• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Ғилми- тикшеренеү эштәре

Опубликовано Ғәзизова Лилиә Ғайфулла ҡыҙы вкл 20.11.2018 - 13:28
Ғәзизова Лилиә Ғайфулла ҡыҙы
Автор: 
Ишмийәрова Нилә, Ғәзизова Әдилә

Ишмийәрова Нилә, Ғәзизова Әдилә 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ҠЫШЛАУСЫ ҠОШТАР2.9 МБ
Файл ezlneu_eshe._ishmiyrova_nil.docx31.17 КБ
Файл gilmi-_tikshereneu_eshe.docx1.17 МБ
Файл gabitov_gabidulla_sadikovich.pptx2 МБ
Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром презентаций создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡоштарҙы нисек һаҡларға?

Слайд 2

Ҡоштар – тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй

Слайд 4

Теманың актуаллеге : ҡоштар беҙҙе йыл әйләнәһенә уратып ала. Улар йәшеллекте һәм уңышты ғына һаҡлап ҡалмай, тәбиғәтебеҙҙе моңло тауыштары менән биҙәп халыҡҡа файҙа һәм шатлыҡ килтерә. Беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙға сатлама ҡышҡы һыуыҡтарҙа нисек икән?

Слайд 5

Гипотеза: ҡоштарҙың һыуыҡҡа ҡарағанда астан йышыраҡ яфалауҙары ихтимал .

Слайд 6

Тикшеренеү эшенең маҡсаты ҡарабаш турғайҙың һәм башҡа ҡоштарҙың ҡышҡы ваҡыт эсендә туҡланыу үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

Слайд 7

Тикшеренеү эшенең объекты : беҙҙең яҡтағы ҡышлаусы ҡоштар .

Слайд 8

Тикшеренеү эшенең предметы: ҡышлаусы ҡоштарҙың туҡланыу үҙенсәлектәре.

Слайд 9

Бурыстары : Әҙәбиәт ҡулланып ҡоштарҙың төрҙәрен өйрәнеү; Тағараҡ эшләп туҡландырып тороу; Аҙыҡтың серҙәрен өйрәнеү; Ҡоштар артынан күҙәтеү алып барыу.

Слайд 10

Йәй ҡоштар күп. Ни өсөн тигәндә, аҙыҡтың иң күп сағы.

Слайд 11

Бына алтын көҙ етә. Аҙыҡ ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн кәмегәндән кәмей бара. Тәүҙә бөжәктәр юғала башлай, һуңынан үләндәр шиңә,ә аҙағынан орлоҡтар һәм емештәр кәмей.

Слайд 12

Ҡоштар тупланышып, иң тәүгеләрҙән булып бөжәктәр, аҙаҡтан емештәр, үҫемлектәрҙең орлоғо менән туҡланғандар, йылы яҡҡа юл тота башлайҙар. Иң һуңғыларҙан булып ҡыр өйрәктәре һәм аҡҡоштар осалар.

Слайд 13

Ҡоштарҙың бер өлөшө йылы яҡтарға осмайҙар- былар, ҡышлаусы ҡоштар тип атала.

Слайд 14

Ҡарабаш турғай. Ҡарабаш турғай менән үрмәлсек турғай ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә аҙыҡ әҙерләй икән. Улар емештәрҙе, үҫемлек орлоҡтарын ағастарҙың ярығына йәшерәләр икән

Слайд 15

Көҙөн ҡоштар йышыраҡ кешеләр йәшәгән урынға күсеп баралар, сөнки унда уларға туҡланыу еңелерәк

Слайд 16

Күсер ҡоштар ҡарлуғас, кәкүк торна сыйырсыҡ аҡҡош һандуғас аҡсарлаҡ һабан турғайы сыйырсыҡ һарығош(иволга), тәгәрлек(чибис)һ.б.

Слайд 17

Ҡышлаусы ҡоштар һайыҫҡан

Слайд 18

Ҡарабаш турғай -

Слайд 20

Ҡыҙылтүш К

Слайд 21

В

Слайд 22

Тумыртҡа ?

Слайд 23

.

