Рабочая программа
Рабочая программа для 5-9 классов по башкирскому языку (государственный)
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 128.18 КБ |
Предварительный просмотр:
- Уҡыу предметын өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен 5 - 9 кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Башҡорт дәүләт теле курсының метапредмет һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә (УУД) эйә булыу тора.
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул: -дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын уҡытыусы ярҙамында билдәләү; -дәрестәге эшмәкәрлектең эҙмә-эҙлекле барышын иғлан итеп барыу;
-дәреслек материалы менән эшләгәндә, үҙеңдең версияңды әйтеп биреү;
-уҡытыусы тәҡдим иткән план менән эшләргә өйрәнеү.
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУД) формалаштырыу юлы – продуктив уҡыу һәм проблематик-диалог технологияһы.
Танып – белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУД):
-дәреслектәге шартлы тамғаларҙы, билдәләмәләрҙе күреү; -текстарға, иллюстрацияларға таянып, һорауҙарға яуап биреү;
-уҡытыусының класс менән бергә эшләү һөҙөмтәһе буйынса һығымта яһау;
-мәғлүмәтте бер форманан икенсеһенә үҙгәртеү, ҙур булмаған текстарҙы ентекләп һөйләп биреү.
Танып – белеү УУЭ–н формалаштырыуҙа дәреслек текстары һәм мәғлүмәт менән башланғыс эшләргә өйрәтеүсе методик аппарат ярҙам итә.
Коммуникатив (аралашыу) универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУД):
-үҙ фекерҙәрен телдән һәм яҙма формала (һөйләм йә текст аша) бирә белеү;
-башҡаларҙы тыңлау һәм аңлау;
-тексты тасуири уҡыу һәм һөйләп биреү;
-класташтар һәм уҡытыусы менән аралашҡанда, тәртип ҡағиҙәләре тураһында килешеү һәм уларҙы үтәү;
-парлап, төркөмдә һәм төрлө (лидер, ябай башҡарыусы) ролдәрендә эшләргә өйрәнеү.
Коммуникатив УУЭ-н формалаштырыу сараһы – продуктив уҡыу технологияһы һәм парлап йәиһә кескәй төркөмдә эшләү.
- уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; уртансы класс уҡыусыһының танып- белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
-тыңлап аңлауҙа:
- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
- яҙыу техникаһына эйә булыу;
- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):
- башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
- төп мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;
- төп мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция:
- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
- төп мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;
- үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;
- балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
- башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
- балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында:
- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
II. Башҡорт дәүләт теле предметының төп йөкмәткеһе
Башҡорт дәүләт теле предметы беҙҙең 123-сө лицей һайлаған уҡыу планына ярашлы Яңы быуын дәүләт мәғариф стандарттары буйынса төп белем биреү мәктәбенең 5-се класында икенсе йыл уҡытыла. Һәм 5-9 кластарҙа аҙнаға 2 сәғәт бүленгәнлектән, предметтың төп йөкмәткеһе тарайтып бирелә. 7 –сенән 9-сыға тиклем программа элекке һыҙыҡҡа нигеҙләнеп уҡытыла.
5-се класс ( 68 сәғ., аҙнаға 2 сәғ.)
Ҡабатлау.
Өндәр, хәрефтәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.
Исем. Исемдең күплек ялғауы.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Ҡылымдар тураһында төшөнсә.
Сифат.
Алмаш төркөмсәләре.
Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.
Эйәлек алмаштары. Һорау алмаштары. Күрһәтеү алмаштары.
Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары. Юҡлыҡ алмаштары.
Ҡушма исемдәр.
Һан. Ҡушма һан.
Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.
Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар.
Текст менән даими эшләү.
Һаумы, мәктәп!
“1 сентябрь – Белем көнө” темаһы башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.
Үҙем тураһында
Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында, үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында, тейешле грамматик формалар ҡулланып, һөйләргә өйрәнергә тейеш.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Ҡылым тураһында төшөнсә. Сифат.
Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.
Эйәлек алмаштары.
К-Г, Ҡ-Ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.
Йыл миҙгелдәре Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
Һорау алмаштары. Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары. Юҡлыҡ алмаштары.
Башҡортостанды беләһеңме?
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Ҡушма исемдәр. Һан. Ҡушма һан. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.
Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.
Яңы йыл менән!
Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.
Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы.
Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.
Яҙ етте.
Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.
Яҙғы эштәр. Яҙғы байрамдар.
Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре, баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.
Йәйҙең хозурлығы, был миҙгелдең йыл туйҙырыуы тураһында һөйләшеү. Башҡорт халҡының йәйге йола-календарь байрамдары (Һабантуй, Нардуған) тураһында һөйләшеү. Исем. Сифат. Ҡылым. Алмаш. Һан. Уҡыусыларҙың тел байлығын үҫтереү. Балаларҙың йәйге ялын, өлкәндәргә ярҙам итеүен фаразлау.
Йомғаҡлау ҡабатлауы.
6 –сы класс (68 сәғ., аҙнаға 2сәғ.)
Һүҙ. Ҡабатлау. Өндәр, һүҙ киҫәктәре, һөйләм, текст.
Исем.
Сифат. Сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһе.
Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре.
Ҡылымдың хәбәр һәм бойороҡ һөйкәлештәре.
Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре.
Төрлө төрҙәге текстар менән эшләү.
Алфавитты белеүҙе даими тикшереү.
Орфография һәм каллиграфияға айырыуса иғтибар булдырыу.
Ҡабатлау.
Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп.
