Ҡушма һүҙҙәр

Файзуллина Райза Мансуровна

5 синыфта Ҡушма һүҙҙәр темаһын үтеү. Дәрестең технологик картаһы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kushma_huzzr_temahyna_dres_eshkrtmhe.docx60.99 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Белорет районы МР

Үҙәнбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фәйзуллина Райза Мансур ҡыҙының

“Ҡушма һүҙҙәр”

темаһына дәрес эшкәртмәһе

икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттары нигеҙендә төҙөлдө

Башҡорт теле, 5-се класс

Башҡорт  теле

                                                                                                                                                                                                           

Тема:  Ҡушма һүҙҙәр

Маҡсат : Уҡыусыларға ҡушма һүҙҙәр тураһында төшөнсә биреү, һүҙҙең морфематик төҙөлөшөн аңлатыу,уларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү, туған телгә,  тәбиғәткә һөйөү, оло кешеләргә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазлау: дәреслек,компьютер, проектор,таратма материалдар, таҡта.

Дәрес барышы:

дәрес этаптары

уҡытыусы эшмәкәрлеге

уҡыусы  эшмәкәрлеге

Психологик инеш

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

Дәрес алды шиғыры уҡыу

инеш һүҙ:

-Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә, уҡыусылар!

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бер- беребеҙгә ҡарап йылмайышып, күтәренке кәйеф бүләк итәйек,  көндәребеҙҙең уңышлы булыуын теләйек тә ултырышайыҡ.

-“Әсәм теле миңә сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ.

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ”,-

тип  башлайым  һүҙемде.

-Әҫәрҙең авторы кем? Уның тураһында нимә беләһегеҙ?

-Ни өсөн мин ошо шиғыр юлдары менән башланым икән бөгөнгө дәресте?

(1-се слайд)

-Дөрөҫ, балалар, 21 февраль - туған телдәр көнө итеп билдәләнә. Был дата 1999 йылдың 21февраленән үткәрелеп килә.

 Сөнки туған  тел - һәр халыҡтың иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле хазинаһы- ул, әлбиттә,  халыҡтың тормошонда, уның яҙмышында баһалап бөткөһөҙ  урын тота.

-Хәйерле иртә!

-Был “Туған тел “ шиғырынан алынған өҙөк .Авторы- Рәми Ғарипов.Ул –башҡорт халыҡ шағиры. Туған  тел, тел ҡәҙере  тураһында яҙған.

- Сөнки бөгөн  Халыҡ- ара туған телдәр көнө

 Мотивация.

Мәҡәл уҡыу.

- Балалар, таҡталағы мәҡәл нимә тураһында һөйләй икән?

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

- Дөрөҫ уйлайһығыҙ, уҡыусылар. Тимәк,  бөгөн дәрестә һеҙ ҙә тырышып белем алырға, белгәндәрегеҙҙе күрһәтә алырға тейешһегеҙ инде, шулаймы?

- Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ?  

-Тырыш булырға саҡыра. Әгәр кеше тырышһа,  алдына алған эште еңеп сыға, маҡсатына өлгәшә.

- Мин нимәне белмәйем?

- Белергә теләйем,  үҙем табам.

Уҡыу мәсьәләһен булдырыу

(2- се слайд күрһәтелә)

Дәрестең

темаһын,

маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.

-Уҡыусылар, экрандағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ , ниндәй һүҙҙәр яҙылған тип уйлайһығыҙ?

- Былар ниндәй исемдәр булды, нисә  тамырҙан тора?

 

-Теманы, маҡсатты асыҡлап китәйек әле, уҡыусылар. Шулай итеп, беҙҙең  бөгөнгө темабыҙ нисек тип атала ?

яҡынса яуаптар:

           Аҡтамыр,аҡҡош,аҡбуҙ,Аҡкүл.

-Ҡушма исемдәр, сөнки ике тамырҙан ҡушылып яһалған.

-Ҡушма һүҙҙәр.

-Һүҙҙәрҙе йәки тамырҙарҙы ҡушыу юлы менән исем яһалыуҙы өйрәнәсәкбеҙ.

- Дәрестә ҡушма һүҙҙәр тураһында белербеҙ, уларҙың дөрөҫ яҙылыштарын өйрәнербеҙ.

Белем  биреү

 -Эйе, балалар, былар һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән яһалған исемдәр булды йәки ҡушма исемдәр тип аталалар.

 Ике һәм бер – нисә тамыр ҡушылыу юлы менән яһалып, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр ҡушма һүҙ тип атала. Мәҫәлән: бишбармаҡ, һарытүш, ҡулъяулыҡ.

Слайд 3

Дәфтәрҙәрҙе асып, датаны, көн исемен, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

-Уҡыусылар, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәрҙең   яһалыуының тағы бер нисә төрө бар. Мәҫәлән : һүҙҙәрҙе  парлап та ҡушма һүҙ яһап була.Ҡапма- ҡаршы мәғәнәле, үҙ-ара синоним һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы, шулай уҡ рифмалашыуҙы булдырған һүҙҙәрҙең эргәләш килеүе менән яһалалар. Мәҫәлән: бала – саға, мал- тыуар, һауыт- һауа егет- елән, тирә- яҡ.

