• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы

Опубликовано Кагарманова Сария Мухамедьяновна вкл 02.02.2018 - 23:34
Кагарманова Сария Мухамедьяновна
Автор: 
Мөхәмәҙиева Розанна

“З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы”.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл z.b._nygyngan_huzbylneshtr_-_kopiya.docx29.81 КБ

Предварительный просмотр:

Белорет ҡалаһы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы

Авторы: Мөхәмәҙиева Розанна

Белорет ҡалаһы Я.Хамматов

исемендәге башҡорт гимназияһының

 9-сы класс уҡыусыһы.

Ғилми етәксеһе: Ҡаһарманова С.М.

уҡытыусы, ф.ф.к.

Инеш

        Башҡорт әҙәбиәте ил, хатта донъя кимәлендә таныу алырҙай әҫәрҙәргә бик бай. Әҙәбиәтте байытыуға һәр әҙип үҙ өлөшөн индерә. Һәр әҙиптең үҙенә генә хас яҙыу стиле,  тел байлығын ҡулланыу оҫталығы бар. Шуға ла Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел.

        Тикшеренеү эшенең темаһы: “З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы”.

Был теманы һайлауҙың сәбәбе булып, 8-се класта авторҙың “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәре менән танышыу, унда мәҡәлдәрҙең, нығынған һүҙ бәйләнештәрҙең күплеге тора. Шуға ла З. Биишеваның күләмле әҫәрендәге фразеологизмдар күҙәтеү теләге тыуҙы.

        Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Беҙҙең фекеребеҙсә, З. Биишеваның ижады айырым тикшеренеүгә лайыҡ, ә уның әҫәрендәге фразеологизмдар әлегә махсус өйрәнелмәгән.

        Тикшеренеү эшенең гипотезаһы: әҫәрҙә ҡулланылған нығынған һүҙбәйләнештәр уҡыусыларҙың тел байлығын арттырыуҙа роль уйнай.

        Тикшеренеү материалы итеп З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы, шулай уҡ З. Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологизмдар һүҙлеге” алынды.

        Проекттың маҡсаты:  З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романындағы фразеологизмдарҙы өйрәнеү, әҫәрҙәге фразеологизмдарҙың ҡулланылышын анализлау.

        Ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы, түбәндәге бурыстар билдәләнде:

  • әҫәр йөкмәткеһе менән танышыу;
  • фразеологизмдарҙы табыу маҡсатынан, роман тексын анализлау;
  • мәғәнәүи үҙенсәлегенән сығып, романдағы фразеологизмдарҙы төркөмләү;
  • фразеологизмдарҙың персонаждар телмәрен булдырыуҙағы ролен асыҡлау.
  • Мәктәп уҡыусыларынан һорау алыу.

Тикшеренең эшенең методтары:

1) контекстуаль анализ; 2) сағыштырыу; 3) фразеологик берәмектәрҙе күплеге буйынса анализлау; 4) һорау алыу.

Тикшеренеү эшенең яңылығы: башҡарылған хеҙмәттә З. Биишеваның

“Кәмһетелгәндәр” романындағы фразеологизм составына характеристика бирелә, улар мәғәнәүи үҙенсәлегенә ҡарап төркөмләнә, ҡулланылыш йышлығы асыҡлана.

Структураһы:  тикшереү эше инештән, 2 бүлектән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәттән һәм ҡушымтанан тора.

I БҮЛЕК

НЫҒЫНҒАН ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШТӘР ЙӘКИ ФРАЗЕОЛОГИЗМДАР

1.1. Башҡорт теленең фразеологияһының өйрәнелеше.

        Башҡорт теле лексик яҡтан бай телдәрҙең береһе һанала. Телдең байлығы ҡулланылған һүҙҙәрҙең күплеге менән генә түгел, ә телдәге тапҡыр һүҙҙәр, образлы һүҙбәйләнештәр, мәҡәл-әйтемдәр, һүрәтләү саралары төрлөлөгө менән дә билдәләнә. Тел, шулай уҡ, фразеологизмдар иҫәбенә лә байытыла.

        Башҡорт теленең фразеологияһы буйынса тәүге монографияны төрки телдәр белгесе С.Н. Моратов яҙа. Уның китабы “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр” тип атала [5, 3].

        Үҙенең “Башҡорт теленең фразеологияһы” [5,3] тигән китабында Х.Ғ. Йосопов Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында ҡулланылған фразеологизмдарына таянып эш итә.

Башҡорт теленең фразеологияһының дөйөм мәсьәләләренә Ж.Ғ. Кейекбаев та иғтибар итә. Ул юғары уҡыу йорттары өсөн ҡуллама сығара, бында фразеологик берәмектәргә лексик-грамматик классификация яһай, уларҙың морфологик төҙөлөшөн асыҡлай [5,4].