1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуын хәбәр итеү.Был тема тыныслыҡ, Тыуған ер, туған ил темаһы менән берләшеп бара.Һәр тема буйынса уҡыусы һөйләй, аңлата белергә тейеш.Уҡыусының үҙ мәктәбе тураһында тулы мәгълүмәтле булыуы ҡарала. Үҙе уҡыған мәктәптең тарихы, данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләй белергә, киләсәктә ул да мәктәп тарихы биттәрен биҙәйәсәген аңлатыу, уның өсөн тырышып уҡыу кәрәклекте еткереү.
Башҡортостан ере буйлап
Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостан республикаһында йәшәгән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, дәүләт телдәре тураһында һәм һәр милләттең үҙ туған телен өйрәнеүе хаҡындабелешмә биреү. Уҡыусыларҙа ғорурлыҡ, үҙ республикаһына ҡарата һөйөү тәрбиәләү.Үтеләсәк тема буйынса уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү һәм ижади эштәр башҡарыу өсөн күп кенә эш төрҙәре һәм картина буйынса эштәр тәҡдим ителә.
Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре.
Был темала уҡыусыға хәүефһеҙлек, юл ҡағиҙәләре, транспорт төрҙәре тураһында дөрөҫ итеп һөйләргә өйрәтеү маҡсатынан сығып эш итәбеҙ. Был тема буйынса урынлаштырылған уҡыу материалын тасуири уҡыу, грамматик теманы өйрәнеү, ҡабатлау ойошторола.
Почта. Телефон.Телеграф.
Уҡыусыларҙың почтала үҙ-үҙеңде тота, телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү ҡағиҙәләренә өйрәнеү кәрәк.Был тема уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки улар бер-береһенә шылтыратырға, кеҫә телефондан СМС ебәрергә яраталар. Был теманы үҙләштереү барышында төрлө темаға телефон аша дөрөҫ һөйләшеү, хат яҙыу, телеграмма ебәреү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе, ҡотлауҙы, һорауҙы, рәхмәт белдереүҙе һ.б. һүҙҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Ҡыш дауам итә.
Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, экскурсиялар ойоштороу. Алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Уҡыусыны күргәндәре тураһында ябай формала иркен һөйләй белеүенә өлгәшеү. Бының өсөн төрлө ысулдарҙы файҙаланырға кәрәк:уҡығанды тыңлау, һүрәт, картина буйынса һөйләү, диалог төҙөү, тәҡдим ителгән әсәрҙәрҙе, шиғырҙарҙы уҡыу, уны анализлау, һүҙлек буйынса эш һ.б.
Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.
Башҡортостан Республикаһындағы күп милләттәрҙең дуҫ йәшәүе, Халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу, әңгәмә ойоштороу. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү.Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәр менән бәйләп алып барыу. Был тема буйынса башҡорт халыҡ ижады жанрҙарында ҡулланыу ҡарала.
Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе.
Был теманы үҙләштереү барышында, иң беренсе сиратта, Башҡортостан Республикаһы тәбиғәте, уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән уҡыусыларҙы таныштырыу. Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу. Уларҙың кеше тормошондағы роле, әһәмиәтен билдәләү. Дәрестә тәбиғәт байлыҡтарын, Башҡортостанда үҫкән үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү ҙә кәрәк. «Ҡыҙыл китап» буйынса әңгәмә ойоштороу.
Бына тағы яҙ килде.
Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү, алынған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Дарыу үләндәре менән таныштырыу. Осоп килеүсе ҡоштар тураһында мәғлүмәт биреү.Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. 1 Май, 9 Май байрамдары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы кешеләрҙең үткән юлы менән танышыу, улар тураһында газета сығарыу, осрашыуҙар үткәреү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. Милли байрамдар үткәреү, унда ҡатнашыу.
7-се класс (68 сәғ., аҙнаға 2сәғ.)
Ҡабатлау.
Һөйләм. Текст.
Ябай һәм ҡушма һөйләм.
Тура телмәр тураһында белемдәрен ҡатмарлаштыра барыу.
Тыныш билдәләренең ябай төрҙәрен айырыу, ҡулланыу белектәре.
Нәфис әҙәбиәт һәм уҡыу-фәнни текстарҙы айырыу.
Исем, сифат, ҡылым.
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Ҡабатлау.
Сифат. Сифат дәрәжәләре.
Текст.
Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәрешен ҡабатлау.
Теркәүестәр. Теҙеү теркәүестәре. Эйәртеү теркәүестәре.
Һүҙбәйләнеш.
Бәйләүестәр.
Киҫәксәләр.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Ымлыҡтар.
Телмәр үҫтереүгә һәм каллиграфияға һәр дәрестә етди иғтибар бүленә.
Яңынан мәктәпкә.
5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.
Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.
Грамматика:
6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ауыл тормошо
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.
Грамматика:
Текст. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм төҙөлөшө.
Башкортостан буйлап сәйәхәт
Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.
Грамматика:
Яңғыҙлыҡ исемдәр.
Спорт. Спорт кәрәк-ярактары
Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.
Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.
Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.
Мин һәм беҙҙең ғаилә
Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.
Грамматика:
Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.
Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.
Сәнғәт оҫталары.
Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.
Грамматика:
Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Һүҙбәйләнеш.
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы
Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.
«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.
Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.
Борон-борон заманда.
Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.
Грамматика: Киҫәксәләр. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ
Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.
Грамматика:
Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.
Йәмле йәй
Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.
8 –се класс(68 сәғ., аҙнаға 2 сәғ.)
Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Ҡабатлау. (4 сәғ.)
Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.(4 сәғ.)
Ябай һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Юҡлыҡ төшөнсәләре һәм уларҙың башҡорт телендә бирелеше. (15 сәғ.)
Эйәрсән киҫәктәр: аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр.(15сәғ.)
Ябай һөйләмде синтаксик тикшереү. (6сәғ.)
Үтелгәнде ҡабатлау (10 сәғ.)
