрен тиҙ генә һалып, бик матур кейемдә ҡалалар.)

   1 егет.

Туғандарым, төшмө был?

Һеҙҙе танырлыҡ түгел?!

    2 егет.

Ағайҙарым, мин күрәм –

Һары ҡояш, йәшел сиҙәм!

  3 егет.

Аяҡтарым һыҙламай,

Үҙҙәре бейергә һорай!

Әйҙәгеҙ, бейеп алабыҙ

Яратҡан таҡмағыма,

Балалар шатлығына!

(Егеттәр бейеп ала. Ә бал ҡорттары балаларға күп итеп бал алып килә, балаларҙы һыйлайҙар.)

   Әбей. Егеттәр, ауылығыҙға ашыҡмағыҙ әле. Беҙҙең балалар менән уйлап, йырлап, бейеп алығыҙ!

   Әбей.(балаларға.)

Башҡорт балы – бик шифалы!

Башҡорт балы – ныҡ файҙалы!

Башорт балын ашаһағыҙ –

   Бал ҡорттары.

Ҙур булып үҫеп китерһегеҙ!

   Әбей. Башҡорт балын яратһағыҙ –

   Бал ҡорттары. Матур булып үҫерһегеҙ!

   Әбей. Башҡорт балын яратһағыҙ –

   Бал ҡорттары. Сирләмәҫһегеҙ, ныҡ булырһығыҙ!

   Әбей. Рәхмәт, бал ҡорттары, һеҙ ҙә беҙҙең байрамда ҡалығыҙ! Беҙҙең балалар менән күңел асып алырһығыҙ!

   Байрам башлана.

   1 бала.

Эй уйнайбыҙ, уйнайбыҙ,

Уйнап, көлөп туймайбыҙ.

Байрамыбыҙ гөрләп торһон –

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ.

(“Минең йырлағым килә” йыры башҡарыла)

“Ҡапҡалы” уйыны үткәрлә.

    2 бала.

Беҙ йыйылдыҡ, дуҫтар,

Байрам көнө бергә.

Йырламайынса һис тә

Мөмкин түгел беҙгә.

“Таҡмаҡтар” башҡарыла.

   3 бала.

Һайрат, һайрат гармуныңды,

Бейеһендәр йәш ҡыҙҙар нурлы йөҙлө,

Әйтерһең дә йондоҙҙар!

Башҡорт халыҡ бейеүе башҡарыла.

    4 бала.

Грузинский сәй сәйнүктә,

Өҫтәлдә башҡорт балы,

Яныма балалар йыйылған,

Миңә кем кәрәк тағы?

Әбей менән бабай балаларҙы баллап сәй эсергә саҡыралар.

   5 бала.

Башҡорт балының тәмен

Кем ашамай, шул белмәй.

Бөтә сит ил кәнфиттәрен,

“Марс”тарҙы һәм “Сникерс”тарҙы

Алмаштырам балға мин!



Предварительный просмотр:

Тема:Айһылыу Йәғәфәрова «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар»

Маҡсат: Айһылыу Йәғәфәрованың Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар   әкиәте менән танышыу,    уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, мәҫәләне күмәк хәл итеү ынтылышы булдырыу, бер – береһен хөрмәтитергә, матур йәшәү өсөн дуҫлаша    белеүсифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазлау: ноутбук,  проектор, карточкалар.

Метод һәм алымдар:  һорау- яуап, әңгәмә, эҙләнеү

Дәрес барышы

I.Ойоштороу моменты

       - Һаумыһығыҙ уҡыусылар.Дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ? Уныһы әлегә сер. Ләкин уны мин һөйләйәсәк хикәйәттән аңларһығыҙ.   Һәм беҙ бергә һығымта яһарбыҙ.

