Фәнни-тикшеренеү эше.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 23.9 КБ |
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Бөрйән районы
Кейекбай ауылы башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы мәктәпкәсә
һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн муниципаль бюджет белем
биреү учреждениеһы
Проект эше
“Минең бесәйем”
Башҡарҙы:Туҡбаев Айнур Мөнир улы,
3-сө синыф уҡыусыһы.
Етәксеһе: Кульбердина З.Н.
2020 йыл
Йөкмәткеһе
1.Инеш.
2.Төп өлөш.
3. Практик өлөш.
3.Йомғаҡлау.
4.Ҡулланылған әҙәбиәт.
Проблеманың актуаллеге.
Бесәй - эт менән бер рәттән кешенең иң яратҡан йорт хайуаны.
Тикшеренеү объекты: бесәйҙәр.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
Тикшеренеү эшенең бурыстары:
Бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ошондай ысулдар ҡулланырға булдым:
Инеш.
Тикшеренеү эшенең темаһы юҡҡа ғына һайланманы. Беҙҙең өйҙә барыбыҙ ҙа бесәй яратабыҙ. Ул шул тиклем матур, йомшаҡ, иркә хайуан. Мин бесәйем менән уйнарға яратам. Ул да мине ярата, күрәһең. Гел мине мәктәптән ҡаршы ала, бергәләп өйгә инәбеҙ. Тикшеренеү эше эшләргә булғас, мин бесәйем тураһында эшләргә булдым. Интернеттан, әҙәби китаптарҙан, улар тураһында күберәк уҡый башланым. Интернет селтәренән бер-нисә видео ла ҡарап алдым.
Төп өлөш.
Бесәйҙәр тураһында мәғлүмәт.
Бесәйҙәр йыртҡыстар отряды бесәй һымаҡтар ғаиләһендәге һөт имеҙеүсе хайуан. Элегерәк бесәйҙе айырым биологик төр булараҡ ҡарағандар. Хәҙерге заман биология системаһында йорт бесәйе урман бесәйенән бәләкәй төрө булып тора.
Бесәйҙәр кимереүселәргә һәм башҡа ваҡ хайуандарға яңғыҙ һунар итәләр, улар тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен белдереү өсөн төрлө тауыштар, хәрәкәттәр ҡуллана.
Хәҙерге заманда донъяла 600 млн. йорт бесәйе иҫәпләнә. 200-гә яҡын тоҡомо сығарылған, улар араһында оҙон йөнлө (персид бесәйе) һәм бөтөнләй йөнһөҙ (сфинкс) төрҙәре бар.
Кимереүселәргә һүнар итеү һәләте булған өсөн бесәйҙе кешелек донъяһы 10 000 йыл буйы хөрмәт итә.
Бесәйҙәрҙең килеп сығышы.
Күп мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә бесәйҙәрҙе иң беренсе Египетта йәшәүселәр ҡулға эйәләштергән.
Бесәйҙәрҙең кешеләр менән йәшәй башлауҙары бынан 10-12 мең йыл элек булған. Кешеләр бер урында төпләнеп йәшәй башлағас, бесәйҙәр уларға эйәләшкәндәр.
Практик өлөш.
Бесәйҙәрҙе күҙәтеү.
Беҙҙең өйҙәге Мурзик иң аҡыллы бесәй. Атайым да, әсәйем дә шулай тей. Мин дә улар менән ризалашам. Мин бесәйһеҙ көндәремде күҙ алдына ла килтермәйем. Бесәйемде ныҡ яратам. Һәм күҙәтеүҙәремде һеҙгә лә тәҡдим итәм.
1.Бесәйем сысҡан тоторға ярата. Тотоп ала ла, уның менән уйнай. Бына күрегеҙ, мин ҡоротҡостарҙы юҡ итергә ярҙам итәм, тигән кеүек ҡарай ул миңә. Сысҡанды ул бер ваҡытта ла ашамай.
2. Минең бесәйем тырнаҡтарын батырып мине сапсып алғаны ла булды. Сөнки мин ауырып, уның менән уйнамағайным. Миңә килеп һырынып йөрөгәнендә мин уға һуғып ебәрҙем, ә ул мине сапсыны. Мин ошондай һығымта яһаным: улар ҙа үҙ-үҙен һаҡлайҙар икән.
3. Бесәйем ял итеү һәм йоҡлау өсөн йылы, йомшаҡ урынды һайлай. Тағы ла тәҙрә төбөндә ултырырға ярата. Тәҙрәнән күп нәмәне күрергә була бит, бәлки шуғалыр.
Йомғаҡлау.
Бесәйҙәр тураһында тикшеренеү эше эшләп мин үҙемә бик күп яңылыҡтар алдым. Ябай ғына булып тойолған бер йән эйәһен күҙәтеп ошондай һығымталар яһаным:
Ҡулланылған әҙәбиәтю

Кактусы из сада камней

Пятёрки

Сладость для сердца

Басня "Две подруги"

Волшебные звуки ноктюрна