З.Биишеваның "Оло Эйек буйында" романында туғанлыҡ мөнәсәбәте.
Вложение | Размер |
---|---|
z.b._olo_eyek_buy._tuganlyk_monsbte_-_kopiya.docx | 27.59 КБ |
Белорет ҡалаһы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы
Автор: Сәғитова Илнара,
Белорет ҡалаһы Я. Хамматов
исемендәге башҡорт гимназияһының
4-се класс уҡыусыһы.
Ғилми етәксеһе: Ҡаһарманова С.М.
уҡытыусы, ф.ф.к.
Белорет- 2017
Йөкмәткеһе:
Инеш............................................................................................................... 3
I бүлек. Байгилде ғаиләһендәге туғанлыҡ мөнәсәбәте................................. 4
II Таибә әбейҙең ғаиләһендәге үҙ-ара мөнәсәбәт .................................. 6
Һығымта...................................................................................................... 7
Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................................... 7.
Инеш
Башҡорттарҙа элек-электән бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелгән. Балаларҙа тәрбиәләнгән төп сифаттарҙың береһе – ул туғаныңды хөрмәт итеү. Туғандарың татыу икән, тимәк, ғаиләң дә ныҡ. Был турала башҡорттарҙа мәҡәл дә бар: “Ил күсе менән көслө”.
Башҡорттарҙың ғаиләләре ҙур булған, һәр ғаиләлә 5-6 бала булған. Ошондай ғаиләләрҙә кеселәр өлкәндәрҙе, балалар ата-әсәне тыңлап ҡына йөрөгәндәр. Шуға ла тыңлаусан, тәрбиәле булып үҫкәндәр. Ошондай туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында З. Биишеваның “Оло Эйек буйында” романында уҡырға була. Хәҙерге ғаиләләрҙең ҡайһы берендә ололарҙы тыңламау, уларға ҡаршы әйтең бар. Тикшеренеү эше шул яғы менән актуаль.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты: З. Биишеваның “Оло Эйек буйында” романында туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен асыҡлау. Алынған маҡсатҡа ярашлы, түбәндәге бурыстар билдәләнде:
Гипотеза: бала тәрбиәләүҙә ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәт төп роль уйнай.
Тикшеренеү объекты: З. Биишеваның “Оло Эйек буйында” китабы.
Тикшеренеү предметы: романдағы үҙ-ара туған булған образдар.
Тикшеренеү эшенең структураһы инеш өлөштән, 2 бүлектән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.
I БҮЛЕК
БАЙГИЛДЕ ҒАИЛӘҺЕНДӘГЕ ТУҒАНЛЫҠ М!НӘСӘБӘТЕ
Зәйнәб Биишеваның әҫәре XX быуат баштарында булған ваҡиғалар турыһында һөйләй. Бында башҡорттарҙың ошо ваҡыттары ауыр яҙмышы һүрәтләнә. Яҙыусы ошо турала яҙыр өсөн төрлө ғаиләләрҙе, уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күрһәтә.
Иң тәүҙә, әлбиттә, был Емештәрҙең ғаиләһе. З.Биишева уларҙың ғаиләһендәге балалар араһындағы татыулыҡты, туғанлыҡты матур итеп һүрәтләй.
Емештең ғаиләһе алты кешенән тора; атаһы Байгилде, үгәй әсәһе Сәрбиямал, ағаһы Иштуған, апайы һәм Йәнеш һәм үҙе - Емеш. Уның ошо уҡ ауылда Бибеш тигән апаһы ла бар, тик улар һирәк күрешәләр.
Емеш үҙҙәренең Илсеғолда йәшәгән саҡтарын һағына: улар ошоға тиклем ярлы йәшәһәләр ҙә бәхетлеләр. Сөнки Йәнеш тә, Емеш тә – бәләкәйҙәр, улар уйын менән мәшғүлдәр. Ағаһы ата-әсәһенә булыша, Бибеш апалары өй эштәрендә ярҙамлаша, ә аталары Ҡормош байға ялланып эшләп йөрөй.Ул саҡта әсәләре лә һау-сәләмәт. Ул бик оҫта ҡуллы булған: “балаҫ та һуҡҡан, шәл дә бәйләгән”.