Шулай уҡ ҡабатлау юлы, бәйләү юлы, ҡыҫҡартыу юлы менән дә ҡушма һүҙҙәр яһала.

-Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, бергәләп миҫалдар уйлайыҡ. Мәҫәлән: матур- матур, тиҙ-тиҙ,  төрлө- төрлө .

Был һүҙҙәр ниндәй юл менән яһалған?

-Эйе, күренеп тора, былар- ҡабатлау юлы менән яһалған һүҙҙәр булды.

- Артабан, уҡыусылар, бәйләү юлы менән барлыҡҡа килгән һүҙҙәргә туҡталайыҡ.  Улар нисек  яһала икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

-Нисек бәйләп яһала?

-Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ысынлап та, ике һәм унан күберәк һүҙҙәрҙең бергә  бәйләнеп килеп, бер мәғәнә  аңлатыуы ярҙамында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: тимер юл, “Өс таған” повесы, ҡурай еләге…

Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән  нисек ҡушма  һүҙҙәр яһала?

-Эйе,дөрөҫ, афарин. Тәүге хәрефтәрҙе генә, шулай уҡ, беренсе һүҙҙең тәүге ижеген алырға мөмкин. Мәҫәлән: педколледж, медколледж, драмтүңәрәк һ.б. Колхоз тигән һүҙ,мәҫәлән,  “коллективное хозяйство “тигән  рус һүҙенән  тәүге ижектәре алынған.

Дәфтәрҙәрен асып, датаны, көн исемен, теманы яҙып ҡуялар

Бергәләп миҫалдар уйлайҙар

-Малай-шалай, ҡатын-ҡыҙ, кейем-һалым, йорт-ҡура

-Көлә- көлә, илай- илай, йүгерә- йүгерә, бейек- бейек.

-Ҡабатланып килгәндәр, тимәк, ҡабатлау юлы менән яһалған.

-Бәлки, һүҙҙәр  бәйләп яһалалыр?

-Бер нисә һүҙ  бергә килеп, бер мәғәнә аңлаталыр.

-Таш күмер, тәҙрә төбө,

“ Аманат” журналы, ағас көрәк.

-Һүҙҙәрҙең тәүге хәрефтәрен генә яҙырға мөмкин. Башҡортостан Республика-

һы ,мәҫәлән, БР була. РФ- Рәсәй Федерацияһы.

Миҫалдар әйтәләр.

Теманы нығытыу

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, алған белемдәребеҙҙе эштәр менән нығытайыҡ.

Слайд 4.

1-се эш. Уҡыусылар, экранда бирелгән ҡушма исемдәрҙе тамырҙарға тарҡатып яҙығыҙ:(ниндәй үҙгәрештәр  бар икән, иғтибарлы булығыҙ)

Ағиҙел – аҡ+иҙел

Бишул-

Һарыбай-

Көньяҡ-

Өсмөгөҙ-

Тимербулат-

Янғантау-

Һабантуй-

Ҡыҙылғанат-

 Алъяпҡыс-

Ҡарағош-

Алтынбикә-

2-се эш. Ошо һүҙҙәр араһынан үҙегеҙгә оҡшаған өсәүһе менән һөйләмдәр төҙөгөҙ, улар һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүен билдәләгеҙ.

Таҡта янында эшләргә теләүселәр бармы, әйҙә, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.

-Уҡыусылар, ҡушма исемдәр ниндәй һөйләм киҫәктәре булып килә икән?

Башҡарған эштәребеҙ буйынса һығымта яһайыҡ.

3- сө эш. 218-се күнегеү өҫтөндә эш.

Яһалышы буйынса төркөмләп яҙырға.

Ял минуты.

-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, уйнап алайыҡ.

-Әгәр ҡош исемен әйтһәм, һеҙ”осаһығыҙ”,

ә башҡа һүҙҙәр булһа, сүгәләйһегеҙ:

Ишембай, аҡсарлаҡ, Гөлбикә, көньяҡ, аҡҡош, Ҡариҙел, Торатау, тутыйғош, Янғантау, ҡарағош, Ҡаратау, былбыл, ҡыҙылғанат, өсмөйөш, һабантурғай, гөлйемеш, һандуғас.

4- се эш.

Төркөмдәрҙә эшләү.

 Уралтау, Ағиҙел, башҡорт, Башҡортостан, аҡҡош, Аҡмулла, һабантурғай һүҙҙәре менән  бәйләнешле һөйләмдәр төҙөгөҙ.

5-се эш. Телмәр үҫтереү.

Иптәштәрегеҙ уҡыған һөйләмдәрҙә һеҙ Башҡортостан, Уралтау, Ағиҙел кеүек ҡушма исемдәрҙе ишеттегеҙ. Ә хәҙер, туған телдәр  көнөндә беҙ ҙә тел байлығыбыҙҙы күрһәтеп алайыҡ. Ҡайһы шағирҙың шиғыр юлдарында был данлыҡлы исемдәр телгә алына, берәй өҙөк һөйләйек.Мәҫәлән: “Ай Уралым, Уралым” ҡобайырынан өҙөк килтерәм.

