Тикшереү эше"Тыуған еремдең ете мөғжизәһе"
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 37.02 КБ | |
| 37.02 КБ |
Йөкмәткеһе
2. Төп өлөш. 5-9
2.1 Коминтерн мәктәбе
2.2. Йөҙөм баҡсаһы
2.3 В.Д.Паширов һәйкәле.
2.4. Самолет
2.5. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
өсөн һәйкәл.
2.6 “Күләш” ҡурсаулығы
3. Йомғаҡлау 10
4. Ҡулланылған әҙәбиәт. 11
Инеш
Ете – ғәжәп һан ул. Әҙәмде донъяла шул етелек уратып алған: өҫтә ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер, күктә ете йондоҙ, аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө, моңдоң ете өнө. Ете быуын ата – бабаны белеүҙе кәрәк һанағандар.Әкиәт батырҙары ла ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында ен – бәрейҙәрҙе ҡыйратҡандар. Ерҙе ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Батырҙар ете тау, ете диңгеҙ гиҙгәндәр, уларҙың даны ете илгә еткән, теүәлдәр ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫкәндәр. Ысынлап та, беҙҙе ете һаны уратып алған.
Эшебеҙҙең аҡтуаллеге
Кушнаренко районының иҫтәлекле урындарын, тарихын өйрәнергә иҫтә ҡалдыдырға тейешбеҙ.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты
Тыуған илгә , ергә һөйөү тәрбиәләү; яңы мәғлүмәт үҙләштереү;
үҙ фекеремде әйтә белергә өйрәнеү;
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы
Тыуған еремдең тарихын өйрәнеү; ауылымдың иҫтәлекле урындары менән ғорурланыу;
Эҙләнеү эшенең методтары
Ауыл тарихын тикшереү.
Ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыу.
Тикшеренеү объекты
Темаға ярашлы әҙәбиәт, аҡһаҡалдар менән әңгәмә.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары
Ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо.
Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте
Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында, дәрестәрҙә, төрлө кисәләрҙә, тикшеренеү эштәрен төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин.
Структураһы тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Төп өлөш
Мин үҙемдең күңелемдә булған яҡшы тәъҫораттарым менән уртаҡлашаһым, үҙемдең тыуып- үҫкән яғым менән таныштыраһым килә.
Ҡайһы яҡтарҙан һин?- тигән һорау тыуа. Минең Ватаным –Башҡортостан. Тыуып-үҫкән ерем Кушнаренко ауылы- тип яуап ҡайтарыр инем.
Мин ошо гөлбаксалай илдә тыуғаныма бик ғорурланам. Беҙҙең яҡ-үҙе бер ожмах бит ул. Уның матурлығын, тәбиғәт байлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Тарихи быуаттар төпкөлөнә килһә лә, Кушнаренко сағыштырмаса йәш район. Ул Башҡортостандың ҡартаһына 1930 йылдың 20 авгусында Топорнин районы исеме менән индерелгән. 1936 йылда район Кушнаренко исемен ала. Бына ошо Ағиҙел, Сәрмәсән, Ҡармасан һәм башҡа йылғалар буйында урынлашҡан йәмле лә, матур ҙа төбәктә бик күп милләт вәҡилдәре үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй.
Ауылымдың иҫтәлекле ерҙәре бик күп. Ҡайбер тарих менән бәйле урындарын минең ауылымда ғына осрағандарын һаҡлап ҡала торғандарын, уларҙың данын бөтә донъяға таратырлыҡ урындарын, мин ауылымдың ете мөғжизәһе итеп ҡарар инем.
Мин тикшереү эшемдәауылымдың ете мөғжизәһе тураһында йыйған мәғлүмәттәр менән һеҙҙе таныштырып киткем килә.
Беренсе мөғжизәм итеп мин коминтерн мәктәбен иҫбатлар инем.
Коминтерн мәктәбе - ул беҙҙең тарих, ә тарихты беҙ үҙгәртә алмайбыҙ, беҙ уны өйрәнергә, иҫтә ҡалдырырға тейешбеҙ.
