Районда һуңғы 3 йыл эсендәге демографик хәл. Тыуым, үлем, айырылышыуҙар һанын сағыштырыу.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 21.85 КБ |
Маҡсат: Бөрйән районының демографик статистикаһын өйрәнеү.
Теманың актуаллеге: халыҡ һанының кәмеү проблемаһы. Был хөкүмәт ултырыштарында ла йыш һөйләнелә һәм бөгөнгө көндә иң ҙур мәсьәлә булып тора.
Бурыстар: тыуым һәм үлем осраҡтарының, айырылышыуҙар, законлы никахҡа инеүселәрҙең динамикаһын асып, мәғлүмәттәрҙе туплап, һығымта яһау.
ҡушымта 1
Тыуым | Үлем | Никахтар | Айырылыушыуҙар | |
2011 йыл | 356 | 198 | 183 | 63 |
2012 йыл | 340 | 178 | 209 | 81 |
Үҫеш+ Кәмеү- | -16 | -20 | +20 | +18 |
ҡушымта 2
Тыуым | Үлем | Никахтар | Айырылышыуҙар | |
2013 | 282 | 150 | 169 | 40 |
2014 | 341 +57 | 126 | 145 | 60 +20 |
ҡушымта 3
2015 йыл 1- се квартал | Тыуым | Үлем | Никахтар | Айырылышыуҙар |
84 | 32 | 17 | 9 |
Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәтенең
район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
Иҫке Монасип урта мәктәбе
Бәләкәй фәндәр академияһының район конкурсына фәнни-тикшереү эше
Тема:
Районда демографик хәл
Башҡарҙы : Баймырҙина Фирүзә,
10 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы,
тарих уҡытыусыһы
2015 йыл
Йөкмәткеһе.
1. Инеш һүҙ.
2. Һуңғы биш йыл эсендә районда демографик хәл.
3. Демографик хәлде яҡшыртыусы саралар.
4. Йомғаҡлау.
5. Ҡулланылған әҙәбиәт.
6. Ҡушымталар.
Инеш һүҙ
Рәсәй күләмендәге иң ҙур проблемаларҙан һаналған-1992 йылдан алып халыҡ һаны кәмей бара, йылдан-йыл был һан арта.Бының сәбәптәре төрлөсә, демография бурысы булып дөрөҫлөктө табырға һәм проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләү.
Рәсәй кеүек ил өсөн 140 миллион кеше ул әҙ һан.Башҡортостанда бер квадрат километр майҙанға ни бары 28 кеше тура килә, был да бик әҙ. Демографик күрһәткестәр-статистика һандары ғына түгел, ә дәүләт сәйәсәтенең һәм илдәге йәшәү сифатының мәһим индикаторы ла,- тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика һаулыҡ һаҡлау буйынса төбәк Советының ултырышында. Демографик хәлгә йоғонто яһаған төп факторҙар араһынан Рөстәм Хәмитов тыуымды, үлем кимәлен һәм миграцияны атаны.
2008 йылдан башлап Башҡортостанда тыуым 7,5 процентҡа артҡан.Үлем кимәле 4,5 процентҡа кәмегән.Әммә бөгөн хәл ыңғай булыуы ҡарамаҫтан, республикала тыуымдың кәмеүе көтөлә.Бының төп сәбәптәренең береһе торлаҡ һәм лайыҡлы эш хаҡы түләнгән эш булмауында.
Үҙебеҙҙең Бөрйән районында ла һандар ҡыуандырырлыҡ түгел.Тәү ҡарашҡа ябай ғына һандар күренһә лә,улар артында район халҡының көнкүреше, шатлыҡ-ҡайғылары.Ошо һандарҙы беҙ ҡарап, һығымта яһап ҡуяйыҡ.
Һуңғы биш йыл эсендә райондың демографик хәле
Районда һуңғы биш йыл эсендә демографик хәл ҡыуандырырлыҡ һандарҙы биләмәй.2011 йылдан алып ҡараһаҡ тыуым-356, үлем осраҡтары-198, никахҡа инеүселәр-183, айырылышыуҙар-63.
2012 йылда гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә теркәлгән яңы тыуған балаларҙың һаны-340, шуларҙың 178-е сир бала,162-һе ҡыҙ бала.Тулы ғаиләләрҙә тыуған балалар һаны 82 процент,яңғыҙ әсәләрҙән тыуған балалар һаны-28.
Ғаиләлә 1-се бала булып -103, 2-се бала булып -123, 3-сө бала булып -69, 4-се һәм унан да күберәк -45. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда,тыуым 16 кешегә кәмегән.
2012 йылда үлем осрағы 178 булған,былтырғы йыл менән сағыштырганда 20 кешегә кәмегән.Шуларҙан ир-ат-103, ҡатын-ҡыҙ-75. Хеҙмәткә яраҡлы йәштә мәрхум булған ир-егеттәр һаны-60, ҡатын-ҡыҙҙар-27.Теркәлгән үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы-16.Уларҙың уртаса йәше 40 йәш. Ир-егеттәрҙең уртаса йәшәү арауығы-51, ҡатын-ҡыҙҙарҙың-73. Юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар-8. Бәхетһеҙлектәргә осрап үлеү осраҡтары-3.