Слайд 27

Шыршы турғайы Шыршы турғайы ҡышын оя ҡороп ҡына ҡалмай, ҡошсоҡтарын баҫып сығарып уларҙы үҫтереүгә лә өлгәшә

Слайд 28

. Шыршы турғайҙары ҡышҡылыҡҡа өлгөргән ҡарағайҙың, шыршының орлоғон суҡыштары менән суҡып алып туҡланалар. Был осор улар өсөн урмандағы ылыҫлы ағастар ашханаға әйләнә

Слайд 29

Әйткәндәй... етмешенсе йылдарҙа Ҡытайҙа турғайҙар күбәйеү сәбәпле ҡоштарҙы ҡыуалап торорға тигән фарман бирелә. Турғайҙар ун биш минуттан артыҡ һауала оса алмай арып үләләр. Бына бер саҡ Ҡытай яландарында саранча, бөжәктәр менән тула,ә улар менән көрәшергә ҡоштар ҡалмаған була. Бына был илдә инде бер нисә йыл дауамында аслыҡ хөкөм һөрә башлай. Ҡытай халҡына аптырағандан Рәсәйҙән яғынан турғайҙарҙы индерергә тура килә.

Слайд 30

Ҡоштарға ярҙам итер өсөн ниндәй ҡоштарҙың төрҙәре һәм нимә менән туҡлана икәнен белергә кәрәк.

Слайд 31

Мөһим ҡағиҙәләр: тоҙло аҙыҡ һәм арыш икмәге ашатырға ярамай, сөнки был уларҙың ғүмеренә үлемес янай; емдең барлығын көн һайын күҙәтеп торорға кәрәк; тағараҡ ҡоштар өсөн уңайлы булһын; тағараҡтар бәләкәй һәм етеҙ ҡоштар өсөн тәғәйенләнә, ә һайыҫҡан, күгәрсендәр өсөн түгел ; тағараҡты һәр ваҡыт таҙартып торорға кәрәк

Слайд 32

Ҡанатлы дуҫтарҙы нимә менән һыйларға? Ҡыҙҙырылмаған көнбағыш, ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, етен орлоҡтары Тубырсыҡ, сәтләүектәр Тары, һоло, арпа, бойҙай, геркулес ярмалары Кипкән бойҙай икмәге васыҡтары Алмалар, емештәр.

Слайд 33

Ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп элдек.

Слайд 37

Тағараҡҡа көн һайын ем һалып торҙоҡ.

Слайд 38

Ниндәй ҡоштарҙың осоп килеүен күҙәттек.

Слайд 40

Күҙәтеүҙәр. Ҡарабаш турғай. Турғайҙар. 1 Ҡыш һәм йәй ҡайҙа күрергә мөмкин? Ҡыш көнө кешеләр йәшәгән өй эргәләрендә. Йәй көнө һирәк күренәләр. Йыл буйына кешеләр йәшәгән өй эргәләрендә. 2 Ҡайҙа осратырға? Ҡаланың төрлө ерҙәрендә. Ҡаланың төрлө ерҙәрендә. 3 Ауылда? Айырым 1-2 ләп, йәки ҙур булмаған өйкөм менән. Ҙур өйкөмдәр менән. 4 Йышыраҡ ҡайҙа осрайҙар? Ағастарҙа, 1-2 ҡош. Ағастарҙа, ерҙә, өйкөм менән. Көҙҙән ҡойолмай ҡалған емешле ағастарҙа. Мусор, түгелгән контейнер эргәләрендә.

Слайд 41

1 көн- Һирәк осоп килделәр, 2 көн- Беренсе көнгә ҡарағанға күберәк, 3 көн- Икенсе көн килгән кеүек, шулай уҡ тыныс. 4 көн- Күберәк осоп килделәр. 5 көн-Күберәк осоп килделәр.

Слайд 42

IV .Йомғаҡлау. Минең күҙәтеүҙәрем тәбиғәттә ҡоштар тормошо тураһында күберәк белергә ярҙам итте. Ҡоштар- тәбиғәттең мөһим өлөшө. Ҡарабаш турғайҙар, турғайҙар ҡыш көнө кешеләр эргәһенә киләләр. Ҡоштар туҡ булһалар, буранлы, ҡаты, һыуыҡ ҡыш улар өсөн ҡурҡыныс түгел. Шуның өсөн ҡоштарҙы тағараҡтар эшләп, ашатып торорға кәрәк. Беҙ ҡоштарҙы һаҡлап ҡалһаҡ, ҡоштар бер ағасты ғына түгел, урмандарҙы, баҡса- баҫыуҙарҙы, бер һүҙ менән әйткәндә бөтә тәбиғәтте һаҡлап ҡаласаҡтар. 2017 йыл- экология йылы тип иғлан ителде. Бөтәгеҙҙе лә тәбиғәт менән дуҫ булырға, уны һаҡларға, яҡларға саҡырам.