1941 йылдың октябрендә коминтерн мәктәбе беҙҙең ауылыбыҙға күсерелә. Коминтерн мәктәбе итеп Ҡыҙ тауында урынлашҡан уҡыу йорто һайлана. Был мәктәптә һуғышҡа яраҡлы кешеләрҙе әҙерләгәндәр. Был мәктәп үҙенең алдына ҡуйылған маҡсаттарына ирешә һәм дошманды тар-мар итеүгә бик күп көс һала. 1943 йылды улар беҙҙең ауылыбыҙҙан Киев ҡалаһына күсерелә. 1994 йылда был йорт яңғын аҫтында ҡала. Был йорт ваҡиғаларға бай иҫтәлекле урын. Уның киләсәге булырға тейештер тип уйлайым.
Икенсе мөғжизәм
Тауға менеп түбән ҡараһаң,
Йәйрәп ята күркәм хоҙурлыҡ.
Ватанымдың ошо мөйөшө
Жәннәт баҡсаһына торорлоҡ.
Көләс йөҙлө кешеләр йәшәй
Кушнаренкобыҙҙы яратып.
Бешә бында хатта йөҙөм
Тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып.
Рәсәй ерҙәрендәге йөҙөм үҫтерелгән иң төньяҡ төбәк — Башҡортостан. Кушнаренко район үҙәгендә уҙған быуаттың тәүге яртыһынан башлап ошо нәзәкәтле емеш үҫтерелеп килә. 1928 йылда тәүге йөҙөм баҡсаһына ирле-ҡатынлы агроном Стреляевтар нигеҙ һала. 1938 йылдан алып Л.Н.Стреляева 10 йөҙөм сорт сығарған.
1951 йылда ул тәүге ҡатын- ҡыҙҙар араһыннан Сталинград премияһына лайыҡ була.
Энтузиастар башлаған эш һүнеп ҡалмаған ғына түгел, киңәйтелгән дә. 1982 йылдан бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Майстренко Нина Василий ҡыҙы дауам итә. Ул дүрт сорт йөҙөм авторы. Улар «Александр”, “Юбилейный”, “Башкирский” (1999 йыл) . 2005 йылда “Памяти Стреляевой”.
Хәҙер инде бер нисә гектарҙа йөҙөм үҫтерелә, ике гектарҙа — иң ҙур уңыш бирә торғандары тупланған.
Кушнаренко районында урынлашҡан селекция үҙәгендәге хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бында һәр ҡыуаҡтан 15 килограмға тиклем емеш алырға була. Үҙәктә виноградтың 50-гә яҡын төрө үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе — Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән. Был сорттар хәҙер бар илдә үрсетелә. Йөҙөм шулай уҡ республикабыҙҙағы бик күп шәхси баҡсаларҙа ла үҫтерелә . Күп быуаттар буйына үҫеп килгән Кушнаренко ауылына дан килтергән йөҙөм баҡсаһын, уны барлыҡҡа килтергән Л.Н Стреляеваны, уның тарихын оноторға тейеш түгелбеҙ. Л.Н Стреляеваның исеме мәңгеләштерелгән. Ауылымдың бер урамына уның исеме бирелгән.
Өсөнсө мөғжизәм
Күктә генә түгел ерҙә лә
Бар ул яҡты йондоҙҙар.
Кушнаренко ауылынан
Сыҡҡан аҫыл улдар һәм ҡыҙҙар.
Кушнаренко 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ҡаршыһында шлем кигән танкист бюсы тора. Ул бик йәш, нибары ун туғыҙҙа. Һәм яҡташтары хәтерендә мәңгегә шундай булып ҡалған. Бюста гәүҙәләндерелгән герой Валентин Дмитриевич Паширов уҡыусылар исемлегенә кергән.
В. Паширов 1924 йылдың 11 августында Топорнино ауылында донъяға килгән. Күп йәштәштәре кеүек үк, ул да шуҡ һәм шат күңелле булып үҫә, илгә ҡара ҡайғы килгәнсе – һуғыш башланғансы мәктәптә уҡый.
Башҡа малайҙар шикелле, фронтҡа омтыла. Тиҙҙән уның теләге тормошҡа аша.
1943 йылдың 6 ноябрендә көрәштә батырларса һәләк була.
1944 йылдың 10 ғинуарында В.Д. Пашировҡа үлгәннән һуң Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
В.Д.Паширов яҡты дөнъяла нибары унтуғыҙ йыл йәшәй. Әммә туған яғына данлы исеме ҡайта. Кушнаренко ауылының бер урамына, мәҙәниәт һәм ял парҡына уның исеме бирелә. Уның исеме ауылдаштарының йөрәгендә һаҡлана.
Кушнаренко1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ҡаршыһындағы гәүҙәләндерелгән бюст 1965 йылда ҡуйыла.