Әммә шунан һуңғы булған нәмәләрҙе Емеш иҫләргә яратмай. Сөнки әсәләре вафат балғандан һуң, уларҙың тормошо ауырлаша. Балалар өсөн был тормош һынауына әйләнә: етемлекте лә күтәрәләр,ү гәй әсәләре Сарбиямалдың йәберләүҙәренә түҙәләр.Уларҙың үҙ-ара татыулығы арта, тыуғанлыҡ мөнәсәбәте нығый. Тик ҡайһы ваҡыт улар хәл итә алмаҫ мәлдәр ҙә килеп тыуа.
Емеш атаһын бик тә ярата. Әммә атаһы Байгилде ҡайһы саҡ үтә мәүеш, кеше һүҙенә төшөүсән. Бер яҡтан, ул үҙенең ҡыҙҙарын яҡлап һүҙ әйтә алмай. Икенсе яҡтан, уға Сәрбиямал менән дә араһын боҙорға ярамай, сөнки өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эштәрен ул башҡара, аҡса табыуҙа ла уның өлөшө ҙур.
Емеш тә, Йәнеш тә, иң бәләкәйҙәре булараҡ үгәйлектең бөтә әселеген татыйҙар.Сөнки аталары ҡайҙалыр эштә, Иштуған күберәк урманда йә утын әҙерләй, йә бесән ташый. Ә Бибеш апайҙары кейәүҙә, унда барып булмай, сөнки ҡоҙағыйҙары Таибә - уҫал кеше.
Балалар –тыңлаусандар, күндәмдәр. Атай әйткән һүҙ - улар өсөн закон. Әммә шул балалар, үгәй әсәйҙең боҙоҡлоғо, уҫаллығы менән тап булғас, уларҙың холҡо ла үҙгәрә. Йәнеш, мәҫәлән, бөтөнләй мәүеш, бирешеүсән булып китә. Ә бәләкәй Емеш, киреһенсә, үҙһүҙле, тураһын әйтеүсән, ҡарышҡыр булып китә. Уның ошо характеры үгәй әсәйҙең йәберләүҙәренә ҡаршы торорға көс бирә. Был уның үҙен дә, апайы Йәнеште лә яҡларға ярҙам итә, Сарбияалды ла ҡайһы ваҡыт насар аҙымдар эшләүҙән туҡтата.
Шулай итеп, Зәйнәб Биишева үҙенең «Оло Эйек буйында » романында балаларҙы үҙ-ара татыу, туған йәнле итеп һүрәтләй. Улар ярҙымсылдар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә тырышалар.
I бүлек буйынса һығымталар:
ҺЫҒЫМТА
Башҡорттарҙа “ныҡлы ғаилә – ил күрке”, тигән мәҡәл бар. Икенсе төрлө әйткәндә, ғаиләләге кешеләр үҙ-ара татыу икән, тимәк, ил дә көслө була. Шуға ла беҙҙә элек-электән туғандар бер-береһен хөрмәт итеп үҫһен, тип тырышҡандар. Быны З. Биишеваның “Оло Эйек буйында” романында ла күрергә була. Бында күрһәтелгән геройҙар төрлө тәрбиә алалар, әммә туғанлыҡҡа тоғро булалар, изге күңеллеләр, ярҙамсылдар. Сөнки ата-әсәләре уларҙы шулай итеп тәрбиәләгән, үҙҙәре улар өсөн өлгө булып торғандар.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИТ:
1. Биишева З.А. Оло Эйек буйында. Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 288 бит
2. Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө: Китап, 1993. – 224 бит
Голубая лягушка
Осенняя паутина
Растрёпанный воробей
Рисуем подснежники гуашью
Самый главный и трудный вопрос