сочинение на башкирском языке на тему "Моя семья"
Вложение | Размер |
---|---|
сочинеие | 502.28 КБ |
Минең ғаиләм
Һәр кемдең ғаиләһе, тыуған йорто бар. Ғаилә ул һине яҡлай, һаҡлай торған бер өй . Был өйҙә кеше үҙен тыныс, яуызлыҡтарҙан һаҡланған итеп тоя. Һәр кемдең тормошо тыуған йортонан, ғаиләһенән башлана. Минең ғаиләм дүрт кешенән тора: атайым, әсәйем, мин һәм ҡустым Ильяс. Беҙҙең ғаилә бик татыу һәм дус. Беҙ бергә циркка, концерттарға, ҡунаҡҡа йөрөйбез. Тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбез.
Минем атайм Юлдаш. Ул аҡыллы, көслө, ярҙамсыл һәм йомарт. Кәрәк саҡта ул һәр сак ярҙамгға килә, тынысландыра. Ул яныбыҙҙа саҡта һәр ваҡыт рәхәт.
Әсәйм Эльвера. Ул бик матур, яғымлы. Уның менән бик күңелле. Әсәйем миңә дәрес әҙерләшә . Ул тәмле аштар бешерә. Мин уға ярҙам итешәм. Әсәйм уҡытыусы булып эшләй. Ул балаларға белем бирә. Уҡыусылары уны хөрмәт итәләр.
Мин Айгөл,2 синыфта уҡыйым. Минең исемем төрөк телендә “ай сәскәһе” тигәнде аңлата. Мин мәктәптә бик тырышып уҡыйым. Төрлө конкурстарза ҡатнашам , призлы урындар алам. Буш ваҡытымда китап уҡырға, бейергә, йырларға , ҡустым мелән уйнарға яратам.
Минең кустым Ильяс. Уға өс йәш.. Ул шундай матур, күңелле, аҡыллы көләс йөҙлө. Баҫтырыш уйнарға, бейергә, китаптар аҡтарырға ярата. Минең мәктәптән ҡайтыуымды шатланып көтөп ала.
Беҙ бергәләп еләккә, бәшмәккә йөрөйбеҙ. Йәшелсә, сәскәкләр үҫтерәбеҙ. Йәй көнө баҡсабыҙ гөлбаҡсаға әйләнә .
Минең атайымдың олатаһы сәсән булған. Ул Сабирйән сәсән Мөхәмәтҡолов .Ул 1890 йылдың февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡыпсаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы) хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәшһүр «Бабсаҡ менән Күсәк» тигән эпик поэманы теркәп ҡалдырған, байтаҡ шиғырҙарын беҙгә мираҫ иткән. Быйыл уның 125 йыллығын уҙҙырҙылар.
Мин атай-әсәйем, тыуғандарым менән ғорурланам. Шундай татыу, дуҫ ғаиләлә йәшәүемә мин бик шатмын. Мин һеҙҙне бик яратам !
КОНКУРС СОЧИНЕНИЙ,
ПОСВЯЩЁННЫЙ ДНЮ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН И
ГОДУ ЛИТЕРАТУРЫ
«ПОЮ МОЮ РЕСПУБЛИКУ»
Моя семья
Работу выполнила: Мухаметкулова Айгуль Юлдашевна
ученица 2 класса МОБУ СОШ с. Староиликово
муниципального района Благовещенский район РБ
Учитель: Мухаметкулова Эльвера Сагитовна
Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм
бағышланған конкурс
“Дан йырлайым республикам”
Минең ғаиләм.
Автор: Мөхәмәтҡулова Айгөл Юлдаш кыҙы,
2-се класс укыусыһы
Башҡортостан республикаһы
Благовещен районы муниципаль районы
Иҫке Илек аулының урта
дөйөм белем бирү мәктәбе
Уҡытыусыһы: Мөхәмәтҡулова Эльвера Сағит кыҙы
Весенние чудеса
Любили тебя без особых причин...
Как я избавился от обидчивости
Просто так
Как нарисовать портрет?