Телмәр үҫтереү (12 сәғ.)
Йәнле һөйләү телмәрен эшлекле - рәсми, публицистик телмәрҙән айырыу.
Орфографияға, пунктуацияға һәм каллиграфияға етди иғтибар бүленә.
Мәктәпкә барабыҙ
Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр
Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.
Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы
Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.
Хеҙмәт төбө - хөрмәт
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.
Ҡыш дауам итә
Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры
Салауат Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. Салауат Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү (һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу) һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!
Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар - 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ
Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менәнкисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.
Ай Уралым, Уралым
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү.8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
9 -сы класс (68 сәғ., 2 сәғ.)
Ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе (4 сәғ.)
Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре (8 сәғ.)
Ҡылымдың заман формалары (8 сәғ.)
Хәл төркөмсәләре (20 сәғ.)
Өндәш һүҙҙәр (4 сәғ.)
Өҫтәлмәлек (4 сәғ.)
Фразеологизмдар. Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Әйтемдәр (8 сәғ.)
Нәфис әҙәбиәт, халыҡ ижады әҫәрҙәре һәм фәнни - популяр текстарҙы айырыу.
Ҡушма һөйләмдәр . Һөйләмдең тиң киҫәктәре (10 сәғ.)
Орфографияға, пунктуацияға, грамматик анализға һәм каллиграфияға айырыуса иғтибар итеү.
Һаумы, мәктәп! 6 сәғәт
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү. Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 7 сәғәт.
Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй? 10 сәғәт.
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Беҙ ҡышты яратабыҙ. 8 сәғәт.
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт театры. 6 сәғәт.
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Башҡорт халыҡ ижады. 8 сәғәт.
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Башҡорт аты. 9 сәғәт.
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Башҡорт халыҡ милли аштары. 7 сәғәт.
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу. Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.
Күңелле яҙ килә. 8 сәғәт.
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.
5-се класс өсөн башҡорт дәүләт теленән тематик план
Дәрес һаны | Дәрес темаһы | План буйынса дата | Үткәрел гән дәрес | Искәртмә | ||
Һаумы, мәктәп! (7 сәғәт) | ||||||
1 | Белем көнө. Үтелгәнде ҡабатлау. Башҡорт алфавиты. Үҙенсәлекле өндәр һәм хәрефтәр. | 1-се аҙна | ||||
2 | Тыуған илем-дуҫлыҡ ере. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре. | |||||
3 | Инеш тикшереү эше. | 2-се аҙна | ||||
4 | Тәбиғәт һәйкәлдәре. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. | |||||
5-6 | Мәктәп. Исемдең күплек ялғауы. | 3-сө аҙна | ||||
7 | Милләттәр дуҫлығы. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 4-се аҙна | ||||
8 | Минең мәктәбем. Исем. | |||||
9 | Мәктәп юлы. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | 5-се аҙна | ||||
10 | Беҙҙең ғаилә. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. | |||||
11 | Яңы фатир. Килештәр. | 6-сы аҙна | ||||
12 | Башҡортостандың ер-һыу атамалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | |||||
13 | Минең көн режимым. Ҡылым. Сифат. | 7-се аҙна | ||||
14 | Башҡортостан флагы. Зат алмаштары. | |||||
15 | Артурҙың бер көнө. Эйәлек алмаштары. | 8-се аҙна | ||||
16 | Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәк. Һорау алмаштары. | |||||
17 | Ҡоштар. Ғәҙелша шарлауығы. | 9-сы аҙна | ||||
18 | Тү. Йыл миҙгелдәре. | |||||
19 | Көҙ - рәссам. Йәшелсәләр. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. | 10-сы аҙна | ||||
20 | Көҙ. Ниндәй? | |||||
21 | Яҙ айҙары. Билдәһеҙлек алмаштары. Нығынған һүҙбәйләнештәр (нһб). | 11-се аҙна | ||||
