Сочинение на тему "Думы о Салавате"
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 13.26 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Благовар районы Таң урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Салауат тураһында уйланыуҙар.
(Салауат Юлаевтың 260 йыллыҡ юбилейына бағышланған инша)
Башҡарыусы: 6-сы класс уҡыусыһы Йәнгирова Динара
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмиҙуллина Земфира Кинйәбай ҡыҙы.
Салауат...Был исемде йөрөтөүсе ир-аттар байтаҡ.Араларында дан-шөһрәткә күмелгәндәр ҙә,ир ҡорона етмәгән малайҙар ҙа бар.Йырсы Фәтхетдинов,композитор Низаметдинов,ғалим Ғәлин, мөхәррир Кәримов һ.б.Ләкин кемдән генә һорама,барыһы ла ғорурлыҡ кисерә исеменән,барыһын да ошо уртаҡ исем берләштерә,сөнки улар бит башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
Кем һуң ул Салауат Юлаев? Беҙҙең өсөн ул иң беренсе батыр,беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙө.Ҡайҙа ғына барһаҡ та,”Башҡортостандан” тигәс тә,Салауат Юлаев,тиҙәр.Был ғорурлыҡ түгелме ни?Ысынлап та,халыҡ уны хөрмәтләп, бер ҡалаһына, районына, проспектына, хоккей командаһына уның исемен биргән.Өфө ҡалаһында бынамын тигән һәйкәл ҡуйылған.Халҡым тиеп, үҙенең ғүмерен биргән, язалағанда ла баш эймәгән,бирешмәгән,көслө баһадир булған беҙҙең Салауатыбыҙ.Нисә быуын алмашынһа ла,күпме йылдар үтһә лә,егеттәр унан үрнәк алалар,уның батырлығына һоҡланалар,ауыр саҡтарында уны иҫкә төшөрөп, сабыр, ныҡлы булалар. Нисә быуын яҙыусылары, шағирҙары, драматургтары, рәссамдары уны данлап әҫәрҙәр ижад итәләр.Нисә роман, драма, шиғыр, йырҙар бар.Уларҙы уҡыған һайын, үҙеңдә көс тояһың, сәхнәлә уның ролен булдырыусы артистарға көнләшеп ҡарайһың,һоҡланаһың.Кинофильмын яратып ҡарайбыҙ.Салауатты ла тап ошо кинофильмда Салауат ролен башҡарған Арслан Мөбәрәков кеүек итеп күҙ алдына килтерәм.Уның һымаҡ бәләкәй буйлы,мыҡты кәүҙәле,ҡыйыу,етди,кәрәк саҡта шаян булғандыр,тип уйлайым.Ат өҫтөндә оҫта йөрөгән,уҡтан мәргән атҡан,ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаған,дәртле йырлаған,уҡымышлы,аҡыллы,ата-әсәһенә ихтирамлы,нескә күңелле,хискә бай бәһлеүән булған ул,минеңсә.Тормошто,тәбиғәтте яратҡан.Шунлыҡтан ул шағир булғандыр ҙа.
Быйыл йәмле йәй айҙарында Салауат Юлай улының тыуыуына 260 йыл тула.Йылдағыса,гөрләтеп “Салауат йыйыны” үтер. Салауат кеүек батыр,көслө егеттәр, сая ҡыҙҙар көс һынашыр.Уның ғүмере өҙөлгән урынға Башҡортостан ерендә үҫкән сәскәләр һалыныр,ҡурай моңо яңғырар.Юҡ, ул үлмәгән,ул үлмәҫ,мәңге йәшәр беҙҙең күңелдәрҙә.

Волшебная фортепианная музыка

Лебеди

Прекрасная химия

Как нарисовать осеннее дерево акварелью

Шум и человек