Слайд 43

!

Слайд 46

!

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ  МӘҒАРИФ  МИНИСТРЛЫҒЫ

УЧАЛЫ РАЙОНЫ  МУНИЦИПАЛЬ  РАЙОНЫНЫҢ БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ

 

Ғилми - тикшеренеү  эшенең  темаһы:

  Ҡоштарҙы нисек һаҡларға була?

                                                                                   Эште үтәне:

                                                                                 Ишмийәрова Нилә 

                                                                               

                                                                                Тикшерҙе:

                                                                                            башҡорт теле һәм

                                                                                                   әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                Ғәзизова Л.Ғ.

                     Учалы – 2017 йыл

Йөкмәткеһе

I. Инеш .......................................................................... .3

II. Төп өлөшө.................................................................. ...5

2.1  Күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштар менән танышыу  ..................5

2.2 Тыуған яғынан айырылмаған ҡоштар ҡышты нисек ҡаршылай? ........ 7

2.3 Ҡоштарҙы нисек ҡышын дөрөҫ туҡландырырға ? ............. ..8

III. Практик этап .............................................................10

IV.Йомғаҡлау..........................................................................15

V Әҙәбиәт исемлеге ..............................................................16

VI.Ҡушымта ........................................................................17

  1. Инеш.

Ҡоштар – тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй . Ҡоштар кешеләрҙең иң ышаныслы ярҙамсылары. Ҡоштарға ҡарап кешелә һауаға осоу хыялы барлыҡҡа килгән, йырҙар тыуған. Улар – баҡсаларҙың, ҡала парктарының иң матур биҙәгенә әйләнә. Яҙҙы һабан турғайының йырынан, йә юл буйындағы турғайҙарҙың сырылдауынан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай.

 Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине.

Мин үҙемә һорау биреп ҡуйҙым:“Беҙ ҡышлаусы ҡоштар тураһында тулыһынса беләбеҙме икән? Ә бәлки ҡоштар йылы яҡҡа һыуыҡ булған өсөн генә китмәйҙер?” Уларҙың тән температураһын иҫәпкә алғанда һыуыҡ ҡышты үткәрә алалар бит. Был әлбиттә аҙыҡтың ҡоштарға етерлек күләмдә булмауына бәйле.

Теманың актуаллеге: ҡоштар беҙҙе йыл әйләнәһенә уратып ала. Улар йәшеллекте һәм уңышты ғына һаҡлап ҡалмай, тәбиғәтебеҙҙе моңло тауыштары менән биҙәп халыҡҡа файҙа һәм шатлыҡ килтерә. Беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙға сатлама ҡышҡы һыуыҡтарҙа нисек икән? Ҡар аҫтынан аҙыҡ табыуы әлбиттә ҡыйын. Бәлки беҙгә ҡоштарҙың астан үлеүе тураһында уйланырға ваҡыттыр. Бәләкәй күршеләребеҙгә аҙ ғына булһа ла иғтибар, хәстәрлек кәрәктер. Минең уйлауымса уларҙың бөтәһелә ярҙамға мохтаждар.

Гипотеза: ҡоштарҙың һыуыҡҡа ҡарағанда астан йышыраҡ яфалауҙары ихтимал.

Мине, ҡышын ҡоштар тормошоноң үҙенсәлеге ҡыҙыҡһындырҙы  һәм мин был хаҡта күберәк  белергә теләнем. Тикшеренеү эшенең маҡсаты булып  ҡарабаш турғайҙың  һәм башҡа ҡоштарҙың   ҡышҡы ваҡыт эсендә туҡланыу үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

 Тикшеренеү эшенең объекты:беҙҙең яҡтағы ҡышлаусы ҡоштар.

Тикшеренеү эшенең предметы:  ҡышлаусы ҡоштарҙың туҡланыу үҙенсәлектәре.

Бурыстары:

  •  Әҙәбиәт ҡулланып ҡоштарҙың төрҙәрен өйрәнеү;
  • Тағараҡ эшләп туҡландырып тороу;
  • Аҙыҡтың серҙәрен өйрәнеү;
  • Ҡоштар артынан күҙәтеү алып барыу.