22 | Тикшереү эше. | |||||
23 | Ҡыш яҡынлаша. Билдәләү алмаштары. | 12-се аҙна | ||||
24 | Минең яратҡан миҙгелем. Юҡлыҡ алмаштары. | |||||
25 | Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | 13-сө аҙна | ||||
26 | Башҡортостан тәбиғәте. Ҡушма исемдәр. | |||||
27 | Башҡортостан символдары. Һан. Ҡушма һан. | 14-се аҙна | ||||
28 | Республикабыҙҙың тыуған көнө! | |||||
29 | Салауат Юлаев һәйкәле. “Уралым” шиғыры. | 15-се аҙна | ||||
30 | Белем тикшереү дәресе. | |||||
31 | Тән ағзалары. Грипп. | 16-сы аҙна | ||||
32 | Дарыу үләндәре. | |||||
33 | Ҡыш. Яңы йыл. | 17-се аҙна | ||||
34 | Тү.“Ҡышҡы уйындар” картинаһы буйынса инша. | |||||
35 | Магазинда. | 18-се аҙна | ||||
36 | Икмәк үткән юл. Синонимдар. | |||||
37 | Тү. Беҙҙең уңыш. Һүҙлек диктанты. | 19-сы аҙна | ||||
38 | Әсәйем. Антонимдар. | |||||
39 | Әсә рәхмәте. Әсәгә һөйөү. | 20-се аҙна | ||||
40 | Әсә лә, эшсе лә – ҡатын-ҡыҙ. | |||||
41 | Тикшереү эше. | 21-се аҙна | ||||
42 | Яҙ. Омонимдар. Олатай. Әбей. | |||||
43 | Тү. Күсмә ҡоштар (һүрәттәр буйынса әңгәмә) | 22-се аҙна | ||||
44 | Яҙғы байрамдар. | |||||
45 | Беҙгә тыныслыҡ кәрәк! Ҡабатлау дәресе. | 23-сө аҙна | ||||
46 | Баҡсасы һәм уның улдары. Эш ҡоралдары. | |||||
47 | Тү. Сыйырсыҡ ояһы яһайҙар (һүрәт буйынса) | 24-се аҙна | ||||
48 | Тү. Рәшит Нурмөхәмәтовтың “Эштән һуң” картинаһы буйынса эш. | |||||
49 | Яҙҙың тәүге сәскәһе. Үҙ аллы тәржемә эше. | 25-се аҙна | ||||
50 | “Яҙ” темаһы буйынса ҡабатлау. Тест тултыртыу. | |||||
51 | Һаумы, йәй! | 26-сы аҙна | ||||
52 | Яҙғы йола байрамдары. | |||||
53 | Тәбиғәткә һөйөү. | 27-се аҙна | ||||
54 | Ҡарға бутҡаһы, Науруз байрамдары. | |||||
55 | Тү. Тумыртҡа – урман санитары (һүрәт буйынса эш). | 28-се аҙна | ||||
56 | Тү. Йәйге каникулға пландар тураһында… | |||||
57 | Һабантуй. | 29-сы аҙна | ||||
58 | Иҫкәртмәле диктант. “Һабантуй”. | |||||
59 | Кем көслө? (әкиәт). Ҡабатлау. | 30-сы аҙна | ||||
60 | Һин нишләр инең? Фәрит Иҫәнғолов. | |||||
60 | Уртаҡ ҡояш. Фәрит Иҫәнғолов. | 31-се аҙна | ||||
62 | Әсәйем. Ҡабатлау. | |||||
63 | Бәпембә балалары (әкиәт). Алфавитты ҡабатлау. | 32-се аҙна | ||||
64 | Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ (әкиәт). Ҡабатлау. | |||||
65 | Дуҫтар. Ике иптәш. Л.Толстой. Ҡабатлау. | 33-сө аҙна | ||||
66 | Турғай. М. Стеценко. Ҡабатлау. | |||||
67-68 | Йомғаҡлау ҡабатлауы. | 34-се аҙна | ||||
6-сы класс өсөн башҡорт дәүләт теленән тематик план
Дәрес һаны | Дәрес темаһы | План буйынса дата | Үткәрел гән дәрес | Искәрмә |
1
| Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Белем байрамы менән! Һаумы мәктәп! | 1-се аҙна | ||
2 | Үҙенсәлекле өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Йәйге каникулым. | |||
3 | Инеш яҙма эш. Тартынҡыларҙың сиратлашыуы. | 2-се аҙна | ||
4 | Исем тураһында төшөнсә. Минең мәктәбем. Уҡыу кәрәк-яраҡтары. | |||
5 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Беҙ мәктәптә. | 3-сө аҙна | ||
6 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Беҙ мәктәптә. | |||
7 | Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе. Тыуған ерем – Башҡортостан. | 4-се аҙна | ||
8 | Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе. Башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев. | |||
9 | Исем темаһын ҡабатлау. Башҡортостан – бай ил. | 5-се аҙна | ||
10 | Сифат тураһында төшөнсә. Башҡортостанда көҙ. | |||
11 | Сифат. Гүзәл Өфөм – баш ҡалам. | 6-сы аҙна | ||
12 | Сифат дәрәжәләре.Төп һәм сағыштырыу дәрәжәләре. Башҡортостан символикаһы | |||
13 | Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе. Тәбиғәт ҡомартҡылары. | 7-се аҙна | ||
14 | Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе. Тәбиғәт биҙәктәре. | |||
15 | Синоним. Башҡорт ырыуҙары. | 8-се аҙна | ||
16 | Антоним. Башҡортостанда үҫемлектәр, ағастар. | |||
17 | Омоним. Башҡортостан ҡоштары. | 9-сы аҙна | ||
18 | Сифат темаһын ҡабатлау. “Башҡортостан ере буйлап…” темаһын ҡабатлау. Яҙма эш. | |||
19 | Рәүеш тураһында төшөнсә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр. | 10-сы аҙна | ||
20 | Рәүеш. Юл ҡағиҙәләре | |||