Теркәлгән никахтар һаны-208, 14 процентҡа артҡан.Теркәлгән никахтарҙың 30 процентында ҡыҙҙар икенсе район егеттәренә тормошҡа сыҡҡан.Ҡатнаш никахтар һаны-8,8 процент.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы айырылышыуҙар һаны ла арта.Улар-81 булһа,былтырғы йылға ҡарағанда 18-гә күберәк.Айырылышыуҙар күбеһе йәш ғаиләләр араһында 1 йылдан 5 йылға тиклем йәшәмәйенсә ғаиләләр күп.
Ныҡлы ғаиләләр ҡороп, үҙҙәренең 50,60 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән ғаиләләр һаны 2012 йылда-9 була.(ҡушымта 1 ҡарарға)
2013-сө йылда тыуым-282, үлем осраҡтары-150, никахҡа инеүселәр -169, айырылышыуҙар-40 һандары аҫтында.Был ябай ғына һандар араһында күпме кеше, күпме бала яҙмышы.
2014 йылда 341 бала доньяға килһә,шуныһы ир балалар күберәк тыуған:175-е ир бала,166-һы ҡыҙ бала.276 бала тулы ғаиләләрҙә доньяға килгән, 33 бала яңғыҙаҡ әсәләрҙән тыуған.Әйткәндәй, яңғыҙаҡ әсәйҙәр һаны 2013 йыл менән сағыштырғында 7-гә артҡан.
Үлем осрағы 126, 2013 йыл менән сағыштырғанда 24-кә кәмерәк. Улар араһында хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр күберәк. Сәбәптәрен лаборатор тикшереүҙәр асыҡлай. 52 процент төрлө ауырыуҙар сәбәпсе булған.
Никах, айырылышыуҙар тәңгәлендә хәлдәр нисек һуң? Районда 145 никах теркәлгән ,2013 йыл менән сағыштырғанда 24-кә кәмерәк.Ҡатнаш никахтар һаны -9. Шуныһы ҡыуаныслы,теркәлгән никахтар 109-ы үҙебеҙҙең район йәштәре иҫәбенә тура килә.45 һылыу сит район- ҡала, өлкә егеттәрен һайлаған,13 егет райондан ситтән кәләш алған.1 пар ситтән килеп районда ғаилә ҡорған.
Шуныһы үкенесле,айырылышыуҙар һаны 2013 йыл менән сағыштырғанда 20-гә артҡан.Шулар араһында ғаилә стажы 5 йылға тулмайынса тарҡалған ғаиләләр күп.Ғаилә ҡороуҙың әһәмиәтен, ниндәй бурыстар йөкмәтеүен аңлап етмәйенсә өйләнеү ҙә айырылышыуҙарға сәбәп булып ҡуя.(ҡушымта 2 ҡарарға)
2015 йылдың 1-се кварталы буйынса иҫәпләүҙәр демографик хәлде бер аҙ яҡшы яҡҡа күрһәтә,тик йыл аҙағына беҙ тулы күрһәткесте сағыштырып ҡарай алабыҙ.(ҡушымта 3 ҡарарға)
Демографик хәлде яҡшыртыусы саралар
Хөкүмәт тарафынан демографик хәлде яҡшыртыу өсөн төрлө саралар, милли проекттар,закондар ҡабул ителенә.Мәҫәлән:торлаҡ шарттарын яҡшыртыусы закондар,балалар пособиеларының артыуы, социаль ярҙамдар,әсәлек капиталының арта барыуы һәм башҡалар.
- Ғаиләләрҙә икенсе,өсөнсө бала тыуһын өсөн,республикала балалар баҡсалары төҙөлә, уңайлы социаль мөхит булдырыла,-тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.
- Әммә беҙҙең тырышлыҡтарға тиң яуап юҡ әле. Ғаиләләрҙең социаль яҡлаулы булыуын арттырыу йәһәтенән дә әүҙем эшләйбеҙ. Бөгөн Башҡортостанда 170 меңдән ашыу ғаилә 20 төр ярҙам ала. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүленде,-тип яуапланы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында.
Йомғаҡлау
Демографик хәлде үҙгәртеү буйынса мәсьәләләр бик күп. Әлбиттә , быға төп сәбәпсе булып,эскелек, наркомания,тәмәкеселек, эшһеҙлек булып тора.Быларҙан тыш, һыуҙа һәм юл фажиғәләрендә,производстволарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы был күрһәткестәргә кире йоғонто яһай.
Төрлө сәбәптәр айҡанлы Башҡортостанда урындағы халыҡтың ситкә китеүе лә күҙәтелә,мәҫәлән беренсе сиратта эшһеҙлек булған урындарҙа.Үрҙә телгә алынған мәсьәләрҙең барыһы ла беҙҙең районға ла ҡағылмайынса үтмәй. Бигерәк тә эшһеҙлек, эскелек бөтә яҡлап та төп сәбәпсе булып тора.
Был күрһәткестәр урындағы ЗАГС бүлектәрендә, ауыл, район хакимиәттәрендә һаҡлана.
Уның архивы - үҙе бер тормош романы.Был романдың күңелле лә,фажиғәле лә бүлектәре бар. Киләсәктә лә ул тик күңелле биттәр менән ҡалынайыу өҫтөнә булһын һәм районда, тотош республикала демографик хәл яҡшырһын тип теләргә ҡала.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Бөрйән районының сайты.
2.Бөрйән районының ЗАГС бүлегенең архивы.
3. «Таң» газетаһы, 2012 йыл.
4. «Таң» газетаһы, 2015 йыл.
5. Башинформ сайты.

Плавает ли канцелярская скрепка?

Какая бывает зима

Рисуем "Ночь в лесу"

Интересные факты о мультфильме "Моана"

Пчёлы и муха