II. Төп өлөш

2.1 Күсмә һәм ҡышлаусы  ҡоштар менән танышыу.

   Йәй ҡоштар күп. Ни өсөн тигәндә, аҙыҡтың иң күп сағы.

   Бына алтын көҙ етә. Аҙыҡ ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн кәмегәндән кәмей бара. Тәүҙә бөжәктәр юғала башлай, һуңынан үләндәр шиңә,ә аҙағынан орлоҡтар һәм емештәр кәмей. Ҡоштар тупланышып, иң тәүгеләрҙән булып бөжәктәр, аҙаҡтан емештәр, үҫемлектәрҙең орлоғо менән туҡланғандар,  йылы яҡҡа юл тота башлайҙар. Иң һуңғыларҙан булып ҡыр өйрәктәре һәм аҡҡоштар осалар. Улар һыу ятҡылыҡтары туңғансы тыуған яҡтарында йәшәйҙәр. Былар бөтәһе лә күсмә ҡоштар.

   Ҡоштарҙың бер өлөшө йылы яҡтарға осмайҙар- былар, ҡышлаусы ҡоштар тип атала. Ҡарабаш турғай менән үрмәлсек турғай ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә аҙыҡ әҙерләй икән. Улар емештәрҙе, үҫемлек орлоҡтарын ағастарҙың ярығына йәшерәләр икән. Көҙөн ҡоштар йышыраҡ кешеләр йәшәгән урынға күсеп баралар, сөнки унда уларға туҡланыу еңелерәк. .[3,c 54]

   Күсер ҡоштар- ҡарлуғас, кәкүк, торна, сыйырсыҡ, аҡҡош, һандуғас, аҡсарлаҡ, һабан турғайы, сыйырсыҡ, һарығош(иволга), тәгәрлек(чибис)һ.б.

   Ҡор, һуйыр, сел, ағуна, тумыртҡа, шыршы турғайы, һайыҫҡан кеүек ҡоштар йылы яҡҡа китмәй, беҙҙә ҡышларға ҡалалар. Улар өсөн ҡыш ҡурҡыныс булмаһа ла, беҙ ҙә хәстәрлек күрһәтһәк, байтаҡ ҡоштарҙы һаҡлаясаҡбыҙ.

  Ҡышҡы урманда тумыртҡа туҡылдауын,суҡ турғайы, үрмәлсек турғайҙарының сырылдашҡанын  ишетергә була. Ҡышын шулай уҡ урманда һуйыр, ҡор, селде осратырға була. Һуйыр ҡарайғаҙың ылыҫын, ҡор, сел ерек ағасының алҡаларын, артыштың емешен, орлоғон ашайҙар.

  Шыршы турғайы ҡышын оя ҡороп ҡына ҡалмай, ҡошсоҡтарын баҫып сығарып уларҙы үҫтереүгә лә өлгәшә. Шыршы турғайҙары ҡышҡылыҡҡа өлгөргән ҡарағайҙың, шыршының орлоғон суҡыштары менән суҡып алып туҡланалар. Был осор улар өсөн урмандағы ылыҫлы ағастар ашханаға әйләнә. [5, с.24]

  Әйткәндәй... етмешенсе йылдарҙа Ҡытайҙа турғайҙар күбәйеү сәбәпле ҡоштарҙы ҡыуалап торорға тигән фарман бирелә. Турғайҙар ун биш минуттан артыҡ һауала оса алмай арып үләләр. Бына бер саҡ Ҡытай яландарында саранча, бөжәктәр менән тула,ә улар менән көрәшергә ҡоштар ҡалмаған була. Бына был илдә инде бер нисә йыл дауамында аслыҡ хөкөм һөрә башлай. Ҡытай халҡына аптырағандан Рәсәйҙән яғынан турғайҙарҙы индерергә тура килә.

2.2 Тыуған яғынан айырылмаған ҡоштар ҡышты нисек ҡаршылай? ..

      Ҡоштарға ярҙам итер өсөн ниндәй ҡоштарҙың төрҙәре һәм нимә менән туҡлана икәнен белергә кәрәк. Ҡыш ултырма ҡоштар өсөн ысын “һынауға әйләнә”. Үҙҙәренең тән температураһында, һалҡынға  улар ныҡ бирешмәйҙәр аслыҡҡа ҡарағанда. Тамаҡтары туймай көндән-көн кәмергә мөмкиндәр бәләкәй дуҫтарыбыҙ. Ҡыҫҡа ғына көн эсендә үҙҙәренә етәрлек аҙыҡ тапмаҫҡа мөмкиндәр.