21 | Рәүеш. Юл билдәләре нимә аңлата? | 11-се аҙна | ||
22 | Рәүеш дәрәжәләре. Мин, юл һәм машина. | |||
23 | Рәүеш дәрәжәләре. Ҡала урамдары буйлап | 12-се аҙна | ||
24 | Рәүеш темаһын ҡабатлау. Юл ҡағиҙәләре темаһын ҡабатлау. | |||
25 | Ҡылым тураһында төшөнсә. Телефон шылтырай… | 13-сө аҙна | ||
26 | Ҡылым. Телефондан һөйләшә беләһеңме? | |||
27 | Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше. Почтала. | 14-се аҙна | ||
28 | Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше. Хәҙерге заман. Ваҡытлы матбуғат. | |||
29 | Хәҙерге замандың юҡлыҡ формаһы. Хаттар яҙҙым ултырып… | 15-се аҙна | ||
30 | Ҡылымдың үткән заман формаһы. Ҡыш башлана | |||
31 | Ҡылымдың үткән заман юҡлыҡ формаһы. Ҡышҡы уйындар. | 16-сы аҙна | ||
32 | Ҡылымдың заман формаларын ҡабатлау. Ҡышҡы кейемдәр | |||
33 | Ҡылымды ҡабатлау. Яңы йыл! Телмәр үҫтереү. | 17-се аҙна | ||
34 | Яҙма эш. Миңә ҡышҡы ял оҡшай. | |||
35 | Ҡылымдың киләсәк заман формаһы. Ҡыш дауам итә. | 18-се аҙна | ||
36 | Ҡылымдың киләсәк заман формаһы Ҡышлаусы ҡоштар. | |||
37 | Ҡылым формаларын ҡабатлау. Ҡышын йәнлектәр. | 19-сы аҙна | ||
38 | Ҡылым темаһын ҡабатлау. Лексик теманы ҡабатлау. | |||
39 | Яҙма эш. Наурыҙ байрамы. | 20-се аҙна | ||
40 | Ҡылымдың шарт һөйкәлеше. Нимә ул дуҫлыҡ? | |||
41 | Ҡылымдың шарт һөйкәлеше. Ысын дуҫ ниндәй була? | 21-се аҙна | ||
42 | Ҡылым. Минең иң яҡын дуҫым. | |||
43 | Ҡылым. Минең әсәйем. | 22-се аҙна | ||
44 | Ҡылымдың теләк һөйкәлеше. Тыуған көнөң менән! | |||
45 | Ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатлау. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. (Әкиәт) | 23-сө аҙна | ||
46 | Ҡылымдың һөйкәлештәрен ҡабатлау. Башҡортостан тәбиғәте. | |||
47 | Ҡылымдың һөйкәлештәрен ҡабатлау. Башҡортостандың ҡаҙылма байлыҡтары | 24-се аҙна | ||
48 | Ҡылымдың заман формаларын ҡабатлау. Башҡортостандағы йылғалар. | |||
49 | Ҡылымдың зат ялғауҙарын ҡабатлау. Башҡортостандағы билдәле күлдәр. | 25-се аҙна | ||
50 | Ҡылым. Барлыҡ, юҡлыҡ формалары. Башҡортостандағы таштар. Текст менән эш. | |||
51 | Ҡылым. Барлыҡ, юҡлыҡ формалары. Нимә ул экология? | 26-сы аҙна | ||
52 | Ҡылымдарҙы йомғаҡлау. Һүҙлек зачеты | |||
53 | Һан тураһында төшөнсә. Кеше һәм һан. | 27-се аҙна | ||
54 | Ябай һәм ҡушма һандар. Минең көн режимым | |||
55 | Төп һандар. Магазинда. Ни хаҡ? | 28-се аҙна | ||
56 | Рәт һандары.. Мин ҡалала йәшәйем | |||
57 | Бүлем һандары. Хәрәкәттә - бәрәкәт | 29-сы аҙна | ||
58 | Йыйыу һандары.Баҡсала | |||
59 | Сама һандары. Тәбиғәттә | 30-сы аҙна | ||
60 | Кәсер һандары. Урман – ил байлығы | |||
61 | Ҡабатлау. Һан. Башҡорт халҡында тылсымлы “ете”һаны | 31-се аҙна | ||
62 | Ҡабатлау. Ҡылым. Бына тағы яҙ килде. | |||
63 | Ҡабатлау. Алмаш. Яҙғы байрамдар. Еңеү көнө | 32-се аҙна | ||
64 | Ҡабатлау. Исем. Кеше һәм үҫемлектәр | |||
65 | Ҡабатлау. Сифат. Йәшел аптека | 33-сө аҙна | ||
66 | Ҡабатлау. Дөйөмләштереү. Һаумы, йәй! | |||
67 | Йомғаҡлау тикшереү эше | 34-се аҙна | ||
68 | Йомғаҡлау. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе |
7-се класс өсөн башҡорт дәүләт теленән тематик план
Дәрес һаны | Дәрес темаһы | План буйынса дата | Үткәрел гән дәрес | Искәрмә |
1 | Яңынан мәктәпкә (7 сәғ.) 1сентябрь- Белем байрамы. | 1-се аҙна | ||
2 | М.Кәрим. “Уҡытыусыма” шиғыры. Сифат дәрәжәһе. | |||
3 | Миҙгелдәр. | 2-се аҙна | ||
4 | Инеш яҙма эш. | |||
5 | Урман аптекаһында. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 3-сө аҙна | ||
6 | Тү. Көҙгө көн. Тәржемә эше. Ҡылым. | |||
7 | Мәҡәлдәр, әйтемдәр. Исем ҡылым. | 4-се аҙна | ||
8 | Ауыл тормошо (5 сәғәт) Икмәк үткән юл. Текст. | |||
9 | Алтын башаҡтар (әкиәт). Текст. | 5-се аҙна | ||
10 | Т. Йосопов. Икмәк еҫе. Сифат ҡылым. | |||
11 | Тыуған тупраҡ. Уртаҡ ҡылым. | 6-сы аҙна | ||
12 | Башҡорт балы. Бал ҡорто. | |||
13 | Башҡортостан буйлап сәйәхәт (5 сәғәт) Мостай Кәрим. Башҡортостан. Текст. | 7-се аҙна | ||
14 | Башҡорт йыры “Урал”. Яңғыҙлыҡ исемдәр. | |||
15 | Рәми Ғарипов. Урал йөрәге. Яңғыҙлыҡ исемдәр | 8-се аҙна | ||
16 | Хәсән Назар. Урал имәне. | |||
17 | Арҡайым. Текст. | 9-сы аҙна | ||
