Сочинение по творчеству Р.Нигмати
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 14.65 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Благовар районы Таң урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Ватан ул – тыуған ил,бына беҙ торған урын.
(Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ижады буйынса инша)
Башҡарыусы: 8-се класс уҡыусыһы Хәйретдинова Индира
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмиҙуллина Земфира Кинйәбай ҡыҙы.
Ватан ул – тыуған ил,бына беҙ торған урын.
Ватан ул – ҡыҙым,тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Был ерҙә ғүмер кисергән
Атай-бабайҙар борон.
(Р.Ниғмәти)
Эйе,ысынлап та,Ватан –ул беҙҙең тыуған,үҫкән,ата-бабаларыбыҙҙың ғүмер кисергән,уның өсөн башын һалған,йәнен биргән ғәзиз еребеҙ.Ватан – ул беҙҙең күп милләтле,бай һәм үҫешкән Башҡортостаныбыҙ.Ватан – ул беҙҙең тәү аяҡ баҫҡан,уның һыуын эскән,шунда мәктәпкә йөрөгән тыуған ауылыбыҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти үҙенең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”шиғырҙар циклында ҡыҙының “Нимә ул Ватан?”һорауына яуап биреп,барлыҡ балаларға аңлайышлы телдә Ватан төшөнсәһен биргән.Был шиғырын ул, моғайын,В.Маяковскийға эйәреп яҙғандыр.Ул да бит бәләкәй улын тубығына ултыртып “Нимә ул яҡшы,нимә ул насар?”һорауына яуап биргән.
Р.Ниғмәти – ысын патриот.Шиғырҙың һәр юлы ошо тойғо менән һуғарылған.Уның һыуҙары терегөмөштәй,урманы әкиәт шикелле,ҡамыштары зифа буйлы...Ай йылмая,балыҡтар мөлдөрәп ята,елдәре иркәләй,ҡамыштар йырлай,ҡоштар ҡайнай һ.б.Һәр юлында тыуған иле менән ғорурланыу хисе ярылып ята.
Уй менән уйлап бөтмәҫлек
Бөйөк ул беҙҙең Ватан.
Хыялдар менеп етмәҫлек
Бейек ул беҙҙең Ватан.
Ай болоттарға менһәң дә
Күренмәй уның сиге.
Бына ошолай һүрәтләй шағир үҙенең Тыуған иленең ҙурлығын.
Тыуған иленең халҡы менән ғорурлана Рәшит Ниғмәти.Уларҙың тәндәре ниндәй генә төҫлө булһа ла,ниндәй генә исем-фамилия йөрөтһәләр ҙә,(Иван,Дауыт,Петренко,Шалва – бының менән ул төрлө милләт халҡын күрһәткән) улар дуҫ,татыу,берҙәм йәшәйҙәр.Был ғорурланмаҫлыҡмы ни?!Беҙҙең мәктәптә лә,мәҫәлән,ниндәй генә милләт кешеләре юҡ...Уҡытыусыбыҙ Земфира Кинйәбай ҡыҙы – башҡорт,мин – татар,Алина –немка,Бибиниса – таджик ҡыҙы,Кристина – украинка,Таня – урыҫ ҡыҙыһ.б.Беҙ милләт айырмаһын һиҙмәйбеҙ!
Данлыҡлы батырҙары,шәхестәре менән ғорурлана автор.
Булған уның Невскийы һәм
Пожарский тигән ире.
Суворов тигән даны һәм
Кутузов тигән улы.
Р.Ниғмәти был шиғырында ҡыҙының “Нимә ул Мәскәү?”тигән һорауына ла яуап бирә.
Мәскәү –ул беҙҙең баш ҡала,
Мәскәү – ул беҙҙең Ватан”
Мәскәү ҡалаһының көндән-көн үҫешкәнен,алға киткәнен күҙәтә,уға дан йырлай.Ҡалалар күп,ләкин Мәскәү бер генә,ти .Аҡындар,ашуғ,сәсәндәр хөрмәтләп ҙурлай уны.Тимәк,сәсән һүҙен ҡайҙалыр бына нисек атайҙар?Шиғырҙа балалар тағы ла ике һорауға яуап табалар.Береһе – “Нимә ул мөхәббәт?”,икенсеһе – “Нимә ул нәфрәт?”Ошо ике ҡапма-ҡаршы тойғо гел йәнәшә йөрөй,икеһе лә кешене йәшәүгә, еңеүгә алып бара.Ошо ике тойғо булғанда,кеше тыуған илен һаҡларға ҡулына ҡорал ала,һуғышҡа күтәрелә.Тыуған илеңә ҡарата мөхәббәт булып та,дошманыңа нәфрәт менән ҡарай алмайһың икән,тимәк,һин көсһөҙ,тип һанай шағир.Тыуған илгә мөхәббәт булһа,хатта сикһеҙ ҡомлоҡтар шау сәскәле болонға әйләнер,таштарҙан шишмәләр урғылып сығыр,тип әйтә Р.Ниғмәти.Оҡшаһа ошо гүзәл ер,ошо мөһабәт Ватан,-шул була мөхәббәт ҡошо. “Тыуған илеңдең матурлығын юҡҡа сығара икән дошман,уға асыу менән ҡулынан шаҡарып тотаһың икән – был нәфрәт тигән ҡош,”-тип аңлата ҡыҙына атай кеше.Был шиғырҙа наҙлы,йомшаҡ күңелле атайҙың ҡыҙына булған мөхәббәтен күрәбеҙ.Рәшит Ниғмәти үҙе лә бит ике ҡыҙға атай булған.Уларҙы ла тыуған илен һөйөргә,уға тоғро хеҙмәт итергә өйрәткән.
Фашистарҙың ҡот осҡос эштәрен һүрәтләп,шағир дошманға ҡарата нәфрәт тойғолары уята.”Фашистар соҡоп сығарған Фәрит ағайҙың күҙен,Фашистар Михась ағайҙың аяғын өҙгән атып...”
Рәшит Ниғмәти халыҡ йолаларына,халыҡ ижадына ҡағылып,мәҫәлән,”Аҡ тирәк,күк тирәк”уйыны,”Ай,Тыуған ил,тыуған ил” ҡобайыры аша халҡыбыҙҙың үткәненә ихтирам тәрбиәләй.
Әгәр ҙә шағир бөгөн беҙҙең янда булһа,Ватаныбыҙҙың гөрләп сәскә атҡанын күреп бик ҡыуаныр,уның менән ғорурланыр,яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итер ине.Рәшит Ниғмәти күңелендә һаҡланған Ватаныбыҙға тап төшөрмәйек,уны һаҡлайыҡ,ҡәҙерләйек!

Астрономический календарь. Март, 2019

Под парусами

Три орешка для Золушки

Как нарисовать лимон акварелью

Рисуем белые грибы пастелью