    Аҙыҡ булғанда ҡаты ҡышҡы һыуыҡтарҙы ла еңел үткәрәләр.

       Күп кенә ҡанатлыларҙың тән температураһы Цельсия буйынса 42, ә бәләкәйерәктәрҙең  45 градус булып тора[1,с.76]. шундай һымытаға киленә: ҡош бәләкәй булған һайын йылылыҡ балансы көсөргәнешлерәк һәм тән температураһы бейегерәк. Беҙҙең яныбыҙҙа күгәрсендәр, турғайҙар, тумыртҡалар йәшәйҙәр. Турғайҙар ныҡ хәрәкәтсән ҡоштар. Улар һыуыҡтарҙан ҡурмайҙар.шулай ҙа был ҡоштарға урамда , тағараҡтарға күберәк ем һалыр кәрәк. Бына ни өсөн тағараҡтар кәрәк!

2.3. ҡоштарҙы нисек дөрөҫ туҡландырырға.

Мөһим ҡағиҙәләр:

  • тоҙло аҙыҡ һәм арыш икмәге ашатырға ярамай, сөнки был уларҙың ғүмеренә үлемес янай;
  • емдең барлығын көн һайын күҙәтеп торорға кәрәк;
  • тағараҡ ҡоштар өсөн уңайлы булһын;
  • тағараҡтар бәләкәй һәм етеҙ ҡоштар өсөн тәғәйенләнә, ә һайыҫҡан, күгәрсендәр өсөн түгел;
  • тағараҡты һәр ваҡыт таҙартып торорға кәрәк.

Ҡанатлы дуҫтарҙы нимә менән һыйларға?

  • Ҡыҙҙырылмаған көнбағыш, ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, етен орлоҡтары
  • Тубырсыҡ, сәтләүектәр
  • Тары, һоло, арпа, бойҙай, геркулес ярмалары
  • Кипкән бойҙай икмәге васыҡтары
  • Балан, мышар емештәре
  • Тоҙланмаған ит, май, сало киҫәктәре
  • Алмалар, емештәр.

Ҡоштарҙы  ҡыш көнө ашатыр өсөн уларға аҙыҡты йәй, көҙ айҙарында әҙерләй башлау уңайлы.

  1. Практик этап.

Бурыстар.

  1. Ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп элеү.
  2. Тағараҡҡа көн һайын ем һалыу.
  3. Ниндәй ҡоштарҙың осоп килеүен күҙәтеү.
  4. Ниндәй аҙыҡты яратып ашауҙарын күҙәтеү.
  5. Ашаған ваҡытта холоҡтарын күҙәтеү.
  • Беҙ тағараҡты фанеранан, башын ябып, ҡар төшмәһен өсөн, өй формаһында эшләнек. Тәҙрә алдында үҫеп ултырған ағасҡа ныҡ итеп беркетеп ҡуйҙыҡ.
  • Һәр көн иртәнсаҡ тағараҡҡа ем,  икмәк валсыҡтары һалам. Көн буйына ашап бөтәләр, кис тағараҡта ем ҡалмай. Ағас ботағына эленгән сало киҫәге 1-2 көнгә етә.

     Бер аҙна ашатҡандан һуң, тағараҡҡа ем һалмаһаң, ҡоштар үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күҙәттем. Иртәнсаҡ улар тағараҡҡа осоп киләләр, ем булмағас, кире осоп китәләр. Ул көндө ағаста ла бер ҡош та булмай. Икенсе көндө ашарға һалғас, ҡоштар яйлап ҡына осоп килә башланылар.

    Һығымта яһаным: тимәк, ҡоштар ашаған урындарын хәтерҙә ҡалдырып, шул урынға яңынан ашарға осоп киләләр икән.

  • Тағараҡҡа йышыраҡ ниндәй ҡоштар осоп килә?

Мин тағараҡҡа күберәк ике төрлө ҡоштар: турғайҙар, ҡарабаш турғайҙар осоп килде.

  • Ниндәй аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәләр һуң?

Иң ҡыҙыҡһындырған һорау минең шул булды.

