9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән эш. 1 вариант.

9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән имтихан һорауҙары. 1 вариант  

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 9_klass_oson_bashkort_telenn_test_horauzary_1_variant.doc95 КБ

Предварительный просмотр:

9 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән эш

1-се вариант

Контроль тикшереү өсөн тест һорауҙары

1. Ҡайһы төркөмдәге бөтә сифаттар ҙа шартлы сифаттарға ҡарай?

А) йәш бөрөләр, ҡышҡы юл, һалҡын көн.

Б) болондағы һуҡмаҡ, йәйге күренеш, кирбес өй.

В) еҙ тотҡа, һары япраҡ, оялсан ҡыҙ.

Г) оҙон юл, һары япраҡ, ҡыҙыл күлдәк.

2. Түбәндәге һүҙбәйләнештә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юл менән бәйләнгән?

Мәктәптән ҡайттым

А) Йәнәшәлек

Б) Башҡарылыу

В) Һөйкәлеү

Г) Ярашыу

3. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

Йөгө ауыр булғанлыҡтан, беҙҙең ат артта ҡалды.

А) Ваҡыт һөйләм.

Б) Аныҡлаусы һөйләм

В) Сәбәп һөйләм

Г) Маҡсат һөйләм.

4. Башҡортмон һүҙендә ниндәй ялғау ҡушылған?

А) Эйәлек заты ялғауы.

Б) Хәбәрлек заты ялғауы.

В) Килеш ялғауы

Г) Яһаусы ялғау.

5. Түбәндәге исемдәрҙең яһалышын билдәләгеҙ.

Белем, ураҡ, утынлыҡ, серҙәш, күҙлек.

А) тамыр исемдәр.

Б) Ҡушма исемдәр

В) Яһалма исемдәр

Г) Парлы исемдәр

Текст буйынса эш

А. Ҡазандан ул Рус батшалығы ҡанаты аҫтына алыныуы тураһында махсус грамота алып ҡайта.

Б. Был хәл 1555 йылдың башында була.

В. Беренсе булып Ҡазандағы батша наместнигына үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушыласағы тураһында белдереп Ғәйнә ырыуы бейе Айсыуаҡ барғаны билдәле.

Г. Ғәйнәләрҙән һуң Ҡазанға батша грамотаһы артынан Мең ҡәбиләһе вәкилдәре юллана.

1. Текст килеп сыҡһын өсөн, һөйләмдәрҙе ниндәй тәртиптә урынлаштырыға кәрәк?

1) А, В, Б, Г.

2) Б, А, Г, В.

3) В, Б, А, Г.

4) Б, А, В, Г.

2. А һөйләмендәге “ҡанат аҫтына алыуы” һүҙбәйләнешенә аңлатма бирегеҙ.

3. В һөйләмендә архаизмдарҙы табығыҙ.

4. Г һөйләмендә тамыр һүҙ + күплек ялғауы + килеш ялғауы схемаһына тура килгән һүҙҙе табығыҙ.

5. Батша грамотаһы һүҙбәйләнешенең бәйләнеш төрөн билдәләгеҙ.