18 | Башҡортостаным – илем. Сифат ҡылым. | |||
19 | Спорт. Спорт кәрәк-ярағы (9 сәғәт) Беҙҙең ғаилә - ярышта. | 10-сы аҙна | ||
20 | Нәжиб Иҙелбай. Беҙҙең катокта. | |||
21 | Тикшереү эше. | 11-се аҙна | ||
22 | Тү. Т. Яблонскаяның “Иртә” картинаһы буйынса эш. | |||
23 | Башҡортостанда спорт төрҙәре. Милли уйындар. | 12-се аҙна | ||
24 | Спорт – ул һаулыҡ. | |||
25 | Башҡортостан ҡалаларында спорт. | 13-сө аҙна | ||
26 | Башҡортостан – чемпиондар иле. | |||
27 | Яңы йылда. | 14-се аҙна | ||
28 | Мин һәм беҙҙең ғаилә (14 сәғәт) Кәүсәриә Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре. | |||
29 | Тикшереү эше. | 15-се аҙна | ||
30 | Әсә һүҙе (башҡорт халыҡ ижадынан) | |||
31-32 | Ҡошҡа әйләнгән әбей (әкиәт). Хәл ҡылым. | 16-сы аҙна | ||
33 | Дуҫым, серҙәшем. Хәл ҡылым. | 17-се аҙна | ||
34 | Тү. В. Меостың “Ярҙамсы” картинаһы буйынса эш. | |||
35 | Ҡадир Даян. Атай кәңәше. | 18-се аҙна | ||
36 | Тү. Картина буйынса эш. Хәл ҡылым | |||
38 | Тү. Ф.Исмәғилевтең “Йылға буйында” картинаһы буйынса эш. | 19-сы аҙна | ||
37 | Фәүзиә Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр. | |||
39 | Етегән йондоҙ (әкиәт). Теркәүестәр. | 20-се аҙна | ||
40 | Йыһат Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе. | |||
41 | Рәшит Назаров. Яҙ килә. | 21-се аҙна | ||
42 | Сәнғәт оҫталары (4 сәғәт) Х.Әхмәтов – композитор Эйәртеү теркәүестәре | |||
43 | Роберт Заһретдинов – ҡумыҙсы. | 22-се аҙна | ||
44 | Рәшиҙә Туйсина – бейеүсе. | |||
45 | Телмәр үҫтереү дәресе. “Сәнғәт оҫталары” темаһын ҡабатлау. | 23-сө аҙна | ||
46 | Исемең матур, кемдәр ҡуйған? (4 сәғәт) Исемдәрҙә – ил тарихы. Миңлеғәле Шайморатов. | |||
47 | Ер-һыу атамалары. Ҡәнифә юлы. Бәйләүес. | 24-се аҙна | ||
48 | Тү. Ҡәбилә-ырыу атамалары. | |||
49 | Ҡабатлау. 1 апрель менән! | 25-се аҙна | ||
50 | Борон-борон заманда…(3 сәғәт) Ҡан-ҡәрҙәш (әкиәт). Киҫәксәләр. | |||
51 | Айһылыу Йәғәфәрова. Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы? | 26-сы аҙна | ||
52 | Ҡабатлау. Көләмәстәр. | |||
53 | Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (10 сәғәт) Шәриф Биҡҡол. Тыныслыҡ кәрәк. | 27-се аҙна | ||
54 | Дуҫлыҡ. Тәржемә эше. Киҫәксәләр. | |||
55 | Батырлыҡ. (Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәев) | 28-се аҙна | ||
56 | Кәтибә Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Ымлыҡ. | |||
57 | Тү. Картина буйынса эш. Хәл белешеү. | 29-сы аҙна | ||
58 | Тәбиғәт биҙәге (сәскәләр) | |||
59 | Р. Мөхәммәтов. Тауышһыҙ Талип. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. | 30-сы аҙна | ||
60 | Сафуан Әлибаев. Дуҫтарым. | |||
61 | Тү. Тасуирлау. Дуҫымдың портреты. | 31-се аҙна | ||
62 | Тү. Ярҙам (күнегеү тексы өҫтөндә эш). | |||
63 | Йәмле йәй (4 ай) Зөһрә Ҡотлогилдина. Йәй. | 32-се аҙна | ||
64 | Үҙ аллы эш. | |||
65 | Ҡабатлау күнегеүҙәре | 33-сө аҙна | ||
66 | Н. Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. | |||
67 | Баязит Бикбай. Лагерь иртәһе. | 34-се аҙна | ||
68 | Йомғаҡлау дәресе Үтелгәнде ҡабатлау |
8-се класс өсөн башҡорт дәүләт теленән тематик план
Дәрес һаны | Дәрес темаһы | План буйынса дата | Үткәрел гән дәрес | Искәрмә |
1. | К.Кинйәбулатова.Мәктәпкә барабыҙ Башҡорт алфавиты | 1-се аҙна | ||
2. | Мәктәптә Ҡылым. Зат ялғауҙары. | |||
3. | Б. Бикбай. Туған тел. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары | 2-се аҙна | ||
4. | Диктант “Әсә хәстәрлеге” | |||
5. | Хаталар өҫтөндә эш Р.Ниғмәтуллин. Тырышлыҡ | 3-сө аҙна | ||
6. | Б.Рафиҡов.“Илем,Башҡортоста ным” “Ҡылым” темаһын йомғаҡлау | |||
7. | Р. Низамов. Көҙ күренештәре. | 4-се аҙна | ||
8. | Ф. Ғөбәйҙуллина. Көҙ. Һөйләм төрҙәре. | |||
9. | Баҡсала көҙгө эштәр Хәбәр һөйләм | 5-се аҙна | ||
10. | С. Муллабаев. Көҙгө урман. Һорау һөйләм | |||
11. | Беҙҙең яҡта көҙ М.Меос “Шығайҙағы ҡайындар” | 6-сы аҙна | ||
12. | Н. Иҙелбаев. “Һөнәрлеләр һөйкөмлө”. Өндәү һөйләм. | |||
13. | А. Игебаев. Тәмленең дә тәмлеһе Логик баҫым | 7-се аҙна | ||
14. | Ә. Әхмәт-Хужа. Ҡояш Исемдәрҙең килеш ялғауҙары | |||
15. | Б. Рафиҡов. Нисек әйтһен? “Һөйләм төрҙәрен” ҡабатлау | 8-се аҙна | ||
16. | Синыфтан тыш уҡыу. Р. Ханнанов. Япраҡтар. | |||
17. | Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 9-сы аҙна | ||
18. | Й. Солтанов. Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ. | |||
19. | Н. Дәүли, С. Садиҡова. Өфө ни өсөн матур? Ҡылымдарҙың төҙөлөшө | 10-сы аҙна | ||
20. | Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө | |||
21. | Мин театрға барҙым. Барлыҡ төшөнсәһе | 11-се аҙна | ||
22. | Д. Әхиәрова. Орджоникидзе районы Ҡылымдарҙа заман төшөнсәһе | |||
23. | “Өфө - минең баш ҡалам” Телмәр үҫтереү (Хикәйә яҙыу) | 12-се аҙна | ||
24. | Үҙ аллы эш.“Өфө менән танышыу” темаһын йомғаҡлау | |||
25. | Кластан тыш уҡыу дәресе.Өфө (белешмә) | 13-сө аҙна | ||
26. | Хеҙмәт төбө - хөрмәт Ябай һөйләм төрҙәре | |||
27. | В.Моратова Башҡорттар әрме хеҙмәтендә. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр | 14-се аҙна | ||
28. | А. Насиров. Көслө сабаҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре | |||
29. | Н.М.Бадридзе. “Зарядкаға баҫ!” Эйә һәм хәбәр | 15-се аҙна | ||
30. | Диктант «Ҡышлаусы ҡоштар» | |||
31. | Хаталар өҫтөндә эш. Геологтар көнө. Юҡлыҡ төшөнсәһе | 16-сы аҙна | ||
32. | М. Шиһан. Сит телде өйрәнеүсегә кәңәштәр. | |||
33. | Ә. Атнабаев. Ҡара икмәк. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 17-се аҙна | ||
34. | Ҡыш. Яңы йыл. Эйә һәм хәбәр | |||
35. | Н.Нәжми. Ҡыш. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ | 18-се аҙна | ||
36. | С. Әлибаев. Ҡышҡы урман. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ | |||
37. | В. Сухомлинский. Буран. Һүҙлек менән эш | 19-сы аҙна | ||
38. | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы Яңғыҙлыҡ исемдәр | |||
39. | “Ҡыш” темаһын йомғаҡлау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 20-се аҙна | ||
40. | С. Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры | |||
41. | Палдискиҙа Салауат музейы Аныҡлаусы | 21-се аҙна | ||
42. | А.Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина буйынса эш | |||
43. | Салауат һәйкәле | 22-се аҙна | ||
44. | “Салауат – милли батыр” темаһын йомғаҡлау. | |||
45. | Синыфтан тыш уҡыу. Йәшел алтын. | 23-сө аҙна | ||
46. | Йәмле яҙ килде. | |||
47. | 8 Март - Әсәйҙәр байрамы | 24-се аҙна | ||
48 | Ә. Таһирова. Боҙ китә. Аныҡлаусы | |||
49. | Р. Ниғмәти. Ватан. | 25-се аҙна | ||
50. | Минең дуҫым. Тултырыусы. | |||
51. | Контроль эш “Яҙ килә” | 26-сы аҙна | ||
52. | Хаталар өҫтөндә эш Яҙғы эштәр | |||
53. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау | 27-се аҙна | ||
54 | Тәүге космонавт Тултырыусы | |||
55. | Һалдат тора киләсәкте тотоп Хәл | 28-се аҙна | ||
56. | М. Харис. Хат | |||
57. | Үлемһеҙ батырлыҡ Һөйләмдең баш киҫәктәре | 29-сы аҙна | ||
58. | Үлемһеҙ батырлыҡ Һөйләмдең баш киҫәктәре | |||
59. | Тыуған ерем биҙәктәре Һөйләм киҫәктәре | 30-сы аҙна | ||
60. | Урманды һаҡлайыҡ. | |||
61. | В. Исхаҡов. Талпан. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре | 31-се аҙна | ||
62. | Р.Ниғмәтуллин. Башҡортостан. | |||
63. | З. Биишева. Йәшәү-хеҙмәт Синтаксис | 32-се аҙна | ||
64 | Р.Бикбаев. Уралыма | |||
65. | IV сиреккә диктант. Илем- Башҡортостан | 33-се аҙна | ||
66. | Хаталар өҫтөндә эш. Синыфтан тыш уҡыу. Башҡорт илкәйенең бер ҡото. | 34-се аҙна | ||
67. | Йәмле йәй етте. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау | |||
68. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау. |
9-сы класс өсөн башҡорт дәүләт теленән тематик план
Дәрес һаны | Дәрес темаһы | План буйынса дата | Үткәрел гән дәрес | Искәрмә |
1 | Абдулхаҡ Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | 1-се аҙна | ||
2 | Мәктәп – белем йорто. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | |||
3 | Мәктәп ашханаһында. Ҡылымдың заман формалары. | 2-се аҙна | ||
4 | Алтын көҙ. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | |||
5 | М.Аҡмулла. Көҙ. Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатлау. | 3-сө аҙна | ||
6 | Көҙгө күренештәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | |||
7 | Башҡортостан тәбиғәте. Н. Мусиндың ижады (ҡыҫҡаса танышыу). Ҡылымдың заман формалары. | 4-се аҙна | ||
