• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Тайсина Наҙгөл, "Минең ғаиләм - минең ҡәлғәм" тикшеренеү эше, 2015

Опубликовано БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ вкл 25.01.2017 - 11:08
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ
Автор: 
Тайсина Назгуль

“Ғаилә бәхете – ил бәхете”, тигән һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Әгәр балалар сәләмәт, ныҡ, әҙәпле, рухлы булып үҫә икән, тимәк киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалына тигән һүҙ. Шуға күрә лә, һәр бер кеше үҙенең ғаиләһен ҡорғанда, был эшкә яуаплы һәм ентекле ҡарарға тейеш.

Актуаллеге булып бөгөнгө ғаилә институтын нығытыу тора.

Тикшеренеү предметы һәм объекты:  ғаилә.

Маҡсат: ғаилә тураһында мәғлүмәт йыйыу һәм уны өйрәнеү.

Бурыстар:

1)    “ғаилә” һүҙ концептын билдәләү;

2)    “ғаилә” һүҙенең мәғәнәһе өйрәнеү;

3)    ғаилә усағын һүндермәй һаҡлап  ҡалыу ҡанундарын асыҡлау;

4)    ғаилә кроссвордын төҙөү;

5)    ғаиләм эмблемаһын төшөрөү;

6)    шәжәрә ағасын эшләү.

Методтар:

1)    әҙәбиәтте өйрәнеү;

2)    интернет-ресурстарға мөрәжәғәт итеү;

3)    күҙәтеү;

4)    ғилми – эҙләнеү.

5)    тикшеренеү.

Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө - инеш, төп өлөш,йомғаҡлау,ҡулланылған

әҙәбиәт исемлегенән тора.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:

1). Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк.

2). Ғаилә ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар, борсолалар.

3). Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә.

“Һәр бер ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә” – ти, Аристотель. Эйе, йәмғиәт нигеҙе, ғаиләләр ныҡ булһа, илебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә ныҡ көслө булыр.

Скачать:

ВложениеРазмер
PDF icon issledovatelskaya_rabota_taysina_nazgul_6a_d._shamonino.pdf1.66 МБ
PDF icon taysina_nazgul_d._shamonino.pdf2.18 МБ
Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Поделиться:

Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"

Петушок из русских сказок

Сочини стихи, Машина

"Разделите так, как делили работу..."

Простые летающие модели из бумаги