Геройҙы тәрбиәләгән мәктәп дәһшәтле һуғыш йылдары традицияларын дауам итә. Ҡайбер уҡыусылар хәрби һөнәр һайлай. Мәҫәлән, Вадим Вәлиев, В Паширов һуҡмағындан китеп Казан училищеһын тамамлап үҙ һөнәре буйынса эшләй.
2013 йыл Валентин Дмитриевич Пашировтың Туған ил хаҡына ҡылған батырлығына 70 йыл тыуҙы.
Дүртенсе мөғжизә булып ауылымдың исеме бөтә илебеҙгә таралған батырҙар һәйкәле тора. Улар бөгөнгө көндөң тыныслығы өсөн көрәшкән олатайҙар. Үҙ иленең тарихи данына, халҡының күңеленә тап төшөрмәгән улар. Алты яуғир райондаштарыбыҙға: Фазылйән Фазлыәхмәт улы Әхмәлетдиновҡа, Абдулла Хәбибулла улы Вәлиевҡа, Сәлих Шәйбәк улы Вәлиевҡа, Иван Николаевич Князевҡа, Валентин Дмитриевич Пашировка һәм Нәзим Мөхәммәтйән улы Яҡуповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һәйкәлде асыу тантанаһы 1983 йылда була. Яңыса яңартыу 2010 йылда башҡарыла. Был батырҙарыбыҙ беҙҙең ҡулға оло мираҫ итеп тыныслыҡты ҡалдырырға тырышҡандар. Беҙ уларҙың батырлығын иҫтә тоторға, булған һәйкәлебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ.
Бишенсе мөғжизәм итеп Кушнаренко ауылының самолетын иҫбатлар инем. Һауаға осорға әҙерләнгән ҡарсығалай ҡанаттарын елпеп ауылымдың иң бейек ерендә самолетыбыҙ тора. Уның тирә-яғын бейек, көслө ҡарағайҙар уратып алған.
1984 йылда Кушнаренко районының депутаты булып Иван Степан улы Силаев һайлана. Самолетты ошо йылда ул беҙҙең ауылыбыҙға бүләк итә. Был самолет эсендә “Халыҡтар дуҫлығы” музейы ойошторола. Уны Мансуров Роберт Николай улы етәкселек итә. Ул бик күп йылдар эшләп килгән: унда уҡыусылар, ауылыбыҙға килгән ҡунаҡтар музейҙы күреп һоҡланғандар, Кушнаренко ауылының тарихын өйрәнгәндәр.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында был юҡҡа сыға. Уның урынына яңы самолет ҡайтарыла.
Ул ауылыма килгән ҡунаҡтарҙы йәштәрҙе үҙенә йәлеп итеп тора.
2014 йылда был самолеттың беҙҙең ауылыбыҙға йәм биреп балҡып тороуына 30 йыл тула.
Алтынсы мөғжизәм итеп Кушнаренко районының "Күләш" ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге ҡараныҡ. 2001 йылдың 18 сентябрендән барлыҡҡа килә. Был “Күләш" ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге Кушнаренко районының Әхмәт ауылында урынлашҡан .
"Күләш"тә төрлө сәбәптәрҙән инәһенән айырылған бәләкәй йәнлектәргә лә, имгәнгән хайуандарға ла ярҙам итә торған ҡурсаулыҡ. Бында республиканың. төрлө тарафтарынан ярҙамға мохтаж булған йәнлектәр һәм хайуандар килтерелә. Йәнлектәрҙе бөгөнгө көндә ҡараусылар Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр.
Стационарҙың исеме "Күләш" ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге” тип күптән түгел генә рәсмиләштерелһә лә, бәләгә тарыған хайуандарҙы дауалау менән бында тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнәләр.
Етенсе мөғжизәм тыуған мәктәбем. Ул 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп булып асыла.
Минең мәктәбемдән бик күп алдынғы, билдәле шәхестәр сыҡҡан.Улар республикабыҙҙа ғына түгел, ә төрлө сит илдәрҙә үҙҙәренең уңыштары менән мәктәпкә дан килтереп торалар. Улар араһында Нәжибә Әминева,Әсхәр Кәшфуллин, Лира Солтанова кеүек данлыҡлы яҙыусылар ҙа бар.
Баишев Рәйес Суфиян улы бөгөнгө көндә Мәскәү ҡалаһында данлыҡлы архитектор.
Сабиров Мөхәммәт Ғәлләм улы Татарстан республикаһында
1991-1995 йылдарҙа премьер министр вазифаһын үтәгән.
Быуаттар үтеү менән дә уларҙы өйрәнергә беҙҙән һуң килгән быуынға хеҙмәттәрен тапшырырға бурыслыбыҙ.
Йомғаҡлау.

