Конкурс литературных произведений "Республика моя " номинация "сочинения"
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 861.75 КБ |
Республиканский конкурс литературных произведений
«Республика моя»
« Татыу ғаилә »
Мөхәмәтов Рияз Фаяз улы
4 класс
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Яңы Собханғол филиалы
Уҡытыусыһы: Теләүбаева Сәлимә Фәрит ҡыҙы
Мин - Мөхәмәтов Рияз.Яңы Собханғол мәктәбенең 4-се класында уҡыйым.Мәктәптә уҡыу бик оҡшай. Мин үҙемдең ҙур һәм татыу ғаиләбеҙ тураһында яҙырға теләйем.
Дәрестә уҡытыусыбыҙ: «Ғаилә – ул бәләкәй генә дәүләт», тип һөйләгәйне.Был һүҙҙәр мине бик уйландырҙы. Ысынлап та, ғаилә бер дәүләт кеүек ,ә Тыуған илебеҙ татыу ғаилә кеүек икән. Был турала һөйләшеүҙән һуң мин туғандарымды, ғаиләмде тағы ла нығыраҡ ярата башлағандай булдым.
Беҙҙең ғаиләлә ете кеше. Атайым, әсәйем, ике ағайым, мин, ҡустым һәм һеңлем. Ғаиләбеҙҙең “президенты”-атайым, уның исеме Фаяз.Беҙ барыбыҙ ҙа уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Атайым бер ваҡытта ла тик тормай,эш табып эшләп кенә тора.Уның ҡулы бик оҫта.Уны эш эшләргә,төрлө һөнәрҙәргә олатайым өйрәткән. Ә атайым беҙҙе өйрәтә. Мин ялҡауланып тормайым, уға ярҙам итәм. Ҙур үҫеп, үҙемдең ғаиләм булғас,атайым кеүек егәрле, яҡшы “президент” булырға теләйем.
Әсәйемдең исеме Гөлназ. Ул Ер йөҙөндәге иң яҡшы әсәй, өйөбөҙҙөң Ҡояшы.Иртәнсәк яҡшы теләктәрен теләп беҙҙе мәктәпкә оҙата,ә ҡайтыуыбыҙға тәмле-тәмле аштар бешереп көтөп тора.Әсәйем беҙҙе бик ярата. Өйөбөҙ һәр саҡ йәмле, беҙ һау-сәләмәт һәм шат булһын өсөн тырыша. Беҙ ҙә әсәйҙе «5»-леләр менән ҡыуандырабыҙ,өй эштәрендә ярҙам итәбеҙ.
Өйҙә иң рәхәте миңә, тип уйлайым.Ике ағайым, ҡустым да, һеңлем дә бар. Вилдан ағайым армияла хеҙмәт итә, Гияз ағайым 8-се класта уҡый,Урал ҡустым быйыл ғына уҡырға барҙы.Ул бик һәйбәт уҡый.Гөлмира һеңлемә 4 йәш.Ул ныҡ иркә, шаян,тиктормаҫ.Уны бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ. Беҙҙең менән бер ишек алдында өләсәйем йәшәй, уға етмеш йәш.Өләсәйем бик изге күңелле, дини кеше.Ул миңә лә сүрәләр өйрәтә.Мин сүрәләрҙе тиҙ генә ятлап алам. “Иман нуры” тигән конкурста ҡатнашып 2-се урын алдым.Аят сүрәләрен уҡыу үҙемә бик оҡшай,өләсәйем дә ҡыуана.Өләсәйем шағир Самат Ғәбиҙуллиндың бер туған апаһы, ул ҡустыһының китаптарын,шиғырҙарын ҡәҙерләп һаҡлай,уның бала сағы тураһында беҙгә һөйләй.Мин Самат бабайымдың шиғырҙарын уҡырға яратам,ҡайһы берҙәрен яттан һөйләйем.Бигерәк тә “Кешеләрем”тигән шиғыры оҡшай.
Беҙҙең ғаиләнең иң яратҡан байрамы- Яңы йыл һәм тыуған көндәр.Байрам көндө әсәйем тәмлекәстәр бешерә, беҙ уға ярҙам итәбеҙ, өйҙө йыйыштырабыҙ,биҙәйбеҙ, бүләктәр әҙерләйбеҙ.Бик күңелле була.Эштәрҙе лә күмәкләшеп башҡарабыҙ. Хатта бәләкәй генә Гөлмира һеңлем дә эштәрҙән ситтә ҡалмай, йәшелсәләргә һыу ҡойорға ярата ул.
Былтыр Красноусолға шифаханаға барғас, тыуған йортоң, дуҫтарың,һине яратып көтөп торған туғандарың булыуы ниндәй ҙур бәхет икәнен аңланым.Ял итеп, дауаланып бөткәс,һағынып,ашҡынып ҡайттым тыуған өйөмә.Телевизорҙан һуғыш барған ерҙәрҙә өйһөҙ,атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы күрһәтһәләр, бик йәлләйем.Шуға ла мин бөтә балаларҙың да ғаиләһе,тыуған йорто булһа ине,тип уйлайым.Ә үҙемдең ғаиләмә һаулыҡ, именлек теләйем. Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, бөтә ғаиләләр ҙә беҙҙең кеүек бәхетле булһа ине.
Мин өләсәйем менән
Беҙҙең ғаилә

Дерево в снегу

Горка

Извержение вулкана

Рисуем космос

Солнечная система. Взгляд со стороны