• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Урал батыр илендә

Опубликовано Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы вкл 01.05.2023 - 17:34
Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы
Автор: 
Азангулов Ильназ Ильшатович

Тыуған ер. тыуған төбәк - иң ҡәҙерлеһе!

Уҡыусыларым яҙа.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rayon_mktptrenen.docx25.7 КБ

Предварительный просмотр:

Район мәктәптәренең

“Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү буйынса сценарийы

Ҡурай моңо яңғырай.

 Өләсәй менән ҡулына китап тотҡан малай  сыға (өләсәйҙең ҡулында йомғаҡ).

Малай: Өләсәй, ә һин гел ошолай ҡарт булдыңмы?

Өләсәй: Юҡ, балам. Мин дә һинең һымаҡ бәләкәй  генә бала инем. Эй, ғүмер тигәнең, балаҡайым, ошо йомғаҡ кеүек инде ул, әгәр ғүмер йомғағын  һүтә башлаһаң ...  - үҙе бер тарих яҙырлыҡ.

Малай: Ә һин минең кеүек әкиәт тыңларға яраттыңмы?

Өләсәй: Әлбиттә, минең үҫкәнем.

Малай: Өләсәй, бер тигәс тә ни яҡшы?

 -Ер әсәнең аманатын онотмаһаҡ -  шул яҡшы.

 Ике тигәс тә ни яҡшы?

 -Тыуған илебеҙ -  Башҡортостан  сәскә атһа - шул яҡшы.

Өс тигәс тә ни яҡшы?

Кешеләрҙең уй - хыялы изге булһа - шул яҡшы.

 Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

Үҫеп килгән балалар  телен белһә, илен һөйһә, йола һаҡлаһа – шул яҡшы.

 Биш тигәс тә ни яҡшы?

Изге мираҫ - “Урал батыр” эпосыбыҙ гел йәшәһә - шул яҡшы!

Малай: Өләсәй, ә минең Урал батыр тураһында күберәк белгем килә.

Өләсәй: Бик яҡшы, балам. Был матур теләгең ҡабул булһын. Бөгөн бит тап ошо сәхнәлә  “Урал батыр” эпосы буйынса  бәйге үтә. Унда һинең тиҫтерҙәрең дә ҡатнаша.

 Малай:

Рәхмәт, өләсәй.

Өләсәй:

  • Әйҙә уларҙы ҡаршы алайыҡ!

 

Сәсәндәр парады. (эпос геройҙары   талғын көй аҫтында залға инәләр).

 

Өләсәй:

Урал батырҙың рухы был ҡорға риза булһын!

Урал рухы йәшәһен,

Күктәр фәтиха бирһен!

Фәтиха бир беҙгә, Урал батыр!

 

Урал батыр сыға, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа тәбиғәт тауыштарын сағылдырып уйнай)

Алып барыусы:  Халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған бөйөк ҡомартҡыбыҙ  күренекле “Урал батыр” эпосы Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенә индерелде.

Алып барыусы: Башҡортостан ере – ҡобайырҙар иле,  Урал батыр -  уның ынйыһы.

Алып барыусы: Бөгөнгө сараның төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү.

Алып барыусы: 

Донъяла мәңге ҡалыр эш - ул да булһа - яҡшылыҡ (балалар әйтә)

Донъяны матур төҙөгән,                  

Ул да булһа – яҡшылыҡ

 Күккә лә осор – яҡшылыҡ,    

 Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,    

 Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,         

 Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.     

       Алып барыусы:

Бөгөн бында бөтәбеҙҙе

“Урал батыр” бергә тупланы.

Батырыбыҙҙы данлап, илебеҙҙе ҙурлап,

Майҙан тота ул һәм ҡыҙҙарың.

Бәйге талаптары буйынса,  «Урал-батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштереү .

                                      (Бәйгеселәр сығышы)

  1. (Кешелектең барлыҡҡа килеүе, Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ булғаны, өлкән улдары Шүлгәндең ата һүҙен тотмағаны, әсә һүҙе йоҡмағаны;Самрау ҡыҙы Һомайҙың аҡҡош булып тотолғаны, йәнә ҡотолғаны).

Ырғыҙлы мәктәбе сығышы ( 1 - 550 –се юлдар).

  1. (Урал батырҙың үлемде эҙләп юлға сығыуы, Ҡатил батшаны осратыуы).

Байназар мәктәбе (560 – 1220 –се юлдар).

  1. (Уралдың Зәрҡүмде үлемдән алып ҡалыуы, әзрәҡәләр хәйләһенә эләгеүе).

Иҫке Монасип мәктәбе (1230 – 1710 –сы юлдар).

  1. (Уралдың Һомай һарайына барғаны, Йәншишмәнең һыуын табыр өсөн Һомай ҡуйған шарттарҙы үтәүе).

Әбделмәмбәт мәктәбе (2240 - 2720 –се юлдар).

  1. Самрауҙың ҡыҙы Һомайҙы, Аҡбуҙатты һәм булат ҡылысын Уралға бирергә риза булғаны).

Аҫҡар мәктәбе (2730 – 3430 –сы юлдар)

  1. Урал менән Шүлгәндең алышҡаны һәм Уралдың тәбиғәтте терелтеүе.

Иҫке Собханғол мәктәбе (3440 – 4660 –сы )

                   

 

- Эйе... Их! Миңә берәй нисек Аҡбуҙатты һәм булат ҡылысты ҡулға төшөрөргә кәрәк! Әгәр Уралды үлтереп, серле таяҡты ла эләктерһәм... Их-ма! … Минән дә көслө зат булмаясаҡ ерҙә! Шунан инде Зәрҡүм ни эшләргә белер! Үс алырға, бөтәһенән дә үс алырға...(зәһәрләнеп йөрөй) . Бөтәһенән -бөтәһенән үсемде алыр инем!

Шүлгән инә.

Зәрҡүм:(йүгереп уға ҡаршы килә.)

-Шүлгән, беләһеңме, бынан бик йыраҡ түгел Ҡәһҡәһә тигән батшалыҡ бар. Шул батшаның бик хикмәтле тылсымлы таяғы бар ине. Ана шул таяҡты ниндәйҙер бер билдәһеҙ батыр урлапмылыр, нисектер ҡулына төшөргән!(һаман да үҙ уйҙарына күмелеп, уйланып. арлы-бирле йөрөй)

Шүлгән :

Эйе... ишеткәнем бар...

(бер яҡ ситкә китеп үҙ алдына) :

-Ай -һай. был батыр, моғайын, Уралдыр... Илгә ҡайтып маҡтаныр...Бына мин ул дейеүҙәр батшалығын тар-мар итеүсе тейер...

Зәрҡүм:(йүгереп килә)

-Шүлгән, Шүлгән тим! Ул тылсымлы таяҡ һинең булған теләктәреңде үтәй! Нимә теләйһең шул алдыңа килә лә баҫа! Әгәр ҙә беҙҙең ҡулда Аҡбуҙат менән булат ҡылыс та булһа - беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ!Беҙ бит Шүлгән бер - беребеҙҙе бер ҡараштан аңлап торабыҙ! Яҡын серҙәштәр тиһәң дә була!(Сығырға баралар.)Зәрҡүм кире инә:

-Шүлгәнгә ышанырға ярамай! Әгәр ул Һомайҙы алып, Аҡбуҙатҡа эйә булһа! Булат ҡылысты ҡулына эләктерһә... бөттө баш... һаҡ булырға кәрәк...(ашығып сығып китә)

талғын ғына Аҡҡош-ҡыҙ бейей.(яй ғына бейеп сығып китә)

Ҡулдары бәйләнгән Шүлгән менән Зәрҡүм инәләр, төшөнкөлөккә бирелгәндәр, ергә сүгәләйҙәр.

Реклама

Һомай инә.Шүлгән янына бара.

Һомай:

Шунан, Шүлгән, зинданға .ҡараңғыға осҡас ҡотоң алындымы?

Иҫләйһеңме, Шүлгән.Ҡасандыр мине ата-әсәйең һунарҙа тотоп алып ҡайтҡас, Урал мине йәлләп осороп ебәреү яғында булһа,һин минең муйыныма бысаҡ һалып, тамаҡлау яғында булдың! Мин шунда күпме күҙ йәшемде түктем... инәлдем … ялбарҙым... Мине ебәреүегеҙҙе һораным...Уралға мең рәхмәт! Мин булһам да тик Уралдың ғына ҡатыны буласаҡмын! Ә һин бысраҡ,хәшәрәт йыландар менән дуҫлашып алған әшәке йән эйәһе! Яҡшыны ямандан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға өйрәнгәнсе ошо һалҡын зинданда аунаясаҡһың! Йөрәгең йомшарып, кеше күңелле булып китә алырһыңмы икән һин! Белмәйем! Тик бер генә нәмә әйтә алам... Йүнһеҙ,хәшәрәт әҙәми заттарға яҡты ер йөҙөндә урын юҡ!...(Сығып китә. Моңһоу ғына музыка уйнай).

Урал:

Барығыҙға шуны әйтәм:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ.


Поделиться:

Ребята и утята

Повезло! Стихи о счастливой семье

Филимоновская игрушка

Загадка старого пирата или водолазный колокол

Фокус-покус! Раз, два,три!