8 | Т. Ғәниәева “Уралиә тигән ил” (әкиәт). Ҡылымдың заман формалары. | |||
9 | Күренекле шәхестәр. Ҡылымдың заман формалары. | 6-сы аҙна | ||
10 | Тәржемә өсөн диктант. “Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!” | |||
11 | Хаталар өҫтөндә эш. Рәми Ғарипов ижады. Хәлдәр. | 7-се аҙна | ||
12 | Мәжит Ғафури тормошо, ижады. Хәлдәр. | |||
13 | Легенда-риүәйәттәр. “Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?” Урын хәле. | 8-се аҙна | ||
14 | “Ҡыҙыл китап”. Ваҡыт хәле. | |||
15 | Файыҡ Мөхәмәтйәнов “Ғүмер”. Рәүеш хәле. | 9-сы аҙна | ||
16 | “Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһы буйынса тест үткәреү | |||
17 | Хаталар өҫтөндә эш. Дәрес-семинар. “Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт” темаһын йомғаҡлау. | 10-сы аҙна | ||
18 | Абдулхаҡ Игебаев “Донъябыҙҙан ни ҡала?” Урын, рәүеш, ваҡыт хәлдәрен ҡабатлау. | |||
19 | Әнғәм Атнабаев “Ағиҙел”. Күләм-дәрәжә хәле. | 11-се аҙна | ||
20 | Тыуған еребеҙ – Башҡортостан! Күләм-дәрәжә хәле. | |||
21 | Ҡ. Аралбай ижады. Хәлдәр. | 12-се аҙна | ||
22 | Ҡаруанһарай. Хәлдәр. | |||
23 | Ҡ. Аралбай. Янғантауға мәҙхиә. Хәлдәр. | 13- сө аҙна | ||
24 | Ғайса Хөсәйенов “Батырша”. Шарт хәле. | |||
25 | Өфө һуҫары. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 14-се аҙна | ||
26 | Таштуғай. Хәлдәр. | |||
27 | Сафуан Әлибаев. Матур көн. Хәлдәр. | 15-се аҙна | ||
28 | Ш. Бабич ижады. Йәнләндереү. | |||
29 | Беҙ ҡышты яратабыҙ. Өндәш һүҙ. | 16- сы аҙна | ||
30 | Ҡышҡы көн. Өндәш һүҙ. | |||
31 | Иҫкәрмәле-күреү диктанты “Ҡошсоғом”. Өндәш һүҙ. Һөйләмдең баш киҫәктәре (ҡабатлау). | 17-се аҙна | ||
32 | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡыш темаһын йомғаҡлау. | |||
33 | Ҡышҡы Нардуған. Ҡылым (ҡабатлау). | 18-се аҙна | ||
34 | Һаулығыңды нығыт! | |||
35 | Баҡортостан театрҙары. Өҫтәлмәлек. | 19-сы аҙна | ||
36 | Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Өҫтәлмәлек (дауамы). | |||
37 | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Өҫтәлмәлек (дауамы). | 20-се аҙна | ||
38 | Башҡортостан театрҙары. Йомғаҡлау дәресе. Тема буйынса тикшереү эше үткәреү. | |||
39 | Башҡорт халыҡ ижады. | 21-се аҙна | ||
40 | “Урал батыр” эпосы. Фразеологизмдар. | |||
41 | Урал батыр” эпосы. Ҡушма һандарҙы ҡабатлау.. | 22-се аҙна | ||
42 | Мәҡәлдәр. –һа/-һә аффиксы. | |||
43 | Йомаҡтар. Ябай һөйләм төрҙәре. | 23-сө аҙна | ||
44 | Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Алпамыша батыр. Ябай һөйләм төрҙәре. | |||
45 | Алпамыша батыр. Ябай һөйләм төрҙәре. | 25-се аҙна | ||
46 | Ҡамыр батыр. (әкиәт). Ябай һөйләм төрҙәре. | |||
47 | Ҡамыр батыр. (әкиәт). Ябай һөйләм төрҙәре. | 26-сы аҙна | ||
48 | Башҡорт халыҡ йырҙары. Тарихи йырҙар. | |||
49 | Лирик йырҙар. Ябай һөйләм төрҙәре. | 27-се аҙна | ||
50 | Риүәйәттәр. | |||
51 | Контроль диктант. (Башҡорт халыҡ ижады. Ябай һөйләм төрҙәре.) | 28-се аҙна | ||
52 | Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт халыҡ ижады темаһын йомғаҡлау. | |||
53 | С.Fәбиҙуллин. Бына тағы яҙҙар етте. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 29-сы аҙна | ||
54 | Тал бөрөһө. Л.Фархшатова. | |||
55 | Яҙ башланды. Ғ.Дәүләди ижады. “Яҙғы донъя” шиғыры менән танышыу. | 30-сы аҙна | ||
56 | Күңелле яҙ килә темаһын йомғаҡлау. Күсереп яҙыу. | |||
57 | Хаталар өҫтөндә эш. Милли аштар. Икмәк. Ҡушма һөйләм. | 31-се аҙна | ||
58 | Башҡорт халыҡ милли аштар. Ҡушма һөйләм. | |||
59 | Ҡымыҙ (Һөт аштары). Ҡушма һөйләм. | 32-се аҙна | ||
60 | Ашханала. Ҡушма һөйләм. | |||
61 | Башҡорт халыҡ милли аштары. Йомғаҡлау. | 33-сө аҙна | ||
62 | Ел, ерәнем!. И.Иҙелбай һүҙҙәре, З.Исмәғилов музыкаһы. | |||
63 | Б.Байым. Бәләкәс. | 34-се аҙна | ||
64 | Башҡорт аты ниндәй була? Тиң киҫәктәр эргәhендә тыныш билдәләре. | |||
65 | Ҡара юрға. Халыҡ һүҙҙәре, халыҡ көйө. М.Кәрим. Минең атым. Тиң киҫәктәр эргәhендә тыныш билдәләре. | |||
66 | С.Агиш. Турыҡай. Тиң киҫәктәр эргәhендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. | |||
67 | Контроль диктант. “Ниндәй ул башҡорт аты?” | |||
68 | Хаталар өҫтөндә эш. “Башҡорт аты” темаһын йомғаҡлау. |