Ҡайһы яҡтарҙан һин?-тигән һорау тыуа. Минең Ватаным –Башҡортостан. Тыуып-үҫкән ерем Кушнаренко ауылы- тип яуап ҡайтарыр инем.

Ауылымдың иҫтәлекле ерҙәре бик күп, ә ҡайбер тарих менән бәйле урындарын минең ауылымда ғына осрағандарын һаҡлап ҡала торғандарын, уларҙың данын ете тип генә түгел, бөтә донъяға таратырлыҡ урындарын мин ауылымдың ете мөғжизәһе итеп ҡарар инем.

Ете быуыныңды белгән кеүек үҙ ауылыңдың тарихын белеү, өйрәнеү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Кушнаренко ауылының иҫтәлекле ерҙәрен өйрәнеүемдең төп бурысы булып нисәдер тиҫтәләр буйына йәшәп килгән тарих битендәге ваҡиғалар менән бәйле булған урындар тора.
Ошо батырҙарыбыҙ иҫтәлекле урындарыбыҙ, кешеләре менән ғорурланабыҙ һәм ғорурланасаҡбыҙ тип өмөт итәм. Киләсәктә ауылымдың иҫтәлекле урындарынтағы ла ныҡлабыраҡ өйрәнәсәкмен тулыраҡ мәғлүмәттәр йыйасаҡмын.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. «Яңа көн” 22 март 2005 йыл
2. Адибеков Г.Б., Шахназарова Э.Н., Шириня К.К. Организационная структура Коминтерна 1919-1943/ http://www.fedy-diary.ru/html/012011/29012011-03a.html
3. Мәктәп музейындағы мәғлүмәттәр.
4. Л.Н Стреляева мәғлүмәттәр. Мәктәп музейы.
5. Интервью с Мансуровым Р.Н., директором Кушнаренковского районного историко- краеведческого музея.
6. Полосин В. «Работа Коминтерна в Башкортостане в годы Отечественной войны»/ http://www.vatandash.ru.
7. “Яңа көн” 3 май 2012 йыл .
8. “Яңа көн” 25 сентябрь 2008 йыл

Извержение вулкана

Заколдованная буква

Дерево в снегу

Отчего синичка развеселилась

Волшебные звуки ноктюрна