Стихотворение заняло 3 место на районном конкурсе "Пою мою республику".
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 14.21 КБ |
“Республикама дан йырлайым” конкурсына
(«Пою мою республику»)
Бөйөк Туҡайға.
Шиғыр.
Ғәлиуллин Динис,
Ҡыҫынды төп белем биреү
мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Абдуллина Ә.Р.,
Ҡыҫынды төп белем биреү
мәктәбе уҡытыусыһы
Бөйөк Туҡайға.
Һеҙҙең быуын инде, бөйөк Туҡай,
Күптән ҡалған йыраҡ быуатта.
Ә һин, шағир, һаман беҙҙең менән
Елдерәһең етеҙ пар атта.
Донъяларҙы шау-шыуҙарға күмеп,
Үтте күпме шиғри парадтар.
Теҙгендәре өҙөлөп, хәлһеҙләнеп,
Йығылып ҡалды күпме “пар аттар”.
Туған телгә биргән ҡанаттарың
Талмай ҡағына милләт күгендә.
Шиғри һүҙең- көрәш ялҡыны ул,
“Шүрәле”леләр - күңел түрендә.
Замананың ҡорос атын егеп,
Кем айҡамай бөгөн йыһанды.
Һинең пар ат һаман алда бара,
Уҙа алыусылар юҡ уны!

Одеяльце

Пичугин мост

По морям вокруг Земли

Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши

Кто должен измениться?