Был турғайҙар кәүҙәгә ҙур түгелдәр, ләкин уларҙың суҡыштары осло һәм ныҡ. Шуның өсөн мин уларға көнбағыш, тары, ҡарабойҙай ярмалары һалдым. Биш көн дауамында мин ниндәй төр ҡоштар килеүен, күпме булыуҙарын, ниндәй төр аҙыҡты яратып ашауҙарын күҙәттем.  Күҙәтеүҙән шундай һығымта яһаным: иң яратып ашаған аҙыҡтары көнбағыш орлоғо булды, ә ҡарбойҙай орлоғо шул көйөнсә тағараҡта ятып ҡалды. Минең күҙәтеүем буйынса тағараҡҡа беренсе бер- ике генә ҡарабаш турғай килде, ә бишенсе көндө көтөүе менән килделәр. Бер тапҡыр иҫәпләп ҡараған инем, 15- 20 ине. Ә турғайҙар тағараҡҡа бик һаҡ ҡына киләләр. Улар ҡарабаш турғайҙарға ҡарағанда әҙерәк осоп килделәр. Осоп килгәс тирә- яҡҡа ҡарап ултыралар. Шунан яйлап ҡына һыйлана башлайҙар.

   Ә ҡарабаш турғайҙар етеҙерәктәр. Ҡарабаш турғай осоп килә лә, емде суҡышына эләктереп алып, икенсе ағас ботағына ҡуна. Шунан тағы осоп килә. Минең күҙәтеүем буйынса ул бер сәғәт эсендә биш тапҡыр осоп килде. Тимәк бер көнбағыш орлоғон таҙартып ашау өсөн уға 8-10 минут ваҡыт етә. Ә бер ҡыҫҡа ҡышҡа көндә ул ҡырҡ тапҡыр осоп килә тигән һүҙ, ҡырҡ көнбағыш орлоғон ашай.

     Аҙаҡтан мин аҙыҡтарын төрлөләндерергә булдым. Тағараҡҡа икмәк валсыҡтары һалдым, сало киҫәктәре элдем. Ҡарабаш турғайҙар сало киҫәктәре менән, турғайҙар икмәк валсыҡтары менән һыйландылар. Шунан үҙемә һығымта яһаным: ни өсөн ҡарабаш турғайҙарҙы ағаста, ә турғайҙарҙы юл буйҙарында, мусор мискәләре эргәһендә күрергә мөмкин.

  •  Күҙәтеүҙәрҙән шуны әйтә алам: турғайҙар һәр ваҡыт төркөм- төркөм йыйылалар, ә ҡарабаш турғайҙар 1-2 генә йыйылышып ултыралар. Әгәр ағаста турғайҙар ултырһа, унда ҡарабаш турғайҙы күрмәҫһең. Ем эҙләп ҡарабаш турғайҙар ергә бик һирәк төшәләр. Күҙәтеүҙәрҙән мин шундай таблица төҙөнөм:

Күҙәтеүҙәр.

Ҡарабаш турғай.

Турғайҙар.

1

Ҡыш һәм йәй  ҡайҙа күрергә мөмкин?

Ҡыш көнө кешеләр йәшәгән өй эргәләрендә.

Йәй көнө һирәк күренәләр.

Йыл буйына кешеләр йәшәгән өй эргәләрендә.

2

Ҡайҙа осратырға?

Ҡаланың төрлө ерҙәрендә.

Ҡаланың төрлө ерҙәрендә.

3

Ауылда?

Айырым 1-2 ләп, йәки ҙур булмаған өйкөм менән.

Ҙур өйкөмдәр менән.

4

Йышыраҡ ҡайҙа осрайҙар?

Ағастарҙа, 1-2 ҡош.

Ағастарҙа, ерҙә, өйкөм менән.

Көҙҙән ҡойолмай ҡалған емешле ағастарҙа.

Мусор, түгелгән контейнер эргәләрендә.

Ҡош төрҙәре.

Тағараҡҡа килеүсе ҡоштар һаны, холоҡтары, үҙҙәрен тотоуҙары.

Үҙ- ара мөнәсәбәттәре.

1 көн

2 көн

3 көн

4 көн

5 көн

Ҡарабаш турғайҙар

Һирәк осоп килделәр, һаҡ ҡына тоталар. Тағараҡҡа берешәр генә ултыралар.