  • Борон – борон заманда бер бейек тауҙа бер ғаилә йәшәгән. Улар бик ярлы булған. Бер төндә уларҙың ишеген өс кеше шаҡыған.   Өйҙәре бәләкәй булғас хужа уларға: Берегеҙ генә инегеҙ өйөм бик бәләкәй минең тигән һәм Һеҙ кемдәр һуң тип һораған.  Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ тигәндәр улар. Һин ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң шул инер тигәндәр.  Һеҙ нисек уйлайһығыҙ  хужа өйөнә кемде саҡырған икән?( Дуҫлыҡты)
  • Ни өсөн дуҫлыҡты саҡырған?
  • Дуҫлыҡ өйөнә ингәс ғаиләлә  бәхет тә байлыҡ та килгән. Был ысынлап та шулай дуҫлыҡ булған ерҙә- бәхет, бәхет булһа байлыҡ та була.
  • Дәрестең маҡсатын әйтеү: тимәк, беҙ бөгөн дәрестә дуҫлыҡ тураһында һөйләшәбеҙ, Айһылыу Йәғәфәрованың  «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» әкиәтен уҡып, үҙебеҙ яҡшы дуҫ була алабыҙмы, юҡмы икәнен  аңларға тырышырбыҙ.
  • Ә хәҙер инде дуҫлыҡ тураһында    шиғыр уҡып телде шомартып алайыҡ.
  • II.Тема өҫтөндә эш
  • 1.Фонетик күнегеү.
  • Дуҫ йәшәргә кәрәк ер йөҙөндә
  • Дуҫтар кәрәк һәр  кешегә
  • Дуҫлыҡ булһа, йәшәү күңелле
  • Ыңғай була һәр бер эшең дә.
  • Уҡытыусы уҡый.
  • Ҡайтауаҙ уҡыу.
  • Хор менән уҡыу
  •          Һорауҙарға яуап биреү.
  •  Ер йөҙөндә нисек йәшәргә кәрәк?( дуҫ йәшәргә)
  • Дуҫлыҡ булһа эш нисек бара?( ыңғай бара)
  • 2.Айһылыу Йәғәфәрованың биографияһы менән таныштырыу.
  •           Дуҫлыҡ тураһында шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәр яҙған.  Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Айһылыу Йәғәфәрованың «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» тигән әҫәре менән танышабыҙ. Хәҙергә уның биографияһы менән танышып алайыҡ.
  • Йәғәфәрова  Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы  1948йылдың 3сентябрендә Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуған. Әҙәбиәткә етмешенсе йылдарҙа аяҡ баҫа. Ул   шиғырҙар , әкиәттәр, хикәйәләр ижад итә. Тәржемә өлкәһендә лә эшләй.Күберәк балалар өсөн яҙа. Уның   «Сәнскеле күлдәк», «Ҡурай», «Алтын тараҡ», « Һандуғас моңо»  әҫәрҙәрен балалар яратып уҡый. 2007 йылда Пушкин әкиәттәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ул мәҙәниәт һәм халыҡ  мағариф  бүлегенең атҡаҙанған эшсеһе, К Әхмәтйәнова исемендәге район премияһы лауреаты.  
  • Уҡыусылар Айһылыу Йәғәфәрова ниндәй кеше( башлы, ике телде лә яҡшы белә, уңған).
  • 3.Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар  әкиәте өҫтөндә эшләү.
  • Һүҙлек эш
  • Ҡыҫҡағойроҡ
  • Ҡәҙеремде бел
  • Һүҙ бирешкәндәр
  • Рәхәтләнеп көлгән
  • Ҡыланыш
  • Һүҙҙәрҙе уҡыу, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү.
  • Хәҙер әкиәт менән танышабыҙ
  • Уҡыу һәм тәржемә итеү
  • Һорауҙарға яуап биреү
  •  Урманда кем йәшәгән?
  • Әсәһе уны нимәгә өйрәткән?
  • Ҡыҫҡағойроҡ кем менән дуҫлаша?
  • Ҡыҫҡағойроҡ ысын дуҫ була аламы?
  •  Ул Терпене  нисек һынап ҡарарға уйлаған?
  • Терпегә ни өсөн уның ҡыланышы оҡшамаған?
  • Әкиәтте нисек тамамлар инегеҙ? ( балалар фекерҙәрен әйтәләр)
  • Балалар һәр кешенең яҡын дуҫы була. Әйҙәгеҙ әле һеҙҙең яҡын дуҫтарығыҙ менән танышайыҡ.( өйҙә әҙерләгән  хикәйәләрен уҡытыу).
  • Ял минуты:
  • Бына минең уң ҡулым,
  • Бына минең һул ҡулым,
  • Бына түшәм, бына иҙән
  • Бына мин нисек үҫәм.
  •           Балалар дуҫлыҡ элек – электән үк кешене битараф ҡалдырмаған. Кешеләр дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында мәҡәлдәр, әкиәттәр уйлап сығарғандар. Һеҙ дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
  • Балаларҙан мәҡәлдәр әйттереү. Бик яҡшы, мин хәҙер һеҙгә мәҡәлдәр яҙылған карточкалар бирәм, ә һеҙ уның аҙағын яҙып бетерәһегеҙ.(дәфтәрҙә эш)
  • Ҡош ҡанаты менән...                        дуҫһыҙ ҡалыр
  • Дуҫың булмаһа эҙлә...                       дуҫлыҡ менән көслө
  • Балыҡ һыуһыҙ....                                         тапһаң  юғалтма
  • Күп дуҫ эҙләгән                                           дуҫһыҙ тора алмай
  • Ике яңы дуҫҡа ҡарағанда....            бер иҫкеһе яҡшыраҡ
  • Эштәрҙе тикшереү.
  •           Уҡыусылар был мәҡәлдәр нимәгә өйрәтә?( дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә)
  • Дуҫтарың булһын өсөн үҙеңә лә дуҫ булырға өйрәнергә кәрәк. Һеҙ ниндәй дуҫ икән. Хәҙер  һин ниндәй дуҫ тигән тест эшләйбеҙ.
  • 1.Дуҫың һин бик яратмаған кеше менән аралаша...
  • а) Йә ул, йә мин тип әйтәһең;
  • б) Асыуың килһә лә түҙәһең;
  • в) Мөнәсәбәтеңде асыҡ белдерәһең;
  • 2.Дуҫың һинән алған дисктарҙы кире ҡайтармаған, тағы һинән диск һорай.Һин..
  • а)Бирәһең, тик элеке алғандарын иҫеңә төшөрәһең;
  • б) Башта теге дисктарҙы ҡайтарырға ҡушаһың;
  • в) Был диск үҙеңдеке түгел тип әйтәһең;
  • 3.Дуҫың яңылыш һинең яратҡан әйбереңде ватты
  • а) Яңыны алып бирергә ҡушаһың;
  • б)Уға ныҡ асыуланаһың;
  • в)Был турала онотаһың;
  • 4.Ниндәй йәнлек һиңә нығыраҡ оҡшай?
  • а)Дельфин;
  • б)Эт;
  • в)Бесәй;
  • 5.Дуҫыңа комплимент әйтәһеңме?
  • а)Ул миңә әйтһә, әйтергә тырышам;
  • б)Әйтмәйем, сөнки эреләнеп китеүе бар;
  • в)Әйтәм, сөнки кешегә йылы һүҙ кәрәк;
  • 6.Дуҫың һинең турала ғәйбәт тарата. Һин нимә эшләрһең?
  • а) Мин быға ышанмайым;
  • б) Үҙе менән һөйләшеп, барыһын да асыҡларға тырышам;
  • в)Мин уның менән һөйләшмәйем;
  • 7.Дуҫың үҙенә салбар һатып алған, ләкин ул уға килешмәй.Һин..
  • а)Салбарҙың килешмәүен әйтәһең;
  • б)Ни өсөн килешмәүен аңлатаһың;
  • в) бер нимә лә әйтмәйһең;
  • Тесты эшләп һәр берегеҙ үҙенең ниндәй дуҫ икәнен белде. Үҙегеҙ ниндәй фекергә килдегеҙ? Дуҫтарың булһын өсөн ниндәй булырға кәрәк икән? Тимәк дуҫтарың булһын өсөн ихлас, яғымлы, тоғро һәм үҙ баһаңды белергә кәрәк икән. Шундай кешеләрҙең генә дуҫтарыла була,  улар уңышлы ла була.
  • Әйҙәгеҙ хәҙер дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ.
  • Кешене тыңлай белергә.
  • Кәрәк саҡта ярҙам итергә
  • Үҙеңде өҫтөн ҡуймаҫҡа
  • Шат күңелле булырға.
  • Дәресте йомғаҡлау
  • Баһалау
  • Өй эше: ҡағиҙәләрҙе ятларға.


Предварительный просмотр:

Тема:  Башҡортостан байлыҡтары. Һорау  һөйләмдәр.

Маҡсат:

1. Башҡортостан Республикаһында булған байлыҡтар менән таныштырыу.

2. “Һорау һөйләмдәр” темаһын ҡабатлау.

3. Телмәрҙә һорау һөләмдәрен ҡулланыуҙы камиллаштырыу, диалог телмәрен үҫтереү.

4. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғоларын тәрбиәләү.

Дәрестең эпиграфы:

Тыуған ер яҡын,

Тыуған ил-алтын.  (Мәҡәл)

Йыһазландырыу:  Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, плакаттар.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:  нигеҙ, майҙан, тау теҙмәһе, файҙалы ҡаҙылма, байлыҡ.

Дәрес барышы

1. Ойоштороу моменты.

2. Артикуляцион күнегеү.

Башҡортостан-һин бит беҙҙең

Тыуған-үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк,өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ.

3. Өй эшен тикшереү.

4. Инеш   әңгәмә.(һорау-яуап)

-Давайте, попробуем ответить на несколько вопросов.

- Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?(Беҙ Башҡортотсан  Республикаһында йәшәйбеҙ)

-Башҡортостан Республикаһы тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?(Беҙҙең Республикабыҙ бик матур, бай һәм тыныс).

-Дөрөҫ, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик матур.Ә нимә менән матур ул?(Тәбиғәте, хайуандар донъяһы, йәмле һәм төҙөк ҡалалары, ауылдары менән, файҙалы ҡаҙылмалары, шифалы сығанаҡтары менән бөтә донъяға дан тота беҙҙең Республикабыҙ.)

-Афарин!Тыуған илебеҙ тураһында һеҙ бик күп беләһегеҙ икән. Шулай булырға тейеш тә инде, сөнки был һәр кемдең бурысы!

5. Һүҙлек менән эш. Яңы һүҙҙәрҙе һүҙлеккә яҙыу.Тәржемә итеү.

Ял  минуты.

6.Дәреслек менән эш.

232-се күнегеү телдән эшләнә, 95-се бит.

233-сө күнегеү,95-се бит. Башҡортостан йылғаларын, күлдәрен картанан күрһәтеү.

236-сы күнегеүҙе башҡарыр өсөн шуларҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.Һорау һөйләмдәр менән эш. Бер парта алдында ултырған уҡысылар башҡара(береһе һорау бирә, икенсеһе - яуап)

237-се күнегеү.Ролләп уҡыу.

7.Йомғаҡлау. Башҡортостан тураһында алған белемдәрҙе йомғаҡлау.

8.Баһалау.

9.Өйгә эш : 97-се бит, 238-се күнегеү.

Дәресте С.Юлаевтың шиғыры менән тамамлау.



Предварительный просмотр:

Тема: «Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?»

Маҡсат :

  • Балаларҙы “легенда” термины менән таныштырыу;
  • “Башҡорт” этнонимы килеп сығыуының версияларын килтереү;
  • Һүҙлек запастарын байытыу;
  • Урын хәле темаһын ҡабатлау.

Йыһазландырыу : проектор, һүҙлектәр, дәреслек.

Дәрес барышы :

  1. Ойоштороу мәле :

-Һаумыһығыҙ!(число, аҙна көнө, йыл миҙгеле тураһында һөйләшеү)

2. Артикуляцион күнегеү. Темаға инеш.

Башҡорт  ҡаны  түгелгән һуғыштарҙа,

Йырланған  йырҙарҙа,

Һүрәтләнгән  легендаларҙа

Башҡорт  тигән  исем.

Ҙа-ҙә

Ҡа-кә

Ға-гә

Аҙ-әҙ

Аҡ-әк

-Ни өсөн легенда ҡыҙыдл төҫ менән билдәләнгән?

-Нимә ул легенда?

Легенда – теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһенә әйтәләр.

  1. Яңы тема.

-Беҙ һеҙҙең менән бөгөн башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан тигән легенда менән танышасаҡбыҙ! Ә һеҙ ниндәй легендалар беләһегеҙ?

3. Һүҙлек эше:

  • Тоҡом
  • Татыу
  • Һынсыл
  • Көнсығыш
  • Юрай  белмәй
  • Бүре  пәйҙә  булыр
  • Көньяҡ
  • Ер  һалырға
  • Баш   булырға
  • Ырыу
  1. Текст өҫтөндә эш.
  • Уҡытыусы уҡыу
  • Уҡыусылар үҙ аллы уҡый
  • Сылбырлы уҡыу
  • Тәржемә итеү

Һорауҙарға яуап биреү:

  1. Оло ағай ниндәй төш күрә?
  2. Дүрт ағай – эне ни өсөн күсеп китергә була?
  3. Көньяҡ Уралға башҡорттар нисек килеп ултырған?
  4. Легенда буйынса, башҡорт һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?

-Ә һеҙ башҡорт этнонимының ниндәй версияларын беләһегеҙ? басжурт ( бэс ок жорт )- страна 5 стрел
-башкир ( бэш ок ер ) – земля, страна 5 стрел

-Ете таж нимәне аңлата инде?Ә ниндәй ырыуҙар ҡушылған? Бөрйән, тамъян, тәнгәүер, үҫәргән, ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, юрматы.

4. Курай тураһында белешмә. Курайға һәйкәлдәр бармы? Ҡайҙа?

5.Вывод : ете таж- ете ырыуҙың ҡушылыуы.

  • 6. Грамматик эш : Текстан урын хәле булған һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә күсереп яҙығыҙ.
  • Ниндәй һорауҙарға яуап бирә хәл?
  1. Йомғаҡлау : -Нимәләр белдегеҙ?

-Нимә ул ете ырыу?

-Ниндәй ете ырыу?

-Ниндәй һорауҙарға урын хәле яуап бирә?

  • 6. Баһалау. Өй эше :
  • Легенданы һөйләргә әҙерләнергә
  • Хәлдәрҙең килештәрен билдәләргә
  • Башҡортостанға ҡағылған легенда яҙып алып килергә