        Башҡорт фразеологизмдарын өйрәнеүҙә З.Ғ. Ураҡсин күп көс һала.  Ул “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” тигән китап баҫтырып сығара [5, 288].

1.2. Нимә ул фразеологик берәмектәр?

Педагогия колледждары өсөн тәғәйенләнгән китапта фразеологик  берәмектәргә түбәндәгесә билдәләмә бирелә: “төҙөлөшө һәм мәғәнәһе яғынан ойошҡан, нығынған, телмәрҙә әҙер килеш ҡулланыла торған хис-тойғо биҙәкле, образлы һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Фразеологик берәмектәр кәмендә ике һүҙҙән тора һәм, ғәҙәттә, бер төшөнсәне белдерә [2, 45]: ут йотоу (хәстәрләнеү), баш ватыу (ҡаты уйланыу), тимер өҙөрҙәй (ғәйрәтле) һ.б.:  Иштуған менән Әхәт, ошондай тынғыһыҙ уйҙар менән баш вата-вата, көрт баҫҡан урам буйлап үрге осҡа китеп барғанда, Сәлимә менән осраштылар [1,145].  

        Фразеологик берәмектәрҙе, уларҙың составына ҡараған һүҙҙәрҙең бәйләнештәренә, мөнәсәбәттәренә ҡарап, төркөмдәргә бүләләр. Был яҡтан башҡорт телендәге фразеологик берәмектәрҙе өс төркәмгә бүлергә мөмкин:

  1. Фразеологик берекмәләр – мәғәнәләре уның составындағы һүҙҙәрҙең мәғәнәләре менән бәйләнешһеҙ хис-тойғо биҙәкле берәмектәр. Бындай фразеологик берәмектәрҙең тура мәғәнәле иштәре булмай. Фразеологик берекмәләргә һымаҡ тотороҡло һүҙбәйләнештәр ҡарай.
  2. Фразеологик берлектәр – тура мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙән яһалып, тик күсмә мәғәнәлә генә ҡулланылған берәмектәр. Тура мәғәнәләрендә улар фразеологик берәмектәр түгел, ә ирекле һүҙбәйләнеш була. Фразеологик берәмектәргә һымаҡ тотороҡло берәмектәр ҡарай.
  3. Фразеологик ҡушылмалар тип уның составына ингән һүҙҙәрҙең береһе тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала торған тотороҡло һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Мәҫәлән, йөрәкле һүҙенең тура мәғәнәһе - “йөрәге бар , күсмә мәғәнәһе - “батыр”. Был һүҙ арыҫлан йөрәкле, ҡуш йөрәкле тигән фразеологик берәмектәрҙә лә ҡулланыла. Фразеологик ҡушылмаларға тағы ла күҙ көйөгө [2,46], йөрәк итен телеү (....) [3,127].

         Яҙыу һәм һөйләү телмәрендә фразеологизмдарҙы ҡулланыу файҙалы , уларҙы ҡулланыу телмәрҙе байыта, биҙәй, ә һөйләмдең мәғәнәһен күҙ алдына килтереүе еңелерәк була.  

ҺЫҒЫМТА

Проекттың маҡсатына ярашлы “Кәмһетелгәндәр” романының тексы буйынса тикшеренеү эше башҡарылды, нығынған һүҙбәйләнештәр һайлап алынды, улар фразеологик, тәржемә һүҙлектәре буйынса сағыштырылды, уларҙы төркөмләүгә ынтылыш яһалды. Башҡарылған эш түбәндәге һығымта яһарға мөмкинлек бирә: романдың фразеологик составы күп төрлө һәм бик бай.

Шулай итеп, фразеологизмдар әҫәрҙең телен байытып ҡына ҡалмайҙар, ә китапты уҡыған уҡыусының да һүҙ байлығын арттыра, телмәрен күркәмләндерә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Биишева З.А. Кәмһетелгәндәр. Роман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 432 бит.
  2. Кейекбаев Ж Ғ. Һ.б. Башҡорт теле: Педагогия колледждары һәм училищелары өсөн дәреслек. //– Өфө: Китап, 2010. – 480 бит.
  3. Солтанбаева В.Х., Балапанова Л.С. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәр үҫтереүҙәге роле.// Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2014.- №6, 3-6 биттәр.
  4. Солтанбаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С. Башҡорт теле: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012. – 212 бит.
  5. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. 3100 фразеологик берәмек. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 288 бит.
  6. Фразеологический словарь русского языка. Издание 2-е., испр. и доп. СПб.: ООО “Виктория плюс” , 2008, 608 с.


Поделиться:

Как нарисовать черёмуху

Машенька - ветреные косы

Девочка-Снегурочка

Колумбово яйцо

Простые летающие модели из бумаги