Көҙ күренештәре. Г.Яҡупова “Октябрь” . Баҫым
Баҫым темаһын ҡабатлау.Дәрестең технологик картаһы. .Миҙгелдәр тураһында белемдәрен арттырыу.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 61.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрестең технологик картаһы
Ф.И.О Фәйзуллина Райза Мансур ҡыҙы
Предмет:Башҡорт теле
Класс:6
Дәрес төрө: Яңы белем үҙләштереү ( ҡатнаш )
Тема | Көҙ күренештәре. Г.Яҡупова “Октябрь” Баҫым
|
Маҡсат | Көҙ күренештәре тураһында һөйләй белеү; шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү; баҫым тураһында белемдәрен системалаштырыу. |
Бурыстар | Белем биреү: башҡорт телендә баҫымды дөрөҫ ҡуя белергә өйрәтеү. |
УУЭ | Шәхескә йүнәлтелгәнУУЭ: үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; балала кешелек сифаттары тәрбиәләү. Регулятив УУЭ: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү. Коммуникатив УУЭ: класташтарҙы тыңлау, аңлау; иптәштәргә үҙ фекереңде теүәл тапшырыу. Танып-белеү УУЭ: тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу, анализлау; проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү. |
Планлашты-рылған һөҙөмтәләр | Предмет: баҫым тураһында үтелгәнде системалаштырыу; күнегеүҙең биремен аңлау һәм дөрөҫ итеп башҡарыу. Шәхескә йүнәлтелгән: белем алыуҙың мөһимлеге, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлау; башҡорт теленең матурлығын, тасуирлығын, яғымлығын тоя белеү. Метапредмет: план буйынса эшләү, кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү; үҙ-үҙеңә контроллек итеү һәм баһа биреүҙе тормошҡа ашырыу; һүҙлектәр, белешмәләр ҡулланыу; анализ һәм синтез эшләү; үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай алыу; аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү; парлап йәки төркөмләп эшләү барышында аралашыу. |
Төп аңлатмалар | Өн, ижек, баҫым, аффикс |
Предмет-ара бәйләнештәр | Тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, әҙәбиәт. |
Ресурстар:
| Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы / З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. - Өфө: Китап, 2015. Мультимедиа проекторы, аудиояҙма(шиғырҙы тыңлап аңлау өсөн), һүрәттәр, карточкалар. |
Дәрес формаһы | Ф- фронталь, И – индивидуаль, П – парҙа, Т-төркөмдә |
Технология | Әңгәмә, |
Дәрестең дидактик структураһы | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Планлаштырылған һөҙөмтәләргә алып килеүсе эш төрҙәре | Планлаштырылған һөҙөмтәләр |
УУЭ | ||||
Ойоштороу моменты | Сәләмләү 1.Психологик комфорт атмосфераһын булдырыу. 2.Артикуляцион күнегеүҙәр. | -Ҡыңғырауҙы ишеттек тә Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә Еңдәребеҙҙе һыҙғанып Тотонабыҙ беҙ эшкә. -Башҡорт өндәрен әйтеү |
| Эш урындарын ойошторалар, әңгәмәгә әҙерләнәләр. |
Мотивация. Маҡсат, бурыстар ҡуйыу. Өй эшен Тикшереү. Актуалләштереү. | 1.Уңыш ситуацияһын ойоштороу. 2.Был шиғыр нимәгә өйрәтә? Тимәк, ҡоштарҙы һаҡлау-беҙҙең бурыс. Ә бөгөн нимә менән шөғөллән-беҙ? Рәттәр буйынса эш: көҙгә арналған дүртюллыҡтарҙы уҡырға биреү. | Һау булығыҙ, аҡҡоштар- Беҙҙең ҡанатлы дуҫтар! Яҙға килегеҙ тағы, Матур бит Урал яғы! Уҡыус-р үткән дәрескә һығымта яһайҙар. Бөгөн нимә менән шө-ғөлләнәсәктәрен билдәләйҙәр. Теманы билдәл. Маҡсат, бурыс-р. Таҡтала ике уҡыусы эшләй: береһе баҫымды билдәләй,икенсеһе тикшерә. Һығымта: баҫым төшөнсәһе, көҙ. | Әңгәмә, фекер алышыу, һығымта яһау. Парлап эшләү. | 1.Регулятив: шиғыр аша маҡсатты билдәләү, эш планын төҙөү,һығымта яһай белеү. 2.Коммуникатив: әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау. 3.Танып-белеү: баҫымды дөрөҫ билдәләй белеү. 4.Шәхескә йүнәлтелгән: Белемгә ынтылыш. |
Яңы материалды өйрәнеү | Көҙ миҙгеле тураһында нимәләр белергә теләр инегеҙ? Көҙ миҙгелен һүрәтләп бирегеҙ. Кемдәр көҙ айында тыуған? Тексты һәм шиғ-ҙы уҡырға әҙерләү. | Текс, шиғыр, һүрәттәр,.Слайд. Т/ү: һүрәт- ләү. Г.Яҡупова “Октябрь”. Текст. Р.Низамов “Көҙ күренештәре”. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. | Әңгәмә,уҡыу. Һүрәтләмә, слайдтар ҡарау. Һорауҙарға яуап Биреү. | 2. Коммуникатив: текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы. 3.Танып-белеү: текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу оҫталығы. Төрлө текстарҙы уҡыу, авторҙар тураһында мәғлүмәтте белеү. 4.Шәхескә йүнәлтелгән: Тәбиғәттең матурлығын күрә белеү, һоҡланыу. |
Ял минуты. Яңы материалды нығытыу | - Күрһәт әле, үҫ кәнем, нисек ҡоштар осалар? - Күрһәт әле, үҫ кәнем, нисек еләк йыялар? - Күрһәт әле, үҫ кәнем, нисек ураҡ уралар? Уҡыу күнек-ре биреү: -тон, интонац-я; - дөрөҫ уҡыу күнекмәләре. | -Бына шулай, көҙөн ҡоштар осалар. -Бына шулай, еләк йыялар. -Бына шулай, көҙөн ураҡ уралар. 1. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. 2.Ҡыҫҡа һорауҙарға яуап бирәләр. | Уйын уйнау.
| 3.Танып-белеү: текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу оҫталығы. 4.Шәхескә йүнәлтелгән: Белемгә, матурлыҡҡа ынтылыш. 1.Регулятив: үҙ эшмәкәрлектәрен тикшерә, күҙәтә, төҙәтә белеү. |
Контроль | Инструктаж бирә.
| 1.Тасуири уҡырға 16-17-се бит. 2. Көҙ тураһында һүрәт эшләгеҙ. 3. Һорауҙарға яуап бирергә. 4. Көҙгө тәбиғәт тураһында яҙып килергә.
| Һайлап алыу | 3.Танып-белеү: текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу оҫталығы. |
Рефлексия | Таҡтаға кәрәкле һорауҙарҙы яҙа. | Дәрескә баһа. Кәйефтәрен асалар. Эштәрен баһалайҙар. | Үҙ-үҙеңә контроллек итеү. Баһа биреү. | 1.Регулятив: үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, хаталарҙы табыу һәм төҙәтеү, үҙ-үҙеңде, класташтарыңды баһалау. |