Беренсе көнгә ҡарағанға күберәк, осоп килделәр, тәүге көнһә ҡарағанда үҙҙәрен тынысыраҡ тоталар. Берешәр, икешәр ултыралар тағараҡта.

Икенсе көн килгән кеүек, шулай уҡ тыныс.

Тағараҡҡа 1- шәр, 2- шәр, 3- шәрләп тә ултыралар

Күберәк осоп килде

ләр. Үҙҙәрен тыныс тоталар.

Күберәк осоп килде

ләр. Үҙҙәрен тыныс тоталар.

Ҙурыраҡ кәүҙәлелә

ре бәләкәйҙәрен ҡыуалай

ҙар. Турғайҙарға мөнәсәбәттәре тыныс.

Турғайҙар.

Осоп килмәне

ләр.

Осоп килмәне

ләр

Ҙур булмаған өйкөм осоп килде. Бик һаҡ ҡына үҙҙәрен тоталар. Тағараҡҡа 1- шәр, 2- шәр генә ултырҙылар.

Күберәк осоп килде

ләр. Үҙҙәрен тыныс тоталар, ләкин бик һаҡ ҡына тоталар.

Турғайҙар һаны күбәйҙе. Тағараҡта ла өйкөм- өйкөм ултырҙылар. Үҙҙәрен тыныс тоталар.

Үҙ- ара мөнәсәбәттәре тыныс, “сиратлап” ҡына һыйландылар.

IV.Йомғаҡлау.

  • Минең күҙәтеүҙәрем тәбиғәттә ҡоштар тормошо тураһында күберәк белергә ярҙам итте.
  • Ҡоштар- тәбиғәттең мөһим өлөшө. Ҡарабаш турғайҙар, турғайҙар ҡыш көнө кешеләр эргәһенә киләләр.
  • Ҡоштар туҡ булһалар, буранлы, ҡаты, һыуыҡ ҡыш улар өсөн ҡурҡыныс түгел. Шуның өсөн ҡоштарҙы тағараҡтар эшләп, ашатып торорға кәрәк.
  • Беҙ ҡоштарҙы һаҡлап ҡалһаҡ, ҡоштар бер ағасты ғына түгел, урмандарҙы, баҡса- баҫыуҙарҙы, бер һүҙ менән әйткәндә бөтә тәбиғәтте һаҡлап ҡаласаҡтар.
  • 2017 йыл- экология йылы тип иғлан ителде. Бөтәгеҙҙе лә тәбиғәт менән дуҫ булырға, уны һаҡларға, яҡларға саҡырам.


Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром презентаций создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com

Подписи к слайдам:

Слайд 2

Цель: Познакомить детей с событиями Великой Отечественной войны; воспитывать чувство гордости за свой народ, стремление быть похожими на тех солдат, которые отстояли нашу Родину. Задачи проекта: Формировать элементарные знания о людях военных профессий на основе ярких представлений, конкретных исторических фактов, доступных детям и вызывающих у них эмоциональные переживания, формировать толерантность, уважение к защитникам Родины, чувство гордости за свой народ.

Слайд 3

Мой прадедушка Габитов Габидулла Садикович , участник Великой Отечественной войны, родился в 1921 году в деревне Старобайрамгулово. До войны он работал ветеринарным врачом. В армию был призван 15 мая 1941 года в Беларусию город Картуз-Береза, 100 км от Брестской крепости, ему было тогда 20 лет. Через месяц началась война .

Слайд 5

Первые месяцы они отступали, было много жертв и потерь. Мой прадедушка был контужен и несколько раз ранен.

Слайд 6

Орден Красной Звезды он получил за спасение раненого командира переправив его через реку

Слайд 7

Участвовал в освобождении Ленинградской блокады

Слайд 8

Он служил в 524 стрелковом полку, вначале рядовым солдатом, а потом пулеметчиком. Ходил в разведку. Зимой им приходилось долго лежать под снегом в белых маскхалатах и ждать, чтобы взять в плен немецкого «языка».

Слайд 9

Орден Отечественной войны ׀׀ степени он получил за взятие важного немецкого «языка»,

Слайд 10

В нашем селе, наверное, нет человека, который бы не знал моего прадедушку. В памяти односельчан он остался храбрым солдатом, умным, добрым и отзывчивым человеком.

Поделиться:

Валентин Берестов. Аист и соловей

Земля на ладонях. Фантастический рассказ

Усатый нянь

Сказка на ночь про Снеговика

Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев