Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.
1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 32.96 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ЙӘНГЕЛ АУЫЛЫ
МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕҮ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Абдулхаҡ Игебаевтың «Мин - тәбиғәт балаһы...»
6-сы синыф уҡыусыһы Мәғәфүрова
Данелияның тикшеренеү эше
Етәксеһе: Баһаутдинова Гөлсара
Марат ҡыҙы
2025 йыл
1.АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВТЫҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫ.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.
1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды.
Яҙыусының шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.
1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.
Абдулхаҡ Игебаев- нигеҙҙә лирик шағир, кешеләрҙе изгелеккә, яҡты күңелелеккә әйҙәй. Аяҡтары уның ерҙә, күҙе – кешеләрҙә, күңеле- донья ғәмендә. Ул халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, ил хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәй, заман менән бергә һулыш ала. Шулай уҡ, шағир күп һанлы шиғри циклдарҙың, ҙур күләмле лиро- эпик, патетик, лирик поэмаларҙың, шулай уҡ уйланыуҙар, борсолоуҙар, хәүеф-хифалар менән һуғарылған ҡобайырҙың авторы.
Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына күп композиторҙар йыр сығарған һәм данлыҡлы йырсылар уларҙы үҙ репертуарына алған. Мостай Кәрим был турала “А.Игебаевтың ижад арбаһын пар ат тартып бара. Төптә - уның ололар өсөн яҙылған шиғырҙары. Дуғаһында ҡыңғырауы ла бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп торабыҙ, зауыҡланабыҙ.” - тип яҙғайны.
Күп йылдар дауамында Абдулхаҡ Игебаев балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй. Уның кесе йәштәге балалар өсөн, мәктәп уҡыусылары өсөн яҙған йыйынтыҡтары бәләкәс дуҫтарыбыҙға яҡшы таныш. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Абдулхаҡ Игебаев - Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Абдулхаҡ Игебаев - иң элек тыуған яҡ йырсыһы. Шуға ла уны үҙ илендә яратып уҡыйҙар, һағынып иҫкә алалар, ижадын йөрәк түрендә һаҡлайҙар.
Беҙ- Баймаҡтар бит әле!
Эй, аҡһаҡал, сал тарихтың
Йомғаҡтарын һүт әле,
Ирәндеккә - Йәнтөйәккә
Ҡарағастай тамыр йәйгән
Иң аҫаба, йор башҡорттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВТЫҢ «МИН - ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ...»
Ғилми – тикшеренеү эшемдең темаһы итеп киң билдәле әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың үҙенең ижад иткән әҫәренең исеме менән һүҙҙәрен алдым: «Мин – тәбиғәт балаһы... »
Ни өсөн мин был темаға мөрәжәғәт иттем һуң?
Беренсенән, Абдулхаҡ Игебаев – минең дә һәм класташтарымдың да - яратҡан шағиры. Ул беҙгә күрше генә ятҡан райондан, Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
Икенсенән, беҙ дәрестә уның шиғырҙарын уҡып, ижадын бик ныҡ оҡшаттыҡ һәм артабан да уның әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты.
Өсөнсөнән, уның күп төрлө бай ижадында, төп темаларҙың береһе итеп, хәҙерге мәлдә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоуға һалған актуаль, бөтә кешелек проблемаларының береһе – бөгөнгө тәбиғәттең аяныслы яҙмышы хаҡында әҫәрҙәре урын алған.
Үҙемдең алдыма ошондай маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙым:
Ниндәй тикшеренеү алымдары маҡсатыма ирешергә ярҙам итте һуң?
Туған әҙәбиәт дәресендә «Кластан тыш уҡыу китабы»нда бирелгән «Донъябыҙҙан ни ҡала?», «Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым» шиғырҙары менән таныштыҡ. Уларҙы ентекле өйрәнеп, тәбиғәттең бөгөнгө аяныслы хәле хаҡында бәхәсле әңгәмә ҡорҙоҡ.
Халыҡ шағирының китаптарын китапхананан алып, экологик темаға әллә күпме шиғри әҫәрҙәрен таптым. Интернет селтәрендә лә эҙләнеп ултырыу бушҡа булманы.
Тикшереү барышында мин ниндәй яңылыҡтар астым?
Абдулхаҡ Игебаев бик ныҡ иртә ата - әсәһенән етем ҡала. Туғандары менән Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. Тыуған яғынан йәшләй генә айырылһа ла, ғүмере буйы атайсалын һағынып, уның халҡына, тәбиғәтенә арнап әҫәрҙәрен яҙа. Тыуған яҡ йырсыһы ул, тип әйтергә була уның хаҡында. Берсә ауылының үҫешенә ҡыуанып талпыныулы шиғырҙарын яҙһа, шул уҡ мәлдә уратып алған донъяның бик ҡыҙғаныслы хәлен күреп, тәрән әсенеп шиғри юлдарын теҙә. Юҡҡа ғына ул:
«…Ер - Әсәнең ғәмдәрен, йөрәгемә һеңдергән
Мин – тәбиғәт балаһы, мин – тәбиғәт балаһы! » - тип яҙмай ул үҙенең ижад иткән « Мин – тәбиғәт балаһы» ҡобайырында. Күк Ирәндек йырсыһын – Абдулхаҡ Игебаевты тыуған яғының тәбиғәтенең бөгөнгө күренеше борсоуға һала. Ошо уҡ ҡобайырында бына нимә ти ул :
« Болоҡһойҙар сәскәләр,
Башы һыйыр юлаҡтан
Әүәлгесә елдереп
Килеп сыҡмай йәтсәләр,
Һайрар ҡошон юҡһынып
Зар илайҙар сәхрәләр!» - ти ул. Ләкин шағир бик үк өмөтһөҙлөккә бирелеп китмәй, киләсәккә ышанысын юғалтмай ул:
« …Алла бойорһа, тимен,
Урал тәбиғәтенең
Ҡанһыраған яраһын
Йәһәтерәк бәйләргә
Кешелекле, шәфҡәтле,
Миһырбанлы ҡул бөтмәҫ!...»
Дәрестә өйрәнгән « Донъябыҙҙан ни ҡала?», «Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым» шиғырҙары минең һәм класташтарымдың күңелдәрендә бигерәк тә ныҡ уйылып ҡалды. « Донъябыҙҙан ни ҡала? » - ошо һорау әрнетә шағир йөрәген.
«…Эсер һыуҙар ҙа ҡороһа...»,
«…Һулар һауа ла булмаһа...»,
« ...Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Ата – бабам төйәк иткән
Ерҙәребеҙ ҙә һатылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?», - тигән ҙур һорау ҡуя шағирыбыҙ.
« Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым » шиғырында тәбиғәт һаҡсыһы шағирыбыҙ атайсалының үҙгәреүенә, Йәншишмәһенең кибеп барыуына, ғәзиз тупрағында ҡот юғалыуына, тыуған ерҙәрҙән ырыҫ китеүенә ярҙамды кемдәрҙән көтәбеҙ икән тип тынғыһыҙлана:
«…Заман алдындағы яуаплылыҡ
Төштөмө ни беҙҙең иңдәрҙән?
Ярҙам көтәбеҙ һуң кемдәрҙән?
Кемдәрҙән?! »
Тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәре хисапһыҙ. Ә беҙҙән ул бер генә нәмә һорай - һөйөү һәм яҡлау. Бына ошоно аңланыҡ беҙ халыҡ шағирының әҫәрҙәрен уҡығас. « Оран һала Ер – Әсә » поэмаһындағы юлдар тап шуны һөйләй ҙә:
« Бер бөртөк орлоҡ сәсһәгеҙ,
Бирермен мең бөртөк итеп,
Сыбыҡ ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа,
Шаулатырмын тирәк итеп! » - тип өндәшә мәрхәмәтле бөйөк Ер–Әсә.
«Атом бомбаһында әгәр
Ҡалдырһағыҙ мине көлгә,
Осорһоғоҙ үҙегеҙ ҙә
Ғаләмдәрҙән иҫкән елгә!
Һауаларым ағыу булыр,
Тупрағымда үҫмәҫ үлән,
Йән эйәһе ҡалғанда ла
Ризыҡ таба алмаҫ минән!» -
тип үткән фажиғәләр ҡабатланып ҡуймаһын өсөн тынысһыҙлана ул.
ЙОМҒАҠЛАУ.
Абдулхаҡ Игебаевтың ошондай шиғырҙары, һис шикһеҙ, өйрәнелергә тейеш, тип иҫәпләйем мин. Сөнки дәрестәрҙә беҙ бындай әҫәрҙәрҙе уҡып, поэзияның ни тиклем тәьҫир итеү көсө көслө икәнен тойҙоҡ, экологик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә улар!
Ватанын сикһеҙ һөйгән, халҡының яҙмышы өсөн әрнеп борсолған әҙип кенә ошолай бәғерҙәргә үтеп инерлек юлдар яҙа алалыр, тигән һығымта яһаным мин. Ғүмере буйы тыуған яғы тип янған, күк Ирәндеген юҡһынған, тәбиғәтен ҡурсырға тырышҡан нескә күңелле, оло йәнле кеше ул бөйөк шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмаҫҡа, уйланырға мәжбүр итә беҙҙе шағир. Тәбиғәттең матурлығы – ул еребеҙҙең матурлығы. Тәбиғәтте яратмаған кеше – илен яратмай, илен яратмаһа, телен дә, моңон да яратмай. Ә яратмай икән, ул барыһын да юғалтасаҡ! Бына ошоно иҫбат итә лә Абдулхаҡ Игебаев. « Мин – тәбиғәт балаһы! » - тип типкән әҙип йөрәгенең тиккә генә шундай һүҙҙәр әйтмәүенә инандым
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. А. Игебаев « Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?», Өфө – 2010.
2. https://uchbash.com/articles/bash-ort-tele-m-bi-te/2020-08-05/a-a-aldan-altyn-ala-224918
Астрономы получили первое изображение черной дыры
Именинный пирог
Солнечная система. Взгляд со стороны
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Соленая снежинка