Ай Уралым, Уралым,

Уралып ятҡан Уралым,

Илгә дошман килгәндә,

Ышыҡ булған Уралым,

Ил  һаҡлаған ҡоралым.

Ағиҙел- аҡ-Иҙел,

ҡыҙылғанат – ҡыҙыл ҡанат була, ҡарағош- ҡара ҡош. Бында  ҡ өнө  ғ өнөнә сиратлаша.

Үҙ аллы һөйләмдәр төҙөйҙәр.

Уларҙы һуңынан ҡысҡырып уҡыйҙар.

Таҡтаға сығып эшләүсе лә үҙе төҙөгән  һөйләмен яҙа, уны һөйләм киҫәктәре буйынса тикшерә.  

-Ҡушма  исемдәр бөтә төр һөйләм киҫәге булып килә алғанлығын белдек.

Парҙарҙа эшләйҙәр.

Төркөмдәрҙә эшләйҙәр.Һуңынан һәр төркөмдән берәр уҡыусы эштәрҙе уҡып ишеттерә.

Уйлайҙар, иҫтәренә төшөрәләр, һөйләп ҡарайҙар.

Рефлексия.

 Теманы йомғаҡлау.

Дәрестә алған белемдәребеҙҙе тест һорауҙарына яуаптар менән тикшерәйек.

(5-се слайд- 9-сы слайд)

1.Ҡулъяулыҡ, ҡулъяҙма ҡарағас ҡушма һүҙҙәре нисек яһалған.

А)һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән

Б)һүҙҙәрҙе парлау юлы менән

В) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән

Г) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән

2. Ҡайһы һүҙ дөрөҫ яҙылған?

А)Ҡараҡош

Б) ҡарағош

3. Ҡушма исемдәр нисә тамырҙан тора?

А) бер

Б) ике йә бер нисә.

4. Ҡушма исемдәр һөйләмдең ниндәй киҫәге була ала?

А) эйә, тултырыусы

Б) эйә, хәбәр

В) бөтә төрө лә.

Дәресте йомғаҡлау.

-Уҡыусылар,  дәрес аҙағына яҡынлаша . Дәрескә һығымта эшләйек әле.

- Уҡыусылар,  нимәләр белә инегеҙ? Ә  бөгөнгө дәрестән ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

-Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

Өйгә эшкә 220-се күнегеүҙе бирәм. Ҡушма һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә бүлеп яҙырға кәрәк буласаҡ.

-Бөгөнгө дәрестә әүҙем ҡатнашып, телгә һөйөүегеҙҙе, тәрән белемегеҙҙе күрһәткәнегеҙ һәм миңә ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

-Тиҙ генә үҙегеҙгә баһалар ҡуйығыҙ әле.

- Быйылғы Әҙәбиәт йылында һәр кемегеҙҙең рухлы,әҙәпле булыуығыҙҙы, китап яратыуығыҙҙы теләйем. Сөнки китап- белем шишмәһе икәнен онотмайыҡ. Китап уҡығандың теле бай, яғымлы була.

 Туған  телебеҙҙе данлаған, уға маҡтау һүҙҙәре  яҙған бик күп йыр- шиғырҙар бар. Әйҙәгеҙ , дәресте  Р. Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән тамамлайыҡ.

-Дәрес тамам, һау булығыҙ.

Ҡул күтәреп яуап бирәләр. Яуаптың дөрөҫ – дөрөҫ түгеллеген шунда уҡ тикшерә барабыҙ. Хаталар булһа, төҙөтәләр.

-Исемдәрҙең ике тамырҙан ҡушылып яһалғанын белә инек.

-Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын белмәй инек, шуларҙы өйрәндек. Ҡушма һүҙҙәр  һүҙҙәрҙе  ҡушыу юлы, ҡабатлау юлы, парлау юлы, бәйләү һәм ҡыҫҡартыу юлы менән яһала.Ҡабатлау, парлау юлы менән яһалғанда һыҙыҡса аша яҙыла.Ҡыҫҡартыу юлы менән барлыҡҡа килгәндә, тәүге ижектәр алынһа, ҡушып яҙылды, тәүге хәрефтәрен генә алғанда, барыһы ла баш хәреф менән яҙылды .

- Дәрес ҡыҙыҡ һәм  файҙалы булды. Халыҡ- ара  туған тел көнө тураһында һөйләштек. Туған тел һәр кемгә яҡын, ҡәҙерле.

- Башҡортостандың матур бай  тәбиғәте тураһында ла һөйләштек. Тәбиғәтте яратырға, һаҡларға кәрәк.

(Дәрес башында таратылған

 смайликтар менән яуап бирәләр)

1.Дәрес бик оҡшаны, бөтәһен дә аңланым.

2. Дәрес оҡшаһа ла, аңлап етмәнем.

3. Дәрес оҡшаманы, бер нимә лә аңламаным

Уҡыусылар  көндәлектәренә  билдә ҡуялар.(Үҙемдең билдәләр менән сағыштырыу, дөрөҫләүҙәр ҙә булыуы мөмкин)